Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Өсөнсө бүлек. Иртә тимер эпохаһы
Шулай ҙа дах йә иһә дай атамаһының йылға исеменән дә килеп сығыуы бар, был осраҡта Даих боронғораҡ атама булып тора. Ошоноң менән бәйле Көньяҡ Уралда Ыҡ һүҙе менән аталып йөрөтөлгән йылғаларҙың киң таралыуын (Ыҡ, Оло Ыҡ һәм башҡалар) һыҙыҡ өҫтөнә алмайынса булмай. Нисек кенә булмаһын, иртә тимер быуатынан бирле Көньяҡ Уралда Даих гидронимының булғанлығы һәм күп һанлы дах-массагет ҡәбиләләр союзы йәшәгәнлегенең тап килеүе асыҡлана.
Лингвистар билдәләүенсә, беҙҙең замандарға "сак" этнонимынан яралған Сак һәм Һаҡмар (Сакмара) йылғалары атамалары сак-дах-массагет дәүеренән килеп еткән тел ҡомартҡылары булып тора. Урал-Волга буйы төбәгендә "сак" һүҙе ингән топонимдар күп осрай (Свердлов өлкәһендәге Сак-Йылға гидронимы; Пермь крайындағы Һаҡмар (Сакмара) ауылы; Әстерхан өлкәһендәге Саксин ҡалаһы).
Б.э. тиклем VII-V быуаттарға ҡараған яҙма сығанаҡтарҙа Урал тауҙары районында, сак-массагет ҡәбиләләренең төп массаһы йәшәгән ерҙәрҙән (Арал буйы) төньяҡтараҡ көн иткән иирк, исседон, аримасп һәм аргиппей ҡәбиләләре иҫкә алына. Ошо ҡәбиләләрҙең ҡайһы тарафта йәшәгәнлеген теүәл асыҡлауға арналған әҙәбиәт бик күп, әммә хәҙерге заман тикшеренеүселәренең күпселеге уларҙың Урал тауҙары районында урынлашыуын хаҡ тип иҫәпләй. Үрҙә һанап кителгән халыҡтар тураһында иң ентекле мәғлүмәттәрҙе б.э. тиклем V быуатта йәшәгән тарихсы Геродот йыйнаған. Ул ошо ҡәүемдәрҙең мәҙәни яҡынлығын һыҙыҡ өҫтөнә ала, уларҙың барыһының да скиф ҡәбиләләре иҫәбенә инеүен билдәләй. Ошо мәғлүмәт Птолемей картаһында Урал (Риммий) тауҙары өлкәһенең Скифия тип аталыуының осраҡлы булмағанын күрһәтә. Ошоноң менән бәйле Страбондың (б.э. тиклем II быуат) "Скифтарҙың күбеһе, Каспий диңгеҙенән башлап, дайҙар тип атала. Һуңғыларынан көнсығыштараҡ йәшәгән ҡәбиләләр массагет һәм сак атамаларын йөрөтә", - тип белдереүе ҡыҙыҡлы.
Геродот иирк ҡәбиләләрен һыбайлылар, тип нарыҡлай. Исседондарҙың йолалары хаҡында яҙылғандарҙа уларҙың малсылыҡ менән бәйле йәшәү рәүеше асыҡ сағылыш тапҡанын күрәбеҙ. "Әгәр берәйһенең атаһы үлеп китә икән, - тип яҙа боронғо тарихсы, - барса туғандары малдарын килтерә, уларҙы һуя һәм итен киҫәктәргә бүлә. Шунан һуң үҙҙәре килгән кешенең үлгән атаһының кәүҙәһен дә өлөшләп киҫәләр. Шунан һуң барса итте бергә ҡушалар һәм мәжлес ҡоралар. Мәйеттең баш һөйәгенең тиреһен һыҙырып алалар, уны эс яҡтан таҙарталар, шунан һуң алтынлатып буяйҙар һәм изге кумир итеп һаҡлайҙар". Көньяҡ Урал ҡәбиләләрендә баш һөйәге культының энеолит дәүеренән бирле үк үҫешкән булыуын иҫәпкә алһаҡ, теркәп ҡалдырылған исседон йолаһында бер ниндәй ҙә оригиналь йөкмәтке булмауын күрәбеҙ.
Геродоттың замандашы Гиппократ исседондарҙың йәшәү рәүеше хаҡында ентекләберәк яҙа. Уныңса, исседондарҙың ҡайһылары дүрт йә иһә алты тәгәрмәсле, ямғыр, ҡар һәм ел үткәрмәй торған кейеҙ менән ябылған көймәле арбаларҙа йәшәй. Уларҙа ҡатын-ҡыҙҙар тора, ә ирҙәр аттарҙа һыбай йөрөй. Улар артынан һарыҡ, кәзә, һыйыр көтөүҙәре, ат өйөрҙәре бара.
Иирктар һәм исседондарға яҡын ғына булған ерҙәрҙә аримасптар - "күп һанлылар һәм ғәйрәтле яугирҙар, ҙур йылҡы, һарыҡ һәм үгеҙ көтөүҙәренә эйә булыусылар" (Аристей) йәшәй, арыраҡ "таҙ башлы аргиппейҙар" көн итә. Геродот күрһәткәнсә, атап үтелгән ҡәүемдәрҙең телдәре бер-береһенән бер ни тиклем айырыла, скифтарҙың үҙҙәренең (күрәһең, Ҡара диңгеҙ буйы скифтары күҙ уңында тотола. - Н.М., Ә.С. иҫк.) аргиппейҙар менән ете телдә ете тылмас ярҙамында аңлашыуын ошоға дәлил итеп килтерергә була.
Аргиппейҙар иленең координаттарын "аргиппейҙар йәшәгән урын бейек тауҙар итәгендә, уларҙың өйҙәре - кейеҙ менән ҡапланған ағастар", йәғни тирмәләр икәнен белдергән мәғлүмәт аша аныҡ билдәләп була. Улар бер ағастың ноҡот борсағына оҡшаған емешен ашайҙар, уның эсендә төшө бар. Өлгөрөп етешкән емеште туҡыма аша һығалар, унан асхи тип аталған ҡара һут ағып сыға. Ошо һутты ялайҙар һәм һөткә ҡушып эсәләр.
Исседондар, аримасптар һәм аргиппейҙар иле, күрәһең, алтынға бай булған, быға Геродоттың бында грифондар булыуы хаҡында иҫкә алыуы дәлил. Икенсе бер сығанаҡта һыңар күҙле аримасптарҙың грифтар - боронғо риүәйәттәрҙә һөйләнелгәнсә, ер аҫты шахталарынан алтын соҡоп сығарыусы ҡанатлы йыртҡыстар менән мәғдән сығанаҡтары өсөн даими һуғыш алып барыуы хаҡында бәйән ителә. Көньяҡ Урал буйынса боронғо яҙма сығанаҡтарҙы тәфсирләүсе хәҙерге заман комментаторҙары был осраҡта алтынға һәм баҡырға бай булған Урал аръяғы райондары тураһында ғына һүҙ алып барырға мөмкин булыуын раҫлай. Ошоға бәйләп, Геродоттың тағы ла бер мәғлүмәтен - бер яҡтан, аргиппейҙар һәм уларҙың иң яҡын күршеләре, икенсе яҡтан, Ҡара диңгеҙ буйы скифтары араһында даими сауҙа алып барылыуы, каруан юлы булыуы тураһындағы яҙмалары бик әһәмиәтле. Был юл бронза быуатында сит яҡтарға баҡыр алып сығыу нигеҙендә барлыҡҡа килә; ул, күренеүенсә, иртә тимер быуатында баҡырға һәм алтынға бай мәғдән сығанаҡтарын киң үҙләштереү айҡанлы нығый бара.
Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 28-се һанда).
"Киске Өфө" гәзите, №49, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА