«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӘҒАРИФ: БӨГӨН ҺӘМ ИРТӘГӘ
+  - 


Август - уҡыусыларҙың йәйге каникулдарының, педагогтарҙың отпускыларының аҙағы. Быйылғы йәй нисек кенә ямғырлы булмаһын, ул барыбер сыуаҡ сентябрь көндәрен иҫкә төшөрә. Йәғни, август сентябрь менән аңҡый: "Яҙ кеүек күңелдә йылы саҡ, ҡояштай иркәләй бала саҡ. Бөтәһе йылмая бик алсаҡ, хәтерҙә мәктәбем ҡаласаҡ", - тип ихлас йырлай традицион сентябрь байрамында - Белем көнөндә Өфө ҡалаһының М.Ғ. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы уҡыусылары. Уларҙы алдағы уҡыу йылында ошо белем биреү үҙәген тамамлап, маһир эшҡыуар булып танылған Муса Мәзитовтың хәйриә ярҙамы менән асылған ике үтә шәп һөнәри йүнәлеш биреү объекты көтә: медиа- һәм һынлы сәнғәт студиялары улар. Шул саҡта эстән генә уйлап ҡуяһың: и-и-х, күберәк тыуһындар ине шундай Мәзитовтар!

Эйе, власть әһелдәре, мәғариф органдары етәкселәре, уҡыу йортттарының ректор-директорҙары, уҡытыусы-тәрбиәселәр өсөн август - киләсәк уҡытыу-тәрбиә биреү йылын өр-яңынан күҙаллау айы. Август кәңәшмәләре - шуға инеш. Быйыл республикабыҙ педагогтарының Стәрлетамаҡта ойоштороласаҡ дөйөм август "педсоветы" алдынан мәғариф системаһының төбәк кәңәшмәләре уҙғарыла, тип хәбәр итә киң матбуғат саралары. Шулар-ҙың тәүгеһе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев рәйеслегендә республикабыҙҙың көньяҡ-көнсығыш зонаһына ҡараған Сибай ҡалаһында уҙғарылды. Унда телгә алынған иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе - мәктәптәрҙең заманса матди-техник базаһын булдырыу, уларҙы яңы, цифрлы технологиялар нигеҙендә эш алып барырлыҡ йыһаздар менән тәьмин итеү. Һүҙ юҡ, ошо йәһәттән күҙгә күренерлек эштәр байтаҡ башҡарылған: "Мәғарифтың мәктәп системаларын модернизациялау" тигән федераль программа сиктәрендә 2022 йылдан бирле 140 мәктәп бинаһы ремонтланған, әле 31 урта белем биреү учреждениеһында ремонт эштәре дауам итә, уларҙың 6-һы әлеге йылдың 1 сентябрендә уҡыусыларҙы ҡабул итәсәк. Проект, башлыса, федераль бюджеттан финанслана, унан 1,48 млрд һум аҡса бүленгән. Ошондай күләмдә финанслау бу-йынса республикабыҙ Рәсәйҙә өсөнсө урынға сыҡҡан. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, һуңғы 5 йыл эсендә 22 004 уҡыусыға иҫәпләнгән 44 өр-яңы мәктәп һәм 9 173 урынлыҡ 65 балалар баҡсаһы төҙөлгән.
Үрҙә әйтелгәндәр менән, һис һүҙһеҙ, маҡтанып була. Тик уҡытыу-тәрбиә эше һөҙөмтәле булһын тиһәк, үтә шәп биналар һәм әүәл хыялда ғына булған йыһаздар менән генә сикләнеү етмәй. Һәр мәктәптең асылы - уҡыусылар, ата-әсәләр һәм педагогик коллектив берлегендә. Һәр йыл һайын йөҙәрләгән бала мәктәпкә уҡырға төшә, ә улар 11 йылдан һуң ниндәйерәк шәхес буласаҡ - интеллекты һәм рухи кимәле, тәртибе, әхлаҡи тәрбиәлелеге, ижади мөмкинлектәре, һөнәри ынтылыштары һ.б. - былар барыһы ла бала шәхесен үҫтерә алыусы педагогик кадрҙарҙан, мәктәп етәкселәренән тора. Педагогик коллектив балаларҙы ғына түгел, йәш ата-әсәләрҙе лә тәрбиәләүсе ул, сөнки һәр баланың тәбиғи һәләттәрен асыуҙа һәм үҫтереүҙә уҡытыусы-тәрбиәселәрҙең һәм ата-әсәләрҙең бер төптән егелеп эш итеүе мотлаҡ. Ошолай булғанда матди етешһеҙлек замандарында ла ярлы мәктәп стеналарынан иҫ киткес гүзәл шәхестәр үҫеп сыҡҡаны барыбыҙға ла билдәле.
Совет осоронда тыуып үҫкән кешеләр үткән быуаттың 90-сы йылдарында кисерелгән аяуһыҙ сәйәси буталыш, һәр төрлө нигеҙһеҙ реформалар арҡаһында донъяла тиңе булмаған мәғариф системаһының тарҡала-емерелә яҙыуына шаһит булды. Бынан ни барыһы 25-30 йылдар элек мәктәптәребеҙ, образлы итеп әйткәндә, "ҡоро паекта" ултырып ҡалғайны. Ауылдарҙа ла, хатта баш ҡалабыҙҙа ла тамам туҙған, иҫкергән мәктәп биналары күп булды, уларҙың ҡайһылары хатта 3 сменала уҡыта ине. Ошондай шарттарҙа уҡытыу-тәрбиә системаһын үҙ эшенә мөккибән бирелгән уҡытыусылар һаҡлап ҡалды. Бер генә миҫал килтерәм. 1994 - 1999 йылдарҙа баш ҡалабыҙҙың яңы ғына асылған 136-сы башҡорт лицейында директорҙың фән һәм методик эш буйынса урынбаҫары һәм мәктәп психологы булып эшләп алдым. Матди яҡтан ҡытлыҡ кисерһәк тә, яңыса, заманса эшләү теләге көслө булды коллективта. Мәктәп директоры Шәмсулла Хәбибрахманов, уның урынбаҫарҙарынан Сынтимер Баязитов, Азамат Абдрафиҡовтар ҡәҙимге уҡытыу-тәрбиә процесына дидактик новациялар индереүҙе алғы планға ҡуйҙы. Башҡорт лицейы күп профилле белем биреү үҙәгенә әйләнде: һәр уҡыусы, һәләттәренә һәм теләгенә ярашлы, тәбиғи (математика йүнәлеше), гуманитар фәндәр (филология һ.б.), музыка, һынлы сәнғәт буйынса тәрәнәйтеп уҡытыла торған дисциплиналарҙы һайлай алды. Шуны ла иҫкә алып була: уҡыусылар 1 кластан башлап мотлаҡ рәүештә хореография дәрестәренә йөрөнө, мәктәбебеҙҙә бейей белмәгән бала булмағандыр ул саҡта. Инглиз телен ныҡлап өйрәтеү маҡсатында махсус кластар асылып, уҡыусылар бер юлы ике методика - Кембридж университетында сығарылған һәм ул саҡтағы Рәсәй дидактик технологиялары ярҙамында уҡытылды. Шул ваҡытта АҠШ-тың Юта университеты профессоры Маккей лицейыбыҙға практика үткәрер өсөн үҙенең студенттарын алып килде. Ул шәхсән башланғыс кластарҙа уҙғарылған тел дәрестәренә инеп, хайран ҡалды: "Мин ышана алмайым, һеҙҙең уҡыусыларығыҙ нисек итеп бер юлы өс телде - башҡорт, рус һәм инглиз телдәрен үҙләштерә ала ул? " - тип, аптырабыраҡ һорағаны иҫтә ҡалған. Ошо лицей быйыл үҙенең 30 йыллыҡ педагогик эшмәкәрлеген билдәләй, һәм ул үҙе уҡытып-тәрбиәләп сығарған уҡыусылары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана.
Әммә шуныһы ҡыҙғаныс, йылдар үтә бара мәғариф системаһында бер төрлөлөк, бер ҡалыпҡа һалып уҡытыу принцибы өҫкә сыҡты, новациялар онотолдо, педагог-новаторҙар эшмәкәрлеге лә һүнә барҙы. Шуға күрәлер инде, хәҙерге мәғариф системаһы В.А. Сухомлинский, В.Ф. Шаталов, С.Н. Лысенкова, И.П. Волков, Ш.А. Амонашвили, М.П. Щетинин, Борис һәм Лена Никитиндар, Геннадий Хазанкин, Л.К. Агадуллина кеүек алдынғы ҡарашлы педагогтарҙы тыуҙырмай (Аллаһҡа шөкөр, әлдә әле БДМУ-ның дөйөм химия кафедраһы доценты, 4 тапҡыр химия фәне буйынса бөтөн донъя олимпиадаларында еңеү яулауған Вадим Харисовтың ғилми етәксеһе Айнур Ғүмәров Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы Лиза Ҡыям ҡыҙының эшен дауам итә). Йәнә хәҙерге мәғариф системаһының ахырынаса хәл ителмәй килгән тағы бер проблемаһы бар: ул мәктәптәрҙең педагогик кадрҙар менән тейешле кимәлдә тәьмин ителмәүе. Хатта баш ҡалабыҙҙа, уҡыу йылы уртаһында ошондай иғландарға тап булаһың: фәләнсә һанлы мәктәп физика, математика, биология, химия һ.б. предмет уҡытыусыларын эшкә саҡыра... Райондарҙа ла шул уҡ хәл йыш күҙәтелә. Әлбиттә, уҡыу планында ҡаралған предметтар уҡытылмай ҡалмайҙыр. Нисек итеп? Бер генә юл: мәҫәлән, мәктәп математигы бер юлы ике нагрузкаға торорлоҡ (ә был аҙнаһына 36 сәғәт!) эш башҡара. Уҡытыусы ла кеше бит, уның да мейе эшмәкәрлегенә, энергетик потенциалына, дәртенә һәм кәйефенә ошондай ауыр эш кире йоғонто яһамай ҡалмай. Һөҙөмтәле, уҡытыусы бары тик "дәрес биреүсе"гә әйләнә, бындай шарттарҙа уҡытыу сифаты бермә-бер түбәнәйә. Бынан тыш, ауыл мәктәптәрендә йыш ҡына бер үк уҡытыусының бер юлы бер нисә предметты уҡытыуына шаһит булаһың: уҡытыусы совет заманындағы "многостаночница" ролен үтәй бындай осраҡта. Шул уҡ ваҡытта республика педагогия уҡыу йорттары йыл һайын йөҙәрләгән белгестәр әҙерләй. Уларҙың байтағы мәктәпкә эшкә барыуҙан баш тарта. Был проблемаға күҙ йомоп ҡарап булмай. Йәнә, йыш ҡына мәктәптәребеҙҙә ир-ат уҡытыусыларыбыҙ үтә аҙ булыуына зарланабыҙ. Сәбәбе - йәш уҡытыусының эш хаҡы әлегә тиклем үтә түбән ҡала бирә, ә беҙ, кем әйтмешләй, дауаханалағы ауырыуҙарҙың "уртаса температураһын" үлсәгән кеүек, педагогтарҙың уртаса эш хаҡы юғары ул, тип маҡтанырға ла онотмайбыҙ.
Уҙған быуаттың 90-сы йылдарын иҫкә алыр өсөн бер сәбәп бар. Ул дәреслектәр, уҡыу әсбаптарына ҡағыла. Ул дыуамал замандың педагогтар өсөн бик файҙалы бер күренеше булды: дәреслектәр шул тиклем күп сығарыла башланы, йәнең (зиһенең) теләгәнен һайлап ал. Шул саҡта Башҡорт дәүләт педагогия институтының бер төркөм ғалимдары баш ҡалабыҙҙың 20-се Башҡорт гимназияһы уҡытыусылары менән берлектә "Ватан" исемле методик корпорация булдырғайны. Ошо ойошманың төп бурысы - яңы, заманса технологияларға нигеҙләнгән дәреслектәр әҙерләү һәм уларҙы педагогик практикала һынап ҡарау. Һөҙөмтәле булды был эш: инглиз теле, физика һәм география буйынса яңы дәреслектәр баҫылып сыҡты, улар Рәсәй кимәлендә танылыу тапты. Ҡыҙғаныс, әлеге мәғариф системаһында ошондай новаторлыҡ ғәмәлиәтенә урын ҡалманы.
Психолог булараҡ, шәхесте бала сағынан уҡ күп теллелек мөхитендә тәрбиәләүҙең үтә мөһим булып, бының шәхес үҫешенә ыңғай йоғонто яһауына инанғанмын. Был хатта совет академигы Павлов тәғлимәтенә лә бермә-бер тура килә: тел үҫеше барышында бала үҙләштергән һәр яңы һүҙ уның мейе эшмәкәрлеге аша физиологик һәм психологик нервы-нейрон системаларында нығынып ҡалып, уның зиһене, интеллекты өсөн үҙенә күрә "эске двигатель" ролен үтәй. Республикабыҙ күп милләтле, һәм күп теллелек өсөн ерлек бар. Әммә... Әлеге лә баяғы, бер теллеләр өҫкә сыҡҡан осорҙа йәшәйбеҙ. Нисек үкенмәйһең инде: башҡорт теле дәүләт теле булған хәлдә лә йүнләп өйрәнелмәй хәҙер. Аҙнаһына бер сәғәт уҡытылған предметҡа мәктәп етәксе-ләре лә, педагогик коллектив та илтифатһыҙ ҡала: ул бар ни, юҡ ни... Ни әйтәһең, совет заманын хәтерләмәй булмай. Беренсе кластан башлап, урта мәктәпте тамамлағансы барса предметтарҙы - математика, физика, ботаника, анатомия, тарих, география һ.б. предметтар тулыһынса башҡорт телендә уҡытылды, һәр дисциплина буйынса башҡорт теленә тәржемә ителгән дәреслектәр булды. Башҡорт телендә уҡытыуҙың ни зыяны булды уҡыусыларға? Был һорауға бер генә яуап бар: башҡорт балаһы башҡортса фекерләргә өйрәнә алды. Кем һанаған инде: тулыһынса башҡортса уҡып сығып, химия, физика, биология, математика һәм башҡа фән өлкәләрендә артабан русса белем алып, һөнәр алған, ҙурҙарҙан-ҙур уңыштарға өлгәшкән милләттәштәребеҙ күпме булған икән? Бер яуап: улар бихисап.
Әүәл педагогика фәнендә уҡытыу-тәрбиә эшенең шәхси йүнәлешле булыуы (индивидуалләштереү) һәм балаларҙың тәбиғи булмыш-һәләтенә ярашлы башҡарылыуы (дифференциациялы уҡытыу) хаҡында күп яҙылды, бихисап ғилми баҫмалар донъя күрҙе. Хәҙер нисек һуң? Крыловса әйтһәк, педагогик йөгөбөҙ әлегәсә урынынан әллә ни ҡуҙғала алмай ултыра. Әлеге лә баяғы, мәғариф системаһында унификацияның сәскә атыуы был төшөнсәләрҙе юҡҡа сығара. Ошо хаҡта уйланғанда, Ҡытайҙың һуңғы тарихында булып уҙған хәлдәр иҫкә төшә. Мао Цзе Дун етәкләгән "мәҙәни революция"ның кире эҙемтәләренән нисек тә булһа тиҙерәк ҡотолоу өсөн ошо илдең яңы юлбашсыһы Дэн Сяо Пин яңы эске сәйәсәт хаҡына барыһына аңлайышлы лозунг иғлан итә: "Әйҙә, илебеҙҙә 100 төрлө гөл күкрәп сәскә атһын!" Ысынлап та, тора-бара Ҡытай Халыҡ Республикаһы сәскә атҡан илгә әүе-релде - был ошо ил иҡтисадында күп төрлөлөк идеяһының тантана итеүенә бәрәбәр. Шуға күрә, беҙгә, Рәсәй педагогтарына, мәғариф системаһының үтә тарайған, ҡыҫырыҡланған даирәһенән нисек итеп булһа ла яңылыҡ, зиһен-интеллект һәм ижад ҡеүәһе хөкөм һөргән киңлеккә сыға алыу зарур. Тап ошондай шарттарҙа Рәсәйебеҙ мәғарифы совет йылдарындағынан да күпкә өҫтөнөрәк, һөҙөмтәлерәк һәм алдынғыраҡ системаға әүереләсәгенә шик юҡтыр.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №32, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.08.24 | Ҡаралған: 77

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru