«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯМҒЫР ҺӘМ ЙӘЙ ТАШЫ
+  - 


Халҡыбыҙҙа борон-борондан ямғыр саҡырыу йолаһы ла, ямғыр туҡтатыу (ҡайтарыу) йолаһы ла йәшәп килә. Аллаһы Тәғәләнең ризалығына өмөт итеп, ҡорбан салып, Раббыбыҙға ялбарып, ямғыры, йәшеллеге, муллығы өсөн рәхмәтебеҙҙе белдереп, артабан уңыш йыйыуға ҡоро көндәр биреүен һорауҙан ғибәрәт булған боронғо ямғыр ҡайтарыу йолаһын да башҡарырға ваҡыт еткәндер. Ошо урында күренекле этнограф Зәкирйән Әминевтең ошо темаға яҙылған һәм 2018 йылда гәзитебеҙҙә баҫылып сыҡҡан мәҡәләһен яңынан уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итергә булдыҡ.

Сығышы менән ялан-ҡатай башҡорто, ләкин Рәсәйҙәге Октябрь революцияһынан һуң Төркиәгә сығып китеп, унда Төркиәнең билдәле тарихсы-этнографы булып киткән Абдулҡадир Инан донъялағы төрки телле халыҡтарҙың этнографияһы буйынса ғәйәт ҙур ижади мираҫ ҡалдыра. Төрки телле халыҡтарҙың рухи донъяһына ҡараған материалдарҙы йәштән туплаусы, тикшереүсе булараҡ, ул был өлкәлә иң ҙур абруйға әйләнә. Уның төрки телле халыҡтарҙың рухиәтенә ҡағылышлы бихисап күп хеҙмәттәре араһында ямғыр саҡырыу йолаһына ҡағылышлы Йәй (Яҙа) ташы тураһындағы материалдары бик ҡыҙыҡ.
Төрөк теленән башҡортсаға тәржемә ителеп, 1998 йылда Өфөлә Башҡортостан "Китап" нәшриәте тарафынан баҫып сығарылған "Шаманизм тарихта һәм бөгөн" тигән китабының XIV бүлеге ошо йолаға бағышланып, "Яҙа ташы һәм ямғыр тылсымдары" тип атала. Был хеҙмәтендә А. Инан ямғыр яуҙырыу йолаһы ныҡ таралған халыҡтар араһында башҡорттарҙы ла телгә ала һәм был йолаға ҡыҫҡаса һүрәтләмә бирә.
Башҡорттарҙың ул яҙып ҡалдырған ямғыр яуҙырыу йолаһы бер ниндәй тип әйтерлек үҙгәрешһеҙ беҙҙең көндәргә килеп еткән һәм этнографтар тарафынан ХХI быуатта ла телгә алына. Мәҫәлән, башҡорт этнографтары Юлиә Әбсәләмова менән Ләйсән Алламоратоваға Бөрйән районында этнографик экспедицияла йөрөгәндә башҡорттар Байназар менән Мораҙым ауылдары араһында ятҡан йәй ташын күрһәтеп, ямғыр саҡырыу йолаһын башҡарғанда был ташты нисек файҙаланыуҙары хаҡында һөйләгән.
Минең үҙемә ямғыр саҡырыу йолаһын тәү тапҡыр 1975 йылда күрергә, уны үткәреүселәр араһында булып, йола үтәүҙә ҡатнашып, ваҡиғаларҙы ҡыҙыҡ күреп яҙып алырға тура килде. Ул йәйге каникулда, ғәҙәттәгесә, ата-йыма бесән сабышырға ҡайтҡайным. Өлкән йәштәгеләр, моғайын да, хәтерләйҙер - 1975 йылдың йәйе Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш төбәгендә ҡоролоҡ булды һәм Баймаҡ районының бөрйән ырыуына ҡараған элекке Иҙелбай ауылы кешеләре (был ауыл хәҙер күптән инде Баймаҡ ҡалаһы эсендә, һәм ҡаланың Кәкреауыл тип аталған бер биҫтәһелер) ямғыр саҡырыу йолаһын башҡарыуға сыҡты. Башҡорттоң иң боронғо дәүерҙәрҙәге үткәне, Исламға тиклемге рухи донъяһы менән ныҡлап ҡыҙыҡһына ғына башлаған сағым ине. Шуға күрә, өлкәндәр, бөтәгеҙгә лә барырға кәрәк, тип әйткәс, ҡыҙыҡһынып, мин дә киттем йола үткәрә торған ергә. Әлбиттә, ул ваҡытта Абдулҡадир Инандың донъяла барлығын да, уның хеҙмәттәрен дә белмәй инем әле. Юл ыңғайы булһа ла әйтеп китергә кәрәктер - был оло ғалимдың хеҙмәттәре үҙенең туған халҡына, Башҡорт иленә билдәле философ Д.Ж. Вәлиев һәм Р.Ә. Ғиләжетдиновтарҙың тырышлығы менән совет иле картанан да, донъянан да юҡ булғас ҡына тәржемәләнеп әйләнеп ҡайта алды.
Баймаҡ яҡтарында, Ирәндек итәгендә мин ул саҡта күргән ямғыр саҡырыу йолаһы А. Инан яҙып ҡалдырған Оло Ҡатай, Һалйот, Барын Табын ырыуы башҡорттары XX быуат башында үткәргән йоланан бер нәмәһе менән дә айырылмай ине, тип әйтергә була. Айырма тик шунда ғына булды: совет йылдарында йола үтәүгә йыйылған халыҡ ҡорбан салып, аят уҡып, күмәкләшеп Хоҙайҙан ялбарып ямғыр һорағандан һуң, дин әһеле (мулла) булмағанлыҡтан, һыуға минең балалыҡ дуҫымды ташланылар. Аҙаҡ һыу һибешеп, шаярышып-көлөшөп, бик ҡәнәғәт өйҙәренә таралыштылар.
Яҙыусы һәм журналист Әхмәр Үтәбай (Баймаҡ районы Буранбай ауылы башҡорто) һөйләүенсә, ошо ауылда йәшәүсе бөрйән ырыуы башҡорттары кәрәк осраҡтарҙа урындағы Һәрешҡужа тауына сығып, ямғыр саҡырып, теләк теләү йолаһын башҡарыр булғандар. Был йоланы үтәгән саҡта тәүҙә Ҡөрьән уҡығандан һуң күмәкләп Хоҙайға ялбарып, унан ямғыр яуҙырыуҙы һорағандан һуң, ҡорбан салынған. Аҙаҡ ит бешереп, бер-береһен һыйлағас, һыу һибешеп, аранан берәүһен тотоп, Һаҡмарға ташлағандар. Аҙаҡ ит бешергән ҡаҙанды түңкәреп, яра һуҡҡандар.
Ейәнсуранан тыуған яҡты өйрәнеүсе Марат Түләбаев үҙ районының ер-һыу атамалары хаҡында ҡыҙыҡлы китап баҫтырып сығарҙы. Унда автор урындағы топонимикаға ҡағылышлы легенда һәм риүәйәттәрҙе килтергән. "Теләкташ" тигән бер урында үҫәргән ырыуы башҡорттары ямғыр яуҙырыу йолаһы башҡарған.
Оло йәштәгеләр араһында әлегә тиклем теләк теләү йолаһына ғына түгел, шул йолаға бәйле йәй ташының көсөнә ышаныу ҙа йәшәп килә. Сибайҙа нәшер ителгән "Атайсал" гәзитендә шул ҡалала йәшәүсе А. Моталовтың Иҫке Сибай ауылынан алыҫ түгел ерҙәге яңғыҙ таш, боронғолар әйтеүенсә, "сәнскән таш"тың фотоһы менән уның хаҡында мәҡәләһе баҫылып сыҡҡайны. Автор унда үткән быуаттың 50-се йылдарында Сибай ҡалаһының элекке урынында әлеге "сәнскән таш"тарҙың бик күп булыуы, хатта уларҙың аллея рәүешендә теҙелеп киткән мәлен бәйән итә. Үкенескә күрә, был ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған таш ҡомартҡыларҙы таусылар ҡалаһы Сибайҙы төҙөгән саҡта ҡеүәтле техника менән ҡырағайҙарса аҡтарып алып, емереп бөткәндәр. Аллеяларҙың береһе тау битләүендә, әлеге Горный урамындағы магазин ултырған урында булған. Әлеге мәҡәлә эҙе буйлап Иҫке Сибай ауылында йәшәгән ҡарттарҙан һорашып сыҡҡас, шул асыҡланды: элек башҡорттар баяғы "сәнскән таш" янында теләк теләү йолаһы үткәрер булғандар. Ҡөрьән уҡып, Хоҙайҙан ямғыр һорап, шул ташҡа һыу һибеп, үҙҙәре лә бер-береһен һыу менән ҡойондорошҡандан һуң, ҡорбан салып, ит бешереп, бер-береһен һыйлағандар.
Яҙыусы Лира Яҡшыбаеваның билдәле дин әһеле, күрәҙәсе һәм халыҡ табибы Мөжәүир хәҙрәт хаҡындағы яҙмаларында ла йәй ташына ҡағылышлы эпизод бар. Бер йылы шулай Сибай ҡалаһында ғына түгел, тотош ошо төбәктә ай буйы туҡтамай ямғыр яуа. Бының сәбәбен Сибай ҡалаһындағы ниндәйҙер объектты төҙөгәндә йәй таштарының береһе урынынан ҡуҙғатылған, тип фаразлай халыҡ. Мөжәүир хәҙрәт һәм Сибайҙың өлкән кешеләре кәңәше буйынса, ҙур ғына бер таш кире урынына ҡайтарып ҡуйыла һәм шул ғәмәлде ҡылғандан һуң ямғыр яуыуҙан туҡтай, тиелгән.
"Киске Өфө" гәзитендә сығышы менән Баймаҡ районынан булған философия фәндәре докторы, профессор Самат Мөхәмәтйәнов Баҡмал исемле өләсәһенең 1919 йылда йәй ташын табып алыуы һәм уға бәйле артабанғы ваҡиғалар тураһында бик матур һәм мауығып уҡырлыҡ иҫтәлектәрен баҫтырып сығарғайны. Баҡмал өләсәй һөйләүенсә, һыуға барғанында ул Саҡмағош тип аталған йылғала төрлө төҫтәр менән емелдәп ағып килгән йәшкелт-аҡ бер ташты тотоп ала. Шул саҡ ҡапыл ғәрәсәт сығып, көслө итеп ямғыр ҡоя башлай һәм туҡтамай ай буйы яуа ла яуа. Йәй ташын тотоп алыуын ишетеп ҡалған оло ауылдаштары Баҡмал инәйгә (ул ваҡытта йәш кенә киленгә) уны кире урынына илтеп һалырға ҡушалар. Ташты кире илтеп, йылға һыуына төшөрөү менән ямғыр ҙа туҡтай.
Элегерәк Ейәнсура районына ҡараған, 1960 йылдарҙа Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районына күсерелгән Баҡатар тигән башҡорт ауылы кешеһе Ф. Илбулдиндың йәй ташына бәйле башҡорттарҙың ырым-йолалары хаҡында иҫтәлектәре "Башҡортостан" гәзитендә донъя күргәйне. Ошонда уҡ авторҙың Баҡатар ауылы янындағы тау башында табылған йәй ташының фотоһүрәте лә баҫылды. Ф. Илбулдиндың һөйләүе буйынса, элек үҫәргән ырыуы башҡорттары ошо таш ярҙамында ямғыр яуҙырыр йәки оҙаҡҡа һуҙылған яуынды туҡтатыр булған. Бының өсөн улар ҙур ҡаҙанға һыу тултырып, унда йәй ташын төшөргән һәм эргәһенә усаҡ яғып, Хоҙайҙан ямғыр теләгән йәиһә уны туҡтатыуҙы һораған. Бер ваҡыт "Киске Өфө"лә Күгәрсен районынан Миңнулла Әлимғолов Шәмиғол хәлфә тураһындағы яҙмаларын баҫтырғанйы һәм шунда бер ваҡиғаны тасуирлап, ғәҙәти булмағаныраҡ рәүештәге йәй ташының фотоһүрәтен дә баҫтырғайны. М. Әлимғоловҡа ул таш ҡыҙыҡ ҡына килеп эләгә: көслө ел һәм ҡойма ямғыр аҫтында тороп ҡалған егет арҡаһына ниҙер килеп бәрелеүҙән әйләнеп ҡараһа, ҙур булмаған сәйер формалағы бер ташты күрә. Эргәһендә килгән изге әүлиә Шәмиғол хәлфә был таштың ябай ғына түгеллеген, бөтөн эштәрҙә лә уңыш килтерер тылсымы барлығын һәм уның Аллаһ тарафынан ебәрелгәнен, Миңнулланың ташты үҙендә ҡәҙерләп һаҡларға тейешлеген аңлата. Был осраҡта ла таштың ямғыр, һыу менән бәйле булыуын күрәбеҙ.
Үҙемә иһә этнографик экспедицияла йөрөгәндә табын ырыуы башҡорттары йәшәгән Ғафури районының Ерек ауылынан алыҫ түгел Арҡа тип йөрөтөлгән бер урында ошонда йәшәгән башҡорттарҙың күрһәтеүе буйынса ике йәй ташын фотоға төшөрөп алырға тура килде. Бындағы халыҡтың һөйләүе буйынса, йәй ҡоро килгән йылдарҙа өлкән йәштәгеләр йыйылып, ошо таштар янына барып, уларҙы таҙартып, йыуып, өҫтөнә һыу ҡойоп, һары май һылап, Хоҙайҙан ямғыр һорар булғандар. Был таштарға сәбәпһеҙҙән тейергә, уларҙы урынынан ҡуҙғатырға ярамай, киреһенсә, уларҙы һаҡлап, ҡараштырып торорға кәрәк, тип һөйләне боронғоно белгән, ихтирам иткән Ғафури районының табын башҡорттары.
Йәй ташы хаҡында башҡорттарҙың ырым-ышаныуҙары Абдулҡадир Инан теркәп ҡалдырған башҡа төрки телле халыҡтарҙың шундай уҡ йолаларынан бигүк айырылмай, тиергә була. Төркиҙәрҙең ямғыр яуҙырыу көсөнә эйә булған йәй ташы тураһында X-XI быуаттар арауығында Урта Азияла йә-шәгән билдәле ғалим әл Бируни (973-1048): "Бер төрки миңә ямғыр яуҙыра торған таш килтереп бирҙе. Мин уны ҡабул итеп алырмын һәм ҡыуанырмын, тип уйлағандыр, күрәһең..." - тип яҙып ҡалдырған. Боронғо төркиҙәрҙәге ямғыр яуҙырыу көсөнә эйә булған йәй ташы хаҡындағы мәғлүмәттәр Урта быуатта йәшәгән Көнсығыш авторы Ибн әл-Факиһ-әл-Хәмәҙәни хеҙмәттәрендә лә урын алған. Был автор: "Төрки илдәренең бер мөғжизәһе - ямғыр, ҡар, боҙ йәки үҙҙәре ни теләй, шуны яуҙыра ала торған таштары. Был таштар уларҙа ҙур әһәмиәткә эйә һәм киң таралған", - тип яҙып ҡалдырған.
Төрки телле халыҡтарҙың барыһында ла йәй ташы, бер аҙ фонетик айырымлыҡтарын иҫәпкә алмағанда, бер үк атама менән "дьада - яда - сата - джайташ - йәй таш" тип атала.
С.Е. Малов, В.Н. Басилов кеүек билдәле совет ғалимдары, "йәй таш" һүҙенең "йәй", "дьята", "яҙа" өлөшө төрки телдәренә иран телдәре төркөмөнә ҡараған Авеста телендәге "даьда" ("тылсым" "күрәҙәлек") һүҙенә барып тоташа, тигән ҡарашта. Бының менән килешергә лә булыр ине, әммә төрки телле халыҡтарҙа "йәй таш" тураһында әлегәсә һаҡланған мәғлүмәттәр, уларҙың оҡшашлығы был һүҙҙе төрки телдәренең үҙенән аңлатырға кәрәктер, тигән фекер тыуҙыра. Мәҫәлән, башҡорт телендә, "яҙа", "яҙылыу" һүҙҙәре "асылыу, йәйелеү" мәғәнәһен бирә. Башҡорт телендәге миҙгелде аңлатҡан "йәй" һүҙе үҙе лә ошо "йәйелеү", "киңәйеү", "асылыу" менән бәйлелер. Башҡорттар әле булһа көндөң аяҙайтып китеүен "көн яҙылып китте", тиҙәр, йәғни был һүҙбәйләнеште "көн асылып китте" тигән мәғәнәлә ҡулланалар. Ошо йәһәттән төрлө төрки телдәрендә таралған "дьата, яда, сата, йәй" терминдарының көн торошо менән бәйле булыуын, уның менән идара итергә тырышып ҡулланылыуын күрергә булалыр.
Шулай итеп, был ямғыр яуҙырыу менән бәйле башҡарылған йоланың һәм уны үтәгәндә ҡулланылған "йәй" ("яҙа") ташына бәйле инаныуҙары бөтөн төрки халыҡтары араһында ла әлегәсә тотороҡло йәшәп килеүе был йоланың, инаныуҙарҙың дөйөм төрки тамырҙан булыуына бер ишаралыр кеүек.

Зәкирйән ӘМИНЕВ,
этнограф.

"Киске Өфө" гәзите, №32, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.08.24 | Ҡаралған: 138

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru