«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 

Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Өсөнсө бүлек. Иртә тимер эпохаһы

Дах-сак-массагет ҡәбиләләренең йәшәү рәүеше һәм мәҙәниәте

Көньяҡ Урал халыҡтарының яҙма сығанаҡтар аша билдәле булған ҡатмарлы составы археология ҡомартҡыларында аныҡ сағылыш таба. Диаметры 20-50 м, бейеклеге 0,5 метрҙан 2-6 метрға еткән ер ҡурғандар ҡомартҡылар араһында иң күп һанлы төркөмдө тәшкил итә. Көньяҡ Уралда, урманлы дала райондары менән ҡуша алғанда, ошондай ҡурғандар киң таралыу тапҡан. Бында байтаҡ ҡына йылға атамаларында Ыҡ (Даик) һүҙе булыуын иҫәпкә алғанда, ошо бик киң таралған ҡурғандар тибының дахтарҙан (дай, даих) ҡалғанлығы хаҡында фараз итеп була. XX быуат башында ошондай ҡарашты тәүләп академик М.И. Ростовцев тәҡдим итә. Ул сактар һәм дах-массагеттар араһында бер ниндәй ҙә айырма күрмәй һәм уларҙы күп һанлы берҙәм халыҡ итеп ҡарай. Көнсығыш Европаның иртә күсмә ҡәүемдәре тарихы һәм мәҙәниәтен өйрәнеүсе күренекле ғалим К.Ф. Смирнов үҙенең һуңғы хеҙмәттәрендә ошо хаҡта бик инанып яҙа.
Дах-массагет ҡәбиләләре мәҙәниәтенең формалашыуы б.э. тиклем VII-VI быуаттарға тура килә, һәм ул б.э. тиклем III-II быуаттарға еткәнсе бер өҙлөкһөҙ йәшәй. Иң элгәре, ошо төркөмгә ҡараған ҡурған ҡәберлектәренең б.э. тиклем VII-VI быуаттарҙа барлыҡҡа килеп, артабан бер нисә быуат дауамында файҙаланылыуы фактын ошоға дәлил итеп ҡарау фарыз. Ошондай ҡәберлектәрҙең барлыҡҡа килеүе өсөн ҡәбиләнең билдәле бер территорияла оҙайлы ваҡыт дауамында күсеп йөрөүе шарт булып тора. Тимәк, малсылыҡ менән шөғөлләнгән халыҡтың төп өлөшөнөң аныҡ йәшәү территорияһы булған, айырым ырыу-ҡәбилә төркөмдәре ошо ерҙәрҙә күсеп йөрөй алған. Бында күсенеп йөрөү йәйләүҙәргә, тау буйҙарындағы көтөүлектәргә сығып йөрөүҙе аңлата. Билдәле булған ҡомартҡыларҙың топографияһын иҫәпкә алып, тикшеренеүселәр ошондай күсеп йөрөү радиусының 200 - 400 километрҙан да артыҡ булмауын фараз итә. Ҙур ырыу-нәҫел ҡәберлектәре, күрәһең, ҡышлау тарафтарында, йәғни малдарҙы ҡышлатыу өсөн уңайлы булған урындарҙа барлыҡҡа килгән. Бындай урындар урманлы йылға үҙәндәрендә, ҡар ҡатламы йоҡараҡ, малдарға тибендә йөрөргә уңайлы шарттар булған тау һырттарына яҡын ерҙәрҙә булған. Бында дах-массагеттар бүрәнә өйҙәр төҙөгән. Ошондай ҡоролмаларҙың примитивыраҡ булған тибы, яҫы йә иһә ике яҡлы түбәле ер өйҙәренә оҡшатып эшләнеп, кеше торлағының ҡәберҙәге имитацияһын хасил иткән.
Шул уҡ ваҡытта сығанаҡтарҙың хәҙерге кимәле дах-массагеттарҙың ҡайһылыр бер өлөшөнөң, күренеүенсә, бай һәм көслөрәк ҡәбилә төркөмдәренең, йыл һайын көҙгө-ҡышҡы миҙгелдәргә көньяҡ далаларына (Арал диңгеҙе буйҙарына, Төньяҡ Каспий тарафтарына) күсеп китеп, яҙ һәм йәй айҙарына яңынан Көньяҡ Уралға ҡайтып йөрөүен ышаныслы рәүештә раҫларға мөмкинлек бирә. Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа Көньяҡ Урал һәм Көньяҡ Ҡаҙағстан, иң элгәре Арал буйы ҡәбиләләре араһында иртә тимер быуаты эпохаһында тығыҙ, даими этномәҙәни һәм хужалыҡ итеү берлеге булыуы хаҡындағы положение А.Д. Таиров һәм С.Ю. Гуцапов хеҙмәттәрендә ныҡлап үҫтерелде. Уларҙың Урал-Арал территорияһын хатта бер мәҙәни-тарихи өлкә итеп ҡарарға тәҡдим итеүе лә хаҡлы.
Алғараҡ китеп, ошо Урал, Арал һәм Каспий алды араларында күсеп йөрөүҙең меридианаль тип аталған формаһы, күрәһең, бронза (энеолит) эпохаһында уҡ барлыҡҡа килеп, боронғо һәм урта быуаттар осорона, XVII-XVIII быуаттарға тиклем дауам иткәнлеге хаҡында әйтергә була; бындай меңәр йыллыҡ бәйлә-нештәрҙең өҙөлөүенең мөһим сәбәбе итеп Көньяҡ Уралда рустарҙың сик буйы ҡәлғәләре төҙөлөүен атарға була.
Дах-массагет ҡурғандарында Урта Азиянан килтерелгән фляга, сүлмәк һәм башҡа төрлө һауыт-һабаларҙың, шулай уҡ төрлө ювелир әйберҙәренең киң таралған булыуы ошондай меридианаль күсеп йөрөүҙе раҫлаусы дәлил булып тора. Ситтән килтерелгән һауыт-һаба шул тиклем күп, уның сауҙа итеү аша ғына был яҡтарға килтерелеүе хаҡында фараз итеп булмай. Күрәһең, ул йыл һайын әле аталып кителгән яҡтарға һәм кирегә күсеп йөрөү барышында килтерелгәндер.
Ҡаҙыу эштәре барышында табылған хайуан һөйәктәренә ҡарағанда, дах-массагеттар, башлыса, йылҡы малы һәм һарыҡ үрсеткән, эре мөгөҙлө малдары аҙыраҡ булған. "Массагеттар ашлыҡ сәсмәй, әммә малсылыҡ һәм балыҡ тотоу менән көн күрә... шулай уҡ һөт эсәләр", - тип яҙа антик авторҙар Көньяҡ Урал далалары күскенселәренең йәшәү рәүеше хаҡында.
Яңы эпоханың үҙенсәлеге ҡурғандар материалында бик асыҡ сағылыш таба. Үҙҙәренең ҡоролошо һәм табылдыҡтар составы буйынса ҡурғандар ҡатмарлы һәм күп компонентлы, әммә ошо барса күп төрлөлөк Ҡаҙағстан һәм Көнсығыш Европаның көньяғында малсылыҡ менән көн итеүсе ҡәбиләләр мәҙәниәте өсөн берҙәй үк оҡшаш. Бронза быуатының археологик мәҙәниәттәре материалдарында күҙәтелгән яҡынлыҡ хәҙер универсаль төҫ ала. Был - киң Евразия далаларында малсылыҡ менән шөғөлләнеүсе ҡәбиләләрҙең күсмә тормош тәртибенә (укладына) күсеүенең әһәмиәтле һөҙөмтәләренең береһе, ул матди етештереү, рухи мәҙәниәт һәм ижтимағи мөнәсәбәттәр өлкәләрендәге ҡаҙаныштар менән әүҙем рәүештә бүлешеп тороуға булышлыҡ итә.

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 28-се һанда).

"Киске Өфө" гәзите, №51, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.12.22 | Ҡаралған: 170

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru