Бөгөнгө әңгәмәбеҙ барыһынан элек Бөйөк Ватан һуғышынан аҙаҡ тыуған быуындарҙа ҡыҙыҡһыныу уятып, йөрәктәребеҙ аша үтә торған һөйләшеү булыр, тип уйлайым. Һүҙебеҙ Башҡортостанда ойошторолоп, ошо үлемесле һуғышта мәңгелек дан яулаған 112-се Башҡорт атлы дивизияһы, уның батырҙарҙан батыр командиры, генерал-майор Миңлеғәли Минһаж улы Шайморатов, һөйәктәре сит-ят ерҙәрҙең урман-ҡырҙарында ятып ҡалған башҡорт ир-егеттәре, ғөмүмән, башҡорт халҡының сикһеҙ ҡаһарманлығы хаҡында барасаҡ. Әңгәмәсебеҙ - Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҙыусы Флүр Миншәриф улы ҒӘЛИМОВ.
Флүр Миншәриф улы, һеҙ яңыраҡ "Генерал Шайморатов" тип исемләнгән роман яҙғанһығыҙ икән. Ошо батырыбыҙҙың исемен белмәгән башҡорт юҡтыр ул. Беҙ бала саҡта уҡ: "Башҡорттар китте һуғышҡа", - тип йырлай инек. Һуғыш темаһына арналған әҙәби әҫәргә тотонғанда һеҙҙә ниндәйерәк кисерештәр булды?
- Ысынлап та, беҙ бәләкәйҙән үк һуғыш уйнап, "Шайморатов генерал" йырын йырлап үҫтек. Беҙҙән аҙағыраҡ тыуғандар ҙа шундай булды. Ул саҡта бит ауыл тулы бала-саға, уйнамаған уйын юҡ, әммә һуғыш уйындарын нығыраҡ ярата инек. Ни өсөн шулай? Сөнки беҙ яугир халыҡ: меңәрләгән йылдар буйына ата-бабаларыбыҙ Ватанын, Уралын һаҡлап, батырҙар хаҡында дастандар, ҡобайырҙар сығарған, ул-ҡыҙҙарын ошо әҫәрҙәр ярҙамында батырҙар традицияларында тәрбиәләп үҫтергән. Беҙ ҙә ошо халыҡтың балалары бит. Ил-йорт, Тыуған ил, халыҡ өсөн һуғышҡа барыу изге йола, намыҫ бурысы, ҡаҡшамаҫ ҡанундар сифатында ҡаныбыҙға һеңгән.
Әйткәндәй, башҡорт халыҡ әкиәттәрендә лә батыр образы алғы планда тора...
- XX быуат башында йәшәгән Швейцария ғалимы, психиатр Карл Густав Юнг кеше психикаһы структураһында "коллективное бессознательное" тип үҙе нарыҡлаған бик тәрән ҡатлам барлығын асыҡлаған. Был ҡатлам Ер йөҙөндәге бөтә кешеләр өсөн бер иш һәм быуындан-быуынға күсә килгән дөйөм кешелек тәжрибәһе тупланған "ҡумта-хазина" ул. "Коллективное - бессознательное"ның йөкмәткеһе - архетип-тәүгеобраздар. Йәғни бында меңйыллыҡтар дауамында формалашып, кешенең төпкө (боронғо) аңын билдәләй торған идеялар, иң боронғо образдар хаҡында һүҙ бара. Башҡорттарҙағы батыр образы - халҡыбыҙҙың төп архетибы ул. Һәм ул Юнг тәғлимәтендәге герой архетибына тап килә. Һәр халыҡтың милли характерына хас төп архетибы була. Мәҫәлән, немецтар үҙҙәренең булмышына яраҡлы - "хранитель" - һаҡлаусы, йәһүдтәр - байлыҡ туплаусы һәм башҡа шундайыраҡ феномендар, йәғни образдар. Башҡорттоң төп архетибы - батыр феномены нигеҙендә яугир намыҫы төшөнсәһе ята. Халҡыбыҙҙың менталитетын, йәғни булмышын яугир намыҫына тап төшөрмәү, ил, Ватан хаҡына тән-йәнеңде лә фиҙа ҡылыу кеүек әхлаҡи-философик идеялар билдәләй. Халҡыбыҙ байлыҡ тупларға һәм уны һаҡларға ашҡынып тормай, намыҫын алтын-көмөшкә, аҡсаға алыштырмай. Был беҙҙең дөйөм тормош философиябыҙ. Башҡорт халҡының мең йыллыҡтар дауамында формалашҡан милли философияһы бар. Башҡорт тормоштоң, фани донъяның асылын, байлыҡты теге донъяға алып китеп булмағанын башҡаларҙан яҡшыраҡ, төптәнерәк аңлай. Бәғзеләр балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ хаҡына байлыҡ туплайбыҙ, тип, урлаша-мутлаша ла, үҙ ғәмәлдәрен аҡларға тырыша. Был да башҡорт фәлсәфәһенә тура килмәй - һәр бала яҡты донъяға үҙ өлөшө менән тыуа. Харам байлыҡ кешене боҙа, ул мал өсөн енәйәт ҡылырға ла әҙер була, үҙе лә торғаны бер хайуанға әйләнә.
Һуғыш темаһына арналған әҙәби әҫәргә тотонғас, халҡыбыҙҙың тарихи яҙмышы хаҡында ла уйланғанһығыҙҙыр, моғайын. Башҡорт ҡәүеме - батырҙар тыуҙырыусы халыҡ, һеҙ ошо фекерҙе хуплайһығыҙмы?
- Тап шулай. Бына Тарихи Башҡортостан ерҙәрен күҙаллап ҡарайыҡ. Һамарҙан, Һарытауҙан алып Екатеринбургҡа, Силәбегә, Кама буйҙарынан Урал аръяғына тиклемге территория башҡорттоҡо булған. Бындағы топонимика ошо хаҡта һөйләй. Шул тиклем ҙур киңлектәрҙе тик яугир халыҡ ҡына биләп, һаҡлап тота ала. Шуға ла башҡорттоң батырҙары ла бихисап.
X быуат башында, 922 йылда, ғәрәп хәлифе Мөҡтәдир илселеге сәркәтибе Ибн Фаҙлан юлъяҙмаларына уларҙың каруаны башҡорттар йәшәгән ерҙәргә яҡынлашҡас, бик ныҡ ҡурҡыуҙары хаҡында яҙып ҡуйған. Был, бәлки, халҡыбыҙҙың шул замандағы үҙенсәлекле "халыҡ-ара дипломатияһы" булғандыр?
- Башҡорт иленә рөхсәтһеҙ инеү мөмкин булмаған. Әммә изге ниәт менән килгән ҡунаҡтарға, сауҙагәрҙәргә теймәгәндәр. Бына тағы ла бер тарихи факт: ярты донъяны яулаған монголдарға ҡаршы башҡорттар 14 йыл буйына һуғышҡан. Унан инде Сыңғыҙ хан хакимиәте, башҡорттарҙың яугирлыҡ маһирлығын иҫәпкә алып, уларға союздаш булырға тәҡдим яһай. Башҡорттар менән килешеү төҙөлөп, уларға аҫабалыҡ хоҡуғы бирелә. Башҡа берәй илдә тотош халыҡ ер хужаһы булдымы икән, тигән һорау тыуа: был хатта Сыңғыҙхан кеүек йыһангирҙарҙың да халҡыбыҙҙың бөйөклөгөн таныуын белдерә. Унан һуң, Башҡорт иле үҙидаралыҡ ҡанундары нигеҙендә йәшәй һәм берләшә. Быны ырыу демократияһы, тип атап була, ул башҡорт йәмғиәтенә боронғо замандарҙан хас: халыҡ өсөн мөһим барса мәсьәләләр күмәкләп, бергәләп хәл ителгән, башҡорт йыйындары институты, уның статусы рус дәүләтенә ҡушылғас та бер нисә быуат һаҡланып ҡала. Бындай ҡоролош Новгород республикаһының вече тип аталған идара итеү формаһынан күпкә алдараҡ барлыҡҡа килеп, унан алдынғыраҡ, һөҙөмтәлерәк булған. Йәнә бына нимәгә иғтибар итергә кәрәк: һәр бер ырыуҙа абруйлы ил ағалары була, әммә уларҙың береһе лә хан дәрәжәһенә ымһынмай. Сөнки Башҡорт илендә һәр бер ырыу үҙаллы көн итеп, үҙ азатлығын иң оло ҡиммәт итеп танып, уны һаҡлай алған. Ә хан булыу - башҡаларҙың иркен сикләүгә, уларҙы буйһондороп тотоуға, хатта үлемгә дусар итеүгә алып бара. Быны азатлыҡты ғүмерҙән дә өҫтөн күргән яугир халыҡ бер нисек тә ҡабул итә алмаған.
Әхмәтзәки Вәлиди Туған "Башҡорттарҙың тарихы" әҫәрендә төрки риүәйәттәренең иң боронғоһо булған Уғыҙ дастанынан башҡорттар тураһындағы мәғлүмәтте килтерә. Ул халҡыбыҙҙың төркиҙәр донъяһында ҡеүәтле һәм хәйләкәр (көслө һәм ғәййәр) халыҡ булып танылыуын һәм үҙенең ғорурлығы, ҡыйыулығы арҡаһында һис бер йыһангирға баш эймәгән ҡәүем сифатында иҫкә алыныуын билдәләй.
- Халҡыбыҙҙың бөйөклөгөнә тарих шаһит. Нисәмә быуат ҡораллы көрәшкә күтәрелә алған ул, ә 1917 йылда Башҡорт республикаһын иғлан итеп, үҙ хөкүмәтен булдырып, ғәскәр төҙөп, граждандар һуғышы йылдарында ҡан түгеп, үҙ дәүләтселеген яҡлап-һаҡлап ҡалған. Был үҙе генә лә халыҡтың көсөн күрһәтә. Әлбиттә, ныҡ ҡырылғанбыҙ шул йылдарҙа, халҡыбыҙҙың һаны 650 меңгә генә ҡалған. Ҡайһы саҡта, әгәр күтәрелмәгән булһаҡ, халыҡ иҫәбе әлеге ваҡытта байтаҡҡа күберәк булыр ине, тип тә уйлата. Әммә башҡортто тыйып тотоп та булмаған ул замандарҙа, ул барыбер күтәрелер ине. Башҡорт халҡының түгелгән ҡаны хаҡына Советтар Союзында 15 союздаш, 20 автономия республикалары төҙөлөп, ни саҡлы ҡәүемдәр дәүләтле булып киткәндәр! Ул халыҡтар был турала беләме икән?
Башҡортостанда именлек хеҙмәтендә эшләгән генерал Виктор Палагин да үҙенең бер интервьюһында бына ни тигәйне: "Әгәр Зәки Вәлидовтың армияһы, башҡорт ғәскәре Совет власы яғында һуғышмаһа, Колчак Варшаваға тиклем барып етер ине".
- Колчак армияһының уңышһыҙлыҡтары башҡорт полктарының ҡыҙылдар яғына сығыуынан башлана. Тәүге осорҙа ҡыҙыл ғәскәрҙәрҙе ҡыуып йөрөткән башҡорттар аҡтар менән дә ҡурҡыу белмәй һуғыша. Улар Колчакты ла баҙата, Петроградты Юденичтан ҡотҡара. Ғәскәрлек бурысын теүәл үтәй алыу, яуҙа бер-береңә арҡаҙаш булыу, киҫкен хәлдәрҙә юғалып ҡалмау - былар барыһы ла башҡорт яугирҙарына хас сифаттар. Улар меңәр йылдар буйына тәрбиәләнгән. Армияла әлегә тиклем бер әйтем бар: иң яҡшы һалдат - ул башҡорт һалдаты.
Генералыбыҙ Миңлеғәли Шайморатов хаҡында ла, 112-се Башҡорт атлы дивизияһы тураһында ла бик күп документаль китаптар, әҙәби әҫәрҙәр яҙылған. Һеҙ, Флүр Миншәриф улы, ошо темаға яңы әҙәби әҫәр яҙырға йөрьәт иткәнһегеҙ. Бының сәбәптәре лә барҙыр бит?
- Ысынлап та, данлы Башҡорт дивизияһына, комдив Миңлеғәли Шайморатовҡа арналған әҫәрҙәр байтаҡ ул. Әммә уларҙың ҡасан яҙылғанына иғтибар итегеҙ. Иң тәүҙә, уҙған быуаттың 60-сы йылдарында, дивизияның "Ҡыҙыл атлылар" гәзитендә эшләгән Әхтәм Ихсандың "Утыҙ ыласын" һәм "Саҡма тояҡ аттарҙа" тип аталған әҫәрҙәре баҫылып сыға. Әммә ул саҡта ошо авторҙың яҙғандарын яуҙан тере ҡайтҡан шайморатовсылар бик ныҡ тәнҡитләй. Сөнки Ә. Ихсан үҙенең яҙмаларында йыш ҡына уйлап сығарылған фәстереүҙәр ҡуллана. Башҡа әҫәрҙәрҙән Тайфур Сәғитовтың "Аманат" поэма-эссеһын (1989 йылда, бынан 32 йыл элек яҙылған), Рамазан Өмөтбаевтың "Таһир Күсимов" романын (1990 йылда, бынан 31 йыл элек яҙылған), Яңыбай Хамматовтың "Башҡорттар китте һуғышҡа" романын (шулай уҡ 1990 йылда яҙылған), Йыһат Солтановтың 2007 йылда нәшер ителгән "Башҡорт дивизияһы"(жанры "төрлө мәғлүмәттәр" тип билдәләнгән) китабын иҫкә алырға була. Документаль әҫәрҙәрҙән Тамимдар Әхмәҙиевтың, Фәрит Вахитовтың, А.И. Захаровтың, Б.Я. Малородовтың һәм башҡа авторҙарҙың китаптарын, дивизия ветерандары хәтирәләренән Сабир Ҡадировтың, Сәғит Әлибаевтың, Әнүәр Насыровтың, Григорий Беловтың һәм башҡаларҙың яҙмаларын атап китергә мөмкин. Ә тормош һуғыш тураһында бер-бер артлы яңы бәхәстәр, хатта сенсациялар тыуҙырып ҡына тора. Ғөмүмән, Башҡорт дивизияһы тарихын етди кимәлдә өйрәнә башларға, кандидатлыҡ, докторлыҡ диссертациялары яҙып яҡларға күптән ваҡыт етте, тип уйлайым. Йәнә бына нимәгә иғтибар иттем. 112-се Башҡорт атлы дивизияһы һәм генерал-майор М.М. Шайморатов тураһында яҙылған документаль әҫәрҙәр, иҫтәлек-хәтирәләр авторҙарының күпселеген рус һәм татар милләтле кешеләр тәшкил итә. Бында ни әйтәһең инде - эшһөйәрлектәренә, егәрлелектәренә афарин! Ә беҙ нимә көтөп ятабыҙ?..
Һуңғы йылдарҙа 112-се Башҡорт атлы дивизияһы хаҡында әҙәби әҫәрҙәр яҙған авторҙар булманы тиерлек. Ә Башҡорт дивизияһы тарихының иге-сиге юҡ! Үҙ тарихыбыҙҙы үҙебеҙгә яҙыу фарыз. Минең өсөн төп этәргес көс - Бөйөк Ватан һуғышында Тыуған илебеҙ һәм киләсәк быуындар өсөн йәндәрен фиҙа ҡылған ата-бабаларыбыҙҙың рухтары алдында беҙҙең быуындың һәм шәхсән үҙемдең оло бурысымды таныу булды.
Һеҙҙең роман быға тиклем яҙылған әҫәрҙәрҙән нимәһе менән айырыла?
- Мин Бөйөк Ватан һуғышына, унда ҡатнашҡан һалдат һәм командирҙарға ҡарашымды әҙәби образдар аша сағылдырыр өсөн һуғыш темаһын, уның сәбәптәрен төптәнерәк, тәрәнерәк өйрәнергә, эҙләнергә тырыштым. Башҡорт дивизияһы тарихын, башҡорт менталитеты, характеры үҙенсәлектәрен СССР - Башҡортостан мөнәсәбәттәре аша ғына түгел, донъя масштабында күҙаллау мөмкинлеген барланым. Романым коммунизм - фашизм бәрелешен һүрәтләүҙән һәм примитив яу күренештәренән генә түгел, ҡатлы-ҡатлы конфликттарҙан туҡылған. Шулай уҡ, дөйөм донъя әҙәбиәтендә һәм сәнғәтендә киң билдәле мәҙәни кодтарҙы үә символдарҙы ла әҫәремдә ҡулландым.
Әҙәби әҫәр менән документаль әҫәрҙе берләштергән бер фактор бар - ул да булһа ысынбарлыҡты объектив сағылдырыу. Ошо хаҡта ни әйтер инегеҙ?
- Романымды "Генерал Шайморатов" тип атағас, әҫәрҙә уның тормош юлына бәйле эпизодтар сағылдырыла, сюжет юлы уҡыусыны генералдың үлеменә, 1943 йылдың 23 февраленә тиклем алып бара. Әлбиттә, романда реаль Башкавдивизия яугирҙары үҙ исемдәре менән атала, улар ысынбарлыҡтағы һуғыш хәрәкәттәрендә нисек ҡатнашҡан, шулай һүрәтләнә. Быны Ватаныбыҙ һәм киләсәк быуындар хаҡына йәндәрен аямаған ата-бабаларыбыҙҙың исемдәре онотолмаһын, уларҙың вариҫтары ата-олаталарын, яҡын нәҫелдәрен ошо әҫәремдән тапһын һәм был китапты ғаилә ҡомартҡыһы итеп һаҡлаһын тип, махсус рәүештә эшләнем.
Бынан бер нисә йыл элегерәк республикабыҙ патриоттары "Геройҙың ҡайтыуы" тип исемләнгән акция ойошторғайны, уның төп маҡсаты - Миңлеғәли Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен бирҙертеү ине. Халыҡтан йөҙәр меңләгән имзалар йыйылып, Кремлгә мөрәжәғәт тә ебәрелгәйне...
- Эйе, халҡыбыҙ үҙ батырына был юғары исемде 70 йылдан ашыу юлланы. Әммә ул саҡта моратҡа ирешеү мөмкин булманы. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров ошо мәсьәләне хәл итә алды - ил Президенты Владимир Путиндың Указы менән Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн Миңлеғәли Минһаж улы Шайморатовҡа (үлгәндән һуң) Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелде, уға тәғәйен Алтын Йондоҙ Башҡортостанға килтерелде. Халыҡ батырының ҡаһарманлығы рәсми рәүештә танылды. Башҡортостан йәмәғәтселегенең ҙур еңеүе булды ошо ваҡиға. Баш ҡалабыҙ Өфөнөң Совет майҙанында Шайморатов батырға мәрмәрҙән монументаль һәйкәл ҡуйыласаҡ - был да халҡыбыҙ, республикабыҙ өсөн ҡыуаныслы ваҡиға буласаҡ.
Башҡорт атлы дивизияһы, уның командиры - генерал Шайморатов башҡорт менталитетының иң сағыу символдарының береһелер. Башҡорт яугирлығы булмаһа, Башҡорт атлы дивизияһы ла булмаҫ ине. Шундай данлыҡлы хәрби подразделение Советтар Союзында ғына түгел, хатта бөтә донъяла ла булмаған. Күпме ордендар менән бүләкләнгән дивизия, күпме яугир иң юғары хәрби исемгә - Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған! Ә күпме шайморатовсыларҙың ҡаһарманлығы тейешенсә баһаланмай ҡалған - уны тик Аллаһ үҙе генә белә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында илебеҙҙә 46 милли хәрби берләшмә (часть) ойошторола, шуның 19-ы атлы дивизия. Әммә һуғыш аҙағынаса сафта тик бер - исеме үҙгәртелгән (16-сы гвардия Чернигов дивизияһы) 112-се Башҡорт атлы дивизияһы ғына тороп ҡала. Башҡа милли частар йә уңышһыҙлыҡҡа осрап, тулыһынса туҙҙырыла, йәиһә төрлө ситуациялар арҡаһында тарҡатылыуға дусар була. Үкенескә күрә, Ҡыҙыл Армия командованиеһына оялаған хәрби чиновниктар, көнсөллөккә барып, аҫтыртын эш итә, башҡорт офицерҙарына ышанмаусанлыҡ күрһәтә, уларҙы милләтселектә ғәйепләп маташа, дивизияның башҡорт командирҙарын, төрлө сәбәптәр табып, башҡа частарға күсертә. Һуғыш бөткәс, дивизияның барса аттары Кавказға оҙатыла. Башҡортостанға бары бер генә ат - Кречет (Ҡорос ат) ҡайтарыла...
Башҡорт атлы дивизияһы яугирҙары башҡа частарға өлгө булған, уларҙы ҡаһармандарса һуғышырға өйрәткән тигән фекер менән килешәһегеҙме?
- Тап шулай. 1942 йылдың июлендә Брянск фронтына килгәндә, беҙҙең атлылар тырым-тырағай сигенеп, ҡасып килгән ҡыҙылармеецтарҙы осрата. Комдив Шайморатов уларҙы туҡтатып, оборона тоторға мәжбүр итә. Бында һуғыштың тәүге фажиғәле йылын да иҫкә алмай булмай. Бер 1941 йылда ғына немецтар Ҡыҙыл Армия частарына бер түгел 13 "ҡаҙан" (котел) ойоштора. Уларҙың ҡайһы берҙәрендә, мәҫәлән, Вязьма ҡамалышында беҙҙең 5 армия ҡыйратыла. "Ҡаҙан"дарҙа һәләк ителгәндәр урынына яңынан-яңы частар килтерелә, бер ниндәй әҙерлекһеҙ, хатта йүнле ҡоралдары ла булмаған һалдаттар һуғыш утына ырғытыла. Ә беҙҙең Шайморатов - ул полководец, юғары кимәлдәге хәрби белгес, иң элгәре башҡорт яугирҙарын һуғыш һөнәренә төплө һәм ентекле итеп әҙерләүҙе ойоштора. Ул немецтар менән һуғыштың нисек ауыр икәнен дә бик яҡшы белә: 1941 йылдың көҙөндә Мәскәү янында, Волоколамск шоссеһы районында, үҙенең 1-се айырым Кремль полкы менән фашистарға ҡаршы тороп, уңыш ҡаҙана, Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
Ғөмүмән, һуғыш темаһы - ҡот осҡос. Ул тотош фажиғәләрҙән тора. Иҫ китмәле көслө, бөтә Европа илдәрен тиерлек тапап үткән яу машинаһын - герман армияһын беҙҙең илебеҙ аяуһыҙ күп ҡорбандар килтереп, Аллаһы Тәғәлә ярҙамы менән генә еңеүгә өлгәшкәндер, тип уйлайым. Юғары көс Гитлерҙың аҡылын алғандыр - ул көҙгә тиклем үк СССР-ҙы еңеренә ышанып, ғәскәрҙәрен өс яҡҡа бүлеп ебәрә. Әгәр бар көстәрен бер йүнәлешкә - Мәскәүгә табан ебәрһә, һуғыштың ни менән бөтөрөн күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс...
Беҙҙең башҡорт яугирҙарына килһәк, ситуация бөтөнләйе менән икенсе. Башҡорттар фронтҡа килгәс, генерал Корзун комиссарына: "Был башҡорттар сигенмәйсә бер көн булһа ла тора алырҙармы икән?" - ти. Башҡорттар һуғышҡа инә. Көн торалар, аҙна торалар, өс ай торалар - береһе лә сигенмәй, береһе лә алғы һыҙыҡты ташлап ҡасмай, һуғыша ғына бирәләр. Дивизия яугирҙарының - башҡорттарҙың - ҡаһарманлығы хаҡында корпус, армия, фронт, Мәскәү һәм хатта немец гәзиттәре лә яҙа башлай. Билдәле шағир, "Красная Звезда" гәзитенең хәбәрсеһе Константин Симонов, данлыҡлы яҙыусы Илья Эренбург, әҙиптәр ағалы-энеле Турҙар һәм башҡа журналистар башҡорт яугирҙарын маҡтап, уларҙың дандарын бөтөн СССР-ға тараталар. Беҙҙең дивизия бөтөн Ҡыҙыл Армия өсөн өлгөгә әйләнә, совет пропагандаһы ла ошоно раҫлай: башҡорттар һымаҡ һуғышырға кәрәк!
Бында бер сетерекле һорау тыуа: башҡорттар ҙа совет системаһында тәрбиәләнгән, коммунистик, атеистик ҡараштар һеңдерелгән. Ләкин улар үлемде инҡар итә, һәләк булыуын белә тороп, иң хәтәр алыштарға үҙе теләп бара. Был уларҙың Аллаһы Тәғәләгә, үлемдән һуң ожмахҡа эләгеүгә ышаныуҙарының билгеһе түгелме икән?
- Беренсенән, яугир намыҫы, гендар кимәлендә һеңдерелгән башҡорт батыры кодексы беҙҙең халыҡ өсөн иң мөһим төшөнсәләрҙең береһе булған. Беҙҙекеләр тормошҡа йәбешеп ятмаған, яугир намыҫын ғүмеренән өҫтөнөрәк ҡуйған. Төптән уйлаһаң, нимә ул үлем? Бәлки, теге донъяла күпкә еңелерәктер? Әммә унда үҙ теләгең менән, йәғни "сиратһыҙ" китеү (суицид) ҡәтғи тыйыла. Ә яуҙа һәләк булыу - изге үлем. Һуғышта үлеүгә генә түгел, ғөмүмән, әжәлгә лә лайыҡлы булырға кәрәк бит әле. Бына ошоно беҙҙекеләр, башҡорт философияһына таянып, интуитив рәүештә аңлағандарҙыр, тип фаразлайым. Икенсенән, башҡорт яугирҙары һуғыш ҡырындағы шаһит сифатында үлемдән һуң Аллаһы ярлыҡауына, уның шәфҡәтенә инанғандыр.
Ошо романымды яҙғанда үҙем өсөн яңы рухи асыштар яһаным. Бына һуғышта әле мыйығы ла сыҡмаған, ҡыҙҙарҙы ҡосаҡлап та өлгөрмәгән йәш егеттәр үлә. Ҡатын-ҡыҙҙар, бер гонаһһыҙ балалар һәләк була. Быны бер нисек тә аңлатып булмаҫ һымаҡ тойола, былар оло ғәҙелһеҙлек итеп ҡабул ителә. Аллаһы Тәғәлә ошоларҙы нихәл тыймай, туҡтатмай икән, тигән уйҙар ярала күп кешеләрҙең башында. Миңә шундай уй килде: бындай үлемдәр, бәлки, Аллаһы Тәғәләнең мәрхәмәтелер, фани донъяла яфаланған әҙәм балаларын ҡотҡарыу сараһылыр? Улар - имандарын юғалтҡан әҙәм балалары ҡуптарған аяуһыҙ һуғыштың бер ғәйепһеҙ ҡорбандары - туранан-тура ожмахҡа индереләсәк бит. Әгәр баҡый донъя булмаһа, был фанилыҡта яфа сигеүҙәрҙең бер мәғәнәһе лә булмаҫ ине бит...
Генерал Шайморатов исеме менән бәйле тағы ла бер һорауҙы бирмәйенсә булдыра алмайым. Һуңғы ваҡытта комдивтың үлеме хаҡында төрлө уйҙырмалар күбәйеп китте. Йәнәһе, ул әсир алынған да, һатлыҡ казактар тарафынан язалап үлтерелгән. Ошо турала дивизиябыҙҙың Донбасстағы шанлы һәм трагик рейды хаҡында бер ни ҙә белмәгән, ниндәйҙер уйҙырмаларҙы күпертеп, матбуғатҡа, телевидениеға, интернет селтәренә сығарған ғалимдар ҙа бар. Кинорежиссер Р. Ҡоҙаяров "Генерал" тигән ике сериялы документаль фильм төшөрөп, Шайморатовтың үлеме хаҡындағы уйҙырманы ысынбарлыҡҡа тап килә, тип күрһәтә. Ошондай еңел-елпе сығыштарҙың сәбәбе, мотивтары барҙыр бит?
- Бәғзе тыуған яҡты өйрәнеүселәр, журналистар, ғалим-ғөләмә, кинорежиссерҙар нисек тә булһа, ҡайҙан да булһа "көйҙөргөс" факттар соҡоп сығарып, уларҙан асыш, сенсация яһап, үҙҙәрен оло белгес итеп күрһәтергә, баһаларын күтәрергә, хәҙергесә әйткәндә, хайп алырға ымһына. Генерал Шайморатов үлеменең "яңы версияһы" Украинаның Глухов педуниверситеты хеҙмәткәре А.А. Масловтың уйҙырмаларынан хасил булған, ул уны АҠШ-та ла баҫтырып сығарған. Был фальсификация бик еңел фаш ителә. Бына бер аргумент: әгәр ҙә М. Шайморатов немецтар ҡулына эләккән булһа, гитлерсылар генерал һынлы генералды пленға алдыҡ, тип мотлаҡ рәүештә бөтә донъяға шапырынырҙар ине. Һәм әлбиттә, фашистар ундай ҙур әсирҙе казактарға язаларға бирмәҫ ине. Йәнә тағы: немец педанттары генералды әсирлеккә алыуҙарын мотлаҡ часть документтарына теркәрҙәр ине. Ә беҙҙең еңел баштар, алдын-артын уйлап та тормайынса, сүптән сүмәлә ҡоя. Был уйҙырма - асылда башҡорт батыры Шайморатовтың яҡты хәтерен бысратыу ғына ул...
Шулай итеп, яҙыусының "Генерал Шайморатов" романы "Ағиҙел журналының август һанында тулыһынса баҫылып сығасаҡ. Журнал редакцияһында әйтеүҙәренсә, күберәк кеше уҡыһын өсөн, журналдың ошо айҙағы тиражын арттырырға тигән ниәттәре бар. Ҡыҙыҡһынған һәр кемдең редакцияға барып йәки электрон почта аша 90 һум аҡса күсереп, журналдың август һанын һатып алыу мөмкинлеге бар.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ
әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА