Джордж Вашингтон университетының медицина колледжы директоры раҫлауынса, өлкән йәштәге кешенең мейеһе беҙ уйлағандан күпкә әүҙемерәк. Был йәштә мейенең уң һәм һул ярымшарҙары бәйләнеше үҙ-ара гармониялы ярашыу осоро кисерә һәм был кешенең ижади мөмкинлектәрен арттыра. Тап шуның өсөн дә 60 йәштән үткән кешеләр араһында үҙенең ижад эшмәкәрлеген башлаусылар күп кенә.
Әлбиттә, мейе йәш саҡтағыса эшләмәй-эшләүен, уның ҡарауы, һығылмалылыҡ яғынан ота. Был нимәлә күренә? Олораҡ йәштә беҙ тиҙерәк дөрөҫ ҡарарға киләбеҙ, насар хис-тойғоға бирелеп бармайбыҙ. Кешенең интеллектуаль һәләт юғарылығы 70 йәшкә тура килә, ошо ваҡытҡа мейе тулы ҡеүәтенә эш итә башлай. Ваҡыт үтә килә баш мейеһендә нейрондар бәйләнешен нығытыусы матдә - миелин миҡдары арта. Шуның иҫәбенә интеллектуаль һәләт кимәле уртаса күрһәткес менән сағыштырғанда 300 процентҡа күтәрелә. Ә был матдәнең эшләнеп сығыу активлығы 60-80 йәшкә тап килә. Тағы ла шуныһы ҡыҙыҡ: 60 йәштән һуң кеше ике ярымшарҙы ла бер үк ваҡытта эшләтә ала, ә был иһә күпкә ҡатмарлыраҡ мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкинлек бирә. Монреаль университеты профессоры Мончи Ури әйтмешләй, ҡарт кешенең мейеһе берәй мәсьәләлә дөрөҫ ҡарарға килеү өсөн юлындағы кәрәкмәгән нәмәләрҙе алып ташлап, күп көс түкмәй торған ысулды һайлай. Төрлө йәш төркөмдәре ҡатнашлығында үткәрелгән тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, тестарҙы үткәндә йәштәр күберәк буталһа, 60 йәште үткәндәр, киреһенсә, тиҙерәк дөрөҫ ҡарарға килә.
Өлкән кеше мейеһенең үҙенсәлектәре:
- Баш мейеһе нейрондары, күптәр иҫәпләгәнсә, үлмәй, ә аҡыл хеҙмәте менән шөғөлләнмәгәнлектән, улар араһында бәйләнеш юғала.
- Тарҡаулыҡ һәм онотоусанлыҡ - мәғлүмәт күплектән, шуға күрә тормошта ваҡ-төйәккә иғтибар туплау кәрәкмәй.
- 60 йәштән башлап кеше берәй ҡарар ҡабул итергә кәрәк булғанда йәштәр кеүек береһен генә түгел, ә мейенең ике ярымшарын да файҙалана.
- Һығымта: әгәр кеше сәләмәт йәшәү рәүеше алып барһа, күп хәрәкәт итһә һәм хәленән килгән тиклем физик көсөргәнеш менән аҡыл эшмәкәрлегенә эйә булһа, уның интеллектуаль һәләте кәмемәй, киреһенсә, өлкәнәйгән һайын арта барып, 80-90 йәшкә иң юғары кимәлгә етә.
Шулай булғас, ҡартлыҡтан әллә ни ҡурҡмағыҙ. Интеллектуаль яҡтан үҫешергә тырышығыҙ, яңы һөнәрҙәр үҙләштерегеҙ, музыка менән шөғөлләнегеҙ, музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнегеҙ, һүрәт төшөрөгөҙ. Бейегеҙ! Тормош менән ҡыҙыҡһынығыҙ, дуҫтарығыҙ менән аралашығыҙ, киләсәккә пландар ҡороғоҙ, хәлегеҙҙән һәм мөмкинлегегеҙҙән килгәнсә сәйәхәт итегеҙ. Магазинға, кафеларға, концерттарға йөрөгөҙ. Үҙегеҙгә бикләнеп ултырмағыҙ - был бөтә кеше өсөн дә бик ныҡ зыянлы. Минең өсөн бөтөн яҡшы нәмә - алда әле, тигән уй менән йәшәгеҙ! (Иҫкәрмә: был мәҡәлә пандемиянан алда яҙылғанын да онотмайыҡ, ләкин вирус мәңге дауам итмәҫ, Ер йөҙөнә именлек, сәләмәт, матур көндәр килер; хәүефләнмәйенсә теләгән ергә барырға, туғандар, дуҫтар менән аралашырға мөмкинлек тыуыр әле, тип ышанайыҡ).
АҠШ ғалимдары тикшеренеүҙәре шуны күрһәтте:
- Кешенең иң һөҙөмтәле аҡыл эшмәкәрлеге мәле - 60-тан 70 йәшкәсә.
- Уның икенсе осоро - 70-тән 80-гәсә.
- Өсөнсө урында - 50 менән 60 йәш араһы.
- Ошоға тиклем кеше үҙ аҡылының түбәһенә етмәгән була әле.
БЕР ҠАСАН ДА ҺУҢ ТҮГЕЛ!
- Рим сенторы Марк Катон 80 йәшендә грек телен өйрәнгән.
- Сократ 70 йәшендә төрлө музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнә һәм был сәнғәтте бөтөн камиллығында үҙләштереп, оҫта башҡарыусы булып таныла.
- Микеланджело үҙенең шедеврҙарын 80 йәшендә ижад итә.
- Билдәле философтар Диоген менән Демокрит һәм рәссам Тициан 80 йәште үтһәләр ҙә ижади әүҙемлектәрен юғалтмаған.
- Гете "Фауст" әҫәрен 80 йәшендә тамамлай.
- Исаак Ньютон 85 йәшендә лә тынғыһыҙ эшмәкәрлек менән шөғөлләнә.
- Немец ғалимы Леопольд Ранке үҙенең "Донъя тарихы" хеҙмәтен 91 йәшендә яҙып бөтөрә.
- Шағир Беранже - 77 йәшенә, Виктор Гюго 83 йәшкә тиклем ижад итәләр, академик Павлов 87 йәштә лә фәнни эшмәкәрлеген дауам итә.
- Лев Толстой 82 йәшкә тиклем, Бернард Шоу - 94, боронғо грек драматургы Софокл 90 йәшкә тиклем әҙәби әҫәрҙәр яҙыуын ташламай.
- Композитор һәм дирижер Игорь Стравинский 88 йәшкә тиклем ижад итә.
Һоҡланғыс һәм ғәжәп тарихи мәғлүмәттәр! Быларҙан сығып, беҙгә бөгөн уйланырға урын бар... Күптән түгел ғалимдар сенсацион асыш яһаны: улар иҫбатлауынса, кеше мейеһе 25-30 йәшкә тиклем түгел, ә 50 йәшкә тиклем үҫешә. Ул ғына ла түгел: әгәр кеше өлкән йәштә лә әүҙем фекер итеү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүен ташламаһа, мейеһе ҡартаймай.
ҺЫУ ЭСЕГЕҘ, АҢЫҒЫҘ БУТАЛМАҪ
Лектор А. Лихтенштейн былай ти: "Клиник медицина буйынса лекциямда дүртенсе курс студенттарына һәр саҡ шундай һорау бирәм: "Өлкән йәштәге кешеләрҙең аң буталыу сәбәптәре ниҙә?" "Баш мейеһе яман шеше", - тип яуап бирәләр. Ә мин "Юҡ" тип яуаплайым. Ҡайһы берәүҙәр "Альцгеймер сире билдәләре" тип тә фараз ҡыла, мин тағы ла "Юҡ" тием. Яуаптарын кире ҡағыуымдан уларҙың кәйефе боҙола. Ә инде әлеге һорауым буйынса киң таралған сәбәптәр тураһында һөйләй башлаһам, улар аптырашта ҡала.
Һыуһыҙлыҡ сәбәпсе быға. Был кемгәлер, бәлки, шаяртыу булып тойолор, ләкин юҡ. Күп осраҡта был сәбәпте бар тип тә белмәйҙәр, әммә ул иң мөһиме булып ҡала килә. Ғәҙәттә, 60 йәштән өлкән кешеләр һыуһамай, шунлыҡтан һыу, шыйыҡлыҡ эсмәй башлайҙар. Өҫтәүенә, янында һыу эсергә кәрәклекте иҫкәртеп тороусы юҡ икән, улар бик тиҙ кибә башлай.
Һыуһыҙлыҡ - бөтөн организмға тәьҫир итеүсе бик етди нәмә: һум итен көсһөҙләндерә, хәлһеҙлек, битарафлыҡ, ҡапыл аң бутала башлау, ҡан баҫымы төшөүе, пульс йышайыуы, стенокардия (күкрәк тапҡырында ауыртыу) кеүек билдәләр башлана, хатта аң юғалтыу, үлем осрағы булыуы ла ихтимал. Әйтеүемсә, 60 йәштән һуң кеше һыу эсеү ғәҙәтен онота, ә бит тап ошо йәштә организмдағы һыуҙың 50 проценты ғына ҡала. Шул да ҡатмарлыҡ тыуҙыра: организм һыуһыҙлыҡ кисереүгә ҡарамаҫтан, кешенең һыу эскеһе килмәй, сөнки был йәштә эске тигеҙләнеш булдырыусы механизмдар тейешле эшләмәй. Тимәк, организм кибеүгә ҡарамаҫтан, улар һыуһыҙлыҡты тоймай.
Шуның өсөн ошо иҫкәрмәне иҫтән сығарырға ярамай: үҙеңдә һыу, һуттар, сәй, шыйыҡ аш, ҡарбуз, ҡауын, ер еләге, персик, ананас, мандарин һәм әфлисун кеүек һутлы емеш-еләк ашау ғәҙәтен булдырыу кәрәк. Ҡыяр, помидор, ҡыҙыл борос кеүек һутлы йәшелсәләрҙән турама эшләп ашау файҙалы. Ике сәғәт һайын әҙләп шыйыҡса эсергә кәрәк. Өлкәндәрҙең туғандарына ла кәңәш бар: уларға һыу һәм башҡа төр шыйыҡлыҡ эсеү кәрәклеген иҫтәренә төшөрөп тороғоҙ!
АҠЫЛЛЫ КӘҢӘШ
Шулай итеп, барсабыҙға ла сәләмәт ҡартайыу теләйем һәм өлкәнәйгән көнөбөҙҙә ошо ҡылыҡтарҙан азат булырға саҡырам. Үҙемде лә, башҡаларҙы ла:
- Бер кемгә лә аҡыл өйрәтмә, хаҡлығыңды белгән хәлдә лә. Үҙең йәш саҡта бының нисек йәнеңә тейеүен иҫкә төшөр: өлкәндәр һүҙен тыңлай инеңме үҙең?
- Һорамайҙар икән, ярҙам итергә тырышма, бер кемгә лә көсләп тағылма. Яҡындарыңды донъялағы бөтөн хәүеф-хәтәрҙән араларға маташма. Уларҙы бары ярат ҡына.
- Зарланма! Һаулығыңа, күршеләреңә, хөкүмәткә, пенсия фондына. Мыжыҡ ҡартҡа әйләнә күрмә!
- Балаларыңдан рәхмәт көтмә, шуны онотма: рәхмәтһеҙ балалар юҡ, ә уларҙан шуны көтөүсе аңра ата-әсә генә бар.
- "Мин һинең кеүек йәштә саҡта...", "Иң һәйбәт йылдарымды һиңә бирҙем...", "Мин оло булараҡ, яҡшыраҡ беләм..." кеүек һүҙҙәрҙе әйтмә, улар кешене сығырынан сығарыр!
- Әгәр ейән-ейәнсәрҙәрең бар икән, уларҙы һиңә исемең менән өндәшергә өйрәтмә, был аңралыҡ.
- Үҙ-үҙеңде маҡтама. Мөмкин тиклем ыҫпай булып күренергә тырыш. Тап ыҫпай, ә йәш күренергә маташып түгел.
- Ир кеше икәнһең, ҡатыныңды һаҡла, ул йыйырсыҡтар баҫҡан, хәлһеҙ һәм мыжыҡ булһа ла. Уның да ҡасандыр йәш һәм шат саҡтарын иҫлә. Ул да бит һинең йәш, матур сағыңды хәтерендә һаҡлаусы күп ҡалмаған кешеләрҙең береһе. Һәм ул хәҙер һинең ярҙамыңа мохтаж берҙән-бер кешелер...
- "Тормоштан артта ҡалмаҫ өсөн" тип кенә төрлө юлдар менән яңы технологияларҙы өйрәнергә, яңылыҡтарҙы күҙәтеп барырға, ниндәйҙер яңы нәмәне өйрәнергә маташма. Был көлкө генә тыуҙырасаҡ. Үҙеңә нимә оҡшай, шуның менән генә шөғөллән.
- Теләһә ниндәй хәлдәрҙә лә үҙ дәрәжәңде һаҡлап ҡал! Һәм шуны онотма: әгәр һин ошоға тиклем иҫәнһең икән, тимәк, был кемгәлер кәрәк.
"Киске Өфө" гәзите, №11, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА