Икенсе киҫәк. Урта быуаттар.
Бишенсе бүлек. Көньяҡ Урал IV - VIII быуаттарҙа
Иртә бахмут (мазунин) мәҙәниәте ҡәбиләләре
Ағиҙел һәм Урта Кама төркөмдәре ҡәбиләләре тарихын өйрәнеүҙең барса этаптарында ла уларҙың, башлыса, беҙҙең эра сиктәрендә ҡараабыҙ һәм пьянобор мәҙәниәттәренә ҡараған, ултыраҡ тормошта йәшәгән урындағы халыҡтың иң яҡын вариҫтары икәнлеге үҙенән-үҙе беленеп тора ине. Тимер быуаты башында уҡ (ананьин дәүере, б.э. тиклем VII - V бб.) барлыҡҡа килгән ҡаласыҡтарҙың б.э. III - VIII быуаттарына тиклем йәшәүе, шулай уҡ матди мәҙәниәт предметтарының типологик яҡынлығы ошоға дәлил.
Шул уҡ ваҡытта тикшеренеүселәр III - IV быуаттарҙа бахмут мәҙәниәте формалашыуына, урындағы халыҡ менән бер рәттән, ситтән килгән ниндәйҙер ҡәбиләләрҙең ҙур йоғонто яһауы хаҡындағы мәсьәләне ҡуя, улар йөҙөндә В.Ф. Генинг Көньяҡ Себерҙән сығыусыларҙы, ә Н.А. Мәжитов гун мөхите вәкилдәрен күрә. Күптән түгел был фараздар Ағиҙел тамағы районындағы б.э. III - IV быуаттарына ҡараған иртә бахмут (мазунин) мәҙәниәтенең оригиналь Иҫке Мошто ер-ҡурған ҡәберлеген тикшергәндә раҫланды. Табылдыҡтар составы буйынса Иҫке Моштола ҡаҙып асылған 102 ҡәбер бер-береһенән бер ни менән дә айырылмай һәм бахмут мәҙәниәтенең иртә этабына ҡараған барса ҡәберлектәр өсөн типик булып тора, әммә бындағы ерләү йолаһы ошо ҡомартҡыға үҙенсәлек бирә: ҡурған аҫтына ерләү ҡәҙимге ергә (грунтҡа) күмеү менән ҡуша башҡарылған. Ҡурған аҫтындағы ҡәберҙәрҙең түбәндәге етди айырымлыҡтары күҙгә бәрелеп тора: улар грунттағыларынан тәрәнерәк, тар стеналарында ҡыуышлыҡтар яһалған, ҡәбер төбөнә аҡбур һибелгән, унда көл, ағас күмере ҡалдыҡтары, шулай уҡ ат һөйәктәрен ритуаль күмеү билдәләре бар. Ошо үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, тикшеренеүселәр Иҫке Мошто ҡәберлеген ҡалдырған халыҡ составында аныҡ беленеп торған ике төркөм булыуы хаҡында һығымтаға килә: ултыраҡ тормошта йәшәгән урындағылар һәм көньяҡтан килгән күскенселәр. Ҡурған аҫтындағы ҡәберҙәр көньяҡ төркөмөнә ҡарай. Ошо һығымтаға өҫтәмә раҫлау сифатында антропология материалын күрһәтеп була. Ҡурған аҫтындағы ҡәберҙәрҙең береһендә яһалма рәүештә деформация эшләнгән баш һөйәге табыла. Ағиҙел йылғаһы тамағы районындағы ошо типтағы тәүге табылдыҡ - беҙҙең эраның тәүге быуаттарында төбәк халҡы составына гун мөхитенең күсмә ҡәбиләләре ҡушылыуын ап-асыҡ раҫлаусы иҫбатлама. Дөйөм алғанда, публикация авторҙары археология һәм антропология материалдары нигеҙендә килгән төркөмдөң генетик яҡтан уҙған быуаттарҙа Көньяҡ Урал далаларында көн иткән дах-сак-массагет мөхите күскенселәре менән бәйле булыуын раҫлай.
Хәҙер фән Көньяҡ Уралдың (Башҡортостандың көньяғы, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләре) б.э. II - IV быуаттарына ҡараған 50-нән артыҡ ҡурған төркөмдәре буйынса бай мәғлүмәткә эйә. Һәр төркөмдөң бер ни тиклем индивидуаль үҙенсәлектәре булһа ла, уларҙың уртаҡ сифаттары бар. Мәҫәлән, улар үлсәмдәре буйынса ҙур түгел, ер өйөмдәре тупраҡтан, ҡайһы бер осраҡта таш ҡалантылы; ағас табуттар киң ҡулланылған. Мәйет инвентары шул ваҡытҡа хас ҡайыш наборҙарынан, балсыҡ һауыт-һабанан, биҙәүестәрҙән тора, улар араһында көньяҡ үҙәктәрҙән килтерелгәндәре күп. Шундайҙар иҫәбенә иң элек ҡойоп яһалған Ҡытай көҙгөләрен индерергә кәрәк. Ҡыҙыҡһынған уҡыусыға ошондай ҡомартҡылар ентекләп тасуирланған махсус хеҙмәттәрҙе тәҡдим итеп, уларҙың гун-усунь-кангюй-юечжи сығышлы төрки телле ҡәбиләләр Көньяҡ Уралдың дала зонаһының һәм йәнәштәге төбәктәрҙең (Ҡаҙағстан, Себер, Волга буйы, Төньяҡ Кавказ) төп халҡын тәшкил иткән дәүерҙә хасил булыуын билдәләп үтеү фарыз, сөнки улар уҙған быуаттарҙа йәшәгән урындағы ҡәбиләләрҙең вариҫтарын үҙ власы аҫтында берләштерә алған. Ошо ҡәбиләләр йыйылмаһына б.э. V - VIII быуаттарында Көньяҡ Уралдың этносәйәси тарихында хәл иткес роль уйнарға тура киләсәк.
Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 2022 йылдың 28-се һанында).
"Киске Өфө" гәзите, №41, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|