Ә һеҙ телевидениела күптән эшләйһегеҙме?
- Ике йыл.
- Моғайын, бик ҡыҙыҡтыр?
- Эйе. Беләһегеҙме, тиҙҙән телевидение бөтә кешелек донъяһын ныҡ үҙгәртәсәк. Театр ҙа, китап та, гәзит тә - бер нәмә лә булмаясаҡ. Тик телевидение ғына. Минең һүҙҙәремде бына егерме йылдан һуң иҫләрһегеҙ әле...
Хәтерегеҙгә төшкәндер, был - бынан утыҙ өс йыл элек премьераһы булған билдәле "Москва слезам не верит" исемле совет фильмынан алынған өҙөк. Уны профессор Тихомировтың өйөндә табын артында Рудольф әйтә.
Киногеройҙың юрағаны юш килде: телевидение тормошобоҙға бик тәрән үтеп инде. "Зәңгәр экран"ы булмаған ғаиләне, йортто табырмын тимә хәҙер, күптәрҙең һәр бүлмәһендә тиерлек телевизор урынлашҡан. Тап уның аша илебеҙҙә, сит илдәрҙә булған хәл-ваҡиғаларҙы, сәйәси-мәҙәни яңылыҡтарҙы беләбеҙ, зәңгәр экрандарҙа яратҡан артистарыбыҙ, йырсыларыбыҙ менән осрашабыҙ, һәр кемдең үҙ тапшырыуы, шоуы бар.
"Театр ҙа, китап та, гәзит тә булмаясаҡ", тигәне генә бик үк дөрөҫлөккә тап килмәй. Ниндәйҙер бер ваҡытта, бәлки, улар икенсе планға күсеп тә торғандыр. Совет власы тарҡалып, нисәмә йыл ынтылған идеология, тормош ҡиммәттәре тамырынан юҡҡа сыҡҡас, ысынлап та, театр үҙ тамашасыһын, гәзит-журналдар, китаптар үҙ уҡыусыһын юғалта яҙҙы. Әммә бик тиҙҙән уларға яңынан эйә булды. Авторҙар заман ихтыяжын, маҡсатын ваҡытында тойоп, шул йүнәлешле баҫма, әҫәрҙәр сығара башланы. Бына шул ваҡытта детектив, криминал, фантастика, эзотерикаға ҡоролған китаптар уҡый башланыҡ. Гәзит-журналдарҙың һаны ла кәмемәне, киреһенсә, бөгөн төрлө ҡатлам, төрлө йәштәгеләр, һөнәр эйәләре өсөн ниндәй генә баҫма сыҡмай.
Интернет селтәре үҫешкәс, телевидениеның роле кәмене, тиер кемдер. Минеңсә, киреһенсә, был заманса мәғлүмәт технологияһы телевидениеның тағы ла нығыраҡ үҫешенә булышлыҡ итте һәм ул алдынғы позицияны биләүен дауам итә. Бөгөн уның ниндәй генә төрө юҡ. Беҙҙең быуын эфир телевидениеһын ҡарап үҫте. Унан һуң кабель телевидениеһы барлыҡҡа килде. Уны тоташтырып, төрлө йүнәлештәге тиҫтәләгән канал ҡарау мөмкинлегенә эйә булдыҡ. Төрлө сит ил сериалдарын, ток-шоу йәки күңел асыу программаларын тап ошо ваҡытта ҡарарға ғәҙәтләнгәнбеҙҙер, моғайын.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы барлыҡҡа килеү менән телевизор ҡараусыларҙың мөмкинлеге тағы ла киңәйҙе: Ерҙең яһалма юлдашы ярҙамында тапшырылған был ысул телевидениеның бөтә төрҙәре араһында беренсе урынды биләй. Башҡалар менән сағыштырғанда уның мөмкинлектәре, һис шикһеҙ, күберәк. Уның буйынса, мәҫәлән, яратҡан тапшырыуҙы йәки кинофильмды яҙҙырып, ҡабатлап ҡарарға була. Өйҙә булмау сәбәпле ҡарай алмаған программаны ла яҙҙырып алырға мөмкин. Тапшырыуҙы кәрәк урында туҡтатып, яңынан дауам итергә, балалар өсөн ҡарарға ярамаған тапшырыуҙарға "атай-әсәй контроле"н ҡуйырға була.
Телевидениеның тағы ла бер төрө бар - IP протоколы буйынса тапшырылған интерактив йәки цифрлы телевидение.
Телеэкрандың тәрбиәүи әһәмиәте тураһында һөйләгәндә уның ыңғай яҡтары ла, киреһе лә бар. Беҙҙең быуын илһөйәрлек, ватансыллыҡ рухы менән һуғарылған кинолар ҡарап үҫте. Кескәйҙәр өсөн йәнһүрәттәр ҙә әхлаҡи, физик тәрбиә биреү йәһәтенән көслө ине. Бөгөнгө балалар ниндәй мультфильмдар ҡарағанына иғтибар иткәнегеҙ бармы?
Күптән түгел бер танышым һөйләп торғайны: "Элек үҙебеҙ ҡарап үҫкән "Конек-горбунок", "Жил-был пес", "Бременские музыканты", "Золотая антилопа", "Мама для мамонтенка" кеүек йәнһүрәттәр яҙылған диск алып ҡайтып ҡуйғайным, 4 йәшлек ҡыҙымдың уларға бер ҙә иҫе китмәне, киреһенсә, уны алып, быға тиклем әллә нисә тапҡыр ҡараған, ҡайһы бер цитаталарын яттан белгән "Масяня"ны ҡуйыуын үтенде. Нисектер ваҡыт табып бергә ҡарағайным, ундағы персонаждарға иҫем китте. Масяня - тәмәке көйрәтергә, эсергә яратҡан, әҙәпһеҙ ҡыҙ икән. Иптәштәре лә унан бер ҙә ҡалышмаған. Ҡыҙҙың һәр ваҡыт тиҫтерҙәренә ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер булыуын иҫәпкә алмаһаң, ул бында тик кире ролде уйнай, баҡтиһәң", - тине ул аптырап.
Балаларҙы, әлбиттә, был тормошта бөтәһе лә яҡшы тип, уны иллюзияларға бирелдереп, йәғни ысынбарлыҡты боҙоп күҙ алдына килтереп үҫтерергә ярамай. Шулай ҙа бала нимә яҡшы, нимә насар икәнен белеп үҫергә тейеш, шуның өсөн балалар өсөн тапшырыуҙарҙы, "Масяня" кеүек мультфильмдарҙы бергә ҡарарға һәм уның буйынса фекер алышырға ваҡыт табырға кәрәктер ололарға.
1997 йылдан алып Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль Ассамблеяһы тәҡдиме буйынса йыл һайын 21 ноябрҙә Бөтә донъя телевидение көнө билдәләнә. Уның маҡсаты, билдәле инде, бөтә донъяның үҫешендә телевидение роленә иғтибарҙы йәлеп итеү, вәхшилеккә, күрә алмаусанлыҡҡа, низағҡа килтергән, халыҡ-ара ғауға уятҡан ваҡиғаларҙы сағылдырмау тураһында хәстәрлек күреүен иҫкәртеү. Бына шулар тулыһынса ғәмәлгә ашырылғанда бөгөнгө тиҙ үҙгәреп торған заманда телеэкрандың ролен тик ыңғай баһаларға булыр ине.
Лена АБДРАХМАНОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №45, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА