«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАЛАРЫБЫҘҒА БИРГӘН ТӘРБИӘ МЕНӘН...
+  - 


ейән-ейәнсәрҙәребеҙ тәрбиәһендә лә ҡатнашабыҙ булып сыға Тормошта шул ҡәҙәре бер-береһенә тап килгән парҙар осрай: бындай үҙ тиңен тапҡан бәхетлеләрҙең күңеле берҙәй асыҡ, уй-фекерҙәре уртаҡ була. "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2023" республика асыҡ конкурсында ҡатнашып, "Ғаилә ижады" номинацияһында икенсе урын яулаусы, үҙҙәренә терәк булырҙай ике ул үҫтереүсе Азалия һәм Юлай ВӘЛИЕВтар шундай парҙарҙың береһе. Улар менән 8 июлдә Рәсәйҙә билдәләнгән бик мәғәнәле байрамдарҙың береһе - Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө айҡанлы әңгәмә ҡороу форсаты тейҙе. Йәштәрҙең өлкәндәргә ҡарата мөнәсәбәте, балалар тәрбиәһе, бәхет серҙәре тураһында фекерҙәрен һеҙгә лә еткерәбеҙ, ҡәҙерле гәзит уҡыусылар.

Өлгөлө башҡорт ғаиләһе кем өлгөһөндә барлыҡҡа килде? Ата-әсәйҙәрегеҙҙән ниндәй үрнәк алып үҫтегеҙ, ниндәй тәрбиә бирҙеләр һеҙгә?

Азалия:
Әлбиттә, ғаиләбеҙ тәү сиратта атай-әсәйҙәребеҙ өлгөһөндә, күңелдәребеҙгә улар һеңдергән инаныстарға таянып барлыҡҡа килде. Сығышым менән мин Әбйәлил районы Дәүләт ауылынан, әсәйем рус теле һәм әҙәбиәтенән, атайым тарих буйынса мәктәптә балаларға белем бирҙеләр, атайым хәрби-патриотик тәрбиә буйынса директор урынбаҫары булып та эшләне. Шуға атайымдың хәрби званиеһына ҡарап, мине бала саҡта "Азалия - дочь капитана" тип тә йө-рөттөләр. Тик ул арабыҙҙан бик иртә китте, ә әсәйем, шөкөр, 72-се йәшен ҡыуып, беҙҙе ҡыуандырып йәшәй. Ғаиләлә беҙ өс бала: апайым Әлфиә Ғәлләмова Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, ағайым Азамат Магнитогорск металлургия комбинатында энергетик. Мин беренсе юғары белемде Башҡорт дәүләт аграр университетында алдым һәм декрет ялына тиклем Өфө ит-консерва комбинатында технолог булып эшләнем. Һуңынан юридик белем үҙләштереп, әле күсемһеҙ милек өлкәһендә һәм бер үк ваҡытта Орджоникидзе районының "Дуҫлыҡ" мәҙәниәт һарайында эшләйем.
Мин төпсөк булғас, өләсәй һәм олатай тәрбиәһе бик эләкмәне, улар оло йәштә инеләр. Атай-әсәй араһындағы матур мөнәсәбәтте, ир менән ҡатын бер-береһенә ярҙам итергә, терәк булырға тейеш, тигән өлгөнө күреп үҫтем. Улар миндә өлкәндәргә ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәт, эшһөйәрлек, туған телебеҙгә һәм мәҙәниәтебеҙгә һөйөү, туғандар менән аралашып йәшәү кеүек сифаттар тәрбиәләне, аҡты ҡаранан айырырға өйрәтте. Мин апайым менән ағайыма һис ҡасан исемдәре менән өндәшмәйем, малайҙарыма ла ошо тәрбиәне бирергә тырышам. Кешенең холоҡ-фиғеле генә түгел, тәрбиәһе лә нәҫелдән киләлер, тип уйлайым. Беҙҙең нәҫелдә талантлы кешеләр күп, атайым яғынан бөтәһе лә уҡытыусылар тиергә була. Әйткәндәй, беҙҙең тоҡомдоң фамилияһы Байымовтар ул. Тик атайым һәм беҙ генә ҡартатайымдың исеменән алынған Ғәлләмов фамилияһын йөрөтәбеҙ. Был боронғо бер йолаға бәйле: баҡтиһәң, атайыма тиклем тыуған балалары үлеп тик торғас, шул бәләне яҙлыҡтырыу өсөн атайыма олатаһының исемен фамилия итеп биргәндәр. Был ярҙам иткән һәм унан һуң тыуған бер туғандары Байымов фамилияһын дауам итәләр. Бына шулай боронғо йола арҡаһында тоҡом үрсеп киткән.
Юлай: Мин Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында тыуып үҫтем. Әммә атайымдың тамырҙары Баймаҡ районы Темәскә, әсәйемдеке Күгәрсен районы Игебай ауылына барып тоташа. Атайым ғүмерен юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә арнаны, дәүләт автоинспекцияһында эшләне, ә әсәйем тегеүсе булды. Беҙ дүртәү: Урал ағайым, Айгөл апайым һәм игеҙәгем Азат. Мин Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органында эшләйем.
Ғаиләлә бирелгән тәрбиә тураһында әйткәндә, атайымдың эшенә бәйле буш ваҡыты бик һирәк булыуына ҡарамаҫтан, беҙҙе тәртипкә, эшкә өйрәтте. Тимер-томор менән булышырға, төрлө транспортты ремонтларға ла атайҙан белдек. Иҫәнғолда йәшәгәс, мал тотманыҡ, әммә бесән мәле етһә, ул беҙҙе туғандарға, әсәйемдең яғынан олатай-өләсәйгә ярҙамға ебәрә торғайны. Ә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны олатайым балта оҫтаһы булды, уның заманына күрә бик яҡшы йыһазландырылған оҫтаханаһы бар ине. Шунда беҙ бармаҡтарға сүкеш тейҙерә-тейҙерә ағастан төрлө кәрәк-яраҡ яһарға өйрәндек. Атай менән олатайҙан ир-егет тәрбиәһен шулай алһаҡ, әсәйебеҙ наҙлап ҡына беҙҙе бөхтәлеккә, таҙалыҡҡа, яҡындарыбыҙҙы хәстәрләргә өйрәтте. Мин уның тегеү, бәйләү оҫталығын да үҙемә алғанмын әле. Әсәйебеҙ бер ваҡытта ла ауыр һүҙ әйтмәне, шуҡлыҡтарыбыҙ өсөн әрләмәне, эш ҡушһа ла матур ғына итеп үтенесен әйтә лә, беҙ баш тарта алмай ҙа ҡуя инек. Ғаиләбеҙҙә башҡорт мәҙәниәте, тарихына ҡыҙыҡһыныу уятып үҫтерҙеләр, мин музыка мәктәбендә ҡурай курсын да тамамланым. Шулай ҙа бик күп нәмәне беренсе юғары белем алған Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында уҡығанда аңланым. Иң мөһиме, шәжәрәбеҙҙе таптым.

Шәжәрәле булыуҙың әһәмиәте тураһында ла һөйләп үтегеҙ әле улай булғас...

Юлай:
Уҡыған йылдарҙа төрлө тарихи сығанаҡтарҙы өйрәндек һәм үҙебеҙҙең шәжәрәне белеү теләге тыуҙы. Атай-әсәйҙән һорашҡас, 2-3 быуын ата-бабаларыбыҙҙы ғына хәтерләүебеҙ асыҡланды. Ә бына туғыҙынсы быуыныбыҙға тиклем мәғлүмәтте курсташымдың шәжәрәһенән таптым, ул Темәстән туғаным булып сыҡты. Вәлиев фамилияһы Вәлиәхмәт атлы ҡарт олатайыбыҙҙан башланып китеүе асыҡланды. Кеше үҙенең нәҫел тарихын белмәһә, алдан булған белемдәрҙе бөтөнләйгә юғалта һәм тормоштағы юлын "нуль" булып, яңынан башлай икәнен төшөндөм. Шәжәрәңде белмәһәң, һин бер кем дә түгел. Ә белһәң, үҙеңде тотошоң, тойомлауың бөтөнләй башҡаса була. Шәжәрәмде күргәс, тамырҙарым шул тиклем боронға барып тоташыуына, шәжәрә ағасыбыҙҙың яңынан-яңы ботаҡтар ебәреп үҫә барыуына иҫем китте. Был башҡорт халҡының да бай тарихлы, бик боронғо милләт булыуын раҫлаусы бер сығанаҡ бит. Сөнки һәр милләт кешеһе лә беҙҙең кеүек тамырҙары ҡайҙа барып тоташыуын аныҡ белә, раҫлай алмай. Бында төрлө заман һынауҙарына бирешмәй, тарихыбыҙҙы һаҡлап килгән өлкән быуын кешеләренә рәхмәт әйтергә кәрәк. Билдәле булыуынса, кеше һәр саҡ үҙен ниндәйҙер ҙур нәмәнең мөһим өлөшө итеп хис итергә теләй һәм "бер боронғо халыҡтың тоҡомо мин" тигән аңлау "төркөм өлөшө", "компания хеҙмәткәре" тигәнгә ҡарағанда күпкә көслөрәк хистәр уята, кешенең үҙаңы барлыҡҡа килә. Ә бының үҙ сиратында ниндәй әһәмиәткә эйә булыуы хаҡында әйтеп тораһы ла түгел.
Шәжәрәңде белеүҙең тағы бер бик мөһим әһәмиәте күптән донъя кимәлендәге ғалимдар ғилми хеҙмәттәрендә раҫлаған фактҡа бәйле: ете быуын үтмәйенсә, туған тейеш кешеләр өйләнһә, уларҙан тыуған быуында ген кимәлендә кире үҙгәрештәр булыуы ихтимал. Беҙҙең ата-баба быны бик яҡшы белгән һәм тоҡомдарының сәләмәтлеге өсөн хатта икенсе ырыу һылыуҙарын урлау йолаһы ла күҙәтелгән.

Яңы ғына килен һәм кейәү булғанда бер-берегеҙҙең ғаиләһендә хайран иткән ниндәй матур йолалар, ғәҙәттәр күрҙегеҙ? Һеҙҙең ғаиләлә улар дауам ителәме?

Азалия:
Тәү сиратта урындағы һөйләшкә бәйле ҡыҙыҡ осраҡтар күп булды. Билдәле булыуынса, Әбйәлилдә атай-әсәйҙән өлкән ир кешегә "апа" тип өндәшәбеҙ, ә Юлайҙар яғында олатай йәки бабай тип әйтәләр икән. Ҡыҙының балаларына олатай-өләсәй булһалар, улының балаларына - ҡартәсәй-ҡартатай. Минең өсөн сәйер генә күренгән ошо йолаларына тәүҙә ҡаршы әйтеп маташтым. Шулай ҙа был осраҡта бик үк хаҡлы булмауымды аңланым һәм ҡабул иттем.
Атай-әсәйем гел мәктәптә эштә, өйҙә дәфтәрҙәр тикшереү, ялдарҙа уҡыусылар өсөн саралар ойоштороу тип йүгереп йөрөгәс микән, көн һайын ҡоймаҡ, бәлештәр бешерелгәнен хәтерләмәйем. Ә иремдең ғаиләһендә нәҡ шулай ине: ҡәйнәм көн һайын иҫ киткес тәмле ҡоймағын ҡоя, төрләндереп бәлештәр бешерә, аш-һыу яраштыра һәм бөтә балаларын бергә йыйып, матур табын ҡора торғайны. Бына ошо берҙәмлек мине хайран итте, күңелемә ятты һәм үҙ ғаиләмдә лә дауам итергә теләгән күренештәрҙең береһе булды.
Юлай: Был теманы дауам итеп, Азалияларҙа бишбармаҡты ҙур табаҡҡа һалып яраштырыуҙары, һәр кемдең шунан үҙенә һоҫоп алып ашауы ҡыҙыҡ күренде тәүге мәлдә. Был тиклемде нисек ашап бөтмәк кәрәк, тип хайран ҡалдым... Унан һуң, Әбйәлилдә ҡайҙа барһаң да, кемгә мөрәжәғәт итһәң дә башҡортса һөйләшеүҙәре һоҡландырҙы ла, аптыратты ла. Район үҙәге Асҡарҙа дарыуханала, магазинда, банкта ла йомошоңдо башҡортса йомошлап сығырға була. Иҫәнғолда урыҫлашыу көслөрәк ине шул элек.

Бер-берегеҙҙе ниндәй сифаттарығыҙ өсөн оҡшатып ҡауыштығыҙ?

Юлай:
Рухлы башҡорт ҡыҙына өйләнгем килгәйне һәм юлымда Азалия осраны. Ул башҡортса матур һөйләшә, башҡорт мәҙәниәтен, халыҡ ижадын ярата, сәләмәт тормош яҡлы. Башҡорт ҡыҙҙарына хас һылыулығы, асыҡ күңеле, яҡшылығы, донъяға оптимистик ҡарашта булыуы оҡшаны. Уның менән барыһы тураһында ла һөйләшеп, кәрәк саҡта бер-беребеҙгә дөрөҫ йүнәлеш, кәңәш биреп ебәреп була.
Азалия: Юлайҙың сәләмәт тормош алып барыуы, ғаилә ағзаларына ҡарата хәстәрлекле, ышаныслы булыуы арбағандыр мине. Ул балаларға яҡшы атай. Ҡасан, ҡайһы юлдан барырға белә. Ул минең көн эсендә бойомға ашырырға кәрәкле мең дә бер уй-ниәтем араһынан кәрәклеһен, әһәмиәтлеһен һайларға ярҙам итеүсе, йүнәлеш биреүсе терәгем.

"Ысын ир-егет" тигән төшөнсә бар бит инде. Һеҙҙеңсә ул ниндәй кеше? Улдарығыҙға ла шундай тәрбиә бирергә тырышаһығыҙмы?

Азалия:
Ысын ир-егет - яҡындарына ҡарата хәстәрлекле, иғтибарлы кеше, тип иҫәпләйем. Был йәһәттән улдарыбыҙ аталарынан үрнәк ала, дуҫ ҡыҙҙарының байрамдарына һәр ваҡыт сәскәләр тотоп барырға ла ғәҙәтләндерҙем. Ә инде малайҙар буласаҡ тормош иптәшен әсәйҙәренә ҡарап һайлауын күҙ уңында тотоп, үҙем уларға башҡорт ҡатын-ҡыҙының тик матур сифаттарын күрһәтергә тырышам. Улдарыбыҙ икеһе лә тәүге эш хаҡынан миңә матур күлдәк алып бирәбеҙ тинеләр. Маҡсаттарына ирешеүсән дә булһындар, тип теләйем. Билдәле бер йәшкә етеүҙәренә ниндәйҙер кимәлдә уңышҡа өлгәшһендәр.
Юлай: Үҙен яҡлай алырлыҡ булырға һәм яҡындарына ла ошо ышанысты бирергә тейеш ысын ир-егет. Шуға физик яҡтан көслө булһындар тип, улдарыбыҙҙы бәләкәйҙән спорт секцияларына йөрөтәбеҙ, был уларҙы дисциплинаға ла өйрәтә. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тиҙәр бит инде. Был йәһәттән дә дөрөҫ тәрбиә бирергә тырышам: ниндәйҙер эшкә тотонам икән, мотлаҡ малайҙарҙы эргәмә саҡырып алам. Эш ҡоралдарын үҙҙәренә биреп ҡуям, көстәренән килгәнсә миңә ярҙам итәләр. Миңә уларҙың ярҙамы кәрәк түгел, үҙем генә лә эшләп ҡуя алам, әммә малай кеше күреп, эш рәтен белеп үҫергә тейеш. Шул арала уларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙан алып, мөһим тәрбиәүи темаларға тиклем һөйләшеп тә өлгөрәбеҙ. Ғөмүмән, балалар үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫҡас, юғалып ҡалмаһындар өсөн бөтә яҡлап та тәрбиәне дөрөҫ һәм үҙ ваҡытында биреп өлгөргөбөҙ килә.

Бөгөн йәмғиәттә бала тәрбиәһе ҡатын-ҡыҙ иңенә һалынып, ир-егеттәр һирәк ҡатнаша, тиҙәр. Һеҙҙең ғаиләлә бының тап киреһе күҙәтелә, ахыры, ошо турала фекерҙәрегеҙҙе белдереп китһәгеҙ ине.

Юлай:
Ваҡыт шул тиклем тиҙ үтә, балаларҙың үҫкәнен һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Шул арала уларға дөрөҫ рухи, әҙәп-әхлаҡ тәрбиәһе биреп тә, яҡшы кеше итеп үҫтереп өлгөрөргә лә кәрәк. Шуға улдарым менән үткәргән һәр минутым ҡәҙерле, буш ваҡытымды улар менән һөйләшеүгә, уйнауға, ниндәйҙер ҡул эштәре эшләүгә, дәрес әҙерләүгә бүләм. Әйткәндәй, тәүҙә балалар баҡсаһына, хәҙер инде мәктәпкә үҙем алып барам, алып ҡайтам балаларҙы һәм юл ыңғайында көн буйы йыйылған хәбәрҙәрен һөйләп, ҡыуаныс-көйөнөстәрен бүлешеп киләләр. Тик ысынлап та балаһын килеп алған атайҙарға ҡарағанда әсәйҙәр күберәк шул, был нимәгә бәйлелер инде. Ни тиһәң дә, заман үҙгәрә, элекке кеүек, ирҙәр иртәнән кискә тиклем эшкә китеп, ҡатындар өй ҡарап ултырған мәл түгел хәҙер. Ҡалала бигерәк тә инде: хужалыҡ юҡ, мал юҡ, ашарға мультиварка бешерә, керҙе машина йыуа. Атайға ла, әсәйгә лә бала тормошонда бер тигеҙ ҡатнашырға, бурыстарҙы, яуаплылыҡты уртаҡ бүлергә шарттар бар, тимәк. Шуға беҙ хатта дәрестәрен дә алмашлап әҙерләшәбеҙ. "Баланы тәрбиәләйем тиһәң, үҙеңдән башла", тиҙәрме әле. Балаң менән үҙеңде нисек тотһаң, ул да үҙ сиратында балаларына шундай мөнәсәбәт күрһәтәсәк. Тимәк, беҙ ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙең тәрбиәһендә лә ҡатнашабыҙ килеп сыға. Атай кеше быны һәр ваҡыт хәтерендә тоторға тейеш.

Ҡала шарттарында балаларҙы башҡорт мөхитендә тәрбиәләү ҡатмарлымы?

Юлай:
Был мәсьәләнең мөһимлеген аңлағас, үҙебеҙ өсөн ҡатмарлы тип иҫәпләмәйбеҙ. Алыҫ булһа ла, баш ҡаланың иң яҡшы милли учреждениеларының береһе - 308-се Башҡорт балалар баҡсаһына йөрөттөк. Ә хәҙер М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында уҡыйҙар. Был ике мәғариф учреждениеһында ла башҡорт мөхитен булдырыу өсөн бик күп көс һалына, яҡшы педагогтар эшләй һәм улар телде өйрәтеүҙә, рухи тәрбиә биреүҙә төп ярҙамсыларыбыҙ. Үҙебеҙҙең башҡорт донъяһына ҡағылған сараларҙы ла ситтә ҡалдырмайбыҙ, әүҙем ҡатнашып торабыҙ. Был да уларҙы башҡорт мәҙәниәтенә, теленә, сәнғәтенә, мираҫына яҡынайта. Бала саҡта Иҫәнғолда беҙгә бына шундай тел мөхите булмауы үкенесле, шуға улдарым өсөн барыһын да эшләргә тырышам, үҙем дә башҡортса яҡшыраҡ аңлай, һөйләшә башланым.
Азалия: Эйе, башҡортса белһендәр, уҡыһындар, һөйләшһендәр тип тырышабыҙ. Мин балалар менән башҡортса аралашырға тырышам, атайыбыҙ туған телдә китаптар, журналдар алып ҡайта. Башҡорт йолаларын, ауыҙ-тел ижадын, мәҙәниәтен белһендәр, тамырҙарын онотмаһындар өсөн дә бар көсөбөҙҙө һалабыҙ. Өлкән улыбыҙ Таһирҙы атаһы думбыра түңәрәгенә яҙҙырҙы, ҡурайҙа уйнарға үҙе өйрәтә. Ә кесебеҙ Хәйҙәр ҡумыҙҙа сиртә, мин бейейем. Шулай үҙебеҙҙең ғаилә ансамбле лә барлыҡҡа килде.

Һеҙҙеңсә бәхетле, ныҡлы ғаиләнең, ир һәм ҡатындың татыу йәшәү сере нимәлә?

Юлай:
Моғайын да, үҙеңде башҡаларҙан өҫтөн ҡуймауҙа, бер-береңә ихтирам менән ҡарауҙа һәм аңларға тырышыуҙалыр. Сөнки илерткес мөхәббәт хисе йылдар үтеү менән һүрелә төшөргә мөмкин, гел ғашиҡ булып та йөрөп булмай. Ә бына һайлаған кешеңде тыңлай, аңлай һәм ҡабул итә белһәң, тормош ығы-зығыларын еңеп сығырға мөмкин.
Азалия: Мин дә бер-береңде ишетә белеү, күтәрмәләү, кәңәшләшеп эшләү, бер-береңде ҡайғыртыу парҙарҙы бәхетле итә, тип иҫәпләйем. Атай-әсәй, ҡайны-ҡәйнәнең дә йәштәргә ҡарата матур мөғәмәләһе ғаилә нигеҙен нығыта, уларҙың ризалығын белеп йәшәү ышаныс өҫтәй. Рәхмәтле була белеү ҙә татыулыҡты арттыра.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Күптәргә матур өлгө күрһәтерҙәй, әммә шул тиклем тыйнаҡ, итәғәтле парҙың йәштәргә әйтер һүҙе тураһында һорағас, Юлай Мәхмүт улы: "Кеше тормошонда ғаилә ҡиммәттәренән дә юғарыраҡ нәмә юҡ", - тине һәм оло быуын кешеләре менән йышыраҡ аралашыу, туғандарҙы ҡунаҡҡа саҡырыу, балаларҙы зат-ырыу менән таныштырыу, ғаилә ағзаларына иғтибарҙы күберәк бүлеү мөһимлеген әйтте. Һәр кемебеҙ быларҙы иҫтә тотайыҡ һәм үҙ ғаиләбеҙҙә гүзәл ғәҙәттәргә нигеҙ һалып, киләсәк быуындарға тапшырып, ошондай матур башҡорт ғаиләләре төҙөлөүенә сәбәп итәйек.

Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №26, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.07.23 | Ҡаралған: 336

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru