Юрмый ырыуы башҡорттарының башҡа бер башҡорт ырыуҙары менән ҡәрҙәшлеге хаҡындағы мәғлүмәт шәжәрәләрҙә лә сағылыш таба. Дин әһеле, яҙыусы һәм мәғрифәтсе Тажетдин Ялсығол әл Башҡорди үҙенең "таварих" жанрында яҙылған әҫәрендә ("Тарих намә-и булғар") Юрмыйҙы Бәкәтундың улы, Иштәктең ейәне итеп күрһәтә. Башҡорт шәжәрәләрендәге Иштәк исеменең башҡорт халҡына ситтән бирелгән исем, йәғни эпоним сифатында ҡулланылыуы билдәле. Төньяҡ башҡорттарының төп бабалары исемлегенә ингән Әйле, Байлар, Байҡы, Ирәкте һәм Салйоғот Юрмыйҙың бер туған ҡәрҙәштәре, тип иҫәпләнгән.
XVII быуаттың икенсе яртыһында, XVIII быуаттың 30-сы йылдарында батша Рәсәйе хөкүмәте Кама аръяғы һәм Яңы Кама аръяғы оборона линиялары төҙөтөү сәбәпле, юрмыйҙарҙың Бөгөлмә өйәҙендәге аҫаба ерҙәренең байтаҡ өлөшө тартып алына. Юрмыйҙар араһында был хәл оло ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Улар, башҡа башҡорт ырыуҙары вәкилдәре менән бер рәттән, бер-бер артлы ҡубып торған ихтилалдарҙа ҡатнаша. Юрмый олоҫо башҡорто Солтан-Морат Дүскәев 1735-1740 йылдарҙа барған ҡанлы көрәштә яу башы сифатында ырыуҙаштары менән бик әүҙем хәрәкәт итә. Әммә ихтилал баҫтырылыу менән ошо яҡтарҙағы башҡорт ерҙәре күпләп тартып алына, ерһеҙ ҡалған байтаҡ ҡына юрмый халҡы типтәрҙәр сословиеһына күсерелә. Улар барыбер башҡортлоғон онотмай, документтарҙа "башҡорттан типтәрҙәр", тип яҙыла. Хәҙерге Татарстан территорияһына ҡараған ерҙәрҙә йәшәгән ерле юрмыйҙар 1917 йылға тиклем үҙҙәрен аҫаба башҡорт итеп күрһәтә.
Һуңғы йылдарҙа уҙғарылған этногенетик тикшеренеүҙәр юрмый вариҫтарының сығышында төп ике линия булыуын асыҡланы. Ир-ат нәҫеле буйынса улар ике гаплотөркөмдө тәшкил итә: G2a1-P18 һәм N1b. Беренсеһе Төньяҡ Кавказда йыш осрай, ул осетиндарҙа 70 процентҡа етә. Шул уҡ генетик маркер башҡорттарҙан өпәй ырыуына ла хас. G2a1-P18 гаплотөркөмө Иран территорияһында хасил булып, уның бер линияһы Арал буйына, унан Төньяҡ Кавказға таралған, тип иҫәпләнә. Был башҡорт юрмыйҙарының генетик тамырҙары Кавказ ермиҙарына (ермихиондарға) барып тоташыуына бик етди дәлил булып тора.
Юрмыйҙар араһында N1b гаплотөркөмөнә ҡараған кешеләр булыуы лә иғтибарға лайыҡ. Был инде юрмыйҙарҙың бер өлөшөнөң төп бабалары ананьин һәм пьянобор археологик мәҙәниәттәрен хасил иткән кешеләр менән ҡәрҙәш булыуын аңлата (былары Тарихи Башҡортостан ерлегендә бик боронғо замандарҙа уҡ формалашҡан). Ошо уҡ генетик маркер Кама һәм Урта Волга буйында йәшәгән фин-уғыр халыҡтарына (мари, удмурт, коми) хас. Уғыр сығышлы халыҡтар был зонала йәшәгән башҡорттарҙы остяк (иштәк) тип атай, шул уҡ атаманы башҡорттар үҙҙәре лә ҡуллана. Мәҫәлән, Рахманғол исемле башҡорттоң 1635 йылда Ҡырым ханлығы хакимдарына ебәргән мөрәжәғәтендә Ҡаҙан виләйәтендә йәшәүсе ҡәүемдәр телгә алына: "… черемисы, чуваши, иштек-башкурты, ары - все конные и вооруженные…". Тарихсы В.В. Трепавлов башҡорттарҙың үҙ-ара аралашҡанында тап төньяҡ-көнбайышта йәшәүсе ҡәрҙәштәренә ҡарата иштәк атамаһын ҡулланыуына иғтибар иткән.
Юрмый башҡорттары араһынан Башҡортостан тарихында һәм мәҙәниәтендә, дөйөм мосолман мөхитендә сағыу эҙ ҡалдырған байтаҡ ҡына шәхестәр сыға. Ошондай күренекле заттарҙан XVII быуатта танылыу тапҡан суфый шағиры Мәүлә Ҡолой, алдараҡ иҫкә алынған башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе Солтан-Морат Дүскәев, мәғрифәтсе, дини рухиәтсе, яҙыусы, Рәсәй мосолмандарының Диниә назараты мөфтөйө Ризаитдин Фәхретдинов, мәғрифәтсе-шағирҙар Кәбир һәм Фазыл Туйкиндар, башҡорт милли хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡан Ғабдрахман һәм Ғәбделәхәт Фәхретдиновтар, яҙыусы, БашЦИК рәйесе Афзал Таһиров кеүек шәхестәр менән барса башҡорт халҡы хаҡлы рәүештә ғорурлана.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Аҙағы. Башы 19-сы һанда).
"Киске Өфө" гәзите, №20, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|