Башҡортостан Республикаһы суверенитеты өсөн көрәш йылдарында башҡорт милли хәрәкәтенең аҡыллы, белемле лидерҙарының береһе булды яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит ағай Шәкүр. Бер саҡ беҙ уға: "Көнсығыш халҡында, үҙгәрештәр осоронда йәшәргә яҙһын һиңә, тип теләү насар тонды, рәнйеште аңлата, тиһәләр ҙә, шундай осорҙа йәшәү һеҙгә лә тәтене. Ә һеҙ шул заман хаҡында әле ниҙәр әйтер инегеҙ?"- тигән һорау биргәйнек. Уның яуабы шулай булды. Хәтергә төшөрәйек:
- Үҙгәртеп ҡороуҙар осоро, республикабыҙҙың үҙаллылыҡ яулауы беҙҙең өсөн генә түгел, бөтә ил күләмендә ҙур тарихи әһәмиәткә эйә булды. Юғалтыуҙарыбыҙ ҙа, табыштарыбыҙ ҙа бергә килде. Яҙғы ташҡында һыу менән сүп-сар ҙа аға, ер таҙарып китә бит. Беҙҙең өсөн, республика халҡы өсөн күп яғы менән был үҙебеҙҙең күптәнге хыялдарҙы, өмөттәрҙе көн тәртибенә ҡуйып, нимәгәлер өлгәшеү дәүере лә булды. Ельцин власҡа ынтылып, байҙар ҡатламын барлыҡҡа килтереү маҡсатында ил байлығын үҙләштереүгә, үҙ-ара таратып алып бөтөүгә киң юл асты, ә ябай халыҡ ярлылыҡтың сигенә еткерелде. Шул уҡ ваҡытта беҙгә лә бер "өлөш" сығарып тынысландырырға иттеме - күпме "йота" алабыҙ, шунса суверенитет бирергә мәжбүр булды. Бының менән милли республикалар үҙ хоҡуҡтарын киңәйтеү, алған табыштарын үҙәккә генә ебәреү урынына үҙенә ҡалдырыу мөмкинлеге алды. Шул уҡ хоҡуҡтар беҙҙең республиканы сәйәси, иҡтисади яҡтан да бер баҫҡысҡа күтәрергә мөмкинлек бирҙе.
Был элекке матрешка эсендәге автономия түгел ине инде, беҙ суверенлы республика статусына өлгәштек. Ул дәүерҙә беҙ телде, мәҙәниәтебеҙҙе, үҙаллы тормошобоҙҙо яҡлау өсөн киңерәк мөмкинлектәр алдыҡ. Оҙағыраҡҡа һуҙылһа ла, дәүләт теле статусы алыу башҡорт теле өсөн мөһим бер ваҡиға ине, республикала йәшәгән халыҡтарҙың бындай үҙаллылыҡтың кәрәклегенә инаныуы ла мөһим булды.
Үҙаллылыҡҡа хоҡуҡтарҙы халыҡ-ара нормаларға таянып аңлатырға йәмәғәтселек тә өлгөрөп етте. Республиканың үҙ Президенты вазифаһын, үҙенең атрибуттарын - гимны, гербы һәм флагын булдырыу ошо үҙаллылыҡты рәсми таныу булды.
Әлбиттә, ошо ваҡиғаларҙың эсендә ҡайнап, йәмәғәтселек эштәрендә ҡатнашып йөрөгән кеше булараҡ, минең өсөн был заман алһыҙ-ялһыҙ эш осоро ине. 90-сы йылдарҙа "Урал" башҡорт халыҡ үҙәге көн һайын ултырыштар үткәрә ине, тип хәтерләйҙәр хәҙер. Эйе, дөрөҫ, ысынлап та шулай булды. "Урал" башҡорт халыҡ үҙәгендә көн һайын, хәлдән тайғансы эшләргә тура килде. Өҫтәүенә, ижад итә торған шәхси ваҡытым менән дә иҫәпләшеп тороп булманы. Ярай әле, институтта өлкән ғилми хеҙмәткәр булараҡ, бәләкәй генә эш хаҡы ала инем.
Реформалар дәүере һаман да дауам итә. Улар иһә йәмәғәтселекте һәр ваҡыт эшкә егеп тотоуға әйләнде. Әлбиттә, уларҙың күбеһе уңышһыҙ ҙа килеп сыҡҡылай, халыҡ борсола башлай, ләкин туранан-тура власҡа мөрәжәғәт итә алмай, шуға күрә лә уларҙың ихтыяждарын йәмәғәт ойошмалары аша власть иғтибарына еткерергә тура килә. Ә бының өсөн проблемаларҙы өйрәнергә, нигеҙләргә, һәр төрлө документтар менән дәлилләп, ҡайтанан эшләргә тура килә. Әйтеүемсә, ҡайһы саҡ был тырышлыҡтар бушҡа сығып та ҡуя, ләкин ситтән генә битараф күҙәтеп ятҡансы, һаман да йәмәғәтселек эштәрендә ҡатнашыуыма бик шатмын.
"Киске Өфө" гәзите, №40, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА