«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺАРТТАР: УРТА АЗИЯ БАШҠОРТТАРЫБЫҘ
+  - 


Байтаҡ ҡына башҡорт ырыуҙары составында үҙҙәрен һарт тоҡомдары тип иҫәпләгән кешеләр бар, ә Себер даруғаһында ваҡытында Һарт олоҫо ла теркәлгән була. Кемдәр һуң улар - һарттар?

Бәғзе бер Рәсәй тарихсылары тарих төпкөлдәрендә һарт атамаһының этноним түгел, ә соционим, йәғни, билдәле бер социаль төркөм исеме булыуы хаҡында яҙа. Мәҫәлән, В.В. Радлов (1837-1918) һарт атамаһының һиндтарҙа ҡулланылыуын билдәләй. Һинд уддтарының "Лотос сутраһы" ("Саддхарма пундарика сутра") изге Будда яҙмаһында "сартһаваһа" һүҙе сауҙагәр йәиһә каруан йөрөтөүсе мәғәнәһендә иҫкә алына. Ошо атама уйғыр теленә "сартпау" рәүешендә килеп инә, ул "өлкән сауҙагәр" ("сатыкчи улуг") тигәнде аңлатҡан. Күрәһең, X-XI быуаттарҙа ошо уҡ атама төрки телдәре лексикаһына ла килеп инә, ул караханидтар һәм хаканидтарға ҡараған яҙмаларҙа (ғәрәп графикаһында) осрай. В.В. Радлов караханид шағиры Йософ Баласағуни тарафынан ижад ителгән "Ҡутадғу билик" ("Ҡот килтереүсе белем") поэмаһында ла шул уҡ "сарт" һүҙенең сауҙагәр мәғәнәһендә ҡулланылыуына иғтибар иткән.
Мәхмүт әл-Ҡашғариҙың (XI б.) ғәрәп телендә яҙылған "Диван лугат ат-турк" ("Төрки телдәре һүҙлеге") энциклопедик йыйынтығында ла "Сарт - сауҙа итеүсе", тип билдәләнә. Һуңынан "һарт" атамаһы, сауҙа эше менән генә шөғөлләнгән кешеләрҙән башҡа, айырым бер мәҙәни-хужалыҡ итеү менән бәйле булған этник төркөмдәргә ҡарата ла ҡулланыла башлай. XIII быуат башында инде Урта Азияла фарсы йәиһә төрки сығышлы, ултыраҡ тормош алып барған, ер эшкәртеү, һөнәрселек һәм сауҙа менән шөғөлләнгән кешеләр "һарттар", тип атала башлай. XIV быуат тарихсыһы Рәшид ад-дин мәғлүмәттәренә ярашлы, һижри иҫәп буйынса 607 йылда (1210 - 1211) карлук хакимы Арыҫлан хан Сыңғыҙ ханға буйһона, шул саҡта монгол ханы "уға үҙ ырыуынан ҡыҙ бирә һәм уны Арыҫлан-сартактай, йәғни тажик тип атарға бойора". Күренекле тарихсы В.В. Бартольд ошо хаҡта бына нисек яҙа: "Здесь имя народа выступает в форме сартак; окончание тай присоединялось монголами к названию для обозначения мужского представителя соответствующего народа". Карлуктарҙың Арыҫлан ханы, Көнсығыш Төркөстандың һәм башҡа төрки күсмә ҡәүемдәренең хакимы булған хәлдә лә, Сыңғыҙ хан тарафынан сартактар, йәғни һарттар тип аталған йәмғиәт вәкиле сифатында ҡабул ителә. Академик В.В. Бартольд бөйөк хандың һарттарға ҡарата булған мөнәсәбәтен ошолай баһалай: "...сартактаи были для монголов людьми не столько определенной национальности и языка (карлуки были, как известно, тюркским народом), сколько принадлежащими к определенному культурному типу - персидско-мусульманскому".
Монголдарҙың "Йәшерен хикәйәт"ендә ("Монголдарҙың йәшерен тарихы"), хорезмшах Мөхәммәткә ҡаршы һуғыш башланған мәл хаҡында бәйән ителгәндә, "Сыңғыҙ хан Арай артылышы аша Сартаул халҡына һуғыш менән барҙы", тип әйтелә. Дошмандарын тар-мар иткәс, монгол сардарҙары үҙ хакимына ошондай хәбәр ебәрә: "Беҙ һиңә буйһонмаған Сартаул Солтанын түңкәрҙек һәм уның ҡалаларын һәм халҡын алдыҡ... Беҙ барыбыҙ ҙа, һинең кешеләрең дә һәм аттарың, шатланабыҙ һәм тантана итәбеҙ, сөнки күктәр һәм ер беҙҙең ҡеүәтебеҙҙе арттырҙы, һәм бына беҙ Сартаул халҡын тар-мар иттек".
Сыңғыҙ хан заманында, һуңынан Алтын Урҙа дәүләтенең Джучи һәм Сығатай (Чагатай) олоҫтары күскенселәре Урта Азияның ултыраҡ тормошта йәшәүсе халыҡтарын, шул иҫәптән төркиҙәр менән бергә тажиктарҙы ла, һарт тип атағандар. XVI быуатта үзбәк ханы Мөхәммәт Шейбани Мавераннахрҙы яулап алғандан һуң, уның ҡулы аҫтындағы үзбәк төркиҙәренән айырмалы рәүештә, яһаҡ түләүсе төрки һәм фарсы телле ҡәүемдәр ҙә һарт тип исемләнгән. Күренеүенсә, ошо осорҙа һарт атамаһы экзоним, йәғни ситтән бирелгән атама булған. Тора-бара Урта Азия территорияһында көн итеүсе айырым этник төркөмдәр (ултыраҡ тормош алып барыусылар, ҡалаларҙа йәшәүселәр) ошо этнонимды ҡабул итеп, үҙҙәрен башҡа халыҡтарға һарт тип таныта башлай.
XX быуат башында Көнсығыш тарихы буйынса абруйлы белгес, төркиәтсе В.В. Радлов та Урта Азия ҡалаларында йәшәүселәрҙең һарт атамаһы менән нарыҡланыуын билдәләй. Был осраҡта ла "һарт" атамаһының айырым бер этник төркөмгә ҡарата ҡулланылмағанлығын, ә билдәле бер ижтимағи ҡатлам кешеләрен аныҡлаусы термин булараҡ формалашыуын белдерә. Күренекле башҡорт этнографы Р.Ғ. Кузеев ошо хаҡта бына ниҙәр яҙа: "... "һарт" терминының, башлыса, Урта Азияның төньяҡ райондарындағы ултыраҡ тормошта йәшәгән ҡала кешеләрен аңлатыуы хаҡындағы ҡараш, XIX быуатҡа ҡарата тулыһынса дөрөҫ булған хәлдә лә, мәсьәләнең асылын бар тулылығында асып бөтә алыуы икеле".
Рәсәй империяһында 1897 йылда уҙғарылған беренсе бөтөн халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, һарттарҙың дөйөм һаны - 968 655, ә үзбәктәрҙең - 726 534 кеше була. Ә XX быуаттың 20-се йылдарында, Урта Азия халыҡтары айырым милли республикаларға бүленгәндән һуң, Үзбәк ССР-ында төп халыҡ бары бер генә этноним - республикаға исем биргән милләт атамаһын ала. Һарт этнонимы инде бөтөнләйгә ҡулланылмай башлай.
Урта Азия һарттарының башҡорт халҡы составына инеүе, хәҙерге осорға килеп еткән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, оҙайлы процесс булған. Башҡорт-һарт бәйләнештәре, монгол яуҙарына тиклем байтаҡ элек үк башланып, XVIII быуатҡа тиклем дауам итә. Һарт атамалы Урта Азия кешеләре, күрәһең, башҡорттарҙың Арал-Каспий-Ҡара диңгеҙ буйҙарында көн иткән ата-бабалары менән бик боронғо дәүерҙәрҙән бирле аралашып йәшәгән. Был йәһәттән башҡорттарҙың Әйле ырыуҙар берләшмәһе составында һарт сығышлы төркөмдәрҙең булыуы, ә шул уҡ төп әйле ырыуы сығышы менән Амударъя-Һырдаръя буйҙарынан булып, Урта Азия һарттары менән тығыҙ этник бәйләнештә йәшәүе ысынбарлыҡҡа тап килә. Әйлеләр составында һарт-әйле аймағы булыуы ла ошоға дәлил.
Әйлеләрҙең бер боронғо риүәйәтендә Һырдаръя артындағы бер Бохара бейенең мөгөҙлө айғыры һәм бер көтөү аттары юғалғас, һарт-әйлеләрҙең Башҡорт ерҙәренә килеп сығыуы бәйән ителә. Р.Ғ. Кузеев фекеренсә, һарттарҙың бер өлөшө IX быуатта уҡ Арал һәм Һырдаръя буйындағы далаларҙа йәшәгән уғыҙҙарҙың әйле ҡәбиләһенә ҡушыла, а һуңынан әйле берләшмәһе, Көньяҡ Уралға килеп етеп, башҡорт иленең айырым бер ҙур өлөшөн хасил итә. Әммә бында боронғо һарттарҙың айырым этник төркөм булмайынса, өҫтәрәк килтерелгән фаразға ярашлы, тик социаль атама булыуын да оноторға ярамай. Һарттар, Р.Ғ. Кузеев фаразынан айырмалы, башҡорттар араһына башҡа бер тарихи сәбәптәр арҡаһында ла килеп инеүе мөмкин. Шул уҡ монголдарҙың һарттарҙы "сартак", тип атап йөрөтөүе хаҡында алдараҡ һүҙ булғайны. Байтаҡ быуаттар үткәс тә, батша Рәсәйендә Һарт олоҫо башҡорттарына ҡарата "сартак" атамаһы ҡулланылған. 1735-1740 йылғы башҡорт ихтилалы заманына ҡараған бер документта ошондай мәғлүмәт бар: "…башкирцы в собрании вверх Аю в Сартаковских улусах стоят". Бынан һарттарҙың башҡорттар составына ҡушылыуын XII-XIV быуаттар арауығы менән дә бәйләп була, монгол яулап алыу походтарынан бер аҙ алдараҡ та, һәм аҙағыраҡ, Алтын Урҙаның Джучи олоҫо барлыҡҡа килгән замандарҙа ла, һарт исемле ҡәүем кешеләренең Көньяҡ Урал башҡорттарына ҡушыла барыуын күҙалларға була.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Дауамы бар).

"Киске Өфө" гәзите, №2, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.01.22 | Ҡаралған: 350

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru