Башҡорт халҡында борондан уҡ формалашҡан ғаилә ҡиммәттәре лә бөгөнгө заман елдәре тәьҫирендә үҙгәрештәргә дусар була. Ир баш булған ғаиләлә ҡатынға уңғанлыҡ, бөтмөрлөк, донъя көтә белеү кеүек сифаттар менән бер рәттән, баҫалҡылыҡ, иреңдең туғандарына ихтирам менән ҡарау ҙа яҙылмаған ҡанун иҫәпләнгән. Бөгөн иһә күп кенә йәш ғаиләләрҙең ата-әсәһе, ҡайны-ҡәйнәһе менән дөрөҫ мөнәсәбәт ҡора алмауына ла шаһит булырға тура килә. Ошондай хәлгә ҡалған йәш кейәү һәм килендәргә нимә эшләргә? Әгәр ҙә үҙ ата-әсәйең ғаилә эсенә урынһыҙ тығыла икән, нисек сиктәрҙе билдәләргә? Ғөмүмән, бында кем ғәйепле? Психолог Гүзәл ТӨХВӘТУЛЛИНА менән ошо теманы асырға тырышасаҡбыҙ.
- Бында иң ҡыҙығы шунда: замана менән бергә балалар ғына түгел, атай-әсәйҙәр ҙә үҙгәрә. Мәҫәлән, бөгөнгө өләсәйҙәрҙе беҙҙең боронғо өләсәйҙәр менән тиң ҡуйып булмай. Бөгөнгө өләсәй ул әүҙем, хаҡлы ялда ла эшләп йөрөй, хәҙер кеше элекке һымаҡ тиҙ ҡартаймай ҙа. Шуға ла ул ҡайһы саҡта ейәндәр ҡарап ултырғыһы ла килмәй. Шуға ла бында кемделер ғәйепләү урынһыҙ ҙа.
Башҡорттарҙа кейәү кешегә мөнәсәбәт башҡа ул, ҡәйнәләр, ғәҙәттә, кейәүҙәрен ярата, уларға һүҙ әйтмәй, быны ул ҡыҙына зыян килтермәйем, тигән уйҙан сығып та эшләй. Ҡәйнәләрҙең ҡәнәғәтһеҙлеге күберәк килендәргә төшә. Ҡыҙҙың әсәһе боҫоп ятыр, улдың әсәһе губернатор инде, халыҡ белеп әйткән быны. Тәжрибә күрһәтеүенсә, ҡайһы әсәйҙәр улының яңы ғаиләһенә килеп, уларҙың тормошона ҡыҫылып йөрөүҙе лә урынлы һанай. Бигерәк тә йортто, фатирҙы һатып алыуҙа уларҙың өлөшө ҙур булһа, бындай хәлдәр йыш осрай. Улын килененән "яҡларға" тырышыусылар ҙа була, хатта улы өсөн "лайыҡлыраҡ" ҡыҙ кәрәклеген бар ҡиәфәте менән күрһәтеүселәр ҙә була.
Нимә эшләргә һуң? Ғаиләләге атай-әсәй һәм уларҙың инде өлкәнәйеп бөткән балаларын ҙур ағас һәм уның орлоғонан үҫеп сыҡҡан йәш үҫенте менән сағыштырырға була. Үҫенте бәләкәй саҡта әсәй-ағас уны ел-дауылдарҙан һаҡлай, уның янында уға тыныс. Әммә үҫенте ҙурайған һайын, өлкән ағас ышығында уға яҡтылыҡ етмәйәсәк, шуға ла уға буйға әсәй-ағастан да бейегерәк булып үҫергә тура киләсәк. Тәбиғәттә барыһы ла ябай, унда көслө көсһөҙҙө еңә. Әммә Хоҙай Тәғәлә беҙгә аҡыл һәм аң биргән. Күңелегеҙгә яҡын алмай, ҡәйнәгеҙҙең һеҙгә ҡарата мөнәсәбәтенә иғтибар итмәҫкә тырыша алаһығыҙ. Шул уҡ ваҡытта, ултырып һөйләшергә лә мөмкин бит. Минең тәжрибәмдә ошондай әңгәмәләрҙән һуң хәлдәрҙең ыңғай яҡҡа үҙгәреп киткәне бар, йә йәш ғаилә быға сик ҡуйырға көс таба, йә атай менән әсәй үҙҙәре дөрөҫ түгеллеген аңлай.
Түбәндә йәш ғаиләләр өсөн бер нисә кәңәш. Бер ҡасан да үҙегеҙҙең туғандарығыҙға ғаиләгеҙҙә булған нәмәне, ирегеҙҙе, ҡатынығыҙҙы яманлап һөйләмәгеҙ. Һөйләйһегеҙ икән, яҡшыһын да һөйләгеҙ. Кире, негатив яңылыҡтар йыйылып-йыйылып, аҙаҡтан үҙегеҙгә ҡаршы эшләй башлаясаҡ. Әсәйегеҙҙе, атайығыҙҙы ғаилә проблемаларына ҡатнаштырып, психологик негатив "ҡайтауаз" аласаҡһығыҙ, һеҙҙең насар кеше менән йәшәүегеҙгә ышанып (үҙегеҙҙең һөйләүегеҙ буйынса!), улар үҙҙәре һеҙҙе уға ҡаршы ҡоторта башлаясаҡ. Негатив мәғлүмәт бары негатив реакция ғына тыуҙыра ала. Әйткәндәй, туғандарығыҙ ғына түгел, икенсе яртығыҙ ҙа туғандарығыҙҙы яратмаясаҡ, үҙе тураһында ыңғай фекерҙә булмағандарҙы ул яратырға тейеш тә түгел. Ә был бәләнең артында бары тик һеҙҙең телегеҙҙе тыя белмәүегеҙ ята. Әхирәттәр менән уртаҡлашыу ҙа дөрөҫ түгел.
Ике яҡтың туғандарын да тиң күрегеҙ. Бер ялдарҙа әсәйеңдәргә барҙығыҙ икән, икенсеһендә - ҡәйнәләргә. Турһайып барып инмәгәҙ, йылмайығыҙ, ҡосаҡлағыҙ, йылы һүҙҙәрегеҙҙе йәлләмәгеҙ. Бүләктәр алығыҙ, бәлеш бешереп алып барығыҙ. Яҡшы мөнәсәбәттәр икеләтә-өсләтә артып үҙегеҙгә ҡайтасаҡ.
Һеҙҙе һайлап, улының яңылышмауын иҫбатларға ла тура киләсәк. Бала тәрбиәләгәндә ата-әсәләрҙең 99 проценты формаль әйтберҙәрҙе генә күҙ уңында тота: бала асыҡмағанмы, башҡаларҙан ҡайтыш кейенмәгәнме, кеҫәһендә аҡсаһы бармы, бысраҡта йәшәмәйме, уны йәберләмәйҙәрме? Балаға 3 йәштә лә шулай, 23-тә лә, 33-тә лә, 53-тә лә. Шуға ла ҡәйнәң килгәндә өйөң ялтырап торһон, тәмле итеп бешергән ризыҡ булһын, һыуытҡысыңда итең бөтөп китмәһен, балаларҙың сәсе үрелгән, үҙҙәре өләсәй-олатай өсөн өҙөлөп торһон. Һәм тағы ла. Бер нәмәлә лә, бер ҡасан да ҡәйнәгеҙҙе уҙып китергә тырышмағыҙ. Ҡәйнәгеҙҙең бәлеше тәмлерәк, ҡорғандары матурыраҡ һ.б икәнен телегеҙ менән әйтеп тороғоҙ. Ҡыйын түгел дә инде. Күстәнәстәрен дә алығыҙ. Бер биҙрә ҡыярҙы нимә эшләтергә белмәһәгеҙ ҙә, алығыҙ. Бер кем ашамаған консерваланған салаттарын да. Бала тәрбиәләү мәсьәләһендә лә кәңәшләшегеҙ. Балаларҙы улар менән аралашыуҙан тыймағыҙ, был иң түбән ҡылыҡ. Киләсәктә матур йәшәү өсөн ҡайһы саҡта түҙеп торорға ла була. Аҡыллыраҡ булығыҙ, йәштәр, шул саҡта аҡылға ҡушылып тормош тәжрибәһе лә киләсәк.
Ләйсән ВӘЛИЕВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №18, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА