«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТОСТАН МӘҒАРИФЫ УҢЫШТАРЫ
+  - 


Яҙғыса аяҙ һәм йылы булып, 2 сентябрь тыуҙы. Хатта көҙ айына аяҡ баҫҡаныбыҙ тойолмай ҙа кеүек. Һупайлы биҫтәһенең М.Ғ. Исҡужин исемендәге 136-сы Башҡорт лицейы майҙаны аллы-гөллө сәскә гөлләмәләре тотҡан уҡыусылар һәм ата-әсәләр менән тулған, барыһының да йөҙҙәре яҡтырып торғандай. Репродукторҙан ошо уҡыу йортон тамамлаған Алмас Шаммасов һәм Айгөл Мусина башҡарыуында лицей гимны яңғырай:
Яҙ кеүек, күңелдә йылы саҡ,
Барыһы йылмая бик алсаҡ.
Ҡояштай иркәләй бала саҡ,
Хәтерҙә мәктәбем ҡаласаҡ.
Мәктәбем донъяһы аң-белем,
Өйрәнәм башҡортса - үҙ телем.
Мин ғорур - Уралым үҙ илем,
Аҡылым алтындай саф ғилем...
Эйе, тап ошо көндә барса Рәсәй мәктәптәре яңы - 2024/2025 уҡыу йылына аяҡ баҫты. Һис һүҙһеҙ, ата-әсәләр, уҡыусылар, уҡытыусылар, мәғариф хеҙмәткәрҙәре уның уңышлы буласағына ихлас ышана.

Беҙ - XXI быуат кешеләребеҙ. Хатта фән һәм сәнәғәт йылдам үҫешкән XX быуатта ла хәҙерге заманыбыҙҙың фундаменталь фәндәре һәм ғилми ғәмәлиәт ҡаҙаныштары төшөбөҙгә лә инеп сыҡманы. Быны раҫлар өсөн дәлилдәр етерлек: цифрлы технологиялар үҙҙәре генә лә бар донъя алтынынан ҡиммәтерәк баһалана хәҙер. Фән дә, технологиялар ҙа, шуға ярашлы үҫешә барған сәнәғәт тә кеше аҡылы һәм кеше ҡулдары тарафынан хасил ителә. Фани донъяға килгән бер генә баланың да тыумыштан һәләттәр йә иһә талант эйәһе булмағаны ла күптән билдәле. Шуға күрә лә, донъяның барса илдәрендә үҫеп килеүсе йәш быуындарға белем һәм интеллектуаль тәрбиә биреү системаһын камиллаштырыу дәүләт кимәлендәге өҫтөнлөклө мәсьәлә итеп ҡарала.
Әйтергә кәрәк, совет осоронда ла, унан һуң да Советтар Союзында һәм Рәсәйҙә мәғариф системаһы дәүләт органдары иғтибары үҙәгендә булды, һуғыштар, сәйәси һәм иҡтисади катаклизмдар ҙур илебеҙҙе ҡаҡшатҡан мәлдәрҙә лә мәктәптәр ябылманы, уҡытыу-тәрбиә эшен алға әйҙәүсе психология, педагогика, дидактика фәндәре өлкәһендә һәм дөйөм белем биреү ғәмәлиәтендә өлгәшелгән байтаҡ ҡына асыш-ҡаҙаныштарыбыҙға сит ил ғалимдары юғары баһа бирә ине. Эйе, беҙҙең олоғая барған быуындарыбыҙ йәшәгән осорҙа ла хәл ителмәгән ҡатмарлы сәйәси һәм иҡтисади, идеологик һәм рухи проблемалар етерлек булды. Әммә, бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, илебеҙҙең һәм, әлбиттә, Башҡортостаныбыҙҙың мәғариф системаһы үҫешә бара, быны бер кем дә инҡар итә алмай. Башҡортостан Республикаһының Беренсе Президенты Мортаза Рәхимовтың шәхси башланғысында һәм даими иғтибары үҙәгендә булған мәғариф системаһы иң ауыр йылдарҙа ла ташландыҡ хәлдә ҡалманы, меңдән ашыу яңы һәм яңыртылған мәктәп биналары, һөнәри белем биреүҙе камиллаштыра барыу, уҡыу йорттарын заманса уҡытыу йыһаздары менән тәьмин итеү ошоға дәлилдер. Әйтергә кәрәк, 2010 - 2018 йылдарҙа күҙәтелгән торғонлоҡ һәм мәктәп проблемаларына вайымһыҙ ҡарау хәҙер артта ҡалды, М.Ғ. Рәхимов заманындағы иң мөһим традициялар - уҡытыу-тәрбиә эшенең матди базаһын яңыртыу, уҡытыусы-тәрбиәселәргә даими дәүләт иғтибарын һәм ярҙамын арттырыу, балаларҙың һәләттәрен заманса технологиялар ярҙамында үҫтереү иң көнүҙәк проблемаға әүерелде. Бында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың һәм, ғөмүмән, республика етәкселегенең, муниципаль властарҙың ошо өлкәне даими контролдә тотоп, уларҙың мәғарифтағы өр-яңы башланғыстарҙы ғәмәлгә ашырыу менән туранан-тура идара итеүе һөҙөмтәһендә республикабыҙҙың байтаҡ ҡына уңыштарға өлгәшеүен билдәләп үтмәйен-сә булмай.

Республика етәкселеге иң элгәре уҡыусылар һәм уҡытыусылар өсөн комфортлы белем биреү арауығын булдырыуҙы өҫтөнлөклө бурыс итеп ҡарай. "Беҙҙең өсөн мәғариф - айырым хәстәрлек итеү өлкәһе. Балаларыбыҙға һәр бер мәктәптә - ул төпкөлдәге ауылдамы, йә иһә ҡалаларҙың яңы төҙөлгән биҫтәләрендәме - сифатлы белем һәм тәрбиә биреү өсөн барса шарттарҙы булдырыу мөһим", - тип белдергәйне Радий Хәбиров 2019 йылда уҡ үҙенең БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға мөрәжәғәтендә. Әйтергә кәрәк, ошондай дәүләт сәйәсәте республикала намыҫ менән үтәлә бара. Бөгөнгө Башҡортостан - мәктәп биналарын ремонтлау буйынса Рәсәй лидерҙарының береһе. Бына бер нисә күрһәткес:
2019 - 2023 йылдарҙа барлығы 777 мәктәп бинаһына капиталь ремонт эшләнә: утын мейестәре урынына электр менән йылытыу системаһы монтажлана, туҡланыу блоктары, спортзалдар яңыртыла, йылытылған туалеттар ҡуйыла, реконструкция эшләгәндә биналарҙың майҙаны ҙурайтылыуы һөҙөмтәһендә өҫтәмә уҡыу урындары булдырыла, ә был бер сменалы уҡытыу режимына күсеү мөмкинлеген бирә.
Республика етәкселегенең ошо йүнәлештәге әүҙемлегенә яуап итеп, Рәсәй Хөкүмәте Башҡортостанда мәктәп биналарын тулыһынса яңыртыу маҡсатында федераль бюджеттан бүленгән аҡса иҫәбен бермә-бер арттыра барҙы, был күрһәткес буйынса беҙ Рәсәй Федерацияһында өсөнсө урындабыҙ. Һөҙөмтәлә капиталь ремонт эшләнгән мәктәп биналары һаны буйынса ла республикабыҙ илебеҙҙә икенсе урынға сыҡты. 2022-2023 йылдарҙа дөйөм белем биреү ойошмалары биналарына капиталь ремонт эшләү һәм уларҙы заманса йыһазландырыу буйынса федераль программаға ярашлы 37,6 мең уҡыусыға иҫәпләнгән140 мәктәп бинаһы яңыртылды. Был эштәр муниципаль райондарҙа ла бермә-бер әүҙемләштерелде, һуңғы ике йылда 29 муниципалитет ошондай эштәрҙе башҡарып сыҡты. РФ Мәғариф министрлығы планына ярашлы, 2024 йылда - 6, 2025 йылда - 8, 2026 - 35 мәктәп бинаһы ремонтланасаҡ.
Йәнә шуныһы ла бик мөһим: республикабыҙҙа мәғариф системаһын үҫтереү һәм камиллаштырыу буйынса эштәр комплекслы рәүештә ғәмәлгә ашырыла, мәктәптәрҙең, һөнәри уҡыу йорттарының матди-техник базаһын яңыртыу менән бер рәттән, педагогтарҙы һәм уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырыу, уларҙың ижади мотивацияһын күтәрмәләү системаһы булдырыла, илебеҙҙәге иң алдынғы уҡытыу практикаларын өйрәнеү һәм ҡулланыу бойомға ашырыла.

Әлеге осорҙа мәғарифты үҫтереүҙең төп йүнәлештәренең береһе - белем биреү процесын цифрлаштырыуға өлгәшеү, ә бының өсөн һәр бер мәктәптә, башланғыс кластарҙан башлап, цифрлы технологиялар ҡулланыуҙы ғәмәлгә индереү фарыз. Шуға күрә мәктәптәрҙе компьютерлаштырыу, интернет селтәрҙәре менән тоташтырыу, цифрлы дәреслек-ҡулланмалар, интерактив таҡталар, болот сервистары һәм башҡа шундай инновациялар менән тәьмин итеү алғы планға сыҡты. Ошондай уҡ маҡсаттар "Цифрлы белем биреү мөхите" тип аталған федераль проектта ла ҡуйылған, һәм уларҙы бойомға ашырыу Башҡортостан мәғарифында уҡыусыларға юғары сифатлы һәм һәләттәренә ярашлы белем алыу мөмкинлеген бирә. Был йүнәлештә лә һиҙелерлек алға китеш күҙәтелә: республиканың 945 мәктәбенең цифрлы белем биреү мөхитен булдырыу маҡсатында матди-техник базаһы яңыртылды, бының өсөн федераль бюджеттан 1,52 млрд һум аҡса бүленде, шул иҫәптән 2019 - 2023 йылдарҙа 650 дөйөм белем биреү учреждениеһы цифрлы йыһаз комплекттары менән тәьмин ителде; 665 "Үҫеш нөктәһе" тип аталған белем биреү үҙәктәре, балаларға цифрлы белем биреү буйынса 9 "IT-куб" үҙәге, 3 "Кванториум" балалар технопаркы асылды, 2 мобиль технопарк булдырылды. Әлбиттә, техник саралар инновациялы уҡытыу өсөн яңы мөмкинлектәр бирә, әммә был йүнәлештә лә юғары кимәлдә эшләй алған квалификациялы кадрҙарҙың етерлек булыуы фарыз: әлеге көндә был проблема тейешле кимәлдә хәл ителеп бөтмәгән, сөнки цифрлы технологияларҙы юғары кимәлдә үҙләштергән белгестәр мәктәп уҡытыусыһының эш хаҡына риза түгел, улар башҡа ойошма һәм предприятиеларҙа 3-4 тапҡырға ҙурыраҡ килем алыу мөмкинлегенә эйә.

Өҫтә әйтелгәндәргә ҡарамаҫтан, республика мәктәптәрен заманса белем алған педагогик кадрҙар менән тәьмин итеүгә дәүләт иғтибары кәмемәй. Эш шарттарының уңайлы булыуынан башҡа, уҡытыусы, тәрбиәсе матди яҡтан да яҡлаулы булһын ине. Ауыл мәктәптәренең ҡайһы бер предмет уҡытыусыларына ҡытлыҡ кисереүе бер кемгә лә сер түгел. Шуға күрә 2019 йылдан бирле ауыл мәктәптәренә эшкә килеүсе йәш педагогтарҙы матди дәртләндереү ғәмәлгә ашырыла. Ошо проект башланғандан бирле 525 йәш уҡытыусыға 362 млн һумлыҡ матди ярҙам күрһәтелде, ә быйыл 150 йәш педагог 690-шар меңлек грантҡа эйә булды. Унан башҡа, республика Башлығы инициативаһы менән балалар баҡсаларына эшкә килеүсе йәш тәрбиәселәр өсөн 575 мең һумлыҡ 50 грант булдырылды.
2020 йылдан бирле Башҡортостанда "Ауыл уҡытыусыһы" тигән проект бойомға ашырыла. Ошо проектҡа ярашлы, республика ауылдары, 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән бәләкәй ҡалалар мәктәптәренә эшкә барыусы уҡытыусылар 1 млн һум кимәлендә компенсация түләүҙәре менән тәьмин ителә. Был сара ауыл мәктәптәрен тәжрибәле педагогтар менән тулыландырыу мөмкинлеген бирә.

Әлбиттә, йәш педагогтарҙың профессиональ үҫешенә лә булышлыҡ итеү фарыз. Республикала, "Киләсәк уҡытыусыһы" тигән программаға ярашлы, педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең милли профессиональ үҫешен ғәмәлгә ашырыу системаһы эшләй башланы. Киләсәктә ошо программаға дөйөм белем биреү ойошмалары уҡытыусыларының 50 процентын йәлеп итеү күҙаллана.
2021 йылда, Рәсәйҙә беренселәрҙән булып, "Уҙымлы һөнәри әҙерлек үҙәге" асылғайны. Уның маҡсаты - педагогтарҙың профессиональ һәм карьера үҫешенә булышлыҡ итеүсе берҙәм эш системаһын булдырыу. Бында һәр педагогтың уҡытыу-тәрбиә эшендәге ҡаҙаныштары нигеҙендә артабанғы ижади-һөнәри үҫешенә булышлыҡ итеү саралары планлаштырыла. Уҡытыусылар, мәктәп кимәлендәге методик сараларҙа, райондарҙа һәм республикала уҙғарылған ғилми-ғәмәли конференцияларҙа, кәңәш ҡорҙарында ҡатнашып, үҙҙәренең тәжрибәһе һәм ижади проекттары менән уртаҡлаша ала. Шулай уҡ был йәһәттән йәш уҡытыусыларҙың күптән һыналған сараларҙа - "Йыл уҡытыусыһы", "Педагог -тикшеренеүсе" конкурстарында ҡатнашыуы, "Йәш педагог мәктәбе" эшмәкәрлегенә йәлеп ителеүе ошо проекттың ыңғай һөҙөмтәләрен арттырасаҡ. 2024 йылда беҙҙә ошондай бер яңы үҙәк асылыуы күҙаллана.

Мәктәпкәсә йәштән башлап, урта мәктәпте тамамлағансы балаларҙың телмәр үҫешенә иғтибарлы булыу фарыз. Психологтар билдәләүенсә, баланың фекерләү кимәле, уның интеллектуаль мөмкинлектәре һәм һәләттәре уның тел байлығы менән бермә-бер бәйле. XX быуаттың күренекле психологы Л.С. Выготский ике теллелек мөхитендә тәрбиәләнгән бәләкәй генә балаларҙың телмәр үҫешен тикшереп, уларҙың бер юлы ике, йә иһә унан да күберәк телдәрҙе бер ниндәй ауырлыҡһыҙ үҙләштерә алыуы хаҡында яҙа. Әлбиттә, бала телмәренең күп яҡлы булыуы уның интеллектуаль үҫешенә ыңғай йоғонто яһай. Бының нейрофизиологик һәм психологик ерлеге бар. Күренекле физиолог-академиктар И.П. Павлов, А.А. Ухтомский, В.М. Бехтерев, П.К. Анохин, А.А. Бабский һәм башҡа совет ғалимдары үҙҙәренең тикшеренеүҙәрендә айырым һүҙҙәрҙең дә, бәйләнешле телмәрҙең дә кешенең юғары мейе эшмәкәрлеге процестары аша билдәле бер нейрофизиологик һәм психологик системалар рәүешендә нығыныуын билдәләй. Һүҙҙәр, телмәр ерлегендә барлыҡҡа килгән ошондай нейрон системаларын фәндә "икенсе сигнал системалары" тип атайҙар. Шәхестең интеллектуаль потенциалы миллионлаған нейрон күҙәнәктәре эшмәкәрлеге хасил иткән ошондай физиологик һәм психологик механизмдар аша формалаша. Тимәк, бер телде генә үҙләштергән шәхестәрҙең нейрон системалары базаһы ла ярлыраҡ була. Ике, өс һәм унан да күберәк телдәрҙе белеүселәрҙең, йәғни полиглоттарҙың икенсе сигнал системалары шундай үҫешкән һәм ҡатмарлы - ул бындай шәхестәргә үҙҙәре үҙләштергән теләһә ниндәй телдә иркен фекерләй алыу мөмкинлеген бирә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең мәғарифта күп йылдар буйына фактик бер теллелек өҫтөнлөк итте (сит ил телдәрен өйрәтеү методикалары үҫешмәне, уларға ваҡыт аҙ бирелде). Шуны ла һыҙыҡ өҫтөнә алыу фарыз: СССР-ҙың союздаш һәм автоном республикаларында предметтар туған телдәрҙә уҡытылғас һәм рус теле ныҡлап өйрәтелгәс, ике теллелек феномены барлыҡҡа килде, ә быны элекке мәғариф системаһының ыңғай күренеше итеп ҡарай алабыҙ. Тик шуныһы: бөгөн күпселек мәктәптәрҙә башҡорт теленә, ул дәүләт теле булыуына ҡарамаҫтан, уҡыу пландарында уны иркенләп һәм һөҙөмтәле өйрәтә алырлыҡ кимәлдә сәғәттәр ҡаралмаған.
Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында, XXI быуат башында республикабыҙҙа бер нисә тиҫтә башҡорт гимназиялары һәм лицейҙары асылыуы башҡорт телен һаҡлау йәһәтенән бик мөһим фактор булды, уҡыусыларҙың бер юлы өс тел өйрәнеүе күп теллелек феноменына нигеҙ һалды. Мәҫәлән, башҡорт, рус һәм инглиз телдәрен яҡшы белгән һөнәр эйәләре бөгөн донъяның теләһә ниндәй илендә йәшәй һәм эшләй ала. 90-сы йылдар уртаһында 136-сы Башҡорт лицейына башҡа илдәрҙә үҙенең инглиз телен уҡытыу буйынса оригиналь методикаһын пропагандалап йөрөгән ғалим-педагог, АҠШ-тың Юта штаты университеты профессоры Мак Кей килә. Был мәктәптә ул урта кластарҙа уҙғарылған инглиз теле дәресенә инергә теләк белдерә. Уҡыусылар ошо дәрестә, инглиз теленә параллель рәүештә, башҡорт һәм рус телдәрендә яңғыраған һөйләмдәр ҙә ҡуллана. Америка профессоры шаҡҡата: һеҙ балаларҙы нисек итеп бер юлы өс телгә өйрәтә алдығыҙ, был бит мөмкин түгел! Әммә беҙҙең милли гимназия-лицейҙарыбыҙ уҡытыусылары тап ошо мөмкинлекте ғәмәлгә ашырҙы ла инде.

Һуңғы йылдарҙа ошо йәһәттән Башҡортостан мәғарифында тағы ла бер ыңғай аҙымдың шаһиты булдыҡ: 2019 йылдан алып Башҡортостанда полилингваль мәктәптәр асыла башланы. Әлеге ваҡытта ошондай 8 мәктәп эшләй, балалар баҡсаларында 72 полилингваль төркөм асылды, Өфө ҡалаһында 2020 йылдан бирле Полилингваль балалар баҡсаһы ла булдырылды. Республика властары әйтеүенсә, киләсәктә ошондай мәктәптәр һәм балалар баҡсалары селтәре киңәйә барасаҡ. Республикабыҙ мәғарифындағы заманса үҙгәрештәр хаҡында тағы ла күберәк бәйән итергә булыр ине, улар реаль эштәргә нигеҙләнгән. Меңәрләгән педагогтарыбыҙҙың эшмәкәрлеге ошо юҫыҡтан ситкә тайпылмаҫ, яҡын киләсәктә мәғариф системаһының һөҙөмтәле үҫеше өсөн яңынан-яңы шарттар булдырылыр, тип ышанайыҡ.

Теманы дауам итеп, һүҙҙе 1-се Республика полилингваль күп профилле гимназия директоры Ришат КАМАЛОВҡа бирәйек.

- Һуңғы йылдарҙа беҙҙең мәғариф системаһында бығаса булмаған инновацион дөйөм белем биреү ойошмалары - полилингваль гимназиялар асылды. Ошондай уҡыу йортоноң төп маҡсаттары, үҙенсәлектәре, уҡыусылар составы, ата-әсәләрҙең балаларына бер юлы бер нисә телде өйрәтеүгә мөнәсәбәте, гимназияғыҙҙың бөгөнгө эшмәкәрлеге хаҡында һөйләп китһәгеҙ ине.

- Рәсәй субъекттарында һәм Башҡортостанда полилингваль мәктәптәр асыу идеяһы балаларҙы, фән телендә әйткәнсә, мультилингваль һәм күп мәҙәниәтле шәхес итеп формалаштырыу маҡсатында тормошҡа ашырыла. Ошо йәһәттән Рәсәй һәм Башҡортостан етәкселегенә рәхмәт белдереү урынлылыр, сөнки ошондай уҡыу ойошмаларында уҡыусылар инновацион технологиялар нигеҙендә белем алһын өсөн үтә уңайлы шарттар булдырыла. Бына үҙем етәкләгән гимназия бишенсе йыл эшләй һәм, әйтергә кәрәк, байтаҡ ҡына уңыш-ҡаҙаныштарға өлгәште. Бында аҡрын ҡыбырлап, хатта атлап та түгел, йүгереп йөрөп эшләргә тырышабыҙ, сөнки мәктәптәр араһында билдәле бер конкуренция бар, юғиһә, беҙҙе башҡа коллективтарҙың уҙып китеүе ихтимал, ә был беҙҙең статусыбыҙға кире тәьҫир итәсәген яҡшы аңлайбыҙ. Беҙ ниндәйҙер бер кимәлгә еткәнбеҙ икән, ошо планканан түбәнгәрәк төшөү яҙыҡ булыр ине. Ҡабатлап әйтәм, Р.Ф. Хәбиров башланғысы менән баш ҡалабыҙҙа ике полилингваль гимназия - беҙҙең һәм Дим биҫтәһендәге "Смарт" исемлеһе 2019 йылдан бирле эшләп килә, ә хәҙер уларҙың иҫәбе 8-гә етте. Иң элгәре уҡыусыларыбыҙ һәм педагогтарыбыҙ өсөн уңайлы шарттар булдырылды - элекке 44-се гимназия бинаһында капиталь төҙөкләндереү, реконструкция эштәре башҡарылды, яңынан 3 бина төҙөлдө, гимназия күҙгә күренеп ҙурайҙы һәм киңәйҙе. Ә Дим биҫтәһендәге гимназия өр-яңы бинаны туйланы. Гимназия менән идара итеүҙә лә ыңғай үҙгәрештәр булды - 2022 йылда беҙгә республика гимназияһы статусы бирелде, ә был туранан-тура Мәғәриф министрлығына сығыу мөмкинлеген биргәс, төрлө проблемаларыбыҙҙы тиҙ арала хәл итә алыу мөмкинлегенә эйәбеҙ. Был статус гимназия эшмәкәрлеген финанслау яғынан да бик отошло. Белеүегеҙсә, ошондай гимназияларҙа рус һәм сит ил телдәре генә түгел, республикабыҙҙа йәшәүсе башҡорт, мари, удмурт, сыуаш телдәре лә өйрәнеләсәк. Ә был үҙе халыҡтарыбыҙ берҙәмлеген нығытыусы факторҙарҙың береһе икәнлеген һәйбәт аңлайбыҙ.
Беҙҙең гимназияла рус теле, башҡорт теле дәүләт теле һәм туған тел булараҡ, унан башҡа инглиз теле мотлаҡ өйрәнелә торған предметтар иҫәбендә. Бына нимә мөһим: байтаҡ ҡына рус балалары башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнергә теләк белдерҙе. Эйе, уларҙың ата-әсәләре дөрөҫ фекерләй: Башҡортостанда йәшәгәс, башҡорт телен белеү уларҙың балаларына киләсәктә яңы мөмкинлектәр бирәсәк, уларҙың һөнәри карьераһына булышлыҡ итәсәк, һәм тап шундай күп телле шәхестәребеҙ республика мәнфәғәттәрен яҡлаясаҡ, уны күтәрмәләйәсәк. Был хәл миндә ихлас ғорурлыҡ тойғоһон уята, сөнки беҙ телдәрҙе этномәҙәни нигеҙҙә - халыҡтарыбыҙҙың фольклоры, йолалары, сәнғәте, рухи мәҙәниәте аша өйрәтеү юлын һайланыҡ. Башҡорт телен гимназиябыҙҙың нигеҙ уҡыу планына ярашлы уҡытабыҙ, ул - мотлаҡ өйрәнелә торған предмет, сәғәттәр етерлек булһын өсөн физкультура, технология һәм һынлы сәнғәт предметтары төштән һуңға күсерелде. Бынан башҡа уҡыусыларыбыҙ, үҙ теләктәренә ярашлы, ҡытай йә иһә испан телдәрен факультатив рәүештә өйрәнә ала. Был факультативтарҙы үҙ телдәрен яҡшы белгән кешеләр алып бара. Мәҫәлән, Ҡытай студенттарын йәлеп иттек, улар уҡыусыларыбыҙға иероглифтарҙы танырға һәм уҡырға, дөрөҫ әйтергә өйрәтеү менән бергә, үҙ илдәре, тормоштары, сәнғәте хаҡында һөйләйҙәр, фото-, видеолар күрһәтәләр, интернет селтәренән онлайн мәғлүмәттәр күрһәтәләр. Шуныһы ҡыҙыҡлы, иероглифтарҙы хәтерҙә ҡалдырыу өсөн балалар уларҙы үҙҙәренең аяҡ-ҡулдары, кәүҙәләре менән һүрәтләп күрһәтергә өйрәнәләр. Быны үҙенә күрә гимнастика яһауға тиңләп була. Занятиеларҙа йыр, музыка, бейеү элементтары, төрлө уйындар өҫтәмә методик сара итеп ҡулланыла. Бик арып китһәләр, бергәләшеп ултырып, сәй эсеп тә алалар. Бигерәк тә йәш белгестәр менән яҡындан аралашырға ярата уҡыусылар. Бындай дәрестәр бик ҡыҙыҡлы үтә, балаларҙың телде үҙләштереү мотивацияһы көсәйә.
Йәнә, гимназиябыҙҙа бишенсе йыл рәттән "Ағиҙел" тип аталған төбәк-ара тел олимпиадаһы уҙғарылып килә, ошо олимпиадала ҡатнашыу өсөн беҙҙең гимназияға Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән байтаҡ ҡына уҡыусылар килә, был беҙҙең яуаплылығыбыҙҙы арттырыу менән бер рәттән, мәртәбәбеҙҙе лә күтәрә. Бағыусыларыбыҙ бар, алдан уҡ приздар алып ҡуябыҙ, мәҫәлән, былтыр еңеүсе уҡыусыға ноутбук тапшырылды.
Үҙебеҙҙең райондан башҡа, Өфөнөң бүтән райондарынан, яҡын-тирәләге ауылдарҙан, ҡасабаларҙан килеп уҡығандар ҙа бар. Беҙҙә тулы көн режимында уҡытыу һәм тәрбиә биреү индерелде. Был ата-әсәләр өсөн бик тә уңайлы: иртә менән эшкә барған ыңғайына балаларын гимназияла ҡалдырып, кискә табан, эштәрен тамамлағас, уларҙы алып ҡайталар. Балалар көн буйына ҡараулы, етмәһә, улар төштән аҙаҡ төрлө файҙалы эштәрҙә ҡатнаша ала. Төшкә тиклем дәрестәр теҙмәһенә ярашлы уҡыйҙар, унан һуң - төшкө аш. Үҙебеҙҙең ашханабыҙ бар, 6 ашнаҡсы һәм бер кондитер уҡыусыларыбыҙҙы бик һәйбәт аштар менән һыйлай. Кондитерыбыҙ бешергән тәмле ҡамыр ризыҡтарын балалар бик теләп ашай. Ашау өсөн түләү артыҡ күп түгел, Хөкүмәт яғынан айырым категориялағы уҡыусыларға ташламалар ҡаралған, ә башланғыс класс уҡыусылары, федераль программаға ярашлы, бушлай туҡлана.
Башҡорт телен өйрәнеүгә ыңғай мөнәсәбәт барлыҡҡа килде. Дәреслектәрҙе тоттороп, уҡырға-яҙырға өйрәтеү менән генә сикләнмәйбеҙ. Конкурстар, викториналар уҙғарыла, йәнә күренекле шәхестәр менән осрашыуҙар балаларҙың тел өйрәнеүгә ҡарата мөнәсәбәтенә ыңғай йоғонто яһай. Мәҫәлән, Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, этномузыкант Зәйнетдин, талантлы ҡумыҙсы Миндеғәфүр Зәйнетдинов менән осрашыуҙар үтә тәьҫирле булды. Беҙ ошо рәүешле "Уңышҡа юл" тигән проектты ла ғәмәлгә ашырабыҙ. Миндеғәфүр Зәйнетдиновтың улы, Аҡмулла исемендәге Баш-ҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған Азамат Зәйнетдинов беҙгә эшкә килде, ул бында ҡумыҙсылар һәм ҡурайсылар ансамблдәрен етәкләйәсәк. Уҡыусылар араһында ошо инструменттарҙа уйнарға өйрәнергә теләүселәр етерлек. Тәрбиә эшендә төрлө яңы алымдар уйлап табабыҙ. Дискотека уҙғарабыҙ икән, шул уҡ башҡорт көйҙәрен ҡуябыҙ, тәнәфестәрҙә башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары хаҡында һөйләйбеҙ. Патриотик тәрбиә лә иғтибарыбыҙ үҙәгендә: 3 Шайморатов класы бар, уларға иң алдынғы, әүҙем уҡыусыларҙы һайлап алабыҙ. Бик көслө кластар барлыҡҡа килә, хатта ошо кластарҙа уҡырға теләүселәр араһында үҙенсәлекле көнәркәшлек хасил була, сөнки уларҙа юғары сифатлы белем алыу ҙа төп маҡсаттарҙың береһе итеп иҫәпләнә. Был уҡыусылар өсөн үҙенә күрә бер юғарыраҡ баҫҡыс булып тора. Беҙ буласаҡ хәрбиҙәрҙе әҙерләмәйбеҙ, шайморатовсы уҡыусыларыбыҙ алдында киләсәктә республикабыҙҙың етәксе кадрҙар резервына инеү маҡсатын ҡуябыҙ.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №35, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.09.24 | Ҡаралған: 34

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн баҫмабыҙға 953 һум 58 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru