"Медицина хеҙмәткәрҙәренең иң мөһим сифаты нимә?" тигәндә, "Үҙ эшенең оҫтаһы булыуы", тип яуап бирер күптәр. Сөнки уларҙың оҫталығы, белеме, тәүәккәллеге һәр кемебеҙҙең иң ҡәҙерле нәмәһен - ғүмерҙәребеҙҙе һаҡлап ҡаласаҡ. Ә был оҫталыҡҡа улар тәү сиратта өлкән коллегаларынан өйрәнә. Бына шуның өсөн дә остазлыҡ төшөнсәһе табиптар араһында бигерәк таралған: һәр шәп белгес кемдеңдер һәләтле уҡыусыһы булып тора. Өфө ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы Педагог һәм остаз йылына арнап үткәргән сираттағы осрашыуға тап шундай шәхестәр - медицина фәндәре докторы, профессор, Өфө Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы фәнни-тикшеренеү институтының бүлек мөдире Мәхмүзә Кәлим ҡыҙы Ғәйнуллина, медицина фәндәре докторы, профессор, БДМУ-ның микробиология һәм вирусология кафедраһы мөдире Марсель Марат улы Тойғонов һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты ординаторы, Ишембай районы йәштәре ойошмаһы рәйесе Айтуған Сәлим улы Байисламовты саҡырҙы.
Үҙенең һәр көнөн кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарып ҡалыуға ғына түгел, ә уларҙың сәләмәтлеген һаҡларға өндәгән, әүҙем тормош алып барған был милләттәштәребеҙ менән әңгәмә бик ҡыҙыҡлы барҙы. "Табип - ул иң изге, иң мәрхәмәтле, иң шәфҡәтле, әммә бик ауыр һөнәр. Белем алыуға ғына 8 йыл ваҡытың китә, әммә иң мөһиме - һөнәр алғас, үҙеңде йәлләмәйенсә тулыһынса медицинаға бағышларға кәрәк. Кешеләргә хеҙмәт итергә әҙер булһағыҙ ғына табип булығыҙ. Беҙҙе уҡытыусыларыбыҙ шулай тип өйрәтә торғайны һәм хәҙер мин үҙем дә бының бик хаҡ һүҙҙәр икәнен аңлайым", - тине Мәхмүзә Кәлим ҡыҙы әлеге мәлдә баш ҡалабыҙҙың башҡорт гимназия-лицейҙарында белем алған һәм киләсәктә табип һөнәрен һайларға ниәтләнгән йәштәргә мөрәжәғәт итеп. Бер туғандары һәм уларҙың балалары араһында ғына ла 12 табип булған табиптар династияһы вәкиле булараҡ та йәштәргә матур өлгө булған Мәхмүзә Ғәйнуллинаның сығышы бик үҙенсәлекле булды.
- Сәләмәтлек табиптан ғына тормай. Сәләмәтлеккә кешенең физик һәм психик торошо, шулай уҡ социаль хәле лә инә. Мәҫәлән, уның йәшәр урыны, эше, хеҙмәт хаҡы, мөрәжәғәт итер өсөн дауаханалар, кәрәкле әйберҙәрен һатып алыр өсөн магазиндар һ.б. булырға, өйөндә һыуы ағып торорға, сүп-сары сығарылырға тейеш. Шуға ла илдәге демографик хәл өсөн, үлем күрһәткесенең кимәле өсөн дә табип ҡына яуап бирмәй.
Кешенең үҙенән торған нәмәләр ҙә бар. Әйтәйек, кешенең уйҙары ла сәләмәтлеккә йоғонто яһай. Күпме йәшәйәсәкһең - был Аллаһтан, ә бына ошо бирелгән ғүмерҙе нисек йәшәйһең, үҙеңдән тора. Теломералар тураһындағы асыш ошо хаҡта һөйләй ҙә инде. Дөрөҫ туҡланмау, һимереү, экологияның бысраныуы, башҡалар менән талашып йәшәү, аҙ хәрәкәтләнеү, йоҡо туймау, даими стрестар, хроник сирҙәр, тәмәке тартыу, спиртлы эсемлектәр эсеү, D витамины ҡытлығы теломераларҙың ҡыҫҡарыуына килтерә. Сәләмәт йәшәү рәүеше алып барғандарҙың теломералары, тимәк, ғүмере лә 10 процентҡа оҙонораҡ була. Организмда күп нәмәләр, әйтәйек, йөрәк нисә тапҡыр тибергә тейеш - былар генетик яҡтан алдан билдәләнгән. Беҙҙең йөрәк минутына 60-70 тапҡыр типһә, спортсының йөрәге 80-90, хатта 200 тапҡыр тибеүе ихтимал. 100 йәшкә еткән спортсылар һирәк күренеш, улар ошо рәүешле йөрәгенең мөмкинлеген ҡыҫҡарта. Бының менән, спорт менән шөғөлләнмәгеҙ, тимәйем, бары тик ҡайһы бер нәмәләр беҙгә нәҫел-дән бирелгән, тип аңлатырға ғына тырышам. Әммә сәләмәтлегебеҙгә ниндәй мөнәсәбәттәбеҙ, уға нисек ҡарайбыҙ, быныһы үҙебеҙҙән тора...
Марсель Марат улы иһә үҙ биографияһы миҫалында табип булырға хыялланған ябай ауыл егетенең нисек итеп 32 генә йәшендә фән докторы булып китеүен һөйләне. "Кешенең ике дошманы бар: береһе - тышҡы дошмандарығыҙ. Икенсеһе, иң яманы - эске дошманы, ялҡаулыҡ. Ялҡаулыҡты еңә алһағыҙ, бик шәп кеше буласаҡһығыҙ. Йәш саҡтан уҡ бейеклеккә үрләйем тигән маҡсат ҡуйығыҙ. Иң башына барып етә алмаһағыҙ ҙа, ошо юлдағы һәр үр - үҙе үк еңеү. Бер ҡасан да уҡыуҙан һәм спорт менән шөғөлләнеүҙән туҡтамағыҙ", - тине ул. Марсель Тойғонов йәштәрҙе әле үҙе шөғөлләнгән микробиология һәм вирусология йүнәлеше менән дә таныштырҙы.
- Һәр кеше организмында 100 трлн микроб йәшәй, уларҙы алып, үлсәүгә һалһаң, баш мейеһе кеүек ауырлыҡ сығыр ине - 1,5 кг. Уларҙың ролдәре баһалап бөтөрлөк түгел, эсәктәрҙә йәшәгән ошо микробтар организм өсөн күп функцияларҙы башҡара. 2000 йылдарҙа донъя кимәлендә ҙур тикшеренеүҙәр башланып китте, ғалимдар шунда кеше организмында бөтәһе 24 мең ген барлығын асыҡланы. Сағыштырыу өсөн селәүсендә алһаҡ, унда 35 мең ген. Баҡтиһәң, эволюция барышында кешенең организмы күп кенә функцияларын ошо микробтарға биргән. Улар көн дә беҙҙең өсөн витаминдар, ҡайһы бер аҡһымдарҙы эшләп сығара. Тимәк, етешмәгән гендар ошо микробтарҙың эшмәкәрлегенә һалынған. Ҡыҙыҡһынып китеп, ғалимдар микробтарҙы өйрәнә башлағайны, уларҙа 800 мең ген барлығын иҫәпләне, тап ошо гендар кешенең сәләмәтлеге торошон билдәләй. Ҡайһы бер кешеләр, мәҫәлән, һимеҙлектән йонсой. Эсәктәрендә, тимәк, майҙар алышыныуы өсөн яуап биргән микробтар аҙ миҡдарҙа. Уйлауымса, киләсәктә ошо асыштар нигеҙендә кешенең һаулығын нығытыуға килтерәсәк ниндәйҙер асыштар ҙа көтөлә. Бала тыуған саҡта ошо микробтарҙы әсәһенән ала, күкрәк һөтө имгән саҡта ла күсә улар.
Залдан "Улай булғас, кеше менән кем идара итә - баш мейеһеме, әллә ошо микробтармы?", "Беҙ йәшәр өсөн ашайбыҙмы, әллә ашар өсөн йәшәйбеҙме?", "Микробиолог булыр өсөн ниндәй факультетта белем алырға кәрәк?" тигән шаярыу ҡатыш һорауҙар яңғырауы ла әңгәмәнең тыңлаусылар өсөн бик ҡыҙыҡлы булыуын күрһәтте. "Һеҙгә көлкө тойолһа ла, был микробтар бик һиҙгер - беҙ ғашиҡ булһаҡ, улар ҙа ошо һөйөү тойғоларын кисерә, стреста булһаҡ, улар ҙа көйәләнә", - Марсель Марат улының яуабы уҡыусыларҙа был фәнгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятырлыҡ булды.
Башҡорт дәүләт медицина университеты ординаторы булараҡ, Республика онкология диспансерында - онколог, тағы ла икенсе бер дауаханала терапевт булараҡ эшләп йөрөгән, шул уҡ ваҡытта йәштәрҙең төрлө проекттарында ҡатнашып, йәмәғәт эштәре менән дә шөғөлләнергә ваҡыт тапҡан Айтуған Байисламов мәктәп эскәмйәһенән үк маҡсаттар ҡуйып, уларға ынтылырға кәрәклеге тураһында һөйләне. Бөгөнгө балалар, йәштәр араһында әүҙемлек һүрәнләнеп, һүнеберәк ҡалған бер мәлдә бындай йәштәрҙең өлгөһө, һүҙе бик тә урынлы, тип уйланыла. Буласаҡ табиптың сығышын залдағылар, моғайын, күңеленә киртеп ҡуйғандыр, кемендәлер маҡсат осҡоно ла тоҡанғандыр, тип ышанғы килә.
Шулай итеп...
Быйыл башланған бик матур күренеш - остазлыҡ мәктәптәре эшмәкәрлеге артабан да дауам итһә ине. Нисек кенә булмаһын, борон-борондан һәр кеше үҙе белгәнде йәштәргә өйрәтеп ҡалырға тырышҡан, сәсәндәрҙең дә үҙ шәкерте, оҫталарҙың да үҙ өйрәнсеге булған, һөнәр нескәлектәрен, ғүмерең буйына туплаған тәжрибәңде ерҙә ҡалдырыуҙың берҙән-бер ысулы был. Мәктәп уҡыусыларын әле үк һөнәргә йәлеп итеү, киләсәктә милләтте һәләтле белгестәр менән тәьмин итеүҙең дә яҡшы ысулы был. Шуға ла уның быйылғы йыл менән үткәндәрҙә тороп ҡалмауы шарт.
Ләйсән НАФИҠОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №47, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА