Күптән түгел ҡулыма Мифтахетдин Аҡмулла тураһында ике ҡыҙыҡлы мәҡәлә килеп эләкте. Шағирҙың тыуыуына 190 йыл тулған көндәрҙә ошо хаҡта гәзит уҡыусылар менән дә бүлешке килә. Улар икеһе лә уҙған быуаттың 20-се йылдарында "Башҡортостан" гәзитендә баҫылған. Тәүгеһе 1924 йылда. Авторы - Сәғит Мерәсов. 1926 йылдың 26 авгусында баҫылғанының авторы Дауыт Юлтый. Тәүгеһе Мифтахетдин Аҡмулланың биографияһы хаҡында ҡиммәтле генә мәғлүмәттәр бирә. Икенсеһе асыҡ хат рәүешендә яҙылған.
Сәғит Мерәсовтың мәҡәләһендә Аҡмулланың әлегә аҙ билдәле шиғыры баҫылған:
Оло тип әйткән түрәң муллаң - әрәмтамаҡ,
Күңеле ҡара, үҙе ала, ирене ялаҡ.
Тоғро һүҙҙе әйтһәк, аттай сығынлай,
Дау тиһәң, арыҡ аты китә сабып.
Йөрәккә түҙмәй әйтәм был һүҙҙәрҙе
Һеҙҙәй ҡасҡыр йөрәгемде яралаған.
Йыһанда тоғролоҡ һәм дә хаҡлыҡ
Һаман шулай йөрөрмө тапталмай?
Ватылғас таш йөрәклек, аҡһөйәклек
Фәҡир халыҡтар ҙа бер шатланырмы?
Был шиғырҙың һуңғы дүрт юлы Әхәт Вилданов тарафынан төҙөлгән "Аҡмулла. Шиғырҙар" китабында донъя күрә. Ә тәүге алты юлы Аҡмулланың шиғырҙары араһында әле булһа ла осрамай. Бынан тыш, Сәғит Мерәсов: "Аҡмулла башҡорт старшинаһы Буранғолдоң ҡушыуы буйынса 1895 йылдың 8 октябрендә Миәс менән Һарыҫлан ауылы араһында Ғәфиәт һәм Дәүли тигән башҡорттар тарафынан үлтерелә", - тигән мәғлүмәт тә бирә.
Ә бына Дауыт Юлтый мәҡәләһе шуныһы менән ҡыҙыҡ. Унда Аҡмулла менән яҡын таныш булған Солтанмөхәмәт тигән кеше хаҡында һүҙ бара. Мәҡәләне тулыһынса бирәм.
"Ошо көндә минең тарафтан мәшһүр башҡорт шағиры Аҡмулланың шиғырҙары һәм тәржемәи хәленә бәйле материалдары йыйылып ята. Уның тураһында беренсе сыҡҡан мәжмүғәһендәге (Барый Батталдың һүҙ башы менән) шиғырҙары һәм "Үрнәк" матбуғаһында Ҡаҙанда, Мәржәни мәрҫиәһе менән бергә сығарылған икенсе нәшеренән башҡа баҫылған әйберҙәре юҡ. Тәржемәи хәленә бәйле материалдарҙан Риза Фәхретдиндең "Аҫар"ы һәм "Шура" журналында баҫылған, Хәсән Ғәли, шулай уҡ Сәғит аға Мерәҫовтың бәғзе бер яҙма әйберләренән башҡа бер нәмә лә юҡ. Ул материалдарға ҡарағанда, Аҡмулланың тыуған йылы, айы, көнө лә асыҡ билдәле түгел. Аҡмулла тураһында материалдары булған кешеләрҙән (шиғыр, парсалары, тәржемәи хәленә ҡағылышлы материалдары, иҫтәлектәре, хаттары, ҡулъяҙмалары һаҡланған булһалар) уларҙы миңә ебәреүҙәрен йәки белдереүҙәрен һорайым. Тарихи ҡиммәте булған материалдарға хаҡ та түләрбеҙ. Ваҡыты менән төрөк матбуғатында ла Аҡмулла тураһында әҙәби баһалар ҡуйылған мәҡәләләр баҫылыуы ишетелә. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: Тамъян - Ҡатай кантоны Ташбулат ауылының Солтанмөхәмәт тигән кешеһенең Троицкиҙа Аҡмулла менән күп йылдар бергә тороуон һәм уның тураһында күп кенә хәтирәләр һәм шиғырҙарын белеүен һөйләйҙәр. Солтанмөхәмәт бабанан ул турала хәтирәһен яҙып ебәреүен айырым рәүештә һорайбыҙ.
Адрес: Уфа, "Башкнига" Дауыт Юлтый".
Билдәле булыуынса, Дауыт Юлтый 1925-1926 йылдарҙа Мәскәүҙә СССР халыҡтарының үҙәк нәшриәтендәге милли әҙәбиәт секцияһында эшләй. Ошо секция бөгөнгө көндә ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ булған ике китапты баҫтырып сығара. Тәүгеһе, 1925 йылда, Ш. Бабичтың шиғырҙары, икенсеһе Хәбибулла Ғәбитовтың "Ынйыҡай менән Юлдыҡай" шиғри драмаһы. Мәҡәләлә Д. Юлтыйҙың башҡорт шағиры Аҡмулланың шиғырҙары һәм тәржемәи хәленә бәйле материалдар йыйыуын, артабан, ихтимал, китап итеп баҫтырыу маҡсаты менән эш итеүе билдәләнә.
Асыҡ хатта "Тамъян - Ҡатай кантоны Ташбулат ауылының Солтанмөхәмәт тигән гражданиндың Троицкиҙа Аҡмулла менән күп йылдар бергә тороуон һәм уның тураһында күп кенә хәтирәләр һәм шиғырҙарын белеүен һөйләйҙәр" тигән һөйләм бар. Хәҙерге Әбйәлил районының Ташбулат ауылында йәшәгән Солтанмөхәмәт бабай кем ул?
Был һорау менән мин Әбйәлил районының Күсем ауылында йәшәүсе курсташым, билдәле шағирә Зөлфирә Ҡарағужина-Моратшинаға мөрәжәғәт иттем. Күсем ауылы Ташбулат ауыл советына ҡарай, йәнә лә Зөлфирә Фәрит ҡыҙы хәҙер күп йылдар инде тыуған ауылы һәм Ташбулат ауылы халҡы менән шул төбәктең тарихына, шәхестәренә бәйле бик матур саралар үткәрә. Ул миңә Солтанмөхәмәт тигән кеше тураһында беренсе тапҡыр ишетеүен, ә бына Троицкиҙа уҡып ҡайтып, аҙаҡ оҙаҡ йылдар Күсем ауылында мулла булып торған Солтанмәхмүт Юлдашев тигән кеше йәшәгәнлеге хаҡында әйтте. Исемдәренең яңғырашы оҡшаған, әлбиттә, тик Д.Юлтый "Солтанмөхәмәт" тип яҙа. Яңылыштымы, әллә икеһе ике кешеме? Бәлки, ағалы-ҡустылы Юлдашевтарҙыр?
Солтанмәхмүт Юлдашев - репрессия ҡорбаны. Һорауға яуап эҙләп, мин уның енәйәт эшен өйрәндем. Документта тыуған йылы 1871 йылдың аҙағы, яңы стиль менән 1872 йылдың башы, тип күрһәтелгән. Әбйәлил районының Күсем ауылынан. 1900 йылдан ошо ауылда мулла булып тора. Һөнәре - игенсе һәм мулла. Фирҡәһеҙ. Белемле - Троицкиҙа мәҙрәсә тамамлаған. Ғаиләһендә алты кеше. Урта хәлле: ике өйө, бер келәте һәм бер мунсаһы бар. Бынан тыш, дүрт бейә бәйләй, бер ҡонан, өс һыйыр тота.
Беренсе тапҡыр 1930 йылдың 5 мартында ҡулға алына. Өс айҙан, 5 июнь көнө енәйәт кодексының 58-10 статьяһы буйынса биш йылға хөкөм ителә. Сәбәбе: колхоз төҙөүгә ҡаршы агитация алып барыу һәм хөкүмәттең халыҡтан көсләп иген йыйыуына ҡаршылыҡ күрһәтеү.
1930 йылдың 13 февралендә Ташбулат ауылында ҙур йыйылыш үтә. Йыйылышта Ташбулат һәм Күсем ауылдары халҡы ҡатнаша. Көн тәртибенә халыҡтан иген йыйыуҙы ойоштороу һәм колхоз төҙөү эшен яйға һалыу кеүек мөһим мәсьәләләр ҡуйыла. Йыйылышта ауыл муллаһы Солтанмәхмүт Юлдашев: "Халыҡта иген юҡ. Әгәр ҙә бер генә бөртөк бойҙай тапһағыҙ ҙа, башымды киҫергә бирәм", - тип ҡаршы сыға. Ауыл халҡы үҙ малы менән колхозға инергә тейешле тигән өгөтләүҙәр башланғас, С. Юлдашев тағы ла һүҙ ала һәм шаяртыу ҡатыш: "Колхозға ингән кешеләрҙең ҡатындарына Африканан кешеләр килтереп ҡушалар. Колхоздың нәҫелен яҡшыртыу өсөн", - тип хәбәр ташлай. Башҡорт телендә латин хәрефтәре менән яҙылған хөкөм ҡарарында тап шулай тип яҙылған.
Уның авторитеты, уҡымышлы булыуы үҙ эшен эшләй. Ауылдаштары колхозға инеүҙән баш тарта. С. Юлдашевты ауылдаштарынан айырып, төрмәгә оҙатыуҙан башҡа әмәл ҡалмай. Икенсе тапҡыр 1937 йылдың 3 декабрендә ҡулға алына һәм алты көндән: "Муса Мортазин менән бәйләнештә булып, йәшерен йыйылыштарҙа совет власына ҡаршы көрәш ойоштороу мәсьәләләрен күтәрә. Колхозды юҡҡа сығарыу өсөн агитациялар алып бара. Һуғыш башланасағы һәм совет власының юҡҡа сығыуы хаҡында хәбәрҙәр тарата",- тигән ғәйепләү менән хөкөм ҡарары сығарыла. Белорет ҡалаһының төрмәһендә 9 декабрҙән 10 декабргә ҡарай төндә атыла. Енәйәт эшендә ике исем күрһәтелгән. Енәйәт эше Солтанмәхмүт Юлдашевҡа ҡарата асылған булһа, хөкөм ҡарары Солтанмөхәмәт Юлдашевҡа ҡарата сығарылған. Шуға күрә, Дауыт Юлтый мәҡәләһендә телгә алған Солтанмөхәмәт шул уҡ Солтанмәхмүт Юлдашев булып сығыуына хәҙер шик юҡ.
Солтанмәхмүт (Солтанмөхәмәт) Юлдашев, ысынлап та, енәйәт эшендә яҙылғанса, Муса Мортазин менән яҡын аралаша. 1919 йылдың ҡышында М. Мортазин полкында башта аҡтарға, аҙаҡ ҡыҙылдарға ҡаршы һуғыша. 1936 йылдың авгусында Муса Мортазин ике аҙна самаһы бер туған бажаһы (ҡатындары бер туған була - С.Г.) Ташбулат ауылы уҡытыусыһы Ситдиҡов Харунда ҡунаҡта булып китә. Үҙенең элекке яуҙаштары менән, тәү сиратта, Солтанмәхмүт Юлдашев менән дә осраша. Муса Мортазиндың яуҙашы, Мифтахетдин Аҡмулла менән күп йылдар бергә Троицкиҙа йәшәгән Солтанмәхмүт (Солтанмөхәмәт) Юлдашев хаҡында киләсәктә ваҡытлы матбуғатта тағы ла һүҙ булыр, тигән ышаныс бар.
Гөлсәсәк САЛАМАТОВА,
Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты.
"Киске Өфө" гәзите, №1, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА