«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺУҒЫШ МИХНӘТТӘРЕ ОНОТОЛМАҺЫН!
+  - 


Быйыл илебеҙ 78-се Еңеү яҙын ҡаршылай. Миллионлаған ҡорбандар биреп яуланған өсөн дә ул һәр кем өсөн ҡәҙерле. Совет халҡының һәр ғаиләһе, һәр кешеһе йөрәге аша үткәнгә ул шулай баһалап бөткөһөҙ ҡиммәтле беҙгә. Йылдан-йыл ошо дәһшәтле һуғыш шаһиттары кәмей бара, тыл ветерандары, һуғыш балалары, тигән исемде йөрөтөүселәр сафтары ла һирәгәйә. Улар менән бергә хәтер ҙә китә. Еңеүселәр, улар хаҡында иҫтәлектәр китаптарҙа, фильмдарҙа йәшәй йәшәүен. Ләкин XX быуаттың иң оло афәтенең ғибрәте онотола. Еңгәндәр ҙә, еңелгәндәр ҙә онота уны - быны беҙ бөтөн донъяла барған һуңғы ваҡиғаларға ҡарап та аңлайбыҙ. Бына шуның өсөн дә һуғыш, ул килтергән михнәттәр хаҡында уларҙы күргән-белгәндәр һөйләргә тейеш. Сөнки хәтер шулай йәшәй. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шундай хәтирәләрҙе һөйләй алыусылар сафтары ла һирәгәйә бара. Ә шулай ҙа гәзитебеҙ биттәрендә быға тиклем донъя күргән, ошо темаға арналған сығыштарҙың (авторҙарҙың ҡайһы берҙәре был донъяла юҡ инде, ауыр тупраҡтары еңел булһын) ҡайһы берҙәрен яңыртайыҡ әле.

"Ветерандар хәҡиҡәте йәш быуынға ла һабаҡ бирһен"
(№19, 2014 йыл)

Рамаҙан ҠОТОШОВ (1924-2020), Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, журналист, яҙыусы:
Һуғыш ваҡытында окопта ятҡан мәлдәребеҙҙә "Бына ошо ҡәһәрле һуғыш бөтөр ҙә, әҙәм балаһы башҡа бер тапҡыр ҙа һуғыш ҡоралына тотонмаҫ", тип уйлай торғайныҡ. Ул һуғыш тамамланғандан һуң етмеш йылға яҡын ваҡыт үтте, әммә ошо ваҡыт эсендә донъяла бер генә тыныс көн булды микән? Йә бер урында, йә икенсе урында үлтереш уты ҡабынып ҡына торҙо. Киләһе һуғыштың Бөйөк Ватан һуғышынан да ҡурҡынысыраҡ булыуы ихтимал бит, тигән шом бер ваҡытта ла күңелгә тынғы бирмәне. Бөгөн был ҡурҡыныс йәнә илебеҙ сиктәренә үк килеп етте. Күрше Украинала болғаныш бара. Әгәр ҙә унда граждандар һуғышы башланып китһә, туғандар бер-береһен үлтергән ошо һуғыштан да яманы булырмы икән? Аллаһ һаҡлаһын!
Нимә уйлай әҙәм балаһы, ниңә һуғышһыҙ йәшәй алмай? Ниңә сиге булмаған, ғәҙеллек менән бүлгәндә барыһына ла еткән байлыҡтарҙы бүлешә алмайбыҙ? Ошо һорауҙар тынғы бирмәй. Һуғыш тоҡанып китһә, кешелек бик ҡыйын хәлдә тороп ҡаласаҡ бит. Әлеге һуғышты теге һуғыш менән сағыштырыу мөмкин түгел. Теге һуғышта беҙ окоптарға йәшенһәк, иҫән ҡаласағыбыҙға шикләнмәй инек. Исмаһам, тере ҡалыу мөмкинлеге ҙур ине. Ә хәҙерге ҡоралдар, атом бомбалары - улар кешеләрҙе генә түгел, бар тереклекте юҡ итеү көсөнә эйә. Башҡортостан кеүек территориялағы бар халыҡты ҡырып бөтөү өсөн бер бомба етәсәк. Был ҡурҡыныс беҙгә генә түгел, бөтә илдәргә, халыҡтарға ла янай. Һуғыш ҡурҡынысын бөтөрөп, ҡоралланыуҙағы уҙышыуҙы туҡтатып, килешеү өҫтәленә ултырмаһаҡ, кешелек юҡҡа сығыуы мөмкин.
Әлеге көндә беҙҙең илдә идеология, уртаҡ маҡсат, ҡиммәттәр юҡ. Совет осоронда ундай идеология бар ине. Халыҡ, коммунизм төҙөйбөҙ, тип тырышты. Коммунизм идеяһы - ул яҡшы тормош, һәр кем өсөн яратҡан хеҙмәт, балалар үҫтереү, уларға лайыҡлы белем биреү һәм башҡа изге маҡсаттарға ынтылыш идеяһы ине. Ә хәҙер нимә төҙөйбөҙ беҙ? Коммунизм идеяһын кәрәкмәгән нәмә тип юҡҡа сығарғас-сығарғас, уның урынына тормошто алға алып барырҙай башҡа идеялар уйлап сығарырға кәрәк ине бит. Хәҙер тормошобоҙҙа оло бушлыҡ барлыҡҡа килде. Уны кем тултырыр? Дингә ҡайтабыҙ, дингә ылығабыҙ, тибеҙ, әммә дин ошо бушлыҡты тулыһынса тултыра микән? Эйе, һәр ерҙә мәсеттәр ҡалҡа, әммә уларға халыҡ йөрөмәй. Дин әһелдәренең һүҙе, тауышы халыҡҡа барып етмәй әле һаман. Халыҡҡа еткерерлек итеп вәғәз тотор абруйлы дин әһелдәре лә бармаҡ менән һанарлыҡ. Ә шулай ҙа дөйөм дәүләт идеологиялары күтәрелмәгән бөгөнгө мәлдә барыбер ҙә өмөт динебеҙгә барып терәлә...
Марат МУЛЛАҒӘЛӘМОВ, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, 1997-2015 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Ветерандар советы рәйесе: Халҡыбыҙҙың ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ өлгөһөн һынландырған Еңеү көнө беҙҙең республика халҡы өсөн дә ҙур байрам ул. Һандар теле менән һөйләгәндә, Башҡортостандан ғына 600 меңдән ашыу кеше фронтҡа алына. Уларҙың яртыһынан күберәге, 322 меңе, яу яландарында ятып ҡала. Беҙҙең республиканан һуғышҡа алынған яугирҙарҙың 278-е Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Улар араһында тиңһеҙ батырлыҡ өлгөһө күрһәткән - күкрәктәре менән амбразура утын ҡаплаған Матросов-Мөхәмәтйәнов, Ғөбәйҙуллин да бар. Көйөргәҙе районында Кинйә Абыҙ тип аталған ҙур булмаған башҡорт ауылы бар. Ошо ауылдан ғына ла 3 Советтар Союзы Геройы сыҡҡан.
Һуғыш йылдарында беҙҙең республика фронтҡа 160 миллион бот иген, 980 мең цетнер ит ебәргән. Республикала 5 миллион тонна нефть сығарылған, һәр өсөнсө танк, һәр бишенсе самолет беҙҙең яғыулыҡ менән йөрөгән. Тимәк, республика халҡы фронтта ла, тылда ла ошо еңеүҙе яҡынайтыуға, яулауға үҙ өлөшөн индергән. Әммә был ҙур Советтар иле халыҡтарының уртаҡ еңеүе. Шуға күрә лә ошо һуғыш ыҙаларын бергә-бергә күтәрешкән кешеләрҙең балалары, ейәндәренең дөйөм тарихыбыҙға төкөрөп тигәндәй ҡарауына йән әрней. Украинаны әйтәм... Әлбиттә, мин бар украинлылар ҙа беҙгә, Рәсәй халҡына нәфрәт менән ҡарай, тип әйтмәҫ инем. Быға ышанырлыҡ түгел. Совет осоронда Украинала булырға тура килде, ул ваҡытта әле ул союздаш республика ине. Рәсәйгә ҡарата мөнәсәбәттәре яҡшы ине ундағы халыҡтың. Башҡортостан менән дә дуҫлыҡ ептәре бәйләй украиндарҙы. Һуғыш йылдарында күп предприятиелар, дәүләт ойошмалары, зыялылар Украинанан Өфөгә эвакуацияланған. Был хаҡта беҙҙә лә, уларҙа ла яҡшы хәтирәләр һаҡлана. Шуға ла украин халҡының күпселегенең әле барған авантюраға ҡыҫылышы юҡтыр, тип ышанам.
Эйе, Украина тирәләй ҡуйырған хәлдәр ябай түгел. АҠШ, НАТО-ға көслө Рәсәй кәрәкмәй, шуға ла улар төрлө юлдар менән - иҡтисади яҡтан да, сәйәси яҡтан да илебеҙҙе ҡыҫырға теләй. Тарихтан белеүебеҙсә, был беренсе тапҡыр ғына түгел. Әммә был юлы ла беҙҙе ҡурҡытырға тырышыу килеп сыҡмаҫ, тип ышанам. Рәсәй күп милләтле дәүләт. Илһөйәрлек тә әле ҡоро һүҙ генә булып ҡалмағандыр. Шулай ҙа шомландыра. Хәлдәрҙең киҫкенләшеп китеүе бер кемгә лә файҙа килтермәйәсәге көн кеүек асыҡ. Араларҙы боҙмаҫҡа, аралашыу ишектәрен япмаҫҡа ине. Ошондай хәлдә Ҡырым, Севастополь үҙенең киләсәге өсөн дөрөҫ юл һайланы тип уйлайым. Әлеге ваҡытта Украинаның көнсығыш төбәктәренең федерализм көҫәүен дә дөрөҫ тип табам. Ни өсөн тигәндә, бер нисә милләтле дәүләт өсөн был иң уңайлы юл. Тик идеаль федераль ҡоролошо булған Американың ғына ошо талаптарға ҡаршы булыуын аңлай алмайым. Был бары Рәсәйгә баҫым яһарға тырышыу ғыналыр инде. Эйе, беҙҙе, өлкән быуынды, илебеҙҙәге хәл ителмәгән башҡа мәсьәләләр ҙә борсой. Мин социаль пландағыларын ғына күҙ уңында тотам әле. Халыҡтың социаль хәле, социаль именлеге нимә икәнен бер ҡасан да оноторға ярамай. Ошо именлек, уңайлыҡтар өсөн халыҡ быуаттар буйы һуғышҡан, һуғышырға мәжбүр булған. Айырым кешеләр, чиновниктар, етәкселеккә яҡын булған олигархтар дөйөм байлыҡты үҙләштереүҙе туҡтатһын, халыҡҡа тәғәйен "ризыҡты" ҡомһоҙ эт кеүек ашамаһын ине, тип әйтке килә. Был бик етди мәсьәлә.
Хәл ителергә тейешле мәсьәләләрҙе һанай китһәң, осона сығып булмаҫ. Берҙән, эш хаҡтарын, пенсияларҙы тейешле кимәлгә күтәрмәйенсә тороп, тормошобоҙҙоң алға китеше хаҡында һүҙ йөрөтөү мөмкин түгел. Икенсенән, ауылдарҙың бөтөүе менән дә бер нисек тә килешеп булмай. Өсөнсөнән, балалар юҡ, тип мәктәптәрҙе ябыу башҡа һыймаған хәл. Ата-әсәләр ауыр тойғо, борсолоу менән беренсе синыфта уҡыған балаһын тиҫтәләрсә саҡрым арала ятҡан ауылға уҡырға йөрөтөргә мәжбүр. Юрамал эшләнәме был, әллә заманы шулаймы, һис аңлашылмай. Ауылдарҙы йәшәтеү өсөн эш урындары кәрәк икәне бәхәсһеҙ, ә бының өсөн коллектив хужалыҡтарҙы тергеҙеү кәрәк. Шунһыҙ, ауыл хужалығын нисек күтәрмәк кәрәк? Ауыл хужалығын бөлдөрҙөк тә, сит ил аҙыҡ-түлегенә көнөбөҙ ҡалды. Хәҙер магазиндарҙағы тауарҙың 80 проценты ситтән килтерелгән. Ҡара тупрағы булмаған Мысыр, Израилдең картуфын ашайбыҙ.
Ҡалаларҙа ла сәнәғәт предприятиелары эшләүҙән туҡтаны. Офшор фирмалар барлыҡҡа килде. Был бит илде асыҡтан-асыҡ талау, үҙ халҡыңды хөрмәт итмәүҙың асыҡ миҫалы. Ошо хәлдәргә юл ҡуйыусылар илһөйәрлек хаҡында һөйләй аламы? Украиналағы ғына түгел, элекке союздаш республикаларҙа булған низағтар нигеҙендә лә социаль мәсьәләләр һуңғы роль уйнамағандыр. Беҙ хәлдәрҙең киҫкенләшеп китеүен теләмәҫ инек.

"Тарих - кейем түгел, иҫкеһен яңыһына алыштырырға"
(№19, 2008 йыл)

Азат МАҒАЗОВ (1926-2015), Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, яҙыусы:
Мин һуғыш дәүерен ошо ваҡыттың ябай бер кешеһе булараҡ хәтерләйем. Һуғыш башланыу менән беҙҙең тормош-көнкүрешебеҙ ҙә тамырынан үҙгәрҙе. Ошо үҙгәрештәр хәтергә юйылмаҫлыҡ булып яҙылып ҡалған да инде. 1940-1941 йылда һигеҙенсе класта 35 бала уҡыһа, һуғыштың тәүге йылында 15-17 бала ҡалды. Атайым уҡытыусы ине, уны хеҙмәт армияһына алдылар. Әсәйемдең ҡарамағында ете бала тороп ҡалды. Үҫмер малайҙарҙың теләк-хыялдары бер ине: беҙ һуғышҡа барһаҡ, дошманды мотлаҡ еңәсәкбеҙ, һәм һуғыш та бөтәсәк. Һуғыштан яраланып ҡайтҡан ағай беҙҙе мылтыҡтан атырға, граната ташларға, дөрөҫ итеп шыуышырға өйрәтеп, һуғышҡа тәүге әҙерлек алып барҙы. Беҙ бик тырыша инек, һәм һуғышҡа барыуҙан ҡурҡыу тойғоһо булманы. Беҙ - Дим буйы егеттәре, күрәһең, нәҫелдән-нәҫелгә күсә килгән яугирлыҡ рухы беҙгә лә бирелгән булғандыр.
1943 йылда мәктәпте тамамлағас, 1926 йылда тыуған егеттәр военкоматҡа саҡырылды. Беҙҙең һымаҡ йәш егеттәрҙе әҙерлекһеҙ көйө фронтҡа ебәрмәйҙәр ине инде, хәрби етәкселәрҙең уйлап эш итеүҙәренән дә шулай булғандыр. Беҙҙе, Башҡортостандан йөҙләп егетте, 1943 йылдың 7 ноябрендә Орскиға кесе авиация техниктары мәктәбенә алып киттеләр. Унда авиация техникаһы, радиотехника буйынса 6 ай буйына уҡыттылар. 1944 йылдың йәйендә беҙ хәрәкәт итеүсе армияға, 947-се Ставрополь авиация штурмлау полкына килдек. Минең һуғыш юлым шунда башланды.
Һуғыш шарттарында һәр бер хәрби подразделение, часть армияның берҙәм организмына әйләнергә тейеш ине. Ә бының өсөн һалдат дисциплинаһы, үҙ бурысыңды намыҫ менән үтәү һәм, әлбиттә, һуғышсан рух кәрәк. Беҙҙең халҡыбыҙға ватансыллыҡ, рух ныҡлығы ата-бабаларыбыҙҙан бирелгән. Башҡортостан егеттәре һуғышта ла, унан һуң да һынатманы. Германияла Һауа армияһы инспекторы булып йөрөгәндә командирҙар әйтә ине: "Шоферың Башҡортостандан булһа, бер ҡайғың булмаҫ. Ул шундай намыҫлы хеҙмәт итә, хатта иң ышаныслы дуҫыңа әйләнә".
Беҙҙе ата-әсәләребеҙ, уҡытыусылар, пионер, комсомол ойошмалары патриот итеп тәрбиәләне. Әсәйем мулла ҡыҙы булып, атайым революцияға тиклем муллалыҡҡа уҡыуына ҡарамаҫтан, икеһе лә Совет власына тоғро булды. Ил берҙәмлеге булмаһа, дошманды еңә алмаҫ инек. Һалдат дуҫлығы көслө ине. Балтика буйын азат итеү өсөн барған хәрби операция ваҡытында булған бер ваҡиғаны иҫкә алыу урынлы булыр. Летчиктар, эскадрилья командиры капитан Картавенко һәм кесе лейтенант Холодов, дошман автоколоннаһына яһаған уңышлы атаканан һуң үҙ базаларына ҡайтырға сыға. Фронт һыҙығына етә килә, дошман зениткалары утына эләгеп, Картавенко яралана, самолетының моторы зарарлана. Командир, самолетын көс-хәл менән фронт һыҙығы аша үткәреп, бер яланға килеп төшә. Холодов та үҙ самолетын Картавенконыҡы янына ултыртып, уның яраларын бәйләп, уҡсы-радисын командир самолетын һаҡларға ҡалдырып, тиҙ генә яҡындағы аэродромға йүнәлә. Фронтта бындай хәлдәр бер генә булманы. Үҙең үлһәң үл, әммә иптәшеңде ҡотҡар - был совет һалдатына хас иң юғары әхлаҡлылыҡ принцибы ине.

"Һеҙҙең ғаиләлә Бөйөк Ватан һуғышы тураһында ниндәй хәтирә һаҡлана?"
(№19, 1014 йыл)

Таңсулпан Ғарипова, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы:
Атайым - Мөхәмәтҡолов Хизбулла Ғибәҙулла улы - һуғыш башланғанға тиклем армия сафында Төркөстан фронтына эләгә һәм унда атлы ғәскәрҙә һуғыш буйынса ҙур тәжрибә туплай. Унан ҡайтҡас, ауыл малайҙарын да ат менән эш итергә өйрәтә, уларға "джигитовка", йәғни атта оҫта йөрөү, ат менеп һуғышыу дәрестәре үткәрә. Шуға күрә һуғыштың икенсе көнөндә үк ғариза яҙып, үҙе теләп фронтҡа киткән атайымдың Башҡорт кавалерия дивизияһы сафтарында һуғышыуы бәхәсһеҙ була. Ошо дивизия составында Берлинғаса яу юлы үтә ул. Дәһшәтле ҡан ҡойоштарҙың уртаһында булырға тура килә уға. Днепрҙы кискән саҡта ҡаты яраланған атайыма, ауылына ҡайтып, бер аҙ хәл йыйыу өсөн ял бирәләр. Сталинград өсөн барған ҡаты һуғыштар ваҡытында атайым "Хоҙайым, ошо мәхшәрҙән иҫән-һау ҡотолоп, тағы ла 9 ғына йыл йәшәһәм, һис үкенмәҫ инем" тип, үҙенә ғүмер һорай. Хоҙай ишеткәндер, атайым 1945 йылдың 29 авгусында имен-аман тыуған ауылына, ғаиләһе янына әйләнеп ҡайта. Ҡайтҡас та ауылды тергеҙеүгә, колхозды күтәреүгә бар көсөн һала. Әсәйем менән бергә ҡарауһыҙ, етем ҡалған әбейҙәрҙе өйөбөҙгә алып ҡайтып көтәләр. Хоҙай уға, үҙе һорағанса, теүәл 9 йыл ғүмер бирә. Колхоздың бүрәнәнән эшләнгән беренсе һыйыр аҙбарын төҙөү өсөн ағас әҙерләргә барғанда, ике иптәшен ҡотҡарам тип, иптәштәренең өҫтөнә төшөп барған бүрәнәне алып ташлағанда имгәнеп, 45 йәшендә һәләк була. Атайым үлгәндә миңә 6 йәш кенә булып ҡала. Мине гел генә - баҫыуға сыҡһа ла, урманға барһа ла, эшенә йөрөгәндә лә - арбаһына ултыртып, үҙе менән алып йөрөнө ул. Ул үлгәс, ауылдаштарым мине "Хизбулланың ҡыҙыл башлы ҡомартҡыһы", тип йөрөттө. Атайым моңло итеп йырлай торғайны. Уның башҡарыуындағы башҡорт халыҡ йырҙарын барыһы ла яратып тыңлар ине. Кәрим Дияров, Ғата Сөләймәнов кеүек ҡурайсылар күп йырҙарҙың һүҙҙәрен, тарихын атайымдан яҙып алды. Беҙҙең ғаилә өсөн иң ҙур байрам - 9 Май байрамы, Еңеү көнө. Уны һәр ваҡыт көтөп алабыҙ, билдәләйбеҙ, атайымды, уның һуғыштан ҡайтмаған ҡустыларын иҫләйбеҙ.
Рәйлә ФӘСХЕТДИНОВА, "Ғәлиә" химик таҙартыу предприятиеһы генераль директоры: Атайымды 1941 йылда 25 йәшендә һуғышҡа алып китәләр һәм ул һуғыш бөткәнсе, илбаҫарҙарға ҡаршы көрәшә. Еңеүҙе яу яланында ҡаршылаған атайыма, башҡа совет һалдаттары кеүек үк, тиҙ генә тыныс тормошҡа аяҡ баҫырға насип булмай. Һуғыш тамамланғас та, оккупанттарҙың ҡалдыҡ ғәскәрҙәрен илдән ҡыуып сығарыу өсөн улар һаман сафта ҡала. Шулай ҙа 1945 йылдың авгусында атайыма - Фәйзуллин Ғариф Шәңгәрәй улына - бер айға ғына булһа ла Башҡортостанға, тыуған йортона ҡайтып килеү мөмкинлеге тейә. Ошо ҡайтыуында ул миңә ғүмер бүләк итеп китә. Калинин өлкәһендә хеҙмәтен дауам иткән атайым донъяға тағы бер балаһы тыуасағын белеп, ныҡ шатлана. Малай булһа - Рәил, ҡыҙ булһа - Рәйлә исемен бирербеҙ, тип яҙған хаттары ғаиләбеҙҙә изге ҡомартҡы булып һаҡлана. Ләкин уға ҡыҙын, йәғни мине, ҡулдарына алып һөйөү бәхете теймәй, иртәгә ҡайтырға юлға сығам тиеп йөрөгәндә уны урманда ҡасып йөрөгән дошман ҡалдыҡтары үлтереп китә. Был 1946 йылдың 18 майы була. Ә биш көндән һуң мин донъяға килгәнмен. Шулай итеп, атайым - мине, мин - атайымды күрмәнем. Атайым, улым тыуыр, тип ышанғандыр инде, малайҙар күлдәге тектереп, йүргәктәр һалып, посылка ебәргән булған...
Атайымдың үлеме тураһындағы хәбәр оҙаҡлаған. Ана ҡайта, бына ҡайта тип көтөп йөрөгән әсәйем Ғарифының вафат булыуын һуңлап ҡына белгән. Үле хәбәре килгәс тә, бер нисә йыл "ҡайтыр", тип өмөтләнеп көткән. Балаларын бергә тәрбиәләй алмауҙарын, Ғарифының яңы тыуған Рәйләһен күрмәй үлеп китеүен уйлап, сеңләп илауы әле булһа ҡолағымда сыңлап торған кеүек. "Бигерәк һәйбәт кеше ине атайығыҙ. Мине алтынға урап, көмөшкә көпләп ҡуйҙы бит ул", тип ҡабатлар булды. Атайымдың иркәләүен тоймай үҫеүем ғүмерлек үкенесем булып йәшәй күңелдә.

"Өсмөйөшлө хаттарҙа еңеүселәр һүҙе"
(№19, 2008 йыл)

Фәрит ВӘХИТОВ, журналист:
Мин 1941 йылда 1-се класҡа барған малай. Башта атайым, унан 16 йәшлек ағайым Миңлеәхмәт һуғышҡа китте. Улар беҙгә хат яҙа, беҙ Әминә апайым менән уларға яуап яҙабыҙ. Шулай хаттар яҙыштыҡ. Атайым һуғыштан иҫән ҡайтты, ә бына ағайым 1945 йылдың башында Словакияла ятып ҡалды. Ана шул атайым менән ағайымдың хаттарын һуғыштан һуң да уҡып йәшәнек. Күп балалы ғаиләлә ас-яланғас булып, күңелдәрҙе һағыш биләп алған мәлдәрҙә ошо хаттарҙы уҡып, йыуаныс таба инек. Ысынлап та, хат яҙған йәки уны уҡыған ваҡытта һағыныу хисен бер сама баҫып була, туғанлыҡ, дуҫлыҡ ептәрен яңыртып, нығытып була.
Бөйөк Ватан һуғышы бөткәс, мин малай аҡылым менән: "Был сама ҡәһәрле әшәке дошманды еңгәс, Советтар иле мәңге йәшәйәсәк һәм, ғөмүмән, Ер шарында бер ваҡытта ла һуғыш булмаясаҡ", - тип уйлай инем. Ни эшләп һуғыш булырға тейеш? Беҙ бит иң яуыз дошманды еңдек!
Һуғыштан һуң Совет власы үҙ яугирҙарын онотто. Яу яланында ятып ҡалғандар тураһында, әйтәйек, беҙ ғаиләлә иҫкә алһаҡ - алабыҙ, ә хөкүмәт тарафынан бер ниндәй ҙә иғтибар булманы. Уларҙы хәтергә алыу, исемлектәр төҙөү кеүек эштәр бөтөнләй башҡарылманы. Хатта Еңеү байрамы ла булманы бит. Ил күләмендә Бөйөк Еңеүҙе байрам итеү 1965 йылдан ғына башланды.
Шул ваҡытта башыма фронт хаттарын йыйыу тураһында уй килде һәм мин был ниәтемде тормошҡа ашыра башланым. Архивтарҙа, редакцияларҙа, әлбиттә, хаттар бар ине, ләкин уларға тотонманым, мин башҡа юл менән эш итергә булдым. Уның үҙенсәлеген аңлар өсөн ауылдан - ҡалаға, ҡаланан билдәһеҙ тарафтарға китеп, халыҡтан-халыҡҡа йөрөп йыйҙым ул өсмөйөшлө хаттарҙы. Ике телдә "Аҡ аманат һалдат хаттары" - "Письма огненных лет" тигән китап булып сыҡты был эштәрем. Әле лә йыям хаттарҙы. Был хаттарҙы уҡыған саҡта шуны шәйләнем: ябай һалдат яҙмаларында Еңеү идеяһы ярылып ята. "Беҙ еңәсәкбеҙ!", "Дошман тар-мар ителәсәк!" тигән фекер-маҡсат, оло теләк һәр хатта тиерлек сағыла. Уларҙы йәш быуынға уҡытыуҙың тәрбиәүи әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Атай-олатайҙарҙың Еңеү идеяһы уландар күңеленә лә күсергә тейеш.

"Яугир атайҙарыбыҙҙың һуғыш хәтирәләрен күңелдә һаҡлайбыҙ"
(№18, 2019 йыл):

Һөйөклө ИБРАҺИМОВА, яҙыусы Ғәли Ибраһимовтың ҡыҙы:
Атайыбыҙ тере саҡта 9 Май көндө баҡсала табын ойоштора ине. Уның янына мотлаҡ ҡәләмдәш ветеран дуҫтары килә. Беҙ хәҙер ҙә, атайыбыҙ юҡта ла, шул уҡ баҡсала байрам табынына йыйылышабыҙ. Сөнки беҙ бит фронтовик балалары - фронтовик ҡыҙҙары. Атайым 1939 йылда хәрби хеҙмәткә алына. Хабаровск өлкәһенә эләгә. 1943 йылға тиклем уларҙы япон сигендә резервта тоталар. Унан Курск дуғаһына күсерәләр. Ул шунда һуғыш үткән ерҙәрҙең нисек бушлыҡҡа әйләнеп ҡалыуын күреп аптырай. Беренсе Украина фронтында һуғыша, Польша, Украина, Белоруссия аша үтеп, Одер эргәһендә ҡаты яраланып, госпиталгә эләгә. Дауаланып сыҡҡанда инде Еңеү иғлан ителә. Ләкин ҡапыл ғына ҡайта алмай әле, атайымды Венгрияға ебәрәләр. Еңеүҙән һуң беҙҙең армия сит илдәрҙән төрлө предприятиеларҙы, сәнәғәт, ауыл хужалығы ҡорамалдарын күсереп алып ҡайта. Атайымдар Венгриянан Карпат тауҙары аша мал ҡыуып алып килеп, Украинаға тапшыра.
Һуғыш тамамланғас, Ишембайға ҡайтып, нефть техникумында инглиз теленән уҡыта, аҙаҡ "Совет Башҡортостаны" гәзитендә хәбәрсе, әҙәби хеҙмәткәр, бүлек мөдире, яуаплы секретарь вазифаларын үтәй. Шул уҡ йылдарҙа ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай. Һуңыраҡ Мәскәүҙә СССР Яҙыусылар союзының Юғары әҙәби курсында уҡый. 1959 йылдан алып "Ағиҙел" журналының яуаплы секретаре булып эшләй. 1956 йылда "Бер полк кешеләре" тигән романы баҫылып сыҡҡас, атайымдың "яҙыусы" икәнлеген дә аңлап алдым. Үҫә бара атайымдан һуғыш тураһында ҡыҙыҡһынып һораша башланыҡ. "Нисә ниместе үлтерҙең?" тигән һорауҙы бирә бит инде балалар иң беренсе. Ә атайыбыҙ бик баҫалҡы кеше ине. "Әллә, кем уны һанаған? Ҡул һуғышында, бәлки, өсәү-дүртәү булғандыр", - ти. "Аҙ бит, нишләп күберәк үлтермәнең?" - тибеҙ балалығыбыҙға барып.
Олоғая бара атайым да арыуыҡ ҡына иҫтәлектәр һөйләп ҡалдырҙы, мин уларҙы яҙып, төрлө баҫмаларҙа баҫтырҙым. Мәҫәлән, атайымды ҡотҡарған ҡайсы тураһында ҡыҙыҡ ҡына бер хәтирә бар. Түш кеҫәһендә бәләкәй ҡул ҡайсыһы йөрөткән ул. Бер бәрелештән һуң ул ҡаты яралана, ә санитарҙарҙың уға килеп етергә ваҡыты юҡ. Хәле бөткәндән бөтә барып, ағас төбөндә ята. Шул мәл бер санитар "Кемдә ҡайсы бар?" тип марля ҡырҡырға ҡайсы эҙләй һәм атайым уға саҡ ҡалҡынып, "Миндә" тип өндәшә. Ҡайсы артынан килгән санитар уның хәлен аңғарып, арбаға тейәп алып китә. Унан теге медсестра уға ҡайсыһын кире бирә. Атайым ҡайсыһын һуғыштан алып ҡайта, һеңлеһенә бирә. Ул үлгәс, һеңлеһе ҡайсыны миңә тапшырҙы, ә мин уны Әҙәби музейға илтеп ҡуйҙым. Уның урыны шунда.


"Киске Өфө" гәзите, №17, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.05.23 | Ҡаралған: 214

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru