Был әҙибәләр - республикабыҙҙың төрлө райондарында, ауылдарҙа йәшәп, эшләп, донъя көтөп, балалар үҫтереп, РФ һәм БР Яҙыусылар берлеге ағзалары булған ижад кешеләре. Наилә ХӘМБӘЛИЕВА Учалы районы Яңы Байрамғол ауылында йәшәй. Һөнәре буйынса экономист - бухгалтер. Дүрт китап авторы. Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылында йәшәүсе 5 китап авторы Фирүзә АБДУЛЛИНА рус теле уҡытыусыһы. Дүрт китап авторы Зөлфирә ҠАҘАҠБАЕВА Йылайыр районы Яманһаҙ ауылында йәшәй. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостан Президенты премияһы лауреаты, "Әсәлек даны" миҙалы менән бүләкләнгән. Миңзәлә ХӘЛИЛОВА Дәүләкән районы Ҡоръятмаҫ ауылында йәшәй, рус теле уҡытыусыһы, ике китап авторы. Әҙибәләр беҙҙең ситтән тороп ҡорған диалогта ҡатнашты һәм һорауҙарыбыҙға яуап бирҙе.
Ҡатын-ҡыҙ асылының талабы булған бурыстары бихисап. Шуларҙың береһе - һине был яҡты донъяға тыуҙырған әсәйеңдең тәрбиәһен, аҡыл-кәңәшен һанлаған, йөрәгенә һеңдергән, өлгө иткән ҡыҙ бала була алдыңмы?
Наилә Хәмбәлиева: Әсәйем 77 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте. Һуңғы көндәрендә дауаханала гел эргәһендә булдым. Унда ҡараусыға урын бүленмәгәнлектән, коридорҙың диванында төн үткәрә инем. Бәләкәй генә булып ҡалған әсәйем, мине йәлләп, йоҡларға үҙенең эргәһенә саҡырғыланы. Һуңғы көндәре икәнен белгәнлектән, шул саҡырыуына сабый балалай ҡыуана инем дә, һыйынып ҡына ҡосағына инеп ята инем. Һөйләшеүе ауыр ине уға. "Бирерәк ят, бирерәк", - ти ҙә әсәйем тар карауаттың ситенә шылырға тырыша ине. Шул мәлдәрҙә мин әсә һөйөүенең, әсә хәстәренең ни кимәлдә тәрән һәм мәңгелек икәнен аңланым. Бирергә мөмкин булып та, биреп еткермәгән иғтибарым өсөн үҙемде әрләп, әйтеп өлгөрмәгән йылы һүҙҙәремде әйттем.
Әсәйем тыныс холоҡло, матур күңелле булды. Үҙе лә һылыу ине. Беҙ дүрт ҡыҙ үҫтек. Мин кинйә ҡыҙ. Ҡаты ҡул апайымдарға ла эләкмәне. Атайым, әсәйем, нисектер, беҙҙе өгөт-нәсихәтһеҙ генә үҫтерҙе. Дүртебеҙ ҙә тәрбиәле булып үҫтек, шөкөр.
Фирүзә Абдуллина: Мин ун балалы ҙур ғаиләлә төпсөк бала булып үҫтем. Алты апайым, өс ағайым бар ине. Бәләкәйҙән оло апайҙарыма булған талаптарҙы ишетеп, күреп үҫкәс, нимә ярай, нимә ярамай икәнен миңә артыҡ өйрәтеп тороу кәрәкмәне. Әҙәп, тәртип, тышҡы ҡиәфәт - ғаилә эсендәге ҡағиҙәләргә ярашлы булды. Иң мөһим тәрбиә - хеҙмәт тәрбиәһе бирҙе әсәйебеҙ, сөнки ул донъя көттө, беҙҙе тәрбиәләне. Ә атайыбыҙ артыҡ ҡыҫылып барманы - ул "мамонтҡа һунар итте", беҙҙе ас-яланғас итмәне. Тыуған ауылымда башланғыс мәктәп кенә булғанлыҡтан, дүртенсе класты тамамлағас, әсәй ышығынан сығып киттем. Өс йыл апайым менән йәшәнем, унан һуң - мәктәп-интернат. Һәр осорҙан, һәр этаптан үҙемә файҙалы ғилем, һөнәр, тәрбиә алдым. Барыбер ҙә әсәйемдең халыҡ педагогикаһына ҡоролған тәрбиәһе өҫтөнлөк итте тип уйлайым, мин бөтә ғүмерем буйына уның кәңәштәре, һабаҡтары буйынса йәшәргә тырыштым. Хатта уларҙы үҙ балаларыма ҡалдырыр өсөн "Әсәйем һабаҡтары" тип аталған шиғырҙар циклын ижад иттем. Әлбиттә, һис шикһеҙ, мин әсәйемдең тәрбиәһен, аҡыл-кәңәшен һанлаған, йөрәгенә һеңдергән, өлгө иткән ҡыҙ бала була алдым тип уйлайым.
Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева: Беҙ ғаиләлә 7 бала үҫтек. Ул заманда был ишле һаналманы, сөнки һәр ғаиләлә 5-тән башлап 10-ға тиклем бала ине. Ауылда башланғыс ҡына мәктәп булғас, уҡып бөтөп торалар, ситкә таралышып торалар. Ҙур ғаиләнең мәшәҡәттәре лә күп, өлкәнерәк ағай-апайҙар ҡырҙа уҡығас, өйҙә ҡалғандарға бөтөн эште ата-әсә менән бергә алып барырға тура килә. Беҙҙе берәү ҙә ултыртып ҡуйып, өгөт-нәсихәт уҡып торманы. Барыһы ла эш араһында, яйына, уңайына килтереп кенә әйтеп ҡуйылыр ине. Утын бысыу-ярыу, мал ҡарау, көйәнтәләп һыуға йөрөү, йәй буйына бесән эшләү, картуф утау-күмеү, һарыҡ ҡырҡыу, сиратлап һыйыр көтөү - барыһын да, бөтөн тиҫтерҙәрем кеүек, һәүетемсә генә башҡарҙыҡ. "Эшләгәнең минең өсөн булһа ла, өйрәнгәнең үҙең өсөн" тип әйтеп ебәрерҙәр ине әсәй ҙә, ҡартәсәй ҙә (атайҙың әсәһе). Мәҡәл-әйтем, кинәйәләп кенә ҡуйыу кеүек әйберҙәр менән тормош асылын төшөндөрҙөләр. "Ҡыҙ баланы ҡырҡ ерҙән тый!" тип бигерәк баҫып, баҙнатһыҙ итеп үҫтергәндәрен бөгөн генә аңлайым. Бәлки, ул нәҫелдән килгән ҡыйыуһыҙлыҡ, тыйнаҡлыҡтыр. Беҙ үҫкән ваҡытта кейәүгә сыҡмай бала табыу - иң ҙур гонаһ, оят, хурлыҡ һаналды. Шунан ҡурҡып йөрөгәндәрҙер инде, иң кесе ҡыҙҙары булған минең туйымдан һуң әсәйемдең: "Аллаға шөкөр, береһе лә йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтермәй тормошҡа сыҡты", - тип еңел һулап, ҡыуанғанын иҫләйем. Хәҙер заман башҡа - заң башҡа. Ирһеҙ бәпәй тапҡан йәш ҡатындар хатта почетта һанала. Ләкин миңә әсәйҙәр тәрбиәһе шул хәтлем ныҡ һеңгәндер: өс ҡыҙым да матур итеп туйҙар үткәреп, кейәүгә сыҡҡас, әсәйем кеүек уйлап, иңемдән ауыр йөк төшкәндәй тойҙом үҙемде! Инде, Аллаһ бойороп, ике улым үҙ милләтебеҙҙең тәүфиҡлы ҡыҙҙарын табып, яҙмыштарын бәйләһәләр, атаһы менән минең иңемә ятҡан бурыс үтәлер...
Әсәйем бик ризалыр үҙенең тәрбиәһенән, тип уйлайым, беҙҙең тормош өсөн шатланып, минең уңыштарымды, кешеләр араһындағы ихтирамды күреп, ныҡ ғорурланып ғүмер итә. Минең өсөн йөҙө яҡты. Әлеге көндә уға 87 йәш.
Миңзәлә Хәлилова: Беҙ ғаиләлә 5 малай, 4 ҡыҙ буй еткерҙек. Бәләкәй генә көйгә һеңле-ҡустыларыбыҙҙы ҡарашып, әсәйемә ҡулдан килгәнсе ярҙам итергә тырыша торғайныҡ! Атай-әсәйебеҙ йәшләй генә мәрхүм булғас, апайым менән 2 ҡустым, 2 һеңлемә ҡулдан килгәнсе ярҙам иттек,уларҙың туйҙарын уҙғарҙыҡ, таяныс, терәк булырға тырыштыҡ. Беҙ бәләкәй саҡта өйөбөҙҙән кеше өҙөлмәне, күмәк бала янына барыһы ла һыйҙы, сөнки атайым менән әсәйем йомарт, мул ҡуллы, ҡунаҡсыл, асыҡ йөҙлө булдылар.
Әсәйем балаларында ла шул сифаттарҙы тәрбиәләне. Мин дә ҡунаҡтар яратам, өйөмә килгән кешегә һәр саҡ шатмын! Әсәйемдең теле лә шул тиклем мәҡәл-әйтемдәргә бай була торғайны. "Үҙеңдән башҡаны әүлиә итеп бел", "Алма бешкән һайын башын түбән эйә - эре булмағыҙ", тип йыш ҡына ҡабатлар ине. Мин дә улдарым күңеленә шул ҡиммәттәрҙе һеңдерергә тырыштым. Әсәйемдең өмөтөн аҡлай алғанмындыр, моғайын.
Тормош юлдашың хыялыңа тап килгәнме, ул һине ниндәй ҡатын итеп баһалай һәм һин уның өмөтөн аҡлай алаһыңмы?
Наилә Хәмбәлиева: Әллә инде. Йәш ҡыҙҙарҙың хыялы үрелеп алғыһыҙ була бит. Ә өлөшөңә яҙғаны ерҙә йөрөй. Тормош иптәшем менән һөйөшөп ҡауыштыҡ. Бергә булғаныбыҙға инде 34 йыл. Балалар үҫтерҙек. Донъя булғас, төрлө мәлдәр булды. Әммә бер һүҙҙе ул һәр ваҡыт әйтә килде. Уның: "Яратып өйләндем, яратып йәшәйем",- тигән һүҙҙәренең ихласлығына ышанам. Мине, ҡатынын, ниндәй тип баһалауы ла ошо һүҙҙәр эсендәлер инде. Тегеләй тип әйтте, былай тип маҡтаны, тиһәм килешмәҫ. Бер генә осраҡты әйтеп китер инем. Улыбыҙға атай фатихаһы итеп: "Әсәйеңә оҡшаған кәләш тура килһә, бәхетле булырһың", - тигәне булды.
Өмөтөн аҡланым микән? Быға тиклем йөҙөн бормағас, аҡлағанмындыр, тим. Йәшәй-йәшәй бер-береңә хөрмәт арта, иғтибар көсәйә. Беҙҙең дә шулай. Ҡәнәғәтбеҙ тормошобоҙҙан.
Фирүзә Абдуллина: Тормош юлдашымды мин үҙем һайлап алдым. Ҡырҡ йыл элек Яңы йыл төнөндә таныштыҡ, иртәгеһенә мин әхирәтемә: "Мин ошо егеткә кейәүгә сығасаҡмын!" - тип әйттем. Ни өсөн? Миңә уның тыныс, итәғәтле, әҙәпле, ихтирамлы, тәртипле булыуы оҡшаны. Юмор тойғоһо бик үҫешкән булыуы, кеше менән уртаҡ тел таба белеүе һоҡландырҙы. Әсәйемдең кәңәшен тоттом. "Һәйбәт кешене яратыуы ҡыйын түгел, яратам тип аҡылыңды юйма. Үҙең яратҡанға түгел, үҙеңде яратҡанға бар. Үҙеңә ир һайлама, буласаҡ балаларыңа лайыҡлы атай һайла. Балаларың бәхетле булһын өсөн үҙең бәхетле булырға тейешһең", - тип өйрәтте ул. Аллаға шөкөр, бергә йәшәгән ҡырҡ йыл ғүмер эсендә ҡырын һүҙ әйтешкәнебеҙ юҡ, мин - унан, ул минән ҡәнәғәт булып татыу йәшәйбеҙ. Ҡыҙҙарыбыҙ ҙа атайҙарына оҡшаған кейәү һайлап, матур ғаиләлә татыу, бәхетле йәшәйҙәр, аҡыллы балалар үҫтерәләр.
Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева: Тормош булғас, ғаиләлә төрлө хәлдәр була, һәр ваҡыт яратышып ҡына йәшәү мөмкин түгел. Беҙҙең дә ныҡ матур йәшәгән саҡтар ҙа, тормош кәмәһенең ҡомға терәлеп, артабан йөҙә алмай, туҡталып, ҡыйралыр сиккә еткән саҡтары ла булды. Шул ваҡыттағы түҙемлегебеҙ, ауырлыҡтарҙы өндәшмәй үткәреп ебәреүебеҙ, бер-беребеҙҙе ғәйепләмәүебеҙ тормошто артабан яйға һалырға булышлыҡ итте. Нисек кенә ситен саҡта ла, иң беренсе, балаларҙы уйлайһың. Улар ҡайһылай йәшәр, нисек ҡабул итер, еңеллек килтерерме был аҙым, әллә, киреһенсә, бәхетһеҙ итерме? Яйлап барыһы ла үҙ урынына ултырҙы, бындай һынауҙарҙы ҙур юғалтыуҙарһыҙ еңеп сығырға насип итте. Әлеге көндә, әлеге йәштә беҙгә нимә кәрәк: күңел тыныслығы, балаларҙың имен-һау булыуы. Улар бәхетле булһа - беҙ ҙә бәхетле. Артығы кәрәкмәй ҙә. Бөгөн ҡошсоҡтарыбыҙҙы ситкә осороп, һил, тыныс, яйлы ғына итеп, икәү генә йәшәп ятҡан көнөбөҙ. Хәйер, икәү ҙә түгел инде - 83 йәшлек бейем бергә йәшәй. Аллаға шөкөр, ирем өсөн мин - бөтәһе лә. Иң матур ҡатын да, иң яҡын кәңәшсе лә, өлгө лә, илһам сығанағы ла. Бер көн өйҙә булмаһам, ул күңеленә тыныслыҡ таба алмай, бөтөн балаларға шылтыратып, һөйләшеп сыға. Ә мин янында саҡта, уға башҡа бер ни ҙә кәрәкмәй кеүек. Яратылып, иркәләнеп йәшәгән ҡатынмын, арҡа терәр кешем бар, Аллаға шөкөр. Ошо бәхеттән айырмаһын!
Миңзәлә Хәлилова: Тормош юлдашым Вәрис Сәмиғулла улы менән 38 йыл бергә тормош көтәбеҙ, 2 улға ғүмер бирҙек, 19 йыл ҡәйнә менән торҙом. Аллаға шөкөр, ҡәйнәм Фәтиха Әбкәрим ҡыҙы менән матур, татыу йәшәнек, ул мин эштә йөрөгәндә балаларымды ҡараны, йортобоҙҙоң "алтын йоҙағы" булды. Вәрис менән 3 йыл дуҫлашып йөрөп өйләнештек, ул донъя көтөргә шул тиклем тырыш булды, улдарыбыҙ ҙа, мин дә һәр саҡ уның хәстәрен тойоп йәшәйбеҙ. Ауылда беренселәрҙән булып күпләп мал аҫраған, буралар бураған да ул! Уның миңә булған мөнәсәбәтен бер миҫал менән генә күрһәтергә була. Быйыл ғинуар айында ныҡ итеп ауырып, Өфөгә Республика дауаханаһына эләгеп, реанимация аша үтеп, айға яҡын өйҙә булманым. Мин ҡайтҡан көндө дуҫтарының ҡайһыһылыр телефондан шылтыратып хәл белә. "Аллаға шөкөр, өйөмдөң ҡояшы ҡайтты!" - тигән яуабын ишетеп ҡалдым! Шунан да ҙур баһа булыуы мөмкин түгелдер.
Әсәлек вазифаһын нисегерәк үтәргә тура килде, балалар рәхмәтлеме?
Наилә Хәмбәлиева: Әсәлек вазифаһы тип әйтмәҫ инем ул. Ҡорораҡ яңғырай. Әсә булыу бәхетен, тиер инем. Һәр әсә һымаҡ кисерелде. Йоҡо туймағанлыҡтың татлы ҡыйынында сабыйлыҡтан сығараһың, етәкләп йөрөтөп, үҫмерлеккә еткерәһең. Үҫмерлектең ҡытыршыларын бергә кисереп үткәреп ебәрәһең. Ә оло тормошта улар үҙҙәре һиңә кәңәшсе була ла ҡуя. Һәр хәлдә, минекеләр менән шулай. Утыҙҙы үткән улым да, студент ҡыҙым да әсәләрен ҡурсалап, әпәүләргә була ла китәләр.
Әсәйемдән алған бер сифатым бар. Балаларымды үҙ яйҙарына ҡуйыбыраҡ тәрбиәләнем. Әсәйем һымаҡ, мин дә ҡаты әсәй була алманым. Был тәрбиә юҡлыҡты аңлатмай, әлбиттә. Үҙ көнкүрешең, ҡылығың - иң яҡшы тәрбиәсе ул. Әсәйем дә бөтмәҫ кәңәш биреп, нәсихәт уҡып ултырманы. Минең дә тәрбиә алымым шулайыраҡ булды. Нисә йәш булыуына ҡарамай, баланы шәхес итеп күрә белеүгә нигеҙләнгән тәрбиә аша балаларыма әҙәп, әхлаҡ ҡағиҙәләрен бирә алғанмындыр, тим.
Балаларым боҙолманы, Аллаға шөкөр. Тәртиплеләр. Төплө итеп фекер әйтә беләләр. Иң мөһиме, аталарын, мине ихтирам итәләр. Тыуған йорттарына тартылып торалар. Балаларҙың рәхмәте ана шул тәртиптәрендә инде.
Фирүзә Абдуллина: Мин йәш саҡтан ҙур ғаилә тураһында хыялландым. Кәмендә биш бала үҫтерергә теләгәйнем. Яҙмышым башҡасараҡ ҡарар ҡабул итте шул... Тәүге балаларыбыҙҙы - ике улыбыҙҙы - бәләкәй саҡтарында юғалтып, операциялар ярҙамында табып, ике ҡыҙ үҫтерҙек, Аллаға шөкөр! Ирем ҡыҙҙарыбыҙҙы ҡулдарынан төшөрмәй генә, әкиәттәр һөйләп үҫтерҙе, улар өсөн аталары - ир-егет өлгөһө, идеал булды. Ҡатын-ҡыҙ эштәренә үҙем өйрәттем, иртә ҡул араһына инделәр. Ауыл ерендә йәшәрлек бөтә һөнәрҙәре лә, ғилемдәре лә бар. Бәйләргә, тегергә, сигергә, аш-һыу әҙерләргә минән өйрәнделәр. Бәләкәйерәк саҡта хатта шиғырҙар ҙа яҙып маташтылар. Изгелекле, ярҙамсыл, киң күңелле балаларыбыҙ, ярҙам итеп торалар. Тейәнеп ҡайтып төшәләр, һаулығыбыҙҙы ла ҡайғырталар, рәхмәт яуғырҙары. Кейәүҙәрҙән уңдыҡ, үҙ балаларыбыҙ кеүектәр, уларҙы үҫтергән ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарыбыҙға рәхмәт. Ейәндәребеҙҙе шатланып ҡарашабыҙ, һағынһаҡ, Өфөгә ауыл күстәнәстәре тейәп барып күреп, яратып ҡайтабыҙ. Беҙ уларға, улар беҙгә рәхмәтле.
Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева: Беҙ ҙә балаларҙы эш араһында үҫтерҙек. Мин егерме йылдан ашыу мәктәптә уҡытып, 7 йыл редакцияла эшләп, уларҙың үҫкәнен күрмәй ҙә ҡалдым, ахырыһы. Уның менән бергә донъя мәшәҡәттәре, йәмәғәт эштәре ҡушылып бара. Шулай булһа ла мин балаларҙы бер ҡасан да күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырыштым: өйгә эштәрен тикшереп, йыйылыштарына йөрөп, буш ваҡыттарын нисек үткәреүҙәрен ҡарап, проблемалары булһа, сисешеп, һәр ваҡыт улар менән бергә булдым. Һәләттәрен тотоп алып, үҫтерергә ынтылдыҡ. Мәҫәлән, Илзирә менән Иштуғаныбыҙҙы беренсе кластан музыка училищеһына бирҙек, береһе скрипка, икенсеһе флейта класында белем алды. Барыһы ла үҙҙәре теләгән төрлө түңәрәктәргә, секцияларға йөрөнөләр, кемеһелер спортты үҙ итте, икенселәре ҡул эшен, һүрәт төшөрөүҙе һайланы... Бәләкәйҙән ситтә уҡығас, ныҡ һағынғандарҙыр инде, ҡайһы саҡ Илзирәбеҙ үпкәләп тә ала торғайны...
Үҙем дә бала саҡтан музыка менән ныҡ ҡыҙыҡһындым, тик мөмкинлектәр булманы. Гармунда уйнарға өйрәнергә, йырларға теләгем ҙур ине. Бер мәл хатта йырсы булыу хыялы менән дә йәшәп алдым. Тик 14-15 йәштәрҙә тауыш үҙгәреш кисергән осорҙа йырлап, тауыш тембры үҙгәрҙе, ҡалын булып, йәмһеҙләнде. Ул хыялды оноторға тура килде инде... Спорт менән шөғөлләндем тиһәм, ныҡ арттырыу булыр, шулай ҙа саңғыла йөрөргә яраттым, район, зона ярыштарында призлы урындар ҙа яулағаным булды. Йүгереү буйынса иһә алдыра алманым, кластағы 22 ҡыҙ араһында иң һуңғы бишәү уртаһында килә торғайным ярыштарҙа... Әле лә саңғыбыҙ бар, тик ялҡаулыҡ көслө, бик һирәк баҫабыҙ саңғыға. Шулай ҙа ҡайһы саҡ иптәшем Рәсүл менән яйлап ҡына йөрөп әйләнәбеҙ...
Миңзәлә Хәлилова: Беҙ Вәрис менән Линар һәм Азат исемле 2 ул үҫтерҙек, ваҡыты еткәс, береһе МЧС ғәскәрендә, икенсеһе диңгеҙ флотында хеҙмәт итеп ҡайттылар, юрист һөнәрен һайланылар, ғаилә ҡорҙолар. Линар менән Алина киленем беҙгә Ләйсән, Кәрим, Мәликәне бүләк иттеләр, Азатыбыҙ ғаиләһендә Наҙгөл менән Динислам үҫә. Улдарыбыҙҙы хеҙмәт тәрбиәһе биреп үҫтерҙек, бер эштән дә ҡурҡып тормай, тота ла эшләйҙәр! Линарыбыҙ эшендә етәксе взифаһын башҡара, Азатыбыҙ ҙа ғинуар аҙағында ғына Луганск өлкәһендә 4 ай эше буйынса командировкала булып ҡайтты. Икеһенең дә эш урынынан беҙгә рәхмәт хаттары килде! Ата-әсә өсөн шунан да ҙур бәхет юҡтыр! Балаларыбыҙ ғына иҫән-һау булһын!
Ниндәй ҙур вазифа-бурыстар йөкмәргә тура килһә лә, һеҙ ижад кешеһе. Ижад ниндәй урын биләй һеҙҙең тормошоғоҙҙа?
Наилә Хәмбәлиева: Әсәлек, ир ҡатыны булыу - һәр ҡатын- ҡыҙҙы ғаиләһен, ғаилә мөхитен беренсе урынға ҡуйҙырта торған асыл. Минең дә тормошомда ғаиләм беренсе урында, әлбиттә. Шулай булырға тейеш тә. Әммә был ижадҡа еңелсә ҡарау тигәнде аңлатмай. Шағир ижады ла икенсе төрлөрәк бит ул. Шағирҙар баш баҫып ултырып ижад итмәй. Илһам килһә - ижад бар, килмәһә - юҡ. Юҡ нәмәне баш баҫып көтөүҙән ни фәтүә? Ижад миңә ниндәйҙер бурыс йөкмәтмәгән, вазифа ла тоттормаған. Ижадҡа һуңлабыраҡ килеүемде лә әйтеп киткәндә, беренсе урында түгел икәнлеге аңлашыла. Һәм икенсе, өсөнсө, һуңғы урында ла түгел. Ул минең булмышымда. Ижад һәр ваҡыт минең менән.
Фирүзә Абдуллина: Утыҙ биш йыл мәктәптә эшләү дәүерендә ябай уҡытыусы ла, директор урынбаҫары ла, мәктәп директоры ла булып эшләргә тура килде. Йәштән ижад итһәм дә, ғүмеремдең төп өлөшөндә мин ижадсы түгел, ә уҡытыусы булдым. Уҡытыусы - шул уҡ ижадсы бит ул, ләкин уның ижад емештәре - балалар. Һәр уҡыусы - таҙа дәфтәр бите кеүек, унда нимә яҙаһың - шундай кеше тәрбиәләйһең. Һәр балаға йөрәк көсөңдө һалаһың, йөрәк йылыңды бүлеп бирәһең. Минең өсөн беренсе урында ғаиләм, икенсе урында эшем булды. Һуңғы ун йылда ғына ижад менән әүҙемерәк шөғөлләнә башланым. Ижад минең өсөн ғаиләм, туғандарымдан ҡала өсөнсө урынды биләй.
Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева: Ижадҡа бала саҡтан тартылып, 7-8 йәштән "шиғыр" яҙып килһәм дә, ижад минең төп шөғөлөм булманы. Әлеге әйтеүемсә, эш араһында, илһам килгәндә генә ҡулға ҡәләм алып, бик һирәк яҙыштым, ул миңә хобби һымаҡ ҡына ине. Балалар бәләкәй саҡта төнөн ултыра инем яҙышырға. Ә урыҡ-һурыҡ эшләү кешене бер ҡасан да уңышҡа килтермәй. Шулай ҙа Башҡортостан китап нәшриәтендә 4 проза китабым донъя күрҙе, был минең өсөн ҙур хеҙмәт! Быйылдан башлап мин хаҡлы ялдамын, хөкүмәт эшенән киткәс, ваҡыт та күбәйҙе. Күптән күңелдә йөрөп тә, яҙыр өсөн ҡул теймәгән әйберҙәрҙе ҡағыҙға төшөрөү эшен башланым, Аллаһыма шөкөр. "Киске Өфө", "Йәшлек" гәзиттәре, "Ағиҙел", "Шоңҡар", "Башҡортостан ҡыҙы" журналдары менән ижади бәйләнеш бар, улар һәр ваҡыт минең әҫәрҙәремде тиҙ арала баҫып сығарып торалар. Форсаттан файҙаланып, уларға оло һәм ихлас рәхмәтемде еткергем килә. Һаулыҡ булһа, уй-ниәттәрем бар, эшләйһе эштәрем бихисап...
Миңзәлә Хәлилова: Мин бар ғүмеремде уҡытыусылыҡ эшенә бағышланым, бына 42 йыл Ҡоръятмаҫ урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләйем. Уҡытыусы эше минең тормошомда иң беренсе урынды биләне, сөнки был эште ярты-йорто ғына башҡарып булмай! Етмәһә, уҡытыусының эше өйөнә лә эйәреп ҡайта: дәфтәр тикшереү, дәрес планы төҙөү, һ.б. Ғаиләм һәр саҡ икенсе урында булды, хатта үҙемдең балаларыма ла ваҡытым ҡалмай ине. Ә ижадым йоҡо иҫәбенә барҙы, әҫәрҙәремде төнөн, барыһы ла йоҡоға киткәс, бер кем дә ҡамасауламаған саҡта яҙа инем! Уның араһында мәктәптә, ауылда, районда уҙғарылған осрашыуҙар, тәрбиәүи саралар, семинарҙар һ.б.
Нисек кенә булмаһын, һеҙ ҡатын-ҡыҙ, матурлыҡҡа ынтылыусы алиһә. Матурлыҡҡа нисек өлгәшелә?
Наилә Хәмбәлиева: Матур булыу - ул хеҙмәт. Тәнеңдең бөхтәлеген, ыҫпайлығын булдырыуға өҫтәп, күңелеңдең паклығын, уйҙарыңдың сафлығын булдырыуға йүнәлтелгән көндәлек эш. Мотлаҡ шулай. Сөнки тыштан матур ҡиәфәттә булып та, кешенең күңеле тоноҡ икән, матур булыу тураһында һүҙ булыуы ла мөмкин түгел. Ҡатын-ҡыҙҙа айырыуса.
Ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына үҙеңде тәрбиәләүгә ваҡыт етмәйерәк тә китә. Бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәт уртаһында биткә, ҡулға крем һөртөү генә лә башҡа инмәй. Минең дә үҙемдән риза булмаған саҡтарым була. Көҙгө эргәһендә эс бошоп баҫып торған ваҡыттар юҡ түгел. Шул ерҙә тыуған ҡәнәғәтһеҙлек көстө ала. Ана шул мәлдәрҙә күңел тигән нәмә ҡотҡара ла инде. Бер йылмайыу. Таушалыбыраҡ киткән тышҡы ҡиәфәтте, күңелдән елтерәтеп килтереп сығарған шәлкем-шәлкем нур ҡалайыраҡ матурлағанды белһәгеҙ ине! Ҡараш осҡонланып китә, арҡа турая, яурын кирелә. Һеҙ үҙегеҙҙе ҡабат яратаһығыҙ. Тик һәр ваҡыт иҫтә тоторға кәрәк - үҙен яратмаған ҡатын-ҡыҙҙы бер кем күҙгә элмәй. Бына һеҙгә матурлыҡҡа өлгәшеүҙең арзан ғына бер юлы. Тик бының өсөн күңел матурлығын булдырыу һәм һаҡлау мотлаҡ. Сөнки булмағанды сығарып та булмай.
Фирүзә Абдуллина: "Матур матур күренмәй, һөйгән матур күренә", ти торғайны әсәйем. Матурлыҡ минең өсөн - ул камиллыҡ. Тәбиғәттәге матурлыҡҡа һоҡланам. Хайуандар, йәнлектәр, ҡоштар, бөжәктәр матур булырға мөмкин. Ә кешеләге матурлыҡты мин шартлы ғына ҡабул итәм. Кемдеңдер күҙҙәре, сәсе, буй-һыны матур булырға мөмкин, ләкин холҡо, күңеле матур булмаһа, мин уны матур кеше тип атай алмайым. Һәм, киреһенсә, күңеле матур кешенең тышҡы ҡиәфәтенә мин битараф, ул минең өсөн иң матур кеше булып тойола. Үҙемдең ҡиәфәтемә лә мин артыҡ иғтибар бирмәйем, ләкин тирә-яғымды матур итергә тырышам. Был минең күңел торошом өсөн мөһим. Әгәр ишек алдымда төрлө ағастар, матур сәскәләр үҫә икән, минең кәйефем дә күтәренке була, мин һоҡланам, шатланам, кинәнес алам. Эргә-тирәләге матурлыҡты беҙ үҙебеҙ тыуҙырабыҙ. Тегергә, сигергә, бәйләргә яратыуым да ошо матурлыҡты үҙ ҡулдарым менән тыуҙырырға маташыуымдың бер төрлө сағылышылыр, моғайын.
Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева: Был һорауға яуабым юҡ. Мин үҙемде матур итеп күрһәтеү өсөн бер нәмә лә эшләмәйем! Нисек бармын, шулай ҡабул итһендәр, тием. Шул уҡ ваҡытта Әсә тигән бөйөк вазифа йөкмәгән ҡатын-ҡыҙҙан да матурыраҡ бер кем дә юҡ тигәнгә лә ышанғанмын...
Миңзәлә Хәлилова: Матурлыҡҡа ынтылыу - ул ҡатын-ҡыҙҙың булмышында! Мин дә ҡулымдан килгәнсе эргә-тирәмдә матурлыҡ булдырырға тырышам. Баҡсамда 40-тан ашыу төр сәскә үҫтерәм, өйөмдө үҙ зауығым менән биҙәйем, уҡыусыларымда матурлыҡҡа һоҡлана белеү хисе тәрбиәләргә тырышам. Матурлыҡҡа ынтылыу - ул ниндәйҙер модалы, ҡыйбатлы кейем һатып алыу түгел икәнен төшөндөрәм. Матурлыҡ -ул ябайлыҡ, тием.
Шулай итеп...
Шағирҙар, яҙыусылар, ғөмүмән, ижад кешеләре ҡалаларҙа ғына түгел, ауылдарҙа ла йәшәй. Ҡалала йәшәгәндәр ижадты көнитмеше шөғөлөнә әйләндерһә, ауылда йәшәгәндәр өсөн ул эш араһында ғына туҡтап, Илһам ҡошо алып килгән сәләмде ҡағыҙға төшөрөү мәле һымаҡ ҡабул ителә. "Илһам килһә - ижад бар, килмәһә - юҡ. Юҡ нәмәне баш баҫып көтөүҙән ни фәтүә?"- ти бит ана Нәилә Хәмбәлиева ла. Ауылда йәшәгән ижад кешеләре, был осраҡта әҙибәләр өсөн әсәлек, ир ҡатыны булыу мөһимерәк. Был үтә тәбиғи, шулай бит? Шуның өсөн уларҙың ижад емештәре лә тәбиғи асылында.
Гөлбаныу ГӘРӘЕВА
һорауҙар бирҙе.
"Киске Өфө" гәзите, №8, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА