Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Дүртенсе бүлек. Көньяҡ Урал гун эпохаһында
Урманлы дала һәм урман зонаһының ултыраҡ ҡәбиләләре
Б.э. тиклем VII-III быуаттарҙа көн иткән ананьин мәҙәниәте ҡәбиләләрен Көнбайыш Урал буйында (Ағиҙел һәм Урта Кама йылғалары бассейны) б.э. тиклем III-II быуаттар сигендә пьянобор мәҙәниәтенә (б.э. тиклем II быуат - б.э. II быуаты) ҡараған төркөмдәр алмаштыра. Уларҙы ананьинсыларҙың туранан-тура вариҫтары, тип иҫәпләйҙәр, әммә пьянобор ҡәбиләләре союзы һәм уларҙың мәҙәниәте формалашыуында ултыраҡ тормошҡа күскән күскенселәрҙең айырым бер төркөмдәренең ҡатнашыуын инҡар итеп булмай.
Ҡомартҡылар материалдарын анализлау пьянобор мәҙәниәте эпохаһының Көнбайыш Урал буйындағы ултыраҡ тормошта йәшәгән халыҡтың үҫешендә яңы, бик мөһим этап булыуын күрһәтә. Пьянобор дәүерендә ананьин мәҙәниәтенә ҡараған байтаҡ ҡына ҡаласыҡтарҙың булыуы һәм ҡәберлектәрендә элекке ерләү рәүеше һаҡланыуы билдәле, быны, һис шикһеҙ, ошо ике ҡәүем төркөмдәренең генетик күсәгилешлеген раҫлаусы дәлил итеп ҡарау фарыз.
Пьянобор ҡомартҡыларында, айырыуса ҡәберлектәрҙә, бронза әйберҙәр күпләп табыла. Улар - ҡойолоп яһалған йә иһә спираль формаһындағы сикә сулпылары, беләҙектәр, кейемгә тегелгән төрлө формалағы пластинкалы күкрәксәләр.
Пьяноборсыларҙың күптәре киң билбау ҡайыштарын ҡулланған, уларға тотошлай металл биҙәүестәр беркетелгән, ҡайыштар төрлө формалағы таралғылар менән ҡаптырылған, билбауҙың бер осонда ныҡ итеп беркетелгән ырғаҡ, ҡайыштың икенсе осонда уға ҡаптырыла торған элмәк булыуы характерлы. Таралғы-ҡаптырмалар араһында ҙур эполет рәүешендәгеләре бигерәк тә һоҡландырғыс, улар күбеберәк торған ҡалҡыу урындары булған ҙур түңәрәк нигеҙҙән тора, ырғаҡ уға бер нисә оҙонса таяҡсыҡтар менән беркетелгән.
Күп һанлы пьянобор дәүере ҡомартҡылары Ағиҙел йылғаһының урта ағымы бассейнында табылды, Биктимир, Өфө, Яңы Өфө (Новоуфимский), Шипово һәм Охлебинино ҡәберлектәре һәм улар менән бәйле ҡаласыҡтар, тораҡтар улар араһында иң ҙурҙарҙан һанала. Ошо ҡомартҡыларҙың ҡайһы берҙәре б.э. тиклем V быуаттан да һуң түгел хасил булып, б.э. тиклем III-II быуаттарға тиклем даими ғәмәлдә булған. Улар тураһында үткән бүлектә иҫкә алғайныҡ инде.
Айырым алғанда, әҙәбиәттә ҡомартҡыларҙың ошо төркөмөн ҡараабыҙ мәҙәниәте, иртә бер төркөмдө (б.э. тиклем V-III бб.) ананьин мәҙәниәтенең ҡараабыҙ варианты, ә һуңғарағын (б.э. тиклем II б. - б.э. II б.) - берҙәм пьянобор мәҙәниәте варианты, тип ҡарау тәҡдим ителгәйне.
Ошо ҡомартҡыларҙың хужалары булған халыҡтар төркөмө Ағиҙел йылғаһының һул яҡ яр буйҙарын биләгән күскенселәр араһында көн итә. Ошо яҡынлыҡ ултыраҡ тормошта йәшәүсе пьянобор халҡы мәҙәниәтендә сағыу эҙ ҡалдыра. Мәҫәлән, уларҙың ҡәберлектәрендә был яҡтарға килеп еткән күскенселәр өсөн характерлы булған балсыҡ һауыт-һаба, ошо ике төркөм ҡәүемдәренә берҙәй хас булған ҡоралдар, биҙәүестәр күп осрай.
Беҙҙең эра сиктәрендә Өфө йылғаһы тамағы районының (Өфө ҡалаһының Киров районы территорияһы) мөһим мәҙәни үҙәккә әүерелеүен билдәләп үтергә кәрәк. Ошо замандан "Йәшел сауҡалыҡ" санаторийы территорияһындағы ҡәберлек (Мәскәү археологы В.В. Гольмстендың ҡаҙыу эштәре) һәм хәҙерге "Динамо" стадионы, Башҡорт дәүләт университеты территорияһын тулыһынса биләгән грандиоз ҡәберлек беҙҙең осорға килеп еткән. XX быуаттың 50-80-се йылдарында алып барылған ҡаҙыу эштәре барышында бик күп ерләү урындары билдәле була, уларҙан барса пьянобор халҡына хас булған күп биҙәүестәр менән бер рәттән, мәҫәлән, бында ситтән килтерелгән, постаментта ятҡан арыҫлан рәүешендәге Египет мәрйендәре кеүек, һирәк осрай торған 105 табылдыҡ ҡаҙып алына. Улар беҙҙең эраның тәүге быуаттары менән даталана.
Беҙ Өфө ҡалаһы территорияһындағы боронғолоҡ темаһына ҡаттан-ҡат әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ, һәм, ошо айҡанлы, Өфө ҡалаһы территорияһының эре тораҡ пункты булараҡ күтәрелешенең беҙҙең эра сиктәренә тура килеүен иҫтә тотоу фарыз, тибеҙ.
Бәғзе бер тикшеренеүселәр, пьянобор ҡомартҡыларының Урта Ағиҙел төркөмө материалдарының үҙенсәлеген иҫәпкә алып, үҙаллы ҡараабаҙ археологик мәҙәниәтен айырып ҡарай. Әммә уларҙың Урта Кама ҡомартҡылары менән мәҙәни яҡынлығы кире ҡаҡҡыһыҙ, һәм уларҙың этномәҙәни тарихын берҙәм пьянобор мәҙәниәте сиктәрендә өйрәнеү уңайлыраҡ.
Беҙҙең эра сиктәрендә Көнбайыш Урал буйына хас тарихи-мәҙәни процестар Көнсығыш Урал аръяғында ла оҡшаш рәүештә бара. Бында бер-береһенә яҡын күршеләш булған горохов (Тобол йылғаһы бассейны) һәм саргат мәҙәниәттәре ҡәбиләләре көн итә. Һуңғылары һан яғынан күберәк булып, бөтөн Көнбайыш Себер буйынса тиерлек, Төмән өлкәһе территорияһына тиклем үк таралып йәшәй. Көнсығыш Урал аръяғына улар Иртыш йылғаһы бассейнынан килә; күрәһең, б.э. тиклем II быуат тирәләрендә ошо территорияла барған ваҡиғалар арҡаһында бында элегерәк билдәле булған иткүл мәҙәниәте юҡҡа сыға. Горохов һәм саргат мәҙәниәттәренән ултыраҡ тормош алып барыусылар тораҡтарының эҙҙәре ҡалған - уларға майҙаны 25 - 65 кв. метрға еткән дүрт мөйөшлө йә иһә трапеция формаһындағы өйҙәре булған нығытылған ҡаласыҡтар һәм асыҡ тораҡтар хас. Өйҙәргә тәрәнәйтелеп ҡаҙылған оҙон коридорҙар алып барған. Өйҙәрҙең стеналары ағастан ҡоролоп, бағана терәктәр менән нығытылған. Тикшеренеүселәр саргат ҡәбиләләренең хужалыҡтарында малсылыҡтың асыҡтан-асыҡ сағылыш табыуын раҫлай. Йәшәгән мөхиттәренең урманлы дала һәм урман зонаһында булыуына ҡарамаҫтан, саргат һәм горохов ҡәбиләләре үлгәндәрҙе ҡурған аҫтарына, тәрән булмаған соҡорҙарға ерләү йолаһын тотҡан. Ерләү йолаһының ошо үҙенсәлеген уларға, күрәһең, хәрәкәтсән тормош рәүеше хас булыуы менән аңлатып була, ә был, Көнбайыш Урал буйы күскенселәре кеүек үк, саргат ҡәбиләләре йәшәгән территорияға йәйләүгә килеп йөрөүсе сак-гун-кангюй сығышлы дала кешеләренең йоғонтоһо һөҙөмтәһендә үҙләштерелгән.
Ошондай тығыҙ сауҙа-иҡтисади һәм мәҙәни-этник контактарҙан тыш дала зонаһы ҡурғандарындағыларға тулыһынса параллель булған оҙон муйынлы, түңәрәк төплө балсыҡ һауыттарҙың, флягаларҙың, эш ҡоралдарының саргат ҡомартҡыларында киң таралыуын аңлатыуы ауыр булыр ине. Саргат тораҡтарында дала хайуандарынан булған дөйә һөйәктәренең табылыуын бындай бәйләнештәргә дәлил итеп килтерергә була. Көнсығыш Урал аръяғының ерле һәм күп һанлы халҡы булараҡ, саргат ҡәбиләләре III - IV быуаттарға тиклем ошонда йәшәүен дауам итә.
Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 2022 йылдың 28-се һанында).
"Киске Өфө" гәзите, №23, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА