Тотош халыҡты, милләтте, айырым кешене юҡ итәм тиһәң, иң тәүҙә уның Хәтеренә балта сабыу кәрәк, тигән Хәҡиҡәт Сәйәсәт ғәле йәнәптәре тарафынан һәр заманда, һәр тарафта иң шәп ҡорал булараҡ файҙаланылған. Беҙ быны тарихтан да, хәҙерге ваҡиғаларҙан да яҡшы беләбеҙ булыр.
Ҡытайҙарҙамы, кемдәрҙәлер, дошманына яманлыҡ теләгәндә әйтелә торған "Үҙгәртеп ҡороуҙар заманында йәшә!" тигән ҡарғыш-теләк бар. Аллаға шөкөр, беҙҙең быуынға ла үҙгәртеп ҡороуҙар заманында йәшәү насип булды, ләкин беҙ уны ҡарғыш тип түгел, ә яҙмыш бүләге тип ҡабул иттек: хәтерҙән юйыла яҙған бик күп тарихи ваҡиғаларға ишек асылды, бөйөк шәхестәребеҙҙең исемдәре тергеҙелде. Был беҙҙең халыҡтың шулай уҡ юйыла барған милли рухын, үҙенең кемлеген, ниндәй халыҡтың, ниндәй ырыуҙың балаһы булыуын белергә ынтылышын уятты. Эйе, тарихи Хәтер уянды һәм ул беҙҙе милләт булараҡ та тиңдәр араһында тиң булып, үҙ урыныбыҙҙы алырға мөмкинлек бирер, ин шаа Аллаһ.
Эйе, заман балтаһы менән яҫҡыныуҙан имгәнгән, юҡҡа сыға яҙған шул уҡ Хәтерҙе тергеҙеүҙән башлағайны эшмәкәрлеген бынан ун йыл элек "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзалары ла. Тарихи Хәтерҙең бер бик мөһим өлөшө - башҡорт ҡатын-ҡыҙының асылын юллауға ҡайтып ҡалды улар фиҙаҡәрлеге. Ул асыл нимә? Ул - иман. Ул - һәр милләттең бер үҙенсәлеге, көнитмеше, йәшәйеше булып формалашҡан кәсептәре, аш-һыуы, тәрбиә мәктәбе, кейем-һалымы, биҙәүестәре. Шулай итеп, заман үҙгәрештәренә әсенеп-һыҙланып, сараһыҙлыҡтан ҡул ҡаушыра яҙған зыялы, белемле, вайымлы ҡатын-ҡыҙҙар ошо Хәтерҙә генә ҡала яҙған, асылыбыҙға бәйле бик күп хазиналарыбыҙҙы тергеҙеүгә ең һыҙғанды. Юғарынан төшөрөлгән фарман буйынса түгел, ә Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты эргәһендәге мин етәкләгән Ҡатын-ҡыҙҙар комиссияһының "Донъябыҙҙы ҡотҡарайыҡ!" тигән әйҙәү-оранына ҡушылып ойошто, берләште улар "Ағинәй" тип аталған ойошмаға. Ә ойошмаға был атаманы биреү дөрөҫ булғандыр, тим, сөнки башҡорт ҡатын-ҡыҙының асылы - ул иң тәүҙә ағинәйлек сифаттарына эйә булыу, йәмғиәттә матур өлгө булараҡ урын алыу бит.
Эйе, "Ағинәй" ойошмаһы ағзалары үҙ иңдәренә бик ҙур яуаплылыҡ йөкмәне: башҡорт йәмғиәтендә милли кейемдәребеҙгә һәм биҙәүестәребеҙгә, кәсептәребеҙгә ҡыҙыҡһыныу тап уларҙан башланды, тип ныҡлы әйтә алабыҙ хәҙер. "Әйҙәгеҙ, беҙҙең ағинәйҙәрҙең төп кейеме - милли кейем һәм биҙәүестәребеҙ булһын", - тигән тәҡдимде күтәреп алып, ойошма ағзалары мәктәптәрҙәге, ауыл музейҙарындағы, тарихи сығанаҡтарҙағы өлгөләргә ҡарап, милли кейемдәребеҙҙең ырыуҙарға хас булғандарын да тергеҙә башланы. Бөгөн был өлгөләрҙе бөтә байрамдарҙа ла майҙандарға, күргәҙмәләргә алып сыға улар.
Был хаҡта бик күп һөйләргә була, тик әлеге бәйән был турала түгел. Милли кейем һәм биҙәүестәр - улар йөҙәр йыл элекке боронғола ҡалған хазиналарыбыҙ тураһындағы Хәтерҙе ҡайтарыу булды.
Әммә аптырарлыҡ хәлдәр ҙә бар: "Ағинәй" ойошмаһы ағзалары үткәргән йола күренештәренән, сараларҙан күренеүенсә, утыҙ йыллап элек кенә халҡыбыҙ көнитмешендә йәшәгән ҡайһы бер ҡиммәттәр ҙә Хәтерҙә яңыртыуға мохтаж имеш!
Шундай хазиналарҙың береһе, ғаиләләрҙә быуындан-быуынға тапшырыла торған төп ҡомартҡы иҫәпләнгәне - самауыр. Улар ҙа бөтөнләй кәрәкмәгән бер әйбер булып, сүп һауыттарына ырғытылды бер заман, йә ҡайҙалыр алыҫҡараҡ йәшереп ҡуйылды, йә музей кәштәләренән урын алды. Хәҙер бына улар йәшерелгән урындарҙан сығарыла, хатта ағинәйҙәр уға арнап байрамдар үткәрә.
Шул байрамдарҙың береһендә - Көйөргәҙе районы ағинәйҙәренең Яҡут ауылында үткәнендә ҡатнашырға тура килде ошо көндәрҙә. Ике йыл элек "Айыҡ ауыл" конкурсында еңеүсе, егәрле халҡы, дәртле ағинәйҙәре, уларҙы бар сараларға, йәмәғәт эштәренә әйҙәүсе, дәртләндереүсе мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Рәмзиә һәм Рәүеф Әбйәлиловтар йәшәгән ауыл ул. Көйөргәҙе районының ҡото, йөҙөк ҡашы тип тә әйтеп була Яҡутты. Конкурс еңеүсеһенә бирелгән аҡсаға мәҙәниәт йорто эргәһендәге майҙанды спорт ҡорамалдары, хоккей ҡумтаһы менән йыһазландырғандар, туйҙарҙың иң төп тиерлек йолаһы - киленгә һыу юлы башлатыу өсөн "Килен ҡойоһо", шулай уҡ сәхнә лә эшләп ҡуйғандар. Ауылдаштарҙы айыҡ, сәләмәт йәшәү рәүешенә, йолаларына ылыҡтыра торған бөтә байрамдар, саралар ошо майҙанда үтә. Был юлы ла район ағинәйҙәренең самауыр байрамы ошонда ойошторолғайны.
Бәй, Хәтерҙе тергеҙеү менән булғанда самауырлы ғүмер юлы ҡалай яҡты хәтирәләр уята икән дәбаһа! Байрам программаһындағы һәр мәл унда ҡатнашыусыларҙы матур иҫтәлектәргә алып ҡайтты. Самауыр ҡайнатыуҙы онотмағанмы ҡатын-ҡыҙ? Был да бит ғаиләләге айырым бер кешенең генә ҡулынан килә торған оҫталыҡ тип баһалана ине, хәтерләйһегеҙме? Шуға ла байрамда ҡатнашыусылар бер нисә ҡатын-ҡыҙҙың самауырҙарына ут тоҡандырып, уның шыжлап китеүен ҡыҙығып күҙәтте. Артабан төрлө самауыр өлгөләре теҙелгән күргәҙмә, самауырҙа ҡайнаған һыу менән төрлө үлән сәйҙәре әҙерләнеү мәле тамаша ҡылынды. Ошоларҙан һуң Рәмзиә Әбйәлилова программаны сәхнәлә дауам итте: әлеге лә баяғы самауыр тураһындағы хәтирәләр барланды, йыр-таҡмаҡтар яңғыратылды, самауыр менән бейеүҙәрһеҙ ҙә булмай бит инде бындай саҡта! Килгән ҡунаҡтар - Көйөргәҙе район хакимиәте башлығы урынбаҫары Айгөл Глущенко, Мораптал ауыл биләмәһе башлығы Аскар Кинжалеев, райондың "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Тамара Малбаева, райондың Ветерандар советы рәйесе Фәнир Малбаев, райондың башҡа ауылдарынан һәм Күмертау ҡалаһынан килгән ағинәйҙәр ҙә тәбрикләү һүҙен еткерҙе.
Программаны төҙөүсе һәм алып барыусы Рәмзиә Әбйәлилованың самауыр тарихы тураһындағы сығышында ошондай мәғлүмәттәр яңғыраны: "Рәсәйгә самауырҙы Петр Беренсе Голландиянан алып ҡайтҡан, тигән риүәйәт бар. Ысынбарлыҡта иһә самауырҙар Петр батша үлгәндән һуң ярты быуат үткәс кенә күренә башлай. Рәсәйҙә тәүге самауыр Уралда эшләнә. Самауырҙың тыуған ере тип Тула ҡалаһы иҫәпләнһә лә, тарихи факттар беренселектең Соҡсон ҡалаһында булыуын раҫлай. 1740 йылғы документтарҙа Соҡсон заводында етештерелгән 16 фунд ауырлыҡтағы, ҡурғаш менән ялатылған еҙ самауыр тәү башлап иҫкә алына. Ә тарихсылар Тула самауыры тураһындағы тәүге хәбәрҙең тик 1746 йылда ғына барлыҡҡа килеүен билдәләй. Шул уҡ ваҡытта самауыр етештереү бер юлы ике урында - Соҡсон һәм Тула заводтарында башланған, тигән фекер ҙә йәшәй. Был заводтарҙың икеһе лә Демидовтыҡы була..."
Бындай байрамдарҙың хәҙер һәр төбәктә үткәрелеүен, ошондай мәғлүмәттәрҙең уларҙа мотлаҡ яңғыраясағын иҫкә алып, алып барыусының был сығышын тулыландырырға тура килде: "Бынан бер нисә йыл элек "Киске Өфө" гәзитендә тикшеренеүсе-ғалим Зәкирйән Әминевтың "Самауыр һәм башҡорттар" тигән мәҡәләһе баҫылып сыҡҡайны. Унда шундай мәғлүмәт бар: "Урал заводтарының хужаһы В.Н.Татищев Ирген заводы эшселәренән махсус артель төҙөй, ә был артелдекеләр үҙҙәренә бол туплау маҡсатында урындағы халыҡтың - башҡорттарҙың мал-мөлкәтен талау менән шөғөлләнә. Ошондай бер талау ваҡытында урыҫ эшселәренең ҡулына быға тиклем улар ғүмерҙә күрмәгән ҙур ҡорһаҡлы сәйер бер ҡорамал килеп эләгә. Был башҡорттарҙың һыу ҡайнатыу ҡорамалы була. Ирген заводы приказчигы Родион Набатов тигән берәү был ҡорамалды күпләп етештереүҙе ойоштора. Шулай итеп, беҙ хәҙер бөтәбеҙ ҙә "урыҫ самауыры" тип белгән сәй ҡайнатыу ҡорамалы бөтөн Рәсәйгә таралып китә. Аҙаҡ Невьянск заводы хужалары Демидовтар Набатовты төрлө ташламалар менән әүрәтеп, үҙҙәренә эшкә саҡыралар һәм Набатов самауырҙы Демидовтарҙың Соҡсон заводында эшләй башлай. Демидовтар Тула ҡалаһы кешеләре була. Улар менән самауыр Тулаға барып эләгә. Хәҙер инде самауырҙы Тулала күпләп эшләй башлайҙар һәм хәҙер бөтә донъяға таралған "Тула самауырҙары" барлыҡҡа килә".
Йәғни, Рәсәйҙә "урыҫ самауырҙары" барлыҡҡа килеүендә башҡорттарҙың да ҡатнашлығы бар һәм бындай мәғлүмәттәрҙе һис тартыныуһыҙ яңғыратырға кәрәк, тимәксемен.
Шуға ла гәзитебеҙҙең ошо һанында 6-сы биттә Зәкирйән Әминевтың әлеге мәҡәләһен ҡабатлап баҫыуға сәбәп булды был байрам. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ниндәйҙер байрам саралары әҙерләгәндә күптәр интернет материалдары менән генә ҡулланыуҙы ғәҙәт иткән. Ә әлеге "Киске Өфө"лә баҫылған мәҡәләләге мәғлүмәттәрҙе, билдәле, интернет селтәрҙәрендә табып булмаясаҡ. Уларҙы төрлө тарихи сығанаҡтарҙан, ғилми яҙмаларҙан, беҙҙең гәзит-журналдарҙа баҫылған материалдарҙан ғына табып була. Бына ни өсөн уҡырға кәрәк беҙҙең баҫмаларҙы уҡытыусыларға, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә. Сөнки улар ауылда ла, ҡалала ла, үҙҙәренең төп эшенән тыш, барлыҡ мәҙәни һәм мәҙәни булмаған сараларҙы ойоштороусылар бит...
Самауыр байрамында һөйләнгән һүҙҙәр, йырланған йырҙар, башҡарылған йолаларҙы тамаша ҡылғанда тағы шуға иғтибар ителде: "Ағинәй мәктәбе"ндә тупланыусыларҙың шәхси өлгөһө ҡалай мөһим бөгөн! Улар башлыса совет мәктәбендә уҡыған, бер нисә төрлө заман үҙгәрештәре ҡасафатын кисергән, төрлө ауырлыҡтар, ҡатмарлыҡтар менән һыналған, тормош тәжрибәһенә лә, белемгә лә, көнитмеш серҙәренә лә, кәңәшкә лә бай кешеләр. Шундайҙарҙың береһе, мәҫәлән, Аҡһары ауылынан Гөлсөм апай Сәлихова ла ҡатнашты байрамда, ул әйткәндәр, һөйләгәндәр күңелдәргә һары майҙай яғылды. Ауыл ағинәйҙәре, мәҙәниәт һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәре лә уның белеменә, аҡылына, кәңәшенә таянып эш итә. Ошондай ысын ағинәй дәрәжәһендәге ҡатын-ҡыҙҙар һәр ауылда бар. Һәр районда ошо Көйөргәҙе ағинәйҙәре етәксеһе Тамара Рәшит ҡыҙы Малбаева кеүек зыялы ҡатын-ҡыҙҙарҙы башлап йөрөүсе, фекерҙәш итеп һайлап эшкә еккәндә беҙ тап ошо күп булмаған ысын ағинәйҙәргә таянып ойошторғайныҡ та инде йәмәғәт ойошмабыҙҙы. "Ағинәйҙәр күп булмай!" тип һөйләнеп, беҙҙең ойошманы инҡар итергә тырышыусылар шуны белһен: ана шул күп булмағандар эргәһендә туплана ил-йорттоң, ырыуының, милләтенең, үҙ ғаиләһенең, балаларының киләсәген уйлаған, йәмғиәтте тәрбиәләргә, башҡорт ҡатын-ҡыҙының асылын ҡайтарырға ең һыҙғанған ҡатын-ҡыҙҙар. Улар тоғро юлда. Улар ысынлап та донъябыҙҙы ҡотҡарыусылар!
ӘЙТКӘНДӘЙ...
Ағинәйҙәрҙең тағы бер күптән түгелге Хәтерҙе яңыртыу сараһы - ул яулыҡ байрамдары. Уны инде һәр райондың, һәр ауылдың тиерлек ҡатын-ҡыҙҙары үткәрҙе. Ошо арала Мәсетле районының Әбдрәхим ауылында Сажиҙә Әғзәм ҡыҙы Фәйзрахманова етәкселегендәге ағинәйҙәр үткәргән "Серле яулыҡ" байрамында миңә лә ҡатнашыу бәхете тейҙе. Был да бик фәһемле тамаша булды. Сараның төп маҡсаты - яулыҡ бәйләүҙең мөһимлеген һәм әһәмиәтен, яулыҡтың баш кейеме генә түгел, ә мосолман ҡатын-ҡыҙының иманлылығын, тәрбиәлелеген билдәләүсе, һаҡлаусы ҡалҡан булыуын иҫкә төшөрөү, боронғо яулыҡтар тарихы менән таныштырыу ине. Һандыҡ төптәренә һаҡлауға һалынған өләсәй, әсәй яулыҡтары улар менән бәйле ваҡиғаларҙы уята, уларҙың ҡатын-ҡыҙҙың башынан төшөү факты бер аҙ моңһоулыҡҡа ла тарытып, "Их, яулыҡһыҙ йөрөйбөҙ шул ҡыҙҙар..." тигән уфтаныу ҙа тыуҙыра шул. Йәш саҡта, башың ҡуйы, матур сәсле саҡта урынлылыр, әлбиттә, яланбаш йөрөү. Әммә сәсең ҡойолоп йә салланып бөткәс, башты яулыҡ менән ҡаплау фарыз, һаулыҡ өсөн дә файҙалы. Шуға ла ишараланы Әбдрәхим ауылында үткән "Серле яулыҡ" байрамы. Унда Мәсетле районы ауылдарынан ғына түгел, Балаҡатай, Дыуан райондары ағинәйҙәре лә ҡатнашты. Сара халҡыбыҙҙың йолалары, уйындары һәм йыр-моң менән үрелеп барҙы. Балалар башҡарыуындағы "Йәшерәм, йәшерәм яулығымды йәшел ҡайын артына" уйыны барыһының да күңеленә хуш килде.
Гөлфиә ЯНБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №29, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА