«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘ - ҠАРШЫНДАР, ЯУГИР ЗАТЛЫ БАШҠОРТБОҘ (3-сө бүлек)
+  - 


Хәҙерге замандың бәғзе бер тикшеренеүселәре, ғилми яҡтан раҫланған факттарҙы инҡар итеп, халыҡтарыбыҙҙың этник сығышын һәм дә уларҙың тарихи процестарҙағы ролен тик бер яҡлы, субъектив сәйәси ҡараштарға ярашлы хәл итергә ынтыла. Әммә тарихты боҙоп күрһәтеп кенә уны үҙгәртеп булмай. Мәҫәлән, билдәле булған тарихи документтарҙа (урыҫ йылъяҙмасылары теркәп ҡалдырған) 1552 йылда Иван Грозный батшаның Ҡаҙан ханлығына яу менән килгәнендә уның ғәскәре сафтарында Ҡасимов ханлығы "татарҙары" иҫәбенән "тархандар, башҡорттар, можеряндар" телгә алына. Шул уҡ рус сығанаҡтарында Иван Грозныйҙың 150 меңлек ғәскәрендә уртаҡ "татар" исеме аҫтында Әстерхан, Ҡасимов, Нуғай, Ҡабарҙы һәм хатта Мордва яугирҙары телгә алына (ул замандағы рус традицияһына ярашлы, Уралда, Волга буйында, Кавказда йәшәүсе башҡа халыҡтар бер үк "татар" этнонимы менән аталып йөрөтөлә), улар батша ғәскәренең өстән бер өлөшөн тәшкил итә. Иҙел-Урал ерлегендә киң билдәле булған Темников кенәзе Йәнекәй тоҡомдарынан булған мырҙалар (Еникеевтар) үҙ яугирҙары менән Иван Грозный ғәскәрен Алатыр йылғаһы аша сығарышып, һуңынан Ҡаҙанды штурмлауҙа ҡатнаша. Был заманда этник сығыштың уртаҡ булыуына әллә ниндәй иғтибар бирелмәй - үҙ сюзереныңа (ант биргән хакимға) тоғро ҡалыуға өҫтөнлөк бирелә. Профессиональ һуғышсылар булған башҡорттар бер үк заманда бер-береһенә сәйәси яҡтан буйһонмаған Себер, Ҡасимов, Ҡаҙан һәм Мәскәү хакимдарына хеҙмәт итә, улар етәкселегендәге ғәскәр сафтарында яуҙарҙа ҡатнаша. Ҡаҙан ҡалаһында рус баҫҡынсыларына ҡаршылыҡ күрһәтеүсе ғәскәр сафтарында шул уҡ башҡорт тархандары, нуғайҙар, ҡырымлылар, Әстерхан төркиҙәре, черемистар (мариҙар), ә Ҡаҙан кландарынан барын, ширин, ҡыпсаҡ, арғын һәм манғыт төркиҙәре була.
Ҡаҙан ҡалаһы баҫып алынғандан һуң уның урамдарындағы талау-үлтерештәр элекке ханлыҡ территорияһында айырым-айырым отрядтарҙан торған партизан хәрәкәте йәйелеп китеүгә сәбәп була. Ул саҡта Иван Грозный хакимиәтендә хеҙмәттә булған кенәз Андрей Курбский рус полктарының, ҡаршы тороусы "бусурман воинство"һын эҙәрлекләп, ҡайһы тарафтарҙа хәрәкәт итеүен теркәп ҡалдыра: "...аж за Уржум и Меш реку за лесы великие и оттуда аж до Башкирска язык, иже по Каме реке вверх к Сибири протязается…"
Ошо документтар Ҡаҙан һуғышынан һуң иҫән ҡалған башҡорт яугирҙарының, үҙ иленә табан йүнәлеп, Кама буйлап уран, ирәкте һәм ғәйнә башҡорттары биләгән ерҙәргә кире ҡайтыуын дәлилләй. Ошо партизан һуғышы барышында башҡорт яугирҙары Свияжск воеводаһы Борис Салтыков отрядын тар-мар итә. Ҡаҙан йылъяҙмасыһы рус яугирҙарының һәләк булған урынын да теркәп ҡуйған: "...заведоша его в Башкирские улусы..."
Ҡаршын ырыуының рус хакимиәте ҡулы аҫтына инеүе хаҡында аныҡ мәғлүмәттәр табылмаған. XVII быуатҡа ҡараған сығанаҡтарҙа айырым Ҡаршын улусы теркәлгән: ул Ҡармасан йылғаһы үренән уның тамағынаса, шулай уҡ Кәрәкә, Һикеяҙ, Нурлы, Ағарҙы, Шемәк, Ҡарамалы, Күгел, Батҡаҡ һәм ошо тарафтағы башҡа вағыраҡ йылғалар буйындағы ерҙәрҙе биләй. Ҡаракүл, Аракүл, Ҡалтау, Кәрәкә һәм башҡа ваҡ күлдәр ошо олоҫ территорияһына ҡарай. Ҡаршындарҙың Ҡармасан йылғаһы үрендәге аҫаба ерҙәре Ҡырыҡ өйлө-Мең һәм Ҫыбы-Мең улустары менән сиктәш була. Ҡармасандың һул яғынан ҡаршындарға күрше булған Ҡаңлы һәм Дыуанай улустары башлана. Ағиҙел йылғаһының уң яҡ яры буйлап, Удел-Дыуанай ауылына йәнәш һәм шулай уҡ Байтур, Оса Ҡурғашы йылғалары үҙәнендә лә байтаҡ ҡына ҡаршын ерҙәре була, улар хәҙерге Благовещен һәм Мишкә райондары территорияһына инә. Ҡаршын олоҫо заманында ҙурҙарҙан булып, хәҙерге Кушнаренко, Өфө, Благовар, Шишмә һәм Бүздәк райондарының да байтаҡ ҡына өлөшөн биләп тора.
Борондан яугирлыҡ һөнәре менән көн иткән ҡаршын башҡорттары Мәскәү батшалары ғәскәренә лә хәрби хеҙмәткә яллана. Бер тарихи документта 1700 йылда ҡаршын ҡарттарынан яҙып алынған мәғлүмәт теркәлгән: "…они были на нашей великого государя службе под Азовом и в Донском походе и подводы гоняют беспрестанно денно и нощно стоят на большой Казанской дороге". Бында ҡаршын башҡорттарының император Петр I етәкселегендә Азовта һәм Ҡырымда (1695 - 1696 йылдар) алып барылған хәрби кампанияла ҡатнашыуы хаҡында мәғлүмәт бирелә. Батша армияһында хәрби хеҙмәтте үҙ иткән башҡорттар Бөйөк Петрҙың Төньяҡ һуғышында ла (1700 - 1721 йылдар) ҡатнаша, беҙҙең яугирҙарҙан 1 000 кешенән торған экспедиция отряды ойошторола. Улар Нева йылғаһы тамағы һәм Ижор ере өсөн барған алыштарҙа ҡатнаша. Әлбиттә, ул замандағы башҡорт ғәскәрендә ҡаршын яугирҙары ла күп була, уларҙың аҫаба ерҙәре Өфө ҡалаһына яҡын булғанлыҡтан, ҡаршын ырыуының абруйлы юлбашсылары батша хөкүмәте сәйәсәтенә ҡаршылыҡ күрһәтмәҫкә тырыша.
Ғөмүмән, ҡаршын бей-тархандары, ә һуңынан хакимиәт тарафынан тәғәйенләнгән старшиналар бер-бер артлы ҡабынып торған башҡорт ихтилалдарынан ситтә ҡала. Быны бары бер сәбәп менән генә аңлатып була: ҡаршындар ҙур хәрби көстәре булған Өфө ҡәлғәһе чиновниктары менән ҡапма-ҡаршылыҡҡа килмәйенсә, тоғро булып ҡалыуҙы хуп күрә.
Ике көс - рус хакимиәте сәйәсәтенә ҡаршы булған ырыуҙаштары һәм ихтилалда ҡатнашҡан өсөн күп язалар менән янаған батша һанаттары араһында ҡалған бей-старшиналар йыш ҡына батшаға тоғро ҡалыу юлына баҫа, ә был халыҡ араһында яманаты сыҡҡан "вирнай" башҡорттар феноменын барлыҡҡа килтерә. Хакимиәт тарафынан ҡуйылған старшина вазифаһы 1735 - 1740 йылғы оло башҡорт ихтилалын баҫтырыу барышында индерелә.
Ҡаршын улусы старшинаһы Шәрип Мораҡов та ошондай заттарҙан була. Көслө, ҡапма-ҡаршылыҡлы шәхес, әммә уның үҙ ырыуҙаштары ла старшиналарын яманлап, Өфөләге рус чиновниктарына шикәйәттәр яҙа. Шәрип Мораҡов, үҙенә күрә абруйлы кеше, бындағы башҡорттар араһында эшҡыуар булараҡ та билдәле була: тирмәндәр тота, кабактар төҙөй, хакимиәттән шарап менән һатыу итеүгә рөхсәт ала, ырыуҙаштарына билдәле бер ваҡытҡа аҡса биреп тороп, бурыстарын түләгәнгә тиклем үҙенә бушлай эшләтә. Бурыстарын ҡайтара алмағандар ошо ҡомһоҙ старшинаның бер ниндәй ҙә хоҡуғы булмаған ҡолона әйләндерелә, бындай кешеләр уның шәхси милегенә әүерелә.
Рус хакимиәтенең тоғро ялсыһы Шәрип Мораҡов үҙ биләмәһендә башҡаса фекер йөрөткән ырыуҙаштарын эҙәрлекләй, хатта ҡыуып ебәрә. 1735 йылда ул үҙ ырыуҙашы Бирҙеғол Ҡасаевты тотош ауылы менән аҫаба ерҙәренән ҡыуып ебәрә, уның еренә хужа булып, барса мөлкәтен тартып ала. Ҡасай ауылы юҡ ителә. Әлбиттә, ошо яһил старшинаны күрә алмағандар ҙа етерлек була. Шул уҡ 1735 йылда күрше йәшәүсе Ҡырыҡ өйлө-Мең һәм Ҫыбы-Мең улусы башҡорттары үҙҙәренең 1 000 кешенән торған ихтилалсылар отряды менән Шәрип Мораҡовтың ауылын баҫып ала: "...приезжали Каршинской волости к башкирцу Шерипу Мрякову, у которого де Шерипа и у деревенских жителей отогнали скот и пожитки побрали, и хотели оного Шерипа убить до смерти".

Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Дауамы. Башы 39-40-сы һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.10.21 | Ҡаралған: 281

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru