Рәми ағай Ғарипов менән тәүге танышыуым 1973 йылдамы, 1974-тәме, асыҡ ҡына хәтерләмәйем, Башҡорт дәүләт университетының "Шоңҡар" әҙәби түңәрәге үткәргән шиғриәт кисәһендә булды. Сәхнәлә ул "Туған тел" шиғырын уҡығайны. Ул әҫәрҙе күптәрҙең тәүгә ишетеүе булһа ла, ошондай шиғыр барлығын белә инек инде, өлкән курстағылар был хаҡта һөйләп өлгөргәйне. Кисәлә Рәми ағай тап шул тамаша залында ултырған студенттарҙың һорауы буйынса һөйләп ишеттергәйне ул шиғырҙы.
Шағирҙы тыңлағанда ниҙәр кисергәнемде һөйләп аңлатыу мөмкин түгел. Ғорурланыуҙан, һоҡланыуҙан тәндәр семерҙәне, күҙ йәштәремә быулыҡтым. Ғорурлығым, берҙән, ошондай бөйөк шиғыр яҙған бөйөк Шағирҙы үҙ күҙҙәрем менән күреүҙән, үҙ ҡолағым менән ишетеүҙән булһа, икенсенән, ул юлдарҙың миңә, минең булмышыма, асылыма, яҙмышыма ҡағылыуынан да ине. Һүҙемдән ситләшеп шуны әйтәм: университетҡа ғүмерем буйы рәхмәтлемен, сөнки унда беҙгә, башҡорт балаларына, белем биреүҙән тыш, милли рух, милли тойғо уята, үҙебеҙҙең кемлегебеҙҙе, ниндәй милләт балаһы булыуыбыҙҙы таныта, тарихи хәҡиҡәткә күҙҙәребеҙҙе аса белделәр. Шуға ла беҙ милләт тураһындағы һүҙҙе, халҡыбыҙҙың йыр-моңдарын шундай нескәлек менән йөрәгебеҙҙең иң тәрән төпкөлөнә ҡабул итергә өйрәндек...
Кисәнән һуң да беҙ, "Шоңҡар" ағзалары, Рәми ағайҙың сығышы хаҡында һөйләшеүҙе дауам иттек. Кемдәрҙер уның шиғырының айырым-айырым юлдарын иҫкә төшөрҙө, уны ятлап алырға тырышты. Хәйер, шиғырҙы "ағзалап" йыйыусылар бер беҙ генә булмағанбыҙ. Өлкән курста уҡыусылар ошондай бер кисәләрҙең береһенән һуң КГБ вәкиленең дә Рәми ағай шиғыры менән ҡыҙыҡһыныуы, уны "ағзалап" йыйыуы тураһында һөйләгәйне. Был хәбәр беҙҙең күҙ алдында шағирҙың баһаһын тағы ла нығыраҡ күтәреп, уны тағы ла бөйөгөрәк шәхескә әйләндергәйне...
Рәми ағай Ғариповҡа шиғыр кисәләрендә шулай ситтән генә һоҡланып, йотлоғоп шиғырҙарын тыңлап йөрөй торғас, 4-се курстың аҙағына ла етелде. 1976 йылдың 23 апрелендә беҙҙе, әҙәби тәнҡит менән шөғөлләнеүсе бер төркөм студенттарҙы, Яҙыусылар союзына әҙәби тәнҡит секцияһына саҡырҙылар. Унда минең, Марат Әбүзәровтың һәм Салауат Рәсүлевтың тәүге тәнҡит материалдарын тикшереүгә ҡуйғайнылар. Күренекле тәнҡитсе-әҙәбиәтселәр Ғайса Хөсәйенов, Ким Әхмәтйәнов, Әнүр Вахитов, Вафа Әхмәҙиев, Роберт Байымов беҙҙең яҙғандарға анализ яһаны һәм башлыса маҡтау һүҙҙәре әйтте. Маҡталыу һәйбәт булһа ла, күберәк етешһеҙлектәребеҙ хаҡында ла ишетке килгәйне. Шуға ла мин үҙем ағайҙарҙың сығышынан бик үк ҡәнәғәт ҡалманым. Ҡәнәғәтһеҙлегемде белдерергә теләпме, әллә үҙемдең тәнҡит материалындағы дәлилдәрҙе тәрәнәйтергә, нығытырға ниәтләнгәндәнме, ошо оло әҙиптәр алдында сығыш яһарға батырсылыҡ иттем. Башҡорт сәхнәһендә барған спектаклдәрҙә эскелек күренештәренең күбәйеүен, эскесенән көлкөлө образ тыуҙырып, ошо образдың тамашасының һөйөүен уятырлыҡ итеп ижад ителеүен тәнҡитләнем...
Әлбиттә, студент кешенең тәнҡите әллә ни сәпкә лә теймәгәндер. Ә шулай ҙа... Минең сығышҡа секция ултырышында ҡатнашҡан, һүҙһеҙ генә тыңлап ултырған Рәми ағай иғтибар иткән булып сыҡты. Ултырыштан һуң ул мине саҡырып алды ла: "Әйҙә, һылыу, әлеге сығышыңды беҙгә, "Башҡоростан ҡыҙы" журналына яҙып алып кил", - тине. Башта түбәм күккә тейгәйне, әлбиттә. Дөйөм ятаҡҡа ҡанатланып ҡайтып, баяғы мәҡәләне яҙырға ултырғас ҡына үҙемә ниндәй ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгәне, уны үтәп сығыуы бик үк еңелдән булмаҫы башыма барып етте. Кеше үҙ һәләттәрен эштә һынап ҡарағанда ғына белә. Бына ошондай оло һынау алдында ҡалдым мин. Ул мәҡәләне яҙыр өсөн әллә күпме йоҡоһоҙ төндәр үткәрҙем, әллә күпме ҡағыҙ биттәре сыймаҡланым. Яҙҙым да һыҙҙым, һыҙҙым да тағы яҙҙым. Мәҡәләмде бер ипкә килтергәс, тулҡынланып, Рәми ағай алдында һынау тоторға киттем. Рәми ағай яҙғандарымды ҡарап сығырға ниәтләп, алдына һалды ла, киләһе яҙыласаҡ мәҡәләм тураһында һүҙ ҡуҙғатты. Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы Зәйтүнә Камалетдинованың ижади портретын яҙып алып килергә ҡушты...
Ҡыҫҡаһы, минең баяғы тәнҡит мәҡәләм донъя күрмәне. "Башҡортостан ҡыҙы" журналында баш мөхәррир булып эшләгән Раҡия апай Рөстәмоваға оҡшаманы ул. "Тешең сыҡмаған бит әле, ҡыҙыҡай, бер аҙ йомшарта төш мәҡәләңдәге тәнҡитте..." - тигәйне ул миңә. Мин башҡаса ул мәҡәләгә тотонманым. Фәнни тел менән яҙылған курс эшенән әтмәләгән мәҡәлә камил да булмағандыр, шуны үҙем дә аңлағанмындыр, шуға ныҡышмағанмындыр. Ә бына икенсе, Зәйтүнә Камалетдинова апай тураһындағы мәҡәләмде Рәми ағай ҙа, баш мөхәррир ҙә оҡшатты һәм шунда уҡ журналға бирҙеләр. Ошо мәҡәлә миңә юл башы фатихаһы булды шикелле.
Күп тә үтмәй, Рәми ағай өгөтләүе менән, Раҡия Сөләймән ҡыҙы мине "Башҡортостан ҡыҙы" журналына эшкә саҡырҙы. "Эшләй алырмынмы икән, диплом яҙырға ла кәрәк", - тип һөйләнгәнемде ишетергә лә теләмәне Раҡия Сөләймән ҡыҙы. Деканатҡа үҙе шылтыратып, ул саҡтағы деканыбыҙ Марат Вәли улы Зәйнуллин менән һөйләште лә, мәсьәләне хәл итеп тә ҡуйҙы (Тәүәккәллек тә, дыуамаллыҡ та, эшлеклелек тә, талапсанлыҡ та етерлек ине шул был ҡатында, тик кеше күңелен аямауы, тупаҫлығы менән үҙенең ошо шәп сифаттарын тоноҡландырып ҡуя ине ҡайһы саҡта).
Шулай итеп, мин 5-се курс башында уҡ редакцияла эшкә тотоноп киткәйнем. Рәми ағай менән бер бүлмәгә ултыртып, ул алып барған әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге эшенә егеп ҡуйҙылар. Рәми ағай алдыма хаттар тупланған ҡалын ғына бер папка килтереп һалды: "Бына, яҡташың, Әнисә Таһирова апайыңдан ҡалған хаттар, шуларҙың арыуҙарын баҫырға әҙерлә, баҫырлыҡ түгелдәренең авторҙарына хат яҙ..." - тине ул. Мин тырышып, башымды ла күтәрмәй, шул хаттарҙы аҡтарырға тотондом. Ҡайһыларын материал итеп әҙерләйем, ҡайһыларына хат яҙам да, яҙғандарымды тикшерер өсөн Рәми ағайҙың өҫтәленә һалам. Ул әҙерләгән мәҡәләләргә тел тейҙермәй, ләкин авторҙарға яҙған хаттарҙы кире ҡайтара. "Йылыраҡ итеп яҙ", - ти. Мин нисек кенә тырышһам да, ул хаттарҙы "йылыта" алмайым, кәрәкле һүҙҙәр таба алмай ҡаңғырам. Бер көн Рәми ағай юҡ саҡта уның журнал уҡыусыларға яҙған хаттарын алып уҡырға булдым. Уҡый башланым да, уларҙан айырыла алмай ҡапландым. Бер бәләкәй генә, бөтөнләй камил булмаған шиғыр йә нәҫер яҙыусыға, йә "Серҙәш" рубрикаһында эс серҙәрен бүлешеүсегә "һыу буйындай" яуап яҙған Рәми ағай. Шиғриәт теорияһын, нисек шиғыр яҙырға кәрәклекте өйрәткән, йә тормош, һөйөү хаҡында үҙе аңлағандарҙы, үҙе белгәндәрҙе бәйән иткән, кәңәштәр биргән (Рәми ағай үлгәс, мин ул хаттарҙы барыһын да архивтан йыйып алып, Рауил ағай Бикбаевҡа тапшырғайным).
Рәми ағайҙың "Мөхәббәт берәү генә буламы?" тип хат яҙған ҡыҙыҡайға яуабынан юлдарҙы үҙемдең көндәлегемә яҙып ҡуйғанмын икән: "Кеше тойғолары ҡаршылыҡлы. Ләкин кешенең йөрәге берәү икән, уның тойғолары, ниндәй генә булмаһын, барыбер тәүге хистәренең дауамы бит ул. Һәр яңы кисереш элеккеләренә сылбыр һымаҡ ялғанған була. Тик тәүге кисереш, үтә идеаль, үтә саф, сабыйҙарса, тәжрибәһеҙ, ҡыҫҡаһы, тәүге булған өсөн дә иң көслөһө кеүек тойола. Тойола ғына, ә иң көслөһө түгел. Тормош сикһеҙ бай, ҡатмарлы булған кеүек, кешенең тормошҡа мөнәсәбәте лә, мөхәббәте лә, уй-тойғолары ла байый, ҡатмарлана, тәрәнәйә баралыр ул. Ә тормошта ниндәй генә тетрәнеүҙәр булмаҫҡа мөмкин. Тәүге мөхәббәт тигәнең ғазаплы яҙмышың алдында һағынып, йылмайып ҡына иҫкә аласаҡ, йәшенле дауыл алдында бер йәйғор ғына булып ҡалырға мөмкин бит". Был юлдарҙы көндәлегемә яҙып ҡуйыу сәбәбе шул булғандыр: мөхәббәт берәү генә була тип һанаған мин хыялый ҡыҙ өсөн дә был юлдар яңылыҡ булып тойолған, хатта был фекер ҡабул ителмәгән. Хәҙер генә ул ҡабул ителә...
Ошо хаттарҙы уҡығас, миндә уңайһыҙланыу, оялыу, үҙемдең һәләтлектәремә шикләнеү барлыҡҡа килгәйне. Күрәһең, ул саҡта мин "тәжрибә" тигән нәмәнең ниндәй ҙур төшөнсә булыуын аңламаған булғанмындыр. Уны мин хәҙер, үҙ профессиям өлкәһендәге тәжрибәле кеше булараҡ аңлайым. Минең авторҙарға Рәми ағай кеүек итеп яҙыр һүҙем дә, тәжрибәм дә булмаған. Ә шулай ҙа булдыра алғанса тырышырға кәрәк икәнде аңғартҡайны Рәми ағай, хатта талап иткәйне. Бына шунан һуң мин хатты нисек яҙырға кәрәклекте аңлағайным.
...Бер саҡ Рәми ағай, Ҡыйғы районына шикелле, командировкаға барып ҡайтты ла, үҙенең унан алып ҡайтҡан мәҡәләһенә нисек материал туплауы, нисек яҙылыуы хаҡында һөйләп алып китте. "Бер ауылға барып индек, ауыл осондағы бер йорт алдында, эскәмйәлә, ике әбей ултыра. Улар янына туҡтап, донъя хәлдәре тураһында, колхоз эше, етәксеһе хаҡында һораша башланыҡ. Мәғлүмәт ошо әбейҙәрҙең һөйләүенән башланды. Шул арала күктә торналар ҡысҡырғаны ишетелде, йылы яҡҡа юл алғандар икән. Әбейҙәр менән ошо ҡоштар, тәбиғәт, заман хаҡында һөйләшә башланыҡ. Былар барыһы ла миңә мәҡәлә яҙғанда ярҙам итте. Бына шулай аяҡ аҫтындағын күрмәй, күктән турғай тоторға йөрөгәндәй йөрөргә ярамай журналист кешегә, ул барыһын да күрергә тейеш, ә етәкселәрҙең ауыҙына төбәлеп, уларҙың һәр һүҙен йотоп, шуны ҡағыҙға күсереп ултырырға ғына түгел..." Бына был һүҙҙәр ҙә һабаҡ булды миңә. Мин уларҙы әле лә хәтерләйем.
...Рәми ағай журналист булырға ғына түгел, тормош һабаҡтары ла бирҙе, аҡты ҡаранан айырырға, кешеләрҙең ҡәҙерен белергә, изгелек ҡылырға ла өйрәтте. Аҙ, бик аҙ ғына бергә ултырып эшләргә яҙҙы, ләкин ошо ике ай самаһы ваҡытта күпме һабаҡ алдым мин был бөйөк Шағирҙан. Һәр даим осраҡта әле булһа иҫкә төшә Рәми ағай биргән һабаҡтар. Ул бөйөк Шағир ғына түгел, ул журналист булырға йыйынған йәш кешегә ошо һөнәрҙең иң тос һабаҡтарын күңелгә һеңдереүсе; ул ихласлыҡ, тура һүҙлелек, ярҙамсыллыҡ, вайымлылыҡ, рухилыҡ, илһөйәрлек, телһөйәрлек өлгөһө лә булды минең өсөн, минең замандағы һәр ижади йәш кеше өсөн...
Әйткәндәй, Рәми ағай хаҡында һөйләгәндә гел генә: "Рәми Ғарипов ауыр яҙмышлы кеше, ул тормошта ҡағылып-һуғылып йәшәгән", - тигәнде әйтмәй ҡалмайҙар. Улайға китһә, кемдең тормош юлы таҡыр ғына булған да, кем үҙенең хыял-ниәттәренә еңел генә өлгәшкән һуң? Рәми ағай ижад донъяһында юғары маҡсаттар, тыуған халҡы мәнфәғәтендә изге хыялдар ҡороп йәшәгән кеше. Ошондай юғарылыҡҡа өлгәшеү юлы еңел генә яуланмай, әлбиттә. Ә ул бит яулаған ул юғарылыҡты! Йә, әйтегеҙ, кемдең шиғыры һәр баланың, һәр йәш кешенең, һәр өлкән кешенең телендә һуң? Сабыйҙарҙың теле Рәми ағайҙың "Туған тел" шиғыры менән асыла икән, ул ошо шиғыры өсөн генә лә бөйөк Шағир исеменә лайыҡ бит! Бәхетле, бик бәхетле яҙмышлы кеше ул Рәми ағай! Бына әле Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуҙы киң билдәләйбеҙ. Һәр ғаиләлә, һәр ауылда, һәр ҡалала ошо дата уңайынан Рәми һүҙе яңғырай. Яңғыраһын! Рәми йылы булһын 2022 йыл. Ошондай шәхестәребеҙҙең телһөйәрлек, милли рух, кешелеклелек, ихласлыҡ өлгөһө киләһе быуындарға ла күсһен. Иншаллаһ!
Гөлфиә ЯНБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №6, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА