«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХЕҘМӘТТӘ ТАБЫЛҒАН МАЛ ҒЫНА БӘХЕТ-ҠЫУАНЫС-ҠӘНӘҒӘТЛЕК КИЛТЕРӘ
+  - 


2021 йылда Баймаҡ районының Бетерә ауылында ағалы-ҡустылы Илсур һәм Тимур Нәбиуллиндар тәүге тапҡыр Урман һабантуйы үткәрә. Нәбиуллиндар үҙҙәре лә оҙаҡ йылдар ағас эшкәртеү буйынса шөғөлләнә. Ҡыҙғанысҡа күрә, былтыр Тимур Нәбиуллин вафат була һәм ағаһының үлемен ауыр кисергән Илсур һабантуйҙы бер йылға кисектереп тора. Быйыл 29 июндә Баймаҡ районының йәмле Граф күлендә Урман һабантуйы тағы гөрләп үтте. Көндөң һыуыҡ булыуы, туҡтауһыҙ ямғыр яуып тороуы ла байрамда ҡатнашыусыларҙың кәйефен төшөрә алманы. Әйтергә кәрәк, Урман һабантуйы Башҡортостанда ғына түгел, тотош Рәсәйҙә лә өр-яңы башланғыс булыуы менән иғтибарға лайыҡ. Ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре өсөн ойошторолған һабантуйҙарҙан айырмалы рәүештә, унда ат сабышы урынына тракторҙар ярыша, милли көрәш урынына урмансылар үҙ оҫталығын күрһәтә: ағас йыға, ағастан төрлө һындар яһай, балта һаплай, таҡта йыша. Һабантуйҙа ҡатын-ҡыҙҙарға һәм балаларға төрлө мауыҡтырғыс уйындар ойошторолдо. Иң мөһиме - еңеүселәргә мотоциклдарҙан алып мотобысҡыларға тиклем ҡыйбатлы бүләктәр әҙерләнгәйне. Билдәле эшҡыуар Илсур НӘБИУЛЛИН менән осраштыҡ. Ул республикала мәсеттәр төҙөүсе һәм мохтаждарға ярҙам итеүсе "Атайсал" проекты ҡатнашыусыһы булараҡ та билдәле. Илсур үҙенең ағас эшкәртеү предприятиеһы эшмәкәрлеге менән таныштырҙы, тармаҡтағы проблемаларҙы атап үтте, барыбыҙҙы ла борсоған етди мәсьәләләр хаҡында ла һөйләне.

Ябай ауыл малайының нисек эшҡыуарлыҡҡа тотоноп китеүе тураһындағы тарихы нисегерәк икән?

- Бик иртә атай-әсәйһеҙ тороп ҡалып, бер туған ағайым Тимур менән өләсәйебеҙ Фәриҙә Нәҙерғолова ҡулында тәрбиәләндек. Ағайыма ул ваҡытта - 10, миңә 5 йәш кенә ине. Беҙ өләсәйебеҙҙең һөйөүен тойоп, уның тәрбиә һабаҡтарын күңелебеҙгә һеңдереп үҫтек. Үҫеп еткәс, Тимур Себер тарафтарында эшләй башланы. Ә мин Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтына уҡырға индем. Берҙән-бер көндө өләсәйебеҙ ҡаты сирләп түшәккә йығылды. Шул саҡта ул мине саҡырып алып, оҙаҡ йылдар йыйнаған аҡсаһын тотторҙо. Үҙемдең стипендиямды ла йыйып барғайным, ҡулымда бөтәһе 150 мең һум аҡса барлыҡҡа килде. Өләсәйем гүр эйәһе булғас, аҡсаны нисек тотонорға мөмкин булыуы тураһында уйлай башланым. Өләсәйем теләгәнсә, машина һатып алһам, артабан тик таксист булып ҡына аҡса эшләргә мөмкин икәнен яҡшы төшөнә инем. Тик минең күләмлерәк эшкә тотонғом килде. Үҙемде эшҡыуарлыҡта һынап ҡарарға теләнем һәм ағас эшенә тотонорға ҡарарға итеп, 138 мең һумға станок, ә ҡалған 12 меңенә бензобысҡы һатып алдым.
Әлбиттә, тәүҙә төрлө ҡаршылыҡтарға осрарға ла тура килде. Ә шулай ҙа ауыл ситенә пилорама урынлаштырып, эш башлап ебәрҙем. Ағас һатып алып, ярҙамға дуҫымды саҡырҙым. Таҡталар әҙер булып, уны ҡайҙа һатырға белмәйенсә аптыраныуым тәүге һабаҡ булды. Ә шулай ҙа яҙмыштың үҙемә табан ыңғайларына һәм эшемдең уң булыуына ышана инем. Бер үк ваҡытта экстерн менән уҡыуымды тамамланым. Клиенттар артҡан һайын эш күбәйә барҙы. Шул саҡта ағайым Тимур ҙа миңә ярҙамға килде. Артабан йөктө бергәләп тартып алып киттек. Тәүге мәлдә ағайым менән икебеҙ генә эшләнек, аҙаҡ кешеләрҙе йәлеп иттек. Урал аръяғында ағас эшкәртеү буйынса иң ҙур предприятиеның береһенә әүерелдек. Таҡта киптереп, евровагонка, евроиҙән, йәшниктәр эшләй, өйҙәр төҙөй башланыҡ. Үҙебеҙҙең стоматология кабинеты, махсус техникаларыбыҙ, магазиндарыбыҙ бар, уларҙа 80-90 кеше хеҙмәт итә. Эшселәребеҙҙең күбеһе Баймаҡ районынан, Бөрйән, Әбйәлил, Хәйбулланан да бар.

Илсур, һуңғы 20-30 йылда "Ауылда эш юҡ" тигән һүҙбәйләнеш йыш ҡабатлана башланы. Ә бит беҙ тарихтан шуны ла беләбеҙ, әйтәйек, 1917 йылға тиклем ауылдарҙа колхоз-совхоздар ҙа булмаған, әммә атай-олатайҙарыбыҙ эшһеҙ ултырмаған, йүнен табып, лайыҡлы йәшәргә тырышҡан. Һин, Илсур, ауылда йәшәп, эшләп, үҙ юлыңды тапҡанһың, ысынлап та, "Ауылда эш юҡ" тигән һүҙ дөрөҫлөккә тура киләме?

- Тырышҡан кешегә эш ҡала ни, ауыл ни - ҡайҙа булһа ла бар. Ауылда, киреһенсә, эш урыны табыу еңелерәк, сөнки конкуренция юҡ кимәлендә. Әйтәйек, теплица ғына асып ебәр, ҡыш көнө экологик яҡтан таҙа булған помидор, ҡыярҙы, кишерҙе сират тороп аласаҡтар. Бына минең менән аралашҡан кешеләрҙең береһе лә: "Эш юҡ", - тип зарланмай. Тырышҡан кеше ауылда хәҙер йә үҙенең эшен аса, йә аҡсалы эш таба.

Ниндәйҙер эш башлар өсөн барыбер ҙә башланғыс капитал кәрәк бит инде. Был йәһәттән һеҙ нисек эш иттегеҙ?

- Башланғыс капитал булһын өсөн үҙеңдең шәхси ихтыяжыңа киткән сығымдарыңды, икенсе һүҙ менән әйткәндә, нәфсеңде тыя белергә кәрәк. Мин, мәҫәлән, егерме бер йәшемдә ҡулыма тәүге аҡсалар килеп ингәндә текә машина, һуңғы маркалы телефондар алғым килде. Әммә ул аҡсамды ике эшсемә хеҙмәт хаҡы итеп түләнем. Быларҙан тыш, миңә әйләнешкә, электр энергияһына, ағасҡа, һалымға түләргә кәрәк. Түҙҙем. Хәҙерге күп йәштәр эш башлайҙар ҙа, тәүге аҡсаларҙы килем тип яңылышалар. Ул килем түгел, ә әйләнештәге аҡса. Улар тәүге аҡсаларына йә текә машина, йә ҡиммәтле телефон алалар ҙа, артабан эштәрен алып бара алмайынса, предприятиеһын ябып та ҡуялар.

Күптәр тәүге алған кредиттарын ҡаплай алмайынса, яңы эшләй башлаған шәхси предприятиеларын банкротҡа сығарып, ябып та ҡуя. Ә һинең кредит алғаның булдымы?

- Мин кредитҡа ҡырҡа ҡаршымын. Эш башлағанда ла кредитҡа аҡса алманым. Күп кенә эшҡыуарҙар кредитҡа аҡса алып яна.

Һәр ваҡыт та рентабелле эшләй алдығыҙмы?

- Төрлө ваҡытта төрлөсә булды инде. Ҡайһы ваҡыт минусҡа ла эшләп китәһең. Бигерәк тә яҙлы-көҙлө юл насар ваҡытта техника ватылһа, уны ремонтлар өсөн йөҙәр меңлек запас частар һатып алырға тура килә. Шундай саҡтарҙа ҡайһы бер айҙарың минусҡа китергә мөмкин. Урман эшендә рентабеллекте процент менән һанап сығарып әйтеп булмай. Әгәр ҙә магазин булһа, 5 йә 10 процент, тип әйтә алыр инем. Урман эшенең көтөлмәгән нескәлектәре күп.

Һинеңсә, кем эшҡыуар була ала?

- Ситтән ҡарағанда ғына уны кемдер, диванда фарман биреп ултырыусы кеше, тип әйтер. Ысынында, уның алы ла юҡ, ялы ла юҡ. Кемгәлер ул ирекле, азат, нимә теләһә, шуны эшләп йәшәүсе кеше булып күренергә мөмкин. Әммә ул тәүлегенә ике, өс смена эшләмәһә, уңышҡа өлгәшә алмай. Шул уҡ ваҡытта ул эштәрен яйға һалып алһа, иртәнсәк һигеҙгә эшкә барырға ла кәрәкмәй, әҙерәк ял итеп тә алырға мөмкин.

Бер центнер игендең үҙҡиммәте, әйтәйек, 5 мең һум тора икән, ти. Уға ерҙе һөрөүгә, сәсеүгә, йыйып алыуға, игенде киптереүгә, яғыулыҡ-майлау материалдарына, хеҙмәт хаҡына киткән сығымдар инә. Шул уҡ ваҡытта шул уҡ 5 мең һумға, әйтәйек, ситтән 5 центнер иген һатып алып була. Нимә килеп сыға? Әйтеүҙәренсә, беҙҙең илдә иген сәсеү, шулай уҡ ағас, хатта нефть эшкәртеү рентабелле булмай сыға. Ни өсөн беҙҙең илдә етештереүгә ҡарағанда сеймал һатыу күпкә отошлораҡ килеп сыға тип уйлайһың? Мәҫәлән, Ҡытай беҙҙән урманды төбө менән һатып алып эшкәртә бит...

- Ә һин, Әхмәр ағай, икенсе илдә етештереү отошло тип уйлайһыңмы? Беҙ әле ҡытайҙарҙың ниндәй сығымдар менән эшләгәнен белмәйбеҙ. Был осраҡта айсбергтың осон ғына күрәбеҙ. Мин күп илдәрҙә сәйәхәт иттем, һәр ерҙең үҙ проблемаһы бар икәнен беләм. Кемдәрҙер һалынған хеҙмәт менән сығымдарҙы ҡаплай, кемдәрҙер эшселәр көсө менән файҙа алырға ынтыла, шул уҡ ваҡытта күп итеп етештергән продукцияһын һата алмаған илдәр ҙә күп. Шуға күрә бөгөн беҙҙә генә эш насар йә яҡшы ҡуйылған тип әйтеп булмай. Беҙҙә ҡайһы бер тармаҡтар аҡһай, ә ҡайһы бер тармаҡтар алға киткән.

Бер биҙрә картуфты 200 һумға һатып була, әгәр ҙә уны бешереп йә пюре эшләп ашханала һатһаң - 2 мең, чипсы эшләһәң - 5 мең сығарып була. Ә инде картуфты рекламалаһаң, 10 йә 20 мең һум эшләй алаһың. Ошо рәүешле сағыштырһаң, беҙ эшҡыуарлыҡтың ҡайһы кимәлендә торабыҙ?

- Әле күберәк биҙрәләп һатабыҙ. Әммә башҡорт халҡының эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә барымы юҡ, тип әйтә алмайбыҙ. Шул уҡ картуфтан чипсы эшләү өсөн генә лә ҡиммәтле ҡоролма талап ителә. Үҙеңдең картуфлығыңда үҫкән картуфыңды ғына эшкәртер өсөн миллион һумдар торған ҡоролмалар алыу кәрәкме? Ул ҡоролманы алыр өсөн тиҫтәләрсә йыл эшләргә кәрәк. Мин дә 21 миллионға ағас эшкәртеү цехы алдым. Шунан бер туҡтауһыҙ минусҡа эшләнек. Әйтәйек, 30 кубометр ағастың цехтар аша сыҡҡансы 12 кубометры опилкаға сығып оса. Ҡайһы берҙә сеймал көйө тауар һатыу күпкә файҙалы. Күп осраҡта ошо практиканы үтмәгән кеше тәрән эшкәртеү хаҡында хәбәр һөйләй. Ул юлды үҙең үтеп сыҡмайынса, кемделер йә халыҡты ғәйепләү дөрөҫ түгел.
Әгәр ҙә бер һыйыр итенән билмән эшләп һатһаң, 50 мең урынына 200 мең һум сығарып була. Ә инде билмәнде бешереп һатһаң, тағы ла 100 меңгә табышың күберәк килеп сыға. Бының өсөн ҡоролмаң, ашханаң, тырышлығың кәрәк. Бер-ике һыйырың өсөн генә лә быларҙы эшләп булмай, фермер булыуың талап ителә. Фермер булыр өсөн инде ерең, техникаң һәм башҡа күп нәмәләр кәрәк. Ситтән ҡарап тороп кәңәш биреүе генә рәхәт. Шул уҡ ваҡытта фермерлыҡ эшмәкәрлегең табыш килтермәһә, ни эшләргә? Бында бер ниндәй ҙә гарантия биреп булмай. Шуның өсөн дә эшҡыуарлыҡ тәүәккәллек талап итә. Беҙгә бер кем дә дөрөҫ юлды күрһәтә алмай, беҙ үҙебеҙҙең аҙымдар һәм хаталар ярҙамында ғына алға бара алабыҙ. Был хаҡта китапта ла яҙылмаған. Китапта дөйөм рәүештә өҫтән генә яҙылырға мөмкин. Өфөнө генә алайыҡ. Бер рәттә, әйтәйек, ун магазин тора, барыһында ла бер үк тауар һатыла. Уларҙың береһенең генә эше бара, туғыҙы ырата алмай, йәғни минусҡа эшләй. Ни өсөн шулай? Бәлки, уның магазины бинаға ингән ерҙә генә торалыр, бәлки, хаҡтары осһоҙҙор. Бәлки, киреһенсә, ҡыйбаттыр, сөнки осһоҙ хаҡ күп осраҡта тауарҙың сифатына ишара булып сыға.

Урман да мәңгелек түгел. Әгәр ҙә еребеҙҙә ҡырҡырға ағас бөтһә, ниндәй йүнәлештә эшмәкәрлегеңде йәйелдерә алаһың?

- Урман бөтмәй ул. Намыҫлы эшҡыуар ҡырҡҡан ағас урынына йәш үҫенте сәсеп торһа, барыһы ла яҡшы буласаҡ. "Ағасты ҡырҡалар, бөтөрәләр", тип яу һалалар. Ағас 80 йәштән 120 йәшкә тиклем ҡырҡылырға тейеш. Әгәр ҙә ошонан һуң ҡырҡмаһаң, ағас кибә, ҡолай башлай. Аҙаҡ ятып серей. Ярай әле, ятып ҡына сереһә, сөнки бер генә шырпы менән Башҡортостандың ярты урманы янып бөтөргә мөмкин. Ағас ваҡытында ҡырҡылырға, ваҡытында ултыртылырға тейеш. Икенсе бер мәсьәлә: ни өсөн беҙҙең ағастарҙы ситтәр килеп ҡырҡа? Башҡортостанда лимит буйынса 9 миллион кубометр ағас ҡырҡылырға тейеш. Ә беҙҙекеләр 3 миллион кубометр ғына ағас ҡырҡа. Йәмғеһе 6 миллион кубометр ағас ҡырҡылмай ҡала. Ул ағас серергә йә янып көлгә ҡалырға тейеш буламы? Үҙебеҙ ҡырҡмаған ағасты инвесторҙар ҡырҡа башлай.
"Кроношпан" ошо рәүешле килеп инде. Мин уның инеүен ыңғай баһалайым. Сөнки ул беҙ иғтибарға ла алмаған, эшкинмәгән, серегән, ҡый-ҡыпыр булып иҫәпләнгән ағасты ҡабул итеп эшкәртеп сығара. Элек беҙ опилканы, гәрбилдәрҙе, ағас тамырҙарын яндыра торғайныҡ, хәҙер уларға тапшырабыҙ. Ошо юл менән күп кенә водителдәр аҡса эшләргә өйрәнде. Әгәр ҙә улар беҙҙең яҡшы сифатлы ҡарағайҙарҙы эшкәртә башлаһа, мин дә бының менән риза булмаҫ инем.

Ауыл кешеләрендә шундай психология бар: бай кешене яратмайҙар. Был хаҡта ни әйтерһең?

- Бар ундай күренеш. Бөтә кешегә лә ярап булмай. Шуға әйткәндәр бит инде: ит изгелек, көт яуызлыҡ.

Мохтаж кешеләргә ярҙам итеүең хаҡында ла ишетеп беләбеҙ.

- Мохтаждар үтә лә күп. Әммә бөтә кешеләргә лә ярҙам итеү мөмкин түгел. Әйтәйек, һиңә 1 мең кеше ярҙам һорап мөрәжәғәт итеп, уларҙың береһенә генә ярҙам ҡулы һуҙһаң, ҡалған 999-ы үҙенең үпкәһен белдерә. Беҙ кемгә ярҙам итергә теләһәк, шуға ярҙам итәбеҙ, кемгәлер оҡшарға, үҙебеҙҙе мәрхәмәтле итеп тә күрһәтергә теләмәйбеҙ. Йыл һайын 12 әсәйҙе шифаханаларға ебәрә башланыҡ. Элек үҙем генә уларға путевка һатып ала инем, хәҙер башҡа эшҡыуарҙар ҙа миңә ҡушылды. МХО барған ергә гуманитар ярҙам ойошторабыҙ, үҙем генә өс тапҡыр барып ҡайттым. Был йүнәлештә башҡарған эштәребеҙҙе һанап бөтөрлөк түгел, һанарға ла ярамай.

Эшҡыуарлыҡта туғанлыҡ булмай, тиҙәр, шул дөрөҫмө?

- Күп кенә бергә эшләгән туғандарҙың һүҙгә килешеүе, ыҙғышыуы хаҡында ишеткәнем бар. Беҙ Тимур ағайым менән бергә татыу эшләнек, үкенескә, ағайым мәрхүм булып ҡалды. Биш йәшкә өлкән ағайым миңә атай урынына ла, әсәй урынына ла булды.

Етеш йәшәгән кешегә ҡарағанда ауырлыҡ кисергән, нужаны күберәк күргән кеше беше була, күберәккә өлгәшә тиҙәр. Был дөрөҫмө?

- Ундай күҙәтеүҙәрем бар. Атайым менән әсәйем вафат булғас, мин ағайыма һәм үҙемә генә таяна алдым. Өләсәйебеҙ ҙә вафат булғас, барлыҡ ауырлыҡтар тик үҙебеҙгә генә тороп ҡалды. Шуға күрә барыһын да үҙебеҙ хәл итеп өйрәндек. Кемдәрҙең ата-әсәһе, ел-ямғырҙан ҡаплаусылары бар, улар анһатҡа өйрәнә. Аҙаҡ ата-әсәләре ҡартайғас йә вафат булғас, ундайҙар бәләкәй генә ҡаршылыҡтарға осрағанда ла һынып ҡала.

Эшҡыуарлыҡта уңышҡа өлгәшеүсе кеше көслө кеше. Ә көслөләргә һыйыналар. Шул уҡ ваҡытта бөтә кешегә лә ярҙам итеп булмай. Был турала нимә әйтерһең?

- "Юҡ" тип әйтә белергә кәрәктер. Шул уҡ ваҡытта "юҡ" тип әйтеп, үҙеңде ғәйепле тойоп ултырырға ла ярамай. Ә барыһына ла "эйе" тиһәң, һин оҙаҡҡа етмәйһең. Башҡаларҙың көндәлек ихтыяжы өсөн эшләй башлаһаң, эшҡыуарлығың өс көнгә лә етмәйәсәк.

Ҡайҙалыр уҡығайным: ҡулыңа килеп ингән суммаға торошло интеллектуаль кимәлең булмаһа, ул аҡсаң юҡҡа сыға. Был дөрөҫмө?

- Ҡапыл әйтә алмайым. Уның өсөн ентекле анализдар үткәрергә кәрәктер.

Үткән быуаттың 90-сы йылдарында шундай фекер йәшәне. Башҡорт кешеһенең ҡулына бер миллион һум аҡса инергә тора. Ул шундайыраҡ хыялға бирелә: ул аҡсаға матур бер урында өй һалам, мынауында мансарда, мунса була, был яҡта баҡса, урталыҡта беседка, беседканың уртаһында өҫтәл торасаҡ. Бөтә эштәрҙе тамамлағас, ҡунаҡтар саҡырам. Иң түрҙә фәлән-фәлән кеше ултырасаҡ, башҡа ҡунаҡтарым шунда-шунда ултырасаҡ. Мәжлес башланыр алдынан ҡунаҡтарыма шундай һүҙҙәр менән мөрәжәғәт итәм. Ул хатта шунда һөйләйәсәк телмәренең тексын да күңелендә генә яҙып та ҡуя.

- Шул уҡ ваҡытта икенсе бер халыҡ вәкиленең ҡулына бер миллион һум аҡса инергә торһа, ул шул аҡсаны тиҙ генә ике-өс тапҡырға арттырыу планын ҡора.

Беҙ, ысынлап та, күберәк хыялға бирелергә яратабыҙ. Беҙҙең халыҡтың эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итә һәм ҡамасаулай торған сифаттары хаҡында әйтә алаһыңмы?

- Иң тәүҙә ҡамасаулағанын әйтергә кәрәктер. Беҙҙә башҡаларҙың күңелен уйлауға бәйле уңайһыҙланыу, оялыу бар. Эшҡыуарлыҡта туҡтауһыҙ рәүештә үҙ һүҙеңде әйтә белеү талап ителә. Әгәр ҙә кеше ҡул күтәреп, һорау бирергә уңайһыҙланһа, унан эшҡыуар сыҡмай.
Ә эшҡыуарлыҡҡа ыңғай йоғонто яһаған сифатыбыҙ - әрһеҙлектер, тип уйлайым. Әрмелә лә был сифатыбыҙ баһалана: арымаҫ-талмаҫ башҡорт аты һымаҡбыҙ, ике-өс кешене бер үҙебеҙ алыштыра алабыҙ. Ҡайһы мәлдә батырлығыбыҙ, тәүәккәл булыуыбыҙ уңыш килтерә.
Ә теге ҡулға бер миллион инергә торған ситуацияла, бәлки, хыялға бирелгән башҡортобоҙ башҡаларҙан күпкә бәхетлерәктер. Бөтә нәмәне аҡсаға бәйләргә ярамай. Ғөмүмән, миллиард һум аҡсаң булып ҡына бәхетле булып булмайҙыр.

Нимәнелер алыр өсөн дә түләргә кәрәк, аҡсаны күберәк алып, урынына һаулығыңды ла бирәһең. "Бөтә нәмә өсөн дә түләргә кәрәк" тигән мәҡәл дөрөҫмө?

- Был - философия, ике төрлө ҡарарға була. Элегерәк беҙҙең халыҡ араһында тауар һатырға уңайһыҙланған кешеләр бар ине. Хәҙер был йәһәттән күпкә алға киттек. Ауыл хужалығы үҫешә башланы. Минең менән бергә уҡыған егет Илфат Сәфәрғәлин Һаҡмарҙа ит консервалары, билмәндәр, котлеттар эшләй башланы. Әбйәлилдән Айтуған атлы егет күп итеп йылҡы тота, ҡаҙы, тултырма яһау цехы асты, туризм менән шөғөлләнә. Минең күргән-белгәндәр араһынан ғына күптәр ҡалҡып сығып килә.

"Аҙ булһа ла етә, күп булһа ла бөтә" тигән әйтем аҡса тураһында. Уны нисек аңларға була?

- Был өйрәнеүгә бәйлелер. Ҡайһы кеше ҙур аҡсаға өйрәнә лә, аҙаҡ ҡытлыҡ кисерә башлай. Шул уҡ ваҡытта бәләкәй аҡса менән дә йәшәп ятыусылар бар.

Беҙҙең яҡта ғүмере буйына колхозда эшләгән бер ағай, колхоз юҡҡа сыҡҡас, эш хаҡы түләмәһәләр ҙә, эшкә йөрөргә әҙер булыуы хаҡында белдергәйне. Быны нисек аңларға була?

- Ғаиләһе, туғандары, ауылдаштары алдында кеше үҙен кәрәкле итеп тойғоһо килә.

Игенселек менән шөғөлләнергә теләгең юҡмы?

- Ике тапҡыр ынтылып ҡараным да, минусҡа киткәс, ташланым. Беҙҙең төбәктә ике йыл иген уңһа, өс йыл уңмай.

Баймаҡ районында ниндәй йүнәлештәге эшмәкәрлек менән уңышлы эшләп була тип уйлайһың?

- Баймаҡ ҡына түгел, ҡайҙа ғына булмаһын, барыһы ла кешенең үҙенән тора. Һуңғы йылдарҙа Баймаҡ районында ауыл хужалығында эшләүселәргә гранттар, субцидиялар бирелә башланы. Дәүләт ярҙамы менән яңы тракторҙар, комбайндар, сәскестәр, сапҡыстар ала башланылар. Әммә "Шундай эш менән шөғөлләнегеҙ" тип кәңәш бирә алмайым. Сөнки мине тыңлап эшен башлаусы уңышһыҙлыҡҡа юлыҡһа, мин үҙемде ғәйепле тоясаҡмын.

Бер күренештең шаһиты булғаным бар: ялан яғында дүрт яғынан да еткерә һөрөлгән ауыл халҡы өҫтөнә ағас ауып торған урман яғындағы ауылға ҡарағанда хәллерәк йәшәй...

- Беҙ булғандың ҡәҙерен белмәйбеҙ. Ҡайһы берҙә аяҡ аҫтында ятҡан аҡсаны эйелеп алырға йыбанабыҙ. Ҡайһы берәүҙәр бер эш башларға ҡарар итә лә, барлыҡ нюанстарын уйлап, "Булмай" тип ҡул һелтәп тә ҡуя. "Булмай" тип йәшәһәң, ысынлап та, бер нәмә лә булмай инде.

Эшҡыуарлыҡ өлкәһендә уңышҡа өлгәшкән милләттәштәребеҙ күпме?

- Был йәһәттән элекке менән сағыштырырлыҡ түгел, күпкә алға китеүселәр бар. Әммә һеҙ уларҙы белмәйһегеҙ. Ундайҙар күҙ-башҡа күренергә, үҙҙәре хаҡында һөйләргә теләмәй. Күптәре миллионерҙар, араһында миллиардерҙар ҙа бар. Ҡайһы берҙәре ябай ғына кейенеп, ябай ғына һөйләшеп, ябай ғына машинала йөрөргә мөм-кин.

Илебеҙ иҡтисадының технологик мөмкинлектәре тураһында ниндәй фекерҙәрең бар?

- Нишләп беҙ үҙебеҙҙең илдә етештерелгән машиналарҙа күпләп йөрөмәйбеҙ, нишләп Рәсәй смартфондары тотоп ултырмайбыҙ? Шул уҡ ваҡытта "Нива" машинаһы менән юлһыҙ ергә инһәң, иномаркаларың батып ултырып ҡала. Тимәк, беҙҙең автопром насар тип әйтеп булмай.

Бөтә кешеләр ҙә эшҡыуар була алмай. Һәр бер ауылға ундайҙар бер-ике кешенән артмай. Тимәк, ауылдың киләсәген башҡаларҙы эш урыны менән тәьмин итеүсе эшҡыуарҙар билдәләйәсәк. Нимә генә тимә, элеккесә колхоз-совхоздар системаһына ҡайтып булмаясаҡ. Шулай түгелме?

- Күп кенә кешеләр сәғәтле эшкә өйрәнгән. Улар иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләү режимын хуп күрә. Эшҡыуар ундай режим менән эшләй алмай.

Ауылдарҙы нисек һаҡлап ҡалып була тип уйлайһың?

- Хәҙер үҙәкләштереү шундай тиҙлектә бара, ауылдар түгел, ҡайһы бер бәләкәй ҡалалар ҙа юҡҡа сығыуы бар. Темәстәр - Баймаҡҡа, Сибайға, Баймаҡ - Сибайға, Өфөгә, Өфөләр - Мәскәүгә, Мәскәүҙәр сит илгә ынтыла. Минеңсә, дәүләт кимәлендә программалар ҡабул итеп кенә ауылдарҙы һаҡлап ҡалырға булалыр. Беҙҙә иһә был мәсьәлә үҙ ағышына ҡуйылған.

Аҡса һинең өсөн байлыҡмы, әллә механизммы?

- Механизм.

Уны ҡасан аңланың?

- Тәүге көндәрҙән алып. Тәүге табыштар килгәс тә мин уны әйләнешкә ебәрҙем. Шунан һуң килгәнен тағы ла әйләнешкә йүнәлттем. Бының өсөн түҙемлек кәрәк.

Нисә йылдан һуң машина һатып алдың?

- Биш йыл тирәһе үткәс. Уға тиклем ағай менән икебеҙҙең иҫке генә "Нива"быҙ булды. Эшҡыуарлыҡта мөғжизәгә ышанып булмай. Унда лотереяға аҡса отоп булмай. Осраҡлы рәүештә, көс һалмайынса табылған аҡсаның да бәрәкәте булмай. Өләсәйем беҙгә: "Еңел аҡса булмай ул. Үҙеңдең көсөңдө һалып тапҡан аҡсалар ғына мәнфәғәт килтерә, ә еңел аҡса нисек килгән булһа, шулай сығып та бөтә. Шуға күрә тырышып эшләргә кәрәк", - тип әйтер ине һәр ваҡыт. Беҙҙең бөгөнгө кимәлгә күтәрелеүебеҙ өләсәйебеҙҙең ҡаҙанышы, сөнки ул беҙгә үҙенең һөйөүен, йылыһын бирҙе, аҡылы менән бүлеште. Бөгөн иһә мин үҙемдең хеҙмәт емешемде башҡалар менән бүлешә алыу мөмкинлегенә эйә булғаным өсөн Хоҙайға рәхмәтлемен.

Фәһемле әңгәмәң өсөн оло рәхмәт, Илсур, эшеңдән халҡың ҡыуанһын!


Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №33, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.08.24 | Ҡаралған: 86

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru