Үткәнен белергә теләгән, өйрәнгән халыҡ хәтерле. Сөнки ул тарих төпкөлдәренә алып киткән тамырҙарынан һутланып, теремекләнеп, бөгөн донъяла тотҡан урынын баһалай ала. Төрки халыҡтарының да үҙҙәре үткән юл менән ҡыҙыҡһыныуы көсәйә генә бара, айырыуса, археологтарҙың һөҙөмтәле эшләүен әйтергә кәрәк. Инде саңға күмелгән тарихты тергеҙә һәм үткәндәргә киңерәк ҡараш ташларға ярҙам итә улар.
Республиканың Милли музейында "Бөйөк дала: Арауыҡ. Ваҡыт. Мәҙәниәт" тип аталған үҙенсәлекле күргәҙмә менән барып танышҡандан һуң, ошо фекер тағы ла нығый төштө. Республикабыҙ өсөн ҙур мәҙәни яңылыҡ, һөйөнсө - Ҡаҙағстандың Милли музейы фонды Евразияның дала мәҙәниәтен, йолаларын һәм инаныуҙарын сағылдырған ҡыйбатлы ҡомартҡылар алып килде. Әле генә асылған күргәҙмәлә үткән дәүерҙәрҙең оҫталары эшләгән биҙәнеү әйберҙәре, ҡорамалдары, дөрөҫөрәге, шуларҙың 125 дананан торған ҙур булмаған бер өлөшө тәҡдим ителә. Залға килеп инеү менән иғтибарҙы иң элек Ҡаҙағстандың символына әүерелгән "Алтын кеше" йәлеп итә. Был бер ҙә юҡҡа түгел, сөнки "Бөйөк дала: Арауыҡ. Ваҡыт. Мәҙәниәт" рухи-тарихи сараһы Халыҡ-ара "Алтын кешенең донъя музейҙары буйлап үтеүе" проекты эсендә бара. Алтын әҙәм менән Европа, Азияның тиҫтәнән ашыу музейҙарында таныштылар ҙа инде.
Республика Милли музейында күргәҙмәне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров асты: "Беҙ былтыр ҡаҙаҡ дуҫтарыбыҙ менән осрашыуҙа мәҙәни хеҙмәттәшлекте үҫтерергә һөйләшкәйнек. Нур-Солтанда миңә "Алтын кеше" оҡшаны. 1960-1970 йылдарҙа Ысыҡкүлдә ҡурғандарҙы ҡаҙғанда сак батшаһының ҡәберлеген һәм биҙәүестәрен табалар. Экспозиция бөтә донъяға танылыу яуланы һәм күп илдә халыҡ хөкөмөнә сығарылды. Мин уны беҙгә лә алып килеүҙәрен һорағайным. Бөгөн был күргәҙмәне Башҡортостандың Милли музейында асабыҙ", - тине Башҡортостан Башлығы.
Хөрмәтле ҡунаҡтар - Ҡаҙағстандың Милли музейы директоры Арыҫланбәк Мөхәмәтулы, Ҡаҙағстандың Ҡаҙандағы Генераль консулы Ерлан Исхаҡов, Әл-Фараби Зәйнуллу Самашев исемендәге Ҡаҙаҡ Милли университеты профессоры Батеш Аҡпасовтарҙың ҡатнашыуы, музейға килеүселәрҙең уларға һорауҙары күп булыуы был сараның көнүҙәклегенә, мөһимлегенә инанырға ярҙам итте.
Сак ҡәбиләләре дәүеренән ҡалған биҙәүестәр, көнкүреш кәрәк-яраҡтары, ат егеү әйберҙәре тураһында һәр ҡыҙыҡһынған кеше тулыраҡ мәғлүмәт алырға тырышты. Эйе, Ҡаҙағстан археологтарының һөҙөмтәле эше һоҡланыу уятмай ҡалмай. Уларҙың асыштары, табыштары донъя кимәлендә баһалана һәм үткән дәүерҙәрҙең серҙәрен асырға ярҙам итә. Бер үк ваҡытта асылған серҙәр эргәһендә яңы һорауҙар ҙа барлыҡҡа килә. Үткән дәүер артефакттары - ташмы ул, көршәкме, таҡтасыҡмы, айыл башымы, һәр береһе үҙендә ҙур тарих һаҡлай. V-VII һынташы боронғо дәүерҙәрҙә йәшәгән ата-бабаларҙың аманаты булып килеп еткән икән, бының менән ғорурланмау мөмкин түгел. Үткән юлдың, быуаттарҙың ундай шаһиттары күп түгел. Хәйер, экспозициялағы һәр артефакт беҙҙе тарих төпкөлөнә әйҙәй, кешеләр, халыҡтар яҙмышы, йәшәү мәғәнәһе тураһында уйланырға саҡыра, тормошҡа битараф булмаҫҡа өндәй кеүек. Күргәҙмә Өфөлә 29 майға тиклем буласаҡ.
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №15, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|