«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

МӘХМҮТ ҠАШҒАРИҘАН
+  - 

"Аjа" - ус".

Был боронғо төрки һүҙе башҡорт телендә әлегә тиклем ҡулланыла. Шуныһы ҡыҙыҡлы, беҙ борон усты аңлатҡан ошо "ая" һүҙенә "ус" һүҙен ҡушып һөйләйбеҙ: "ус аяһы". Күрәһең, тәү мәғәнәһендә "ая" һүҙе бик бәләкәй үлсәмде аңлатҡандыр: башҡорт телендә шул уҡ һүҙ дүрт бармаҡ киңлегендәге үлсәү берәмеге тигәнде белдерә. Мәҫәлән, Һәҙиә Дәүләтшина әҫәренән: "Итенең ҡырҡмаға ҡараһы юҡ. Ҡабырға һырттары бер ая май, байғоштоң".
Йәнә бер ҡыҙыҡлы аналогия: бармаҡтарҙы бергә ҡыҫып уҡмаштырһаң, ус аяһы, йәғни кескәй генә ҡул һауыты хасил була. Һәр беребеҙҙең шишмәнән услап алып һыу эскәне бар. Шуға күрә лә тәү кешеләр ус формаһын биреп, һауыт-һаба яһай башлаған. Боронғо башҡорттар һауыт-һабаны "аяҡ" һүҙе менән юҡҡа ғына атамағындыр ул. Кешеләр ағастан юнып-соҡоп яһаған ҡалаҡ (ҡашыҡ) шул уҡ ус аяһын хәтерләтә. Башҡорттар элек-электән ашау-эсеү өсөн ҡулланылған һауыт-һабаны ҡашығаяҡ (һөйләштәрҙә: ҡашыяҡ), тип атағанын беләбеҙ.
Шул уҡ "ая" һүҙе дебетте таҙартыу, тетеү өсөн ҡулланылған энә тараҡлы ҡоралды ла аңлата, был осраҡта ошо атаманың "айырып алыу", йәғни йөндө сүбенән аялау мәғәнәһе күҙгә бәрелеп тора. Ошондай ҡорал булмағанда йөндө ҡул-бармаҡ менән таҙарталар, тимәк, "ая" һүҙе тәү мәғәнәһендә, ғөмүмән, кеше ҡулының атамаһын белдергәндер. Тәү тормош кешеләре ҡулдары - аялары (йоҙроҡтары) менән һуғышҡан: "аяу", "аяуһыҙ" һүҙҙәренең этимологияһын ошолай итеп тә аңлатып була. "Өләс", "өләс көз" - моңһоу күҙҙәр, улар иҫергәндең [кешенең] күҙҙәренә оҡшаш. Әйтелгән: "Булнар мени өләс көз Ийе кара мениз кизил йүз Андин тамар түкәл түз Булнар йана ол качар". [Бында] әйтелә: мине әсир итә ошо моңһоу күҙҙәр һәм миңле бик матур йөҙ. Уның яңаҡтарынан матурлыҡ тамып торған кеүек. Ул мине әсир итә лә шунан ҡасып китә".
Хәҙерге башҡорт телендә ошо лирик шиғырҙы ошолайыраҡ итеп биреп була:
"Әсир итер мине моңһоу күҙҙәре
Һәм ҡара миңле ҡыҙыл йөҙҙәре.
Унан тамыр теүәллектең үҙе.
Әсир итер ҙә йәнә ҡасып китер үҙе".

Бәҙри ӘХМӘТОВ әҙерләне.
(Дауамы. Башы 42-се һанда).

"Киске Өфө" гәзите, №12, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.03.24 | Ҡаралған: 499

Киске Өфө
 
Кемдер берәү әрләшә башлағас, әрләнеүсе ситкә китә. Әрләшеүсе уның артынан бара һәм: "Ниңә китәһең?" - тип һорай. Әрләнеүсе яуап бирә: "Һинең хоҡуғың - әрләшеү, ә минеке - тыңламау". Берәүгә һорау бирәләр. Ул яуап бирә алмай һәм әрләшә башлай. Уға шулай тип әйтәләр: "Әлбиттә, һиңә һорауға яуап биреүгә ҡарағанда, үҙ наҙанлығыңды йәшереү өсөн әрләшеү еңелерәк". Яман һүҙлеләр - ҡырағай хайуандың иң хәтәре, ялағай һүҙлеләр - йорт хайуандарының иң ҡурҡынысы.

(Диоген).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru