Киләһе йылда 1812 йылғы Ватан һуғышына 210 йыл тула. Был яуҙа ҡатнашыусылар араһында башҡорттарҙың айырым роле, даны тураһында бөтә донъяға билдәле. Француздарҙың башҡорттар менән беренсе осрашыуы 1807 йылда уҡ була. Унда ике полк башҡорт һыбайлыһы һуғышһа, аҙаҡтан - 28 полк. Рәсәйҙе һаҡлар был тиклем ғәскәрҙе урыҫтан ҡала башҡа бер милләт тә бирмәгән. 2022 йылда Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы дәүләт органдары менән берлектә ошо тарих хәтерен яңыртыр байтаҡ саралар планлаштыра. Шуларҙың береһе - яҙыусыбыҙ Ғәлим Хисамовтың "Француз яуы" документаль романын баҫтырып сығарыу. "Киске Өфө" гәзите уҡыусылары иғтибарына ошо әҫәрҙән бер нисә өҙөк тәҡдим итәбеҙ.
Башҡорт быуаты
Әҙәм балаһы Ер шарының ҡайһы ғына тарафында ҡасан ғына йәшәмәһен, мәле еткәс, үҙенә-үҙе һорау бирә:
- Кем мин? Кем минең халҡым? Кемдән беҙ бар булғанбыҙ һәм беҙ ҡайҙа китеп барабыҙ?
Һорауҙар бер сама булһа ла, һәр кешенең яуабы үҙенсә. Кемдер яуапты үҙенән олораҡ быуындан ишеткәненә нигеҙләнеп таба; икенсе берәү олатай-өләсәйҙәренең иртәктәренә, хикәйәт, мәҡәлдәренә таянып үҙе уйлап сығара; өсөнсөләр уҡыған китаптарынан яуап эҙләй. Яуаптар бик күп төрлө, әммә уларҙың һәммәһендә лә бер үк йөкмәтке төҫмөрләнә. Әйтәйек, ХVIII быуатта йәшәгән кешеләрҙең барыһы ла тиерлек:
- Кеше Ер йөҙөнә бер тигеҙ итеп яратыла. Тик ул йән эйәһе булғас ҡына әллә нисә төргә бүленә,- тип яуаплай.
Йөҙ, мең, миллион кеше тап ошолай уйлай һәм һәр береһе үҙе һөйләшкән телдә:
- Тәғәләбеҙ беҙҙе тигеҙ яратты, тик кешелек үҙе беҙҙе төрләндерҙе, - ти. Быға дәлил итеп, һәр кешенең үҙ исеме бар, төрләнеш ошонан башланды ла инде, тип миҫал килтерә. Ошонан һуң һәр кемдең үҙ яуабы башлана. Берәүҙеке икенсеһенә оҡшаш та, юҡ та һымаҡ...
Ошондай һорауҙарға яуап эҙләп, таңға тиклем керпек тә ҡаҡманы тиерлек Кинйә. Беренсе генә төнө шулай булһа, ни әйттең дә бит. Тәүгеһе генә түгел шул. Кисә төн уртаһында егеттәрен уятты ул.
- Шым ғына тороғоҙ ҙа, бөтөн нәмәләрегеҙҙе лә йыйып, аттар янына барығыҙ.
Үҙе лә нәмәләрен төрнәп, тышҡа сыҡты һәм ҡыуыштың ауыҙын япты. Егеттәре аттарҙы эйәрләп, кәрәк-яраҡты, уҡ-янды, һөңгөләрҙе урынлаштырып бөткәйне инде. Кинйә үҙ атына менде лә, һис тауыш сығармайынса, атлатып ҡына төйәктән ситкә китте. Егеттәре уның хәрәкәттәрен ҡабатланы. Байтаҡ барғас, күҙ алды яҡтыра төшкәс, соҡорораҡ ерҙә атын туҡтатты Кинйә һәм ергә ырғып төштө. Бүтәндәр ҙә уныңса эшләне.
- Килегеҙ әле бында, - тип саҡырып алды һуғышсыларын Кинйә. - Беҙҙең өсөн һуғыш бөттө. Ҡояш сығыу менән Бүгәсте тоторға килерҙәр батша һанаттары, шуға ул тирәнән ҡасып ҡалырға кәрәк, тип уйланым мин. Белә-күрә тора дошмандың ҡулына инеп булмай бит инде. Шуға беҙ ул тирәнән ҡастыҡ,- тине.
- Ә Бүгәс һуң!
Егеттәрҙең береһе Пугачев тураһында һорау биргәнен үҙе лә һиҙмәй ҡалды.
"Мәрҙәс!", тип уйланы Кинйә. Үҙе тураһында түгел, түрәһен ҡайғырта алдан.
- Кисә әйттем мин уға,- тине Кинйә.- Иҫкәрттем. Аҙ ғына кешең менән бер ни ҙә ҡыра алмаҫһың, килеп баҫасаҡтар. Ҡас был тирәнән, тинем. Тыңламаны. "Яҙғаны шулдыр инде. Күрәсәкте күрермен. Ҡасып та ҡайҙа бараһың? Барыбер тотасаҡтар", - тине. Хаҡ инде. Бүгәсәүҙе иректә ҡалдырмаҫтар.
- Ә һинсе? Беҙ?
- Мин бит бөтөн баш күтәреүселәрҙең башы түгел. Минең әһәмиәтем шул ҡәҙәр генә. Артымдан ҡалмай ҡыумаҫтар. Шул уҡ ваҡытта дошмандың ҡулына ҡалһаң, кәүҙәңде башыңдан айырасаҡтары ла билдәле. Шуны көтөп, Бүгәсәү янында ултырыу ҙа шәплек түгел. Шуға беҙ, бына алты кеше, дошман тешенән ҡасып барабыҙ.
- Ҡайҙа барабыҙ инде? Ҡайҙа ғына юлланһаҡ та, барыбер эҙләйәсәктәр бит.
- Эҙләйәсәктәр, әлбиттә. Әммә улар тапмаҫлыҡ итеп ҡасып та була бит.
Ҡараңғылы- яҡтыла биш ир Кинйәнең ауыҙына ҡарап шымтайҙы.
- Беҙ әле күмәк. Алтаулап бергә йөрөһәк, эҙ яҙҙырыу ҡыйын буласаҡ. Шуға икегә бүленергә кәрәк, тимен. Ике кеше минең менән көнбайышҡа табан китербеҙ. Өсәү - ҡайтыр яҡҡа. Хәҙер эре ҡоралдарҙы, тимер күлмәктәрҙе бер урынға йыйыштырып ҡуйырбыҙ. Улар беҙҙең кемлекте шунда уҡ белгертеп тора. Хәнйәрҙәрҙе сепрәккә төрөп, йәшертен генә үҙебеҙ менән алырбыҙ. Етәктәге аттарҙы һатҡанда яҡшы булыр ине. Беҙгә хәҙер аҡса кәрәгәсәк. Ашау ҙа, ятыр урын да бынан һуң тик түләүле буласаҡ бит. Ҡайтыусыларға әйтер һүҙем бар. Бик һаҡ йөрөгөҙ. Хәҙер бөтөн ерҙә лә һуғышта ҡатнашҡандарҙы эҙләйәсәктәр. Илгә имен-аман ҡайтып етһәгеҙ, шунда уҡ өйҙәрегеҙгә таралышмағыҙ. Минең ауылдан йыраҡ түгел Оҙон мәмерйә тигән ер бар, шунда инеп ятып тороғоҙ. Донъя һилләнгәс кенә ауылдарығыҙға китерһегеҙ.
Оло Иҙелгә етәрәк айырылыштылар. Кинйә үҙенекеләр менән көндөң байышына тартылды, ауылдарҙы урап уҙҙылар. Өс көндән һуң ғына йәнә бер ауылға етә яҙып туҡтанылар. Бының сиркәүе күренмәй, башҡорттоҡона оҡшаш кейеҙ тирмәләр бар. Моғайын, ноғайҙарҙыр, тип уйланы Кинйә. Башҡорттоҡо һымаҡ тирмә ҡаҙаҡта ла, ноғайҙа ғына була торған. Ҡаҙаҡ түгелдер, сөнки улар тирмәне тик йәйләүҙә генә ҡора. Ә бында ағас өйҙәр араһына тартылған. Кинйә ауыр кейемен систе, күлдәк өҫтөнән еңел сәкмән генә һалды, башына таҡыя кейҙе һәм йәйәүләп ауылға китте.
***
- Батшанан хәбәр! Батшанан хәбәр килтерҙеләр! Батшабыҙ Алексей Михайловичтың улы тыуған.
Баярҙарҙың күбеһе яңылыҡты күҙен асалаҡ-йомалаҡ тыңланы ла:
- Ярар, - тип, йоҡоһон дауам итте.
Әммә йоҡларға барыбер ирек бирмәнеләр. Күп тә үтмәне, шул уҡ ҡапҡаларҙы яңынан шаҡынылар, шул уҡ ҡарауылсылар яңынан һикерешеп торҙо һәм хеҙмәтсе ҡатын-ҡыҙҙы уятты. Тегенеһе баярҙың ҡатынын йоҡоһонан бүлде:
- Батшабикәнән хәбәр. Батшабикәбеҙ Наталья Кирилловнаның улы тыуған!
Яңылыҡты төрлө йортта төрлөсә ҡабул иттеләр. Берәүҙәр был хәбәргә үҙ балаһы донъяға килгәндәй шатланды, йоҡоһон өҙөп, батша вариҫына кем тип исем ҡушыу, ниндәй бүләк әҙерләү тураһында уйлашты, Натальяның хәле менән ҡыҙыҡһынды. Икенселар, бимазаламағыҙ әле, тип әйләнеп ятты. Өсөнсөләр һүгенде. Батшабикә булырға ул кәнтәйҙең хоҡуғы юҡ ине. Балаһы ла батша улы исемен йөрөтә алмай, тинеләр. Хикмәт шунда, Русиә батшаһы Алексей Михайлович, тәүге ҡатыны үлгәс, мөхәббәт артынан ҡыуып, Наталья Кирилловна Нарышкинаға өйләнде. Фамилияһынан уҡ күренеп тороуынса, Нарышкина аслан урыҫ нәсәбенә ҡарамай, Нарыштар* бөйөк кенәз Василий Дмитров (мең да бер йөҙөнсө йылдарҙың уртаһы) ваҡытында барлыҡҡа килтерелгән Ҡасим ханлығында йәшәп, тамырҙары менән Сынғыҙ ханға йә булмаһа хан менән ҡуша һуғышып йөрөгән бөйөктәргә барып тоташа ине. Нарыштар тәүҙә бей, унан урыҫсалап кенәз дәрәжәһен йөрөттө, ләкин урыҫ һиммәтлеһе баяр булманы.
Наталья Кирилловна мағуллығын, йә иһә Мәскәү урыҫтары араһында әйтелгәнсә, татарлығын белмәй ҙә ине. Ул Ҡасим ханлығында түгел, Мәскәүҙең үҙәгендә баяр Артамон Сергеевич Матвеев ғаиләһендә хеҙмәтсе сифатында үҫте һәм батша Алексей Михайловичты үҙенең Алла биргән матурлығы менән әсир итте. Осрашыу ҙа уйламағандан булды. Быныһын да Алла әшкәрткәндер инде. Алексей Михайлович буйҙаҡ ҡалғас, Матвеевҡа киске ашҡа ингәйне, буласаҡ батшабикәне шунда күреп ҡалды.
Бына шуға Мәскәү күренеклеләре араһында батшаның улы тыуыу ваҡиғаһын бигүк шатлыҡ менән ҡабул итмәнеләр. Ысынлап ҡыуаныусылар, моғайын, Нарышкиндар, урыҫ араһында йөрөп, улар алдында сәсе менән ер һеперергә әҙер торған татар фамилиялы кенәздәр булғандыр. Улар батшаның татар ҡанлы ҡыҙҙы алыуына ла шик-шөбһә менән ҡарағайны. Батша был эште бер уйын кеүегерәк күрәлер, тинеләр. Ысынлап та, өйләнгәс, никахтың оҙайлы булмаҫын, Натальяға мөхәббәте һүнгәс, ҡатындың сәсе алдыртылып, монастырға оҙатыласағын нарыҡланылар. Шул шик уҙмағайны әле. Натальяның балаһы тыуғас, ысын күңелдән һөйөндөләр. Урыҫ бөйөктәре эсенә татар ҡаны инде, былай булһа, бүтән татарҙарға ла Мәскәүҙә еңелерәк тын алырға мөмкинлек тыуыр, тип фаразланылар.
***
Аҫабаның төбөнә төшөү Кинйәнең үҙен дә тетрәндерҙе һәм елкендерҙе. Башҡортто халыҡ-милләт иткән нәмә ошо аҫаба бит инде. Атай ере. Атайҙан ҡалған ер уландың үҙен, ғаиләһен туйҙырған, кейендергән, ямғырҙан һәм һыуыҡтан һаҡлар өй, көтөү-көтөү мал аҫрарлыҡ көтөүлек һәм сабынлыҡ, эсәр һыу, тартыр ҡурай, күкрәгеңде киреп йырларлыҡ иркенлек - һәммәһе лә атай ере. Яҙмышы ла, булмышы ла ер менән бәйләнгәс, йәнен-тәнен аямайынса һаҡлаған уны башҡорт. Аямаған йәнен, түккән ҡанын, һис бирмәгән башҡорт Уралын. Аҫаба тураһында бит инде ул бөйөк йыр.
Аҫаба хоҡуғы башҡортто ошонда туплаған, тырым-тырағай түгел, берлектә генә атай ерен һаҡлап булырын төшөндөргән, шул ер өсөн йыраҡ мәмләкәттәргә яу менән дә, сауҙа менән дә, илсе булып та, белем эстәп тә, белем сәсеп тә барырға күнеккәндәр. Әсәм килен булған ер, кендегемде киҫкән ер... Башҡорттоң бөтөн ҡобайыры, риүәйәте, йыры, таҡмағы, әкиәте - ергә барып тоташа. Ир менән ҡатын мөхәббәте тураһында тасуир итһә лә, тел төбөндә ер ята.
Аҫаба - атай ере - ашатыр, эсерер, кейендерер ер генә түгел, аҫаба йәшәү рәүеше, хоҡуҡтар һәм йөкләмәләр теҙмәһе, халыҡ-ара килешеүҙәр нигеҙе, аҫаба - мәктәп-мәҙрәсәләрҙәге уҡыу әсбәптәрен башлаусы ла, фәнде, тарихты өйрәтеүсе лә, һағыныуҙы баҫыр, ижадҡа дәртләндерер ҡоромаҫ сығанаҡ та ул...
Кинйә аҫаба тураһында уйлаған һайын уның киңлеген, тәрәнлеген, бөйөклөгөн нығыраҡ төшөнә барҙы. Аҫаба башҡорт өсөн иң ыңғай, иң ҡулай, иң мөҡәддәс күренеш кенә түгел, уның ҡайғыһы, аһ-зары, түгелгән ҡаны менән күҙ йәше лә. Әгәр беҙҙең ҡанды бергә йыйһаң, ҡыҙылайыр ине диңгеҙҙәр.
- Батырлыҡ менән бахырлыҡ, ғорурлыҡ менән мәкер... - Шул һүҙҙәрҙе әйтеүе булды, ҡылт итеп Алдар менән Тәфтиләү иҫенә төштө Кинйәнең. - Ошо икәү әле әйткән һыҙаттарҙың мәңге иҫкермәҫ миҫалы инде...
-------------
* Нарыш - hүҙ тамырында "нар" ята, дөйә мәғәнәһендә. Башҡортостанда Нарыштау бар, уны йыраҡтан ҡарап, дөйә үркәсенә оҡшатып була.
(Дауамы бар).
КИРЕ СЫҒЫРҒА