"Донъялағы иң матур күренеш - үҙенә күрһәтелгән юл буйынса барыусы бала күренеше", - тигән Конфуций. Был мәҡәләлә беҙ, атай-әсәйҙәр, балаларға, ейәндәребеҙгә, үҙебеҙҙең бөтә быуыныбыҙға өлгө булараҡ күрһәтергә тейешле юлдар тураһында фекер йөрөтөргә теләйбеҙ. Ул фекерҙәр киләсәк быуынға ижади шәхес булараҡ үҫешергә ярҙам итәсәк, тигән инаныуҙабыҙ.
Элегерәк дәүерҙә ата-бабаларыбыҙҙың балаларҙы нисек тәрбиәләп үҫтереүен иҫләйек. Ул ваҡытта оло быуын вәкилдәре үҙҙәрен һаҡларға ғына түгел, ә үҫешергә лә тейеш булған. Һәр кем эске һәм тышҡы донъяһын тормош шарттарына яраҡлаштырырға, эшендә лә, йәшәйешендә лә гармонияға өлгәшергә ынтылған. Аллаһы Тәғәлә гармонияға ынтылыусыларға ярҙам итә, тигән әйтем йәшәп килә. Шуның өсөн дә ата-бабаларыбыҙ ғүмерҙең һәр өлөшө өсөн төрлө йолалар системаһы эшләгән. Мәҫәлән, ир-егеттәр өсөн төрлө байрамдар ойошторолған, улар ваҡытында таһыллыҡ, көс, рухилыҡ, ырыуҙың ауыҙ-тел ижадын белеү һәләтлеге тикшерелгән, йолаларҙы үтәү һәм уларҙы таныу ҡаралған. Шуның һөҙөмтәһендә 11-12 йәштәрҙә малайҙарҙың егет ҡорона инеү йолаһын атҡарыу йәшәп килгән. Былар барыһы ла балаларҙың физиологик үҫеше, уларҙың енси яҡтан өлгөрөүе өсөн эшләнгән. Бына ошондай йолалар һәр төрлө этностарға меңәр йылдар буйына йәшәргә мөмкинлек биргән. Бындай талаптарҙы үтәй алмаусы халыҡтар әкренләп юҡҡа сыҡҡан.
Киләсәктә, бәлки, инициация күренешенең бүтән критерийҙары булыр, әммә оло тормошҡа аяҡ баҫыу меңәр йылдар буйына тап йолалар системаһы буйынса барған. Һәр кем үҙенең социаль төркөмөндә булған, бер-береңә ярҙам итеү, коллектив аң хөкөм һөргән. Һәр халыҡтың йәшәйеше берҙәмлеккә өлгәшеү маҡсатына өлгәшеүгә йүнәлдерелгән булған.
Совет осоронда тышҡы йәшәйеш шарттары ла үҙенсәлекле булған. Система йәш быуынды ижтимағи тормошҡа йәлеп итеүҙең төрлө структураларын - октябрят, пионерҙар, комсомол кеүек ойошмалар булдырған. Шәхес ошо ижтимағи баҫҡыстар буйынса үҫешә барған, йәмғиәттә үҙ урынын тапҡан. Балалар бала саҡтан уҡ үҙҙәренең етәкселек һәм ойоштороу оҫталыҡтарын һынаған, төрлө холоҡ һыҙаттарын камиллаштырған. Ололар балаларҙың йәмғиәттәге антисоциаль ҡылыҡтарын күҙәтеп, уның төрлө күренештәрен тыйып, иҫкәртә барған. Тимәк, оло быуын тәрбиә өсөн яуап бирә, һәр баланы урынына ҡуйыу, уны дөрөҫ юлға баҫтырыу хоҡуғын ала. Ләкин бөгөнгө көндә оло быуынға ҡарата хөрмәт юғала бара, йәштәр балалар алдында һәм ололар булғанда әшәке һүҙҙәр менән һүгенә ала, йәмғиәт урындарында тәмәке тарта, сүп-сар ташлай. Ләкин уларҙы бынан бер кем дә тыя алмай, сөнки, табу - нимәнелер тыйыу - онотолған...
Либерализм хөкөм һөргән 30 йыл эсендә илебеҙ йәмғиәте тышҡы ысынбарлыҡтың яңы шарттары менән осрашты. Мин долларҙың глобаль донъя кризисы йәки төрлө валюта зоналарына тарҡалыуы хаҡында һөйләмәйем, шулай ҙа ул һәр беребеҙгә ҡағыласаҡ. Һүҙ хәҙерге быуынды әхлаҡи һәм донъяға ҡарашы йәһәтенән тәрбиәләүҙә нимәнең өҫтөнлөк алыуы хаҡында бара. Иерархия формаһында урынлашҡан дәүләт структураларын үҙ эсенә алған либераль система формаль күренешкә әйләнде. Уның урынын дәүләткә буйһонмаусы интернет донъяһындағы Вконтакте, Инстаграм, ТикТок ише социаль селтәрҙәр биләне. Аңһыҙ йәш быуын уларҙа йәшәй, 90 процент йәш кешелә үҙ-үҙеңде яратыу кеүек холоҡ сифаттары тәрбиәләнә. Шуны оноторға ярамай: бөгөнгө "БДИ йәштәре" шәхес булараҡ үҫешеп етмәгән (инфантилизм), уларҙа нимәнелер айырыу сифаты юҡ. Хәҙер был социаль селтәрҙәр йәштәрҙе ҡайҙа алып китер - бер кем дә белмәй, ул емеш йыйыумы, макулатура, тимер туплаумы, китаптар донъяһында үҙ-үҙеңде табыумы? Ҡарағыҙ, йәштәр социаль селтәрҙәрҙә нисек кенә күңел асмай, маймыл булып ҡыланамы, төрлө флешмобтар ойошторамы, ниндәйе генә юҡ! Был йәштәр менән эшләүҙәге иң оло хата! Ә бит тап ошо ыңғай энергияны улар икенсе төрлө юлға ебәрә ала ине, ләкин уларға кем уны күрһәтһен?
Нимәһе ҡыҙыҡлы, ата-әсәләр балаларын үҙҙәре төрлө гаджеттарға ылыҡтыра (телефон, компьютер), уларҙы ниндәй мәғлүмәт донъяһы көтөүе хаҡында иҫкәртмәй. Шуның менән ата-әсәләр балаларына иғтибар бүлмәй, үҙҙәренең һөйөүен уларға таратмай. Тик гаджет ҡына баланың бөтә иғтибарын йәлеп итә. Ата-әсәгә был киләсәктә нимә менән янай? Гаджет аша төрлө контент менән бәйләнешкә инеүсе баланан нимә көтөп була? Балалар физик яҡтан үҫешергә тейеш, ололарға һорауҙар яуҙырып, тәрбиә алырға тейеш. Уларға бары тик 20 минут ваҡыт бүлергә кәрәк. Эгоистик ата-әсә балаларын гаджет хөкөмөнә биреп, уларҙан алйот яһай! Популяр психолог Курпатов был күренеште цифрлы аутизм тип атай.
Кескәйҙәргә гаджет биргән ата-әсә уларҙағы һәр төрлө программаларҙың мәғлүмәт йыйыуы, уның көнбайыш серверҙарында тупланыуы тураһында уйланмай. Уның һөҙөмтәһендә һәр кемдең психологик портреты төҙөлә, манипуляциялар һәм цифрлы компаниялар ярҙамында шәхестең аңын формалаштырыу өсөн бөтә шарттар тыуа. Хәҙерге көндә балаларҙы коллективтарға туплауҙың механизмдары юҡ, уларҙа яуаплылыҡ тойғоһо тәрбиәләнмәй, йәштәрҙең инфантиль булыуы йәмғиәт бәләһенә әйләнде.
Дәүләт Думаһы йәштәр сәйәсәте тураһында закон ҡабул итте. Уның буйынса, йәшлек 35 йәшкә тиклем "оҙайтылды". Йәмғиәткә яуаплы, ниндәй социаль иерархияла урынлашыуына ҡарамаҫтан, үҙ өҫтөнә төрлө бурысты алыусы ир-ат кәрәк.
Йәштәрҙең яуапһыҙлығы тураһында республикалағы 75 процент ғаилә тарҡалыуҙары ла, урамдарҙағы төрлө митингылар, ваҡиғалар ҙа һөйләй. Былар йәштәр сәйәсәтендә ижтимағи механизмдарҙың булмауы, төрлө деструктив көстәрҙең йәш быуын энергияһын социаль хаосҡа йүнәлтеүе хаҡында иҫкәртә.
Билдәләргә кәрәк, төрлө йәштәр ойошмалары, йәкшәмбе мәктәптәре, хәрби-патриотик үҙәктәр бар, ләкин улар бик әҙ. Бөгөнгө көндә элегерәк дәүер традицияларын тергеҙеү талап ителә. Халҡыбыҙҙың традициялары, ғөрөф-ғәҙәттәре уға быуаттар буйына йәшәргә ярҙам иткән. Телебеҙҙе һаҡларға, үҫтерергә кәрәк! Беҙ һәр саҡ билингвистик этнос булдыҡ, шуға ла күп халыҡлы Рәсәйҙә йәшәй алдыҡ. Шуның өсөн дә совет дәүеренән дә иң яҡшыһын алырға, төрлө үҫмерҙәр, йәштәр ойошмалары эшен яйға һалырға, белем системаһын үҙгәртергә кәрәк.
Бөгөнгө йәштәр социаль селтәрҙәрҙән килеүсе хәүеф менән осрашты. Улар ата-әсәгә лә, дәүләт структураларына ла буйһонмай. Педагог булараҡ, йәш быуындың мәғлүмәти хәүефһеҙлеген тәьмин итеү кәрәк тип һанайым. Бының өсөн изгелек һәм яуызлыҡты танырға өйрәтеү, табу системаһын тергеҙеү, уның аша белем биреү системаһын яҡшыртыу мөһим. Ҡытай һәм Көнбайыштың юғары элиталарының үҙ балаларын нисек тәрбиәләүенә ҡарап өйрәнергә кәрәк, улар махсус мәктәптәрҙә уҡый, һуңғыларында тәртип һәм ҡәтғилек хөкөм һөрә. Тәртип боҙоуҙар һәм тыңламау арҡаһында хатта олигарх балалары ла уҡыу ойошмаһынан ҡыуыла ала.
Ләкин бөгөнгө балалар Болон системаһы буйынса уҡый әле, ул Ҡытай, Япония, Израиль кеүек илдәрҙә йәшәп килеүсе иң яҡшы белем биреү системаһын алыштыра. Элиталар Советтар Союзына 30 йыл эсендә индустриаллаштырыуға өлгәшергә ярҙам иткән, космосты яуларға мөмкинлек биргән белем биреү системаһы тураһында яҡшы белә. Беҙгә уға ҡайтырға кәрәк. Беҙ, ата-әсә булараҡ, балаларға төп предметтар буйынса белем бирергә, талантлы йәштәргә төрлө өлкәлә үҙҙәрен табырға ярҙам итергә тейешбеҙ.
Логика, Психология, Философия, Риторика, Астрономия, Тригонометрия кеүек предметтар өҫтөнлөк итеүсе уҡыу йорттарында либераль элиталар халыҡты белемле ҡулланыусы тип тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуя, совет мәктәбендә иһә ижадсы шәхес үҫтереү төп бурыс ине. Хәҙерге көндә иһә, тышҡы ысынбарлыҡтың киҫкен шарттары ваҡытында, балаларҙа айыҡ аҡыл тәрбиәләү өҫтөнлөклө булып тора. Айыҡ аҡыл - ул кешенең иң юғары сифаттарының береһе, айыҡ фекер йөрөтөү, саф аң һөҙөмтәһендә тыуа. Уға таянып, үҙ уйҙарыңды һәм хистәреңде дөрөҫ юлға һалып була. Аҡыллы кеше төрлө сиктәрҙе аша сыҡмай, экстремаль ситуацияларҙа үҙ-үҙен юғалтмай. Уларҙы төрлө идеялар менән "әүрәтеү" һирәк күренеш, сөнки бындай шәхес һәр нәмәгә дөрөҫ баһа бирә ала.
Айыҡ фекер йөрөтөү - ул йәшәйешкә дөрөҫ баһа биреү тигән һүҙ. Бындай кеше логика менән әүрәп китмәй, интуиция, фантазияға, уй-фекергә урын бирә. Әгәр аң интуицияны ситкә этәрә икән, был кеше аҡылы түгел, ә психиканың хайуандарса төҙөлөшө. Тимәк, айыҡ фекер йөрөтөү - ул сәләмәт фекерләү, һәр төрлө ситуацияларҙа һәм йәшәйештә үҙеңдең аҡыл һәләтеңә таянып эш итеү. Ул ентекле әҙерлек һәм практик яҡтан эшсәнлек талап итә. Әгәр мейене күнекмәләр аша эшләтмәйбеҙ икән, быға өлгәшеү мөмкин түгел.
Беҙҙең һәр беребеҙ үҙен аҡыллы һәм белемле кеше тип һанай. Ләкин беҙ юғары технологиялар заманында йәшәйбеҙ, һәр кем ниндәй ҙә булһа профессияға өйрәнә ала, төрлө телдәргә өйрәнеү мөмкинлегенә эйә. Шулай ҙа күп кеше бындай мөмкинлекте ҡулланамы икән? Йыш ҡына кеше мәғлүмәт океанында бата, туҡтауһыҙ бер сығанаҡтан икенсеһенә күсә. Бының һөҙөмтәһендә кешенең хәтере насарая, фекерләү оҫталығы түбәнәйә, иғтибары тарҡала. Социаль селтәрҙәрҙә аралашҡанда кешеләр бер-береһен ишетмәй. Һәр кем үҙе тураһында һөйләй. Кешеләр үҙҙәренең уйҙарын яҡлай, тик үҙен генә айыҡ аҡыллы тип һанай, төрлө патологияларҙы йөрөтөүҙәрен дә белмәй.
Фекерләү деградацияһы ҡурҡыу уята. Айыҡ фекерләү тураһында уйлағанда провокацион мәғлүмәти ресурстар тураһында ла оноторға ярамай. Улар мәғлүмәти сығанаҡтан бигерәк кешегә психологик йоғонто яһау ҡоралына әйләнә. Бының өсөн социаль селтәрҙәр тыуған, улар кешеләрҙең теләктәрен һәм үҙ-үҙен тотошон юлға һалыу сараһы булып тора. Кешенең аң-аҡылына тура йоғонто яһау алымдары һынала. Уның асыҡ миҫалы - "Ҡаҙан атыусыһы" фажиғәһе.
Киң мәғлүмәт саралары кешенең аңына төрлөсә тәьҫир итә. Айырым сәйәсмәндәрҙең, эксперттарҙың, философтарҙың айыҡ аҡылға эйә булмай, провокациялар менән йәшәүе төрлө ижтимағи бәләләр сығанағы булып тора. Фуркан буйынса, айыҡ аҡыл йөрөтөү - хәҡиҡәтте ялғандан айыра белеү ул. Уның аша ғына юғары аҡыл эшмәкәрлегенә, аң бейеклегенә өлгәшеп була. Кешенең донъяны ҡабул итеүе уның ниндәй уйҙар менән йәшәүенә бәйле.
Хәҙерге ваҡытта Ҡытай астрологияһы буйынса беҙ Ҡыҫала тамғаһы йондоҙлоғонда йәшәйбеҙ. Ҡыҫала дәүере - мәғлүмәт осоро тип һанала. Киләсәк быуындың мәғлүмәти хәүефһеҙлегенә өлгәшеп була, бының өсөн ғөрөф-ғәҙәттәр, мәҙәниәт хаҡында белем бирергә кәрәк. Башҡалар нисек уйлай - фекер алышайыҡ.
Шамил БАТЫРШИН,
Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы.
КИРЕ СЫҒЫРҒА