(Генерал-майор И.В. Чернов яҙмаларынан)
Граф В.А. Перовский
(1833-1842 йылдарҙа Ырымбур губернаторы булған).
Сухтелендың вафатынан һуң хәрби губернатор һәм корпус командиры вазифаһына тәүҙә генерал-адъютант Головнин тәғәйенләнә, әммә ул бында килмәй, Кавказға ебәрелә, ә Ырымбурға генерал-адъютант, генерал-майор Василий Алексеевич Перовский килә.
Ырымбурҙа хеҙмәте буйынса унан күпкә өлкәнерәк булған генерал лейтенант, 18-се пехота дивизияһы начальнигы Жемчужников йәшәй, ул бында оҙаҡ йылдар буйына хеҙмәт итә; әммә ул хәрби тәртип буйынса үҙенән кесерәк званиелы һәм үтә йәш генерал Перовскийҙың ҡул аҫтында эшләргә мәжбүр: был саҡта Перовскийға 36 -38 йәш тирәһе була.
Перовский батша ғали йәнәптәре тарафынан тулыһынса хупланған граф Сухтелендың тәҡдимдәрен тиҙ арала һәм кәрәгенән артыҡ һынылышһыҙ ғәмәлгә ашырыр өсөн барса сараларҙы күрергә тырыша. Вазифаһын үтәй башлаған мәлдән үк ул үҙе янына йәш, һәләтле һәм яҡшы белемле хеҙмәткәрҙәрҙе йәлеп итеү маҡсатын ҡуя, кемдәр бындай шарттарға тура килмәй, отставкаға ебәрелә: корпус штабы начальнигы, генерал-майор Мистров, дежур штаб-офицер Матерн вазифаларынан бушатыла, тәүгеһе генераль штаб полковнигы Рокосовский, ә Матерн икенсе бер офицер менән алмаштырыла.
Кизильский ҡәлғәһендә түбәнге чинда 20 йыл хеҙмәт иткән, шунда фатиры булған генерал Дренякин фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Изге Анна билдәһенә лайыҡ була, артабан прапорщик чинын, һуңынан гарнизон буйынса генерал-майор званиеһын һәм бригада командиры дәрәжәһен ала. Әүәл уны тимерсе һәм яҡшы хужа булған, тип һөйләйҙәр. Отставкаға сыҡҡас, ул үҙенең тыуып үҫкән яғына - Тамбов губернаһына 150 аты егелгән ылау менән төрлө мөлкәтен ҡайтара, ылауҙа тоҙланған һарыҡ ите тултырылған мискәләр ҙә була - улар хеҙмәтселәр өсөн алдан әҙерләп ҡуйыла. Уның ике бер туған ағай-энеһе император Павел гвардияһында хеҙмәт итә, улар ҙа шулай уҡ генерал була, хеҙмәттәре өсөн поместье менән бүләкләнә.
Линияларҙағы бригада командирҙары, вазифаларына ярашлы туранан-тура бурыстарынан башҡа, кордон һағы начальниктары ла була, ул йәй көндәрендә линияны ҡырғыҙҙарҙың (ҡаҙаҡтарҙың. - Тәрж. иҫк.) һөжүменән һаҡлау өсөн ебәрелә. Уларға башҡорттар һәм ҡырғыҙҙарҙың башҡа эштәре менән дә шөғөлләнеү йөкмәтелә, һәм улар барыһынан килем ала. Перовский килеү менән ике бригада генералы һәм тик Орск менән Илек һағынан башҡа линия ҡәлғәләренең барса коменданттары вазифаларынан бушатыла, дүрт линия батальоны һалдаттары казактар составына индерелә. Ырымбур сик комиссияһына яңы рәйес, полковник, ә һуңынан генерал-майор Генс йөҙөндә аҡыллы, әүҙем һәм төбәкте яҡшы кимәлдә белгән начальник тәғәйенләнә. Генсты Перовский һәр саҡта ла хөрмәт итә.
Земство исправниктарына буйһонған кантон начальниктары булған башҡорт халҡы казактар өлгөһөндә айырым идаралыҡ ала, сөнки уның бурыстарына казактар менән бергә хәрби хеҙмәттә булыу ҡаралған ине. Уларҙың начальнигы башҡорт ғәскәре командующийы тип атала башлай һәм ул Ырымбурҙа торорға тейеш була.
Әйткәнемсә, Ырымбурҙа иң юғары вазифаларға ҡарт генералдар тәғәйенләнә ине, уларҙың армияла хеҙмәт итеүенән файҙа булманы.
Перовскийҙы ҡуйған саҡта генерал-майор Гельд Ырымбур казак ғәскәре менән идара итә ине. Уның хәрби һәләттәре һәм ҡаҙаныштары аҙ билдәле, тәүге мәлдәрҙән бирле ул үҙен күрһәтә алманы.
Ғәскәрҙә 1835 йылда халыҡты аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү маҡсатында йәмәғәт ерен һөрөп эшкәртеү индерелә. Был нигеҙҙә һәйбәт сара, әммә ул казактарҙың ерҙә мотлаҡ эшләүен талап итә, улар араһында аңлатыу эштәре лә йүнләп алып барылмай. Казактар бындай яңылыҡтың барщинаны хәтерләтеүен күрә, улар, батша ғали йәнәптәренең, хәрби хеҙмәткә өҫтәп, уларҙан мотлаҡ эш талап итеүенә ышанмай, шуға күрә буйһонмайҙар һәм ашлыҡ сәсеүҙән баш тарталар. Әйтергә кәрәк, баш тартыу Ырымбурға яҡын урынлашҡан станицаларҙан, Чернореченскийҙан башлана шикелле. Станица начальнигы ошо хаҡта Нижнеозерный ҡәлғәһендә йәшәгән кантон начальнигына хәбәр итә; уныһы үҙенең донесениеһын кирегә ғәскәр канцелярияһына ебәрә. Унда тиҙ генә ҡарар ҡабул ителмәй, бер аҙнанан күберәк ваҡыт уҙып китә; ахырҙа хәрби губернаторҙың үҙенә хәбәр ебәрелә. Рапортты алғас, был эштең башта уҡ һүндерелмәүенә, ҡул аҫтындағыларҙың аҡрын ҡуҙғалыуына һәм эшләй белмәүенә Перовскийҙың асыуы ҡабара. Ул шундуҡ юлға сығыр өсөн экипаж әҙерләргә, Ырымбурҙа урынлашҡан бер батальонға үҙе артынан Чернореченскийға барырға, унда яҙма бойороҡ алырға ҡуша. Ырымбурҙан сыҡҡанда Перовский генерал Гельдтың фатирына инеп сыға, ә ул нисектер юғалып ҡалғандай була һәм казактарҙың сығышын туҡтатыу өсөн бер нәмә лә эшләмәй. Перовский генералдың казактар тыңлашмай һәм бунт күтәрә тигән һүҙҙәренә былай тип яуап ҡайтара: "Мин һиңә генерал түгелһең, ә ...һың тип әйтер өсөн индем". Ер эшкәртеүҙе ҡаты саралар менән индерәләр: шпицрутендар һәм ҡамсылар менән һуҡтыралар, һалдат итеп ебәрәләр һәм алыҫта урынлашҡан ерҙәргә күсерәләр (Новоорская һәм Кумацкая станицалары буйһонмаған казактарҙан хасил була), буйһонорға теләмәгәндәрҙе шулай йүгәнләйҙәр. Генерал Гельд Ырымбурға комендант урынына күсерелә, ә Ырымбур казак ғәскәре командующийы итеп генерал-майор Щуцкий ҡуйыла, ул, ҡырыҫ, ҡаты һәм талапсан кеше булараҡ, бер нәмәне лә ситтә ҡалдырмай, ә түбән чиндарға ҡарата бик уҫал була. Ул ғәскәргә барған саҡта казактар дер ҡалтырап тора. Шыйыҡ сыбыҡтар һәм нагайкалар даими ҡулланыла. Администратор булараҡ, Щуцкий үҙен бер нисек тә күрһәтә алмай, ә Перовский, казак эшмәкәрҙәренең һәләтһеҙ һәм йүнһеҙ булыуына инанып, ғәскәрҙәге иң мөһим эштәрҙе, атап әйткәндә: йәмәғәт ерҙәрен эшкәртеүҙе, Орскийҙан Уй йылғаһындағы станицаларға тиклем яңы линия төҙөүҙе һәм казактарҙы эске станицаларҙан яңы линияға күсереү буйынса барса әҙерлек эштәрен үҙенең етәкселеге аҫтында махсус булдырылған учреждениелар аша башҡара.
Йәмәғәт ерҙәрен эшкәртеү эштәре менән тәүҙә инженер-капитан Агапьев шөғөлләнә, уға Ырымбурҙа хужалыҡ буйынса ҡаҙна биналарын төҙөү ҙә йөкмәтелгән була, ошо маҡсатта уның ҡулы аҫтында эшсе башҡорттарҙан торған ҙур команда эшләй. Агапьев ғәскәрҙәр өсөн ҡаҙнаға тапшырылған ашлыҡ иҫәбенән үҙе өсөн 10 - 12 мең һум ассигнациялар ала; ошо үтә ҙур килеме менән генә сикләнмәй, үҙенә ҡаҙна материалдарынан өй һалдырыу өсөн башҡорттарҙы файҙалана.
Перовский, ошо хаҡта белеп ҡала һәм, башҡаларға әйтеп тормайынса, уны үҙенең ышанысынан сығара, ә Агапьев ул саҡта юғары наградаларҙан һаналған, муйынға тағыла торған изге Станислав ордены өсөн уға рәхмәт белдерергә килгәс, Перовский уны: "Ҡәбәхәт кеше икәнһең, лайыҡ булмаған награда өсөн түгел, ә һине намыҫлы кеше тип иҫәпләп, яңылышҡаным өсөн рәхмәт әйтергә тейешһең, йәнең менән һәр саҡта ла әшәке булғанһың", - тип битәрләй. Һуңынан үҙенең бойороғонда Агапьевтың барса ҡара эштәрен билдәләп үтә.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №43, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА