«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘ - ҠАРШЫНДАР, ЯУГИР ЗАТЛЫ БАШҠОРТБОҘ (2-бүлек)
+  - 


Тимәк, "ҡаршын" этнонимының боронғо төркиҙәрҙең "карши" һүҙенән исем яһаусы -н суффиксы ҡушылып яһалған булыуы ысынбарлыҡҡа тап килә, тип иҫәпләп була.
Шулай ҙа ҡаршын этнонимының этимологияһын башҡаса аңлатыусы фараз да бар. Ҡайһы бер документтарҙа ошо олоҫ русса "Карашинская волость" тип теркәлә. Был осраҡта ошо этнонимдың "ҡара" һәм "шоно" ("шино") һүҙҙәренән хасил булыуы фаразлана. Әлбиттә, монгол телле ҡәүемдәрҙә төрлөсәрәк яңғыраған "шоно-шино-шуно-шуна" һүҙҙәре төркисә бүре тигәнде аңлата. Тимәк, ошо фаразға ярашлы, ҡар(а)шын этнонимының "ҡара бүре" мәғәнәһендә барлыҡҡа килеүе мөмкин. Бында заманында ҡытай хроникаларында Төрки ҡағанатының хакимлыҡ итеүсе династияһы вәкилдәренең үҙҙәрен "Ашина", йәғни бүре нәҫеленән булыуҙары хаҡында белдереүе иҫкә алына. Шуныһы ҡыҙыҡлы, 1740 йылғы башҡорт ихтилалының Ҡараһаҡал тип аталып йөрөтөлгән етәксеһен ҡаҙаҡ һәм ҡалмыҡ далаларында Шуна батыр, йәғни, Бүре баһадир, тип беләләр.
Ҡаршын ырыуының Көньяҡ Урал территорияһына килеп етеп, бында инде күп быуаттар буйына йәшәгән башҡа башҡорт ырыуҙарына ҡушылыуы хаҡында теүәл мәғлүмәттәр ҡалмаған. Билдәле ғалим-этнограф, академик Р.Ғ. Кузеев ҡаршындарҙың Тарихи Башҡортостан ерлегенә килеүе хаҡында ошолай яҙған: "Этник тарих планында монгол яуы тап ҡыпсаҡ миграцион тулҡынының (ҡыпсаҡ-туҡсаба, сәнкем, ҡарый-ҡыпсаҡ, бошман, ҡаңлы, ҡаршын, ҡырғыҙ һәм башҡалар) ныҡ көсәйеүенә һәм башҡорттарҙың этник билдәләре формалашыуының тамамланыуына килтерә". Тимәк, Кузеевса, ҡаршындар ҙа заманында Бөйөк Дәште Ҡыпсаҡ далаһында өҫтөнлөк иткән ҡыпсаҡ ҡәбиләләренең береһе булып, XIII быуатта монголдар тарафынан Көньяҡ Уралғаса ҡыҫырыҡлап сығарыла.
Билдәле тарихи сығанаҡтарҙа VIII - XII быуаттарҙа уҡ боронғо башҡорт ырыу-ҡәбиләләренең әле йәшәгән ерҙәрендә көн итеүе хаҡында мәғлүмәттәр теркәлеп ҡалған. Монгол баҫҡынсылығы башланмаҫтан алдараҡ, XIII быуат башына тиклем Башҡорт иленең үҙ хакимдары булыуы хаҡында ла мәғлүмәт бар. 1320 йылда мадъяр-венгрҙарҙың боронғо ватанын, уларға ҡәрҙәш булған ҡәүемдәрҙе эҙләп килгән францискан монахы Иоганка Венгр, ул яҙғанса, "бөтөн Баскардия хакимы" менән осраша, әммә уны һәм уның халҡын, "сарациндар" (йәғни, ғәрәптәр) динен үҙ итеүе ("сарацинское заблуждение") арҡаһында христианлыҡҡа инандырыу мөмкинлеге булмауы хаҡында Венгрия короленә хәбәр итә.
Күрәһең, барса Евразия ҡитғаһын тетрәткән монгол яулап алыу экспансияһы осоронда башҡорттар, байтаҡ ҡына ваҡыт монгол ғәскәренә ҡаршылыҡ күрһәтеп, баҫҡынсыларҙың уларға ҡарата ихтирамына һәм юғары яугирлыҡ баһаһына лайыҡ була. Батырлыҡ яуҙа һынала, быны Сыңғыҙхан Урҙаһында яҡшы аңлайҙар. Монгол ғәскәренә лә тап ошондай ҡурҡыу белмәҫ яугирҙар талап ителә: һөҙөмтәлә Башҡорт иле Бөйөк хандың союздашы булып китә. Был хаҡта боронғо башҡорт риүәйәттәренән булған "Дәфтәр-и Сыңғыҙнамә" тәүарихында туранан-тура белдерелә.
Башҡорт тарихының һуңғы Урта быуаттары осоронда (XIII - XVI бб) Башҡорт иленең эске ижтимағи ҡоролошо ныҡ үҙгәрә: Алтын Урҙа хандары менән булған килешеүҙәргә ярашлы, власть вертикале урынына ырыу-ҡәбилә демократияһына хас булған горизонталь үҙидаралыҡ системаһы урынлаша. Барса башҡорт ырыуҙары, билдәле бер үҙаллылыҡҡа эйә булып, үҙҙәренең эске тормошо, ырыу халҡы менән идаралыҡ итеүҙе демократик рәүештә - ырыу йыйындарында, абруйлы ырыу башлыҡтарының ҡулы аҫтында башҡара. Әлбиттә, номиналь форматта улар Алтын Урҙа дәүләтенең вассалдары булып, Бөйөк хан власын таный һәм уға хеҙмәт итә - был яугир халыҡтарға хас феномен.
Алтын Урҙа һәм уның айырым ханлыҡтары осоронда - XIII быуат урталарынан XVI быуат уртаһына тиклем ҡәҙимге малсылыҡ һәм башҡа хужалыҡ итеү мәшәҡәттәренән азат булған башҡорт яугирҙары чингизид хандарына, нуғай бейҙәренә, ә һуңынан рус батшаларына лә хәрби хеҙмәткә ялланып көн күрә. Әйтергә кәрәк, йорт-ҡәлғә һаҡлаусы, яу сабыусы ғәскәрҙә хеҙмәт итеүсе нөкәрҙәр ул замандарҙа ла хан-батшаларҙың ҡурсалауына һәм хеҙмәттәре өсөн төрлө привилегия-өҫтөнлөккә лайыҡ була. Шуға күрә XV - XVI быуаттарҙа башҡорт ир-егеттәре, тарханлыҡ дәрәжәһенә эйә булған яу башлыҡтары менән бер рәттән, Себер, Ҡаҙан, Ҡасимов һәм хатта Үзбәк ханлыҡтары ғәскәрҙәренә хәрби хеҙмәткә яллана. Уларҙың иң күренеклеләре хандарҙан тарханлыҡ ярлығын ала. Мәҫәлән, XVI быуат башына ҡараған "Таварих-и гузида-и нусрат-наме" әҫәрендә Үзбәк ханы, чингизид Мөхәммәт Шейбани армияһының башҡорт отрядында хеҙмәт итеүсе яугирҙар хаҡында мәғлүмәт бар: "…из башгирдов Чингиз-бахадур и Чалбаш-бахадур".
Ҡаршын ырыуы башҡорттарының Ҡасимов ханлығында хеҙмәттә булыуы хаҡында ла тарихи документ булыуы билдәле. Батша Василий Шуйский тарафынан 1608 йылда кенәз Аҡсуринға бирелгән грамотала уға Ҡаршын бейлегендә йәшәүсе, яһаҡ түләүсе мордва кешеләре менән идара итеү хоҡуғы бирелеүе хаҡында яҙылған: "... за службу и раденье вымороченым княж Акчуриным княженьем Караева над мордвою Кершинского беляка судом и пошлинами". Аҡсура кенәз хәрби хеҙмәттәре өсөн шулай уҡ Ирәкте бейлегендә йәшәүсе мордва һәм можеряндар (мишәрҙәр) өҫтөнән хакимлыҡ итеү хоҡуғына лайыҡ була.
Был осраҡта Балыҡсы, Ирәкте, Ҡаршын башҡорттарының, ҡәҙимге башҡорт хужалығы эштәренән айырылып тороп, ғәскәри хеҙмәт менән көн итеүҙәре уларҙың ырыу йола-ҡанундарын быуаттар буйына үтәп килеүенә бер дәлил булып торалыр. Олоҫ бүленеше индерелгән административ система индерелгәнгә тиклем айырым башҡорт ерҙәрен рус чиновниктары бейлек йәиһә кенәзлек, тип атаған. Был ерҙәрҙә Урҙа заманынан бирле урындағы легитим власҡа эйә булған башҡорт кенәздәре, тархандары һәм мырҙалары хакимлыҡ иткән. Шуныһы ла мөһим, ул дәүерҙә мордва, черемис (сирмеш - мари), сыуаш кеүек яһаҡ түләүсе вағыраҡ ҡәүемдәр башҡорт кенәздәренә буйһондоролған була.
Рус йылъяҙмаларында һәм батша Рәсәйе заманына ҡараған башҡа тарихи документтарҙа можеряндар ҙа телгә алына, улар ысынбарлыҡта рустар Ока йылғаһы буйындағы Мещера тип атаған өлкәлә көн иткән мишәр халҡын тәшкил итә. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр мишәр этнонимын йөрөткән боронғо ҡәүемдең фин-уғыр сығышлы булып, монгол-татар яуы замандарынан төркиләшеп китеп, төрки халыҡтары составына ҡушылып китеүе хаҡында фараз итә. Бында мишәр - мажар - мадъяр этнонимдарының тамырҙаш булыуына ла иғтибар итмәй булмай.Ә шул уҡ мишәрҙәрҙең тарихта киң билдәле Ҡасимов ханлығында Башҡорт иленән килгән яугирҙарҙың оҙаҡ йылдар дауамында хәрби хеҙмәттә булыуы ла билдәле. Шуныһы ҡыҙыҡлы, популяцион генетик тикшеренеүҙәр (геногеография) һөҙөмтәһендә, мәҫәлән, хәҙерге Рязань өлкәһенең Бастан ауылы мишәрҙәренең һәм Башҡортостандың Ҡариҙел районы Байҡыбаш ауылы башҡорттарының ир заттары буйынса генетик маркеры бер үк R1a-M198 гаплотөркөмөнә ҡарай икән. Был гаплотөркөм шулай уҡ Ирәкте, Танып, Унлар олоҫтары башҡорттары вариҫтары өсөн дә уртаҡ булып тора. Бынан бер генә һығымтаға килергә була - ҡайһы бер мишәр һәм башҡорт этник төркөмдәренә ҡараған ҡәүемдәр бер үк ата-бабаларҙан таралып китеп, генетик яҡтан ҡан-ҡәрҙәш булып сыға.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Дауамы. Башы 39-сы һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.10.21 | Ҡаралған: 387

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru