«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БӨРЙӘН БАЙЛЫҠТАРЫ
+  - 


Йәнтөйәгебеҙҙе йәмләндереү һәм үҫтереү күп йәһәттән үҙебеҙҙең йүнселлеккә бәйле. Халыҡ әйтмешләй, тормош - ҡора белһәң генә тормош, ҡора белмәһәң - ҡормош. Донъя көтөү, көнкүреште яҡшыртыу өсөн халҡыбыҙҙың кәсеп-шөғөлдәрен тергеҙеү ҙә зарур. Мәҫәлән, әүәл Бөрйәндең Берлек сәнәғәт артелендә төрлө хужалыҡ кәрәк-яраҡтары, хеҙмәт ҡоралдары яһағандар, урында ла ҡулланғандар, ситкә лә һатҡандар. Хәҙер ҙә бит йорт-ҡаралты әйберҙәре, халыҡ ҡулланыуы тауарҙары етештереү мөмкинлектәре, уларға ихтыяж бар. Йәшәйештә, көнкүрештә һәр саҡ кәрәк нәмәләр менән сит илдәр ҙә ҡыҙыҡһыныуы ихтимал.

Япондарға ебәргәндәр

Иҫән сағында Иҫке Собханғолдан Хаммат Әхмәт улы Шәмиғоловтың һөйләүенсә, үткән быуаттың етмешенсе йылдарында Бөрйән сәнәғәт комбинаты ҡайын тамыры ороһо (кап) йыйған. Уны Киров өлкәһендә эшкәртеп, артабан Японияға оҙатҡандар. Йылына 150 тонна самаһы оро әҙерләгәндәр. Тамыр ороһо Баҙал, Мәсем тауҙары, Маһа туғайы ҡайынлыҡтарында бар икән. Ул әкиәттәге ғәләмәт ҙур шалҡан һымаҡ ҡалҡып тора, өҫтөндә ҡуйы шытым, үренде үҫә. Ошо ҡайын тамыры ороһонан һырлап, семәрләп, нескә һәм нәфис әйберҙәр яһағандар. Уйлаһаң, ғәжәп инде: Бөрйәндә ағас ороһо әҙерләтеп, Япония ювелир әйберҙәре яһаған, ә беҙҙең аяҡ аҫтында ятҡанды файҙаланырға йүнселлек етмәй. Ҡасан кемдеңдер нимәлер әйткәнен, ҡушҡанын, ярҙамын көтөп ятмай, үҙебеҙ хеҙмәт төрҙәрен булдырырға өйрәнербеҙ икән? Быныһы - беҙҙең ир-егеттәребеҙгә төбәлә, уйланһындар ине...



Әүәл Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡабул иткән "Башҡорт халҡын тергеҙеү һәм үҫтереү" дәүләт программаһының ғәмәли саралар һәм тәҡдимдәр ҡушымтаһында билдәләнеүенсә, ауыл ерендә халыҡтың кәсеп-шөғөлдәрен һәм халыҡ хужалығының күнегелгән тармаҡтарын (йылҡысылыҡ, ҡортсолоҡ һәм башҡалар) үҫтереү урындағы идара итеү органдарына, йәғни урындағы хакимиәттәргә йөкмәтелә. Ошо программаға ярашлы, бөрйәндәрҙең боронғо шөғөлдәрен - йылҡысылыҡты, ҡортсолоҡто - нығыраҡ үҫтереү айырыуса мөһим. Ҡортсолоҡ, солоҡсолоҡ - бөрйәндәрҙең намыҫ эше. Бөрйән башҡорт балының данын бөтә донъяға танытыу - халҡыбыҙҙың мәртәбәһен арттырыу ул. Республика кимәлендә Бөрйән солоҡ ҡортон һаҡлау һәм ишәйтеү саралары күрелеү ғәйәт ҡыуаныслы күренеш булды. Шуның һымаҡ, аҫыл Шүлгән йылҡыһы тоҡомон тергеҙеү һәм үрсетеү, ғөмүмән, йылҡысылыҡты артабан үҫтереү ҙә зарур. Ҡасандыр йылҡы итен ғәрәп илдәренә ебәргәндәр. Халыҡ кәсеп-шөғөлдәрен үҫтереүгә күңел һалған тәүәккәл, йүнсел ойоштороусылар, ғәйри йәштәр, был етди эштәрҙе ғәмәлгә ашырырға булышҡан елле етәкселәр күбәйһен ине.

Баҡыр ҙа иреткәндәр

Бөрйәнде күптәр урманлы-таулы төпкөл төбәк, айыуҙар төйәге итеп кенә күҙ алдына килтерә. Заманында Бөрйәндә ҙур баҡыр иретеү заводы булғанын әйтһәң, ғәжәп итәләр. Ғәжәпләнерлеге юҡ, Уралыбыҙ һәр төрлө ер аҫты хазиналарына бик бай. Бер нисә быуат элек мәғдән таныусылар Бөрйәндең Ырғыҙлы йылғаһы буйында ла баҡыр мәғдәне ятҡылыҡтарына юлыға. Ошо ятҡылыҡтар менән Петр Федоровичҡа (Петр III) хеҙмәт иткән, һуңынан граф дворян титулына өлгәшкән Карл Ефимович фон Сиверс (1710-1774) ҡыҙыҡһына. XVIII быуаттың уртаһында ул үҙ иҫәбенә тау-завод эше менән шөғөлләнә башлай.
Н.И. Павленконың "Рәсәйҙә металлургия тарихы...", "Башҡорт АССР-ы тарихы буйынса материалдар" (4-се том, 1-се өлөш) китаптарында яҙылыуынса, Ырымбур губернаһы Өфө провинцияһының Ырғыҙлы буйында Вознесенск баҡыр иретеү заводын төҙөүгә рөхсәт 1755 йылдың З авгусында бирелә. Мәгәр һыу көсө менән эшләйәсәк ете мейесле баҡыр иретеү заводы 1753 йылда, указ сыҡҡанға тиклем үк төҙөлә башлай. Сиверс завод төҙөүгә 1754 йылда ҡаҙнанан биш йылға алты мең һум ссуда ала. Вознесенск заводына унан 600 саҡрымда ятҡан Ҡаҙан губернаһының ете ауылынан бер мең крәҫтиән дә беркетелә. Крәҫтиәндәр 333 кешенән торған өс төркөмгә бүленә. Улар алмашлап завод, Ырғыҙлы йылғаһы буйында быуа, күмер яндырыу ҡоролмалары төҙөүҙә, баҡыр рудниктарында эшләй.



Вознесенск баҡыр иретеү заводы 1756 йылдың 24 майында эшләтеп ебәрелә. Ул ете баҡыр иретеү мейесенән, ике гармахер, ер штык, бер баҡыр ҡыҙҙырыу, бер нисә тимерселек мейестәренән, бер һуғыу сүкешенән, бер нисә һыу ҡуласаһынан һәм өрҙөргөс күректәрҙән тора. Завод быуаһы Ырғыҙлы йылғаһының тамағына яҡын урында төҙөлгән була. Заводты 450-нән ашыу рудник мәғдән менән тәьмин итә. Башҡорттар килешеү буйынса күмер яндыра, мәғдән ташый. Завод ҡарамағында уның хеҙмәткәрҙәре һәм эшселәре йәшәгән 100-ҙән ашыу йорт иҫәпләнә.
Тау эштәре менән ныҡ мауыҡҡан Сиверс 1756 йылда Нуғай даруғаһы олоҫтары башҡорттарынан 100 һумға Йыланташлы, Күкташлы, Урманташлы йылғалары буйҙарынан, 1757 йылда Себер даруғаһы Бөрйән олоҫо башҡорттарынан 235 һумға Ағиҙел, Ырғыҙлы һәм Мәнәүез йылғалары тирәләренән ер һатып ала. Купчиҙарҙы (акт) бығаса башҡорттарҙан киң ер биләмәләре эләктергән Ырымбур сик таможняһы директоры Иван Лаврентьевич Тимашев төҙөй. Тәүге купчий старшина Шәйле Ҡоләмбәтов, Бөрйән сотнигы Мотай Айытҡолов, Ҡыпсаҡ сотнигы Яманғол Уңғаров, икенсе купчий Бөрйән старшиналары Шәйле Ҡоләмбәтов, Ҡотлоғужа Сәфәрғолов ҡатнашлығында төҙөлә.
Вознесенск заводында иретелгән баҡырҙың байтаҡ өлөшөн бәләкәй йөк кәмәләрендә Ағиҙел, унан Кама йылғалары буйлап оҙатҡандар. Баҡыр юғары сифатлы булғанлыҡтан, уны аҡса һуғыу өсөн дә ҡулланғандар. Мәҫәлән, 1760 йылда етештерелгән баҡырҙың 3000 бото аҡса һуғыу өсөн Екатеринбургка, 2019 бото Мәскәү ғали йәнәптәре йортона ебәрелә. Мәгәр Сиверсты заводтың тәүге ике йылдағы эш һөҙөмтәләре һис кенә лә ҡыуандырмай. Үҙе сит илдә булыу, батша һарайынан китә алмау, теркәлгән крәҫтиәндәрҙең тыңламауы, ҡасыуы, эшкә тейешле күҙәтеү етмәү арҡаһында ҙур табыш алынмай. Завод төҙөүгә тотонолған капиталды ҡаплау өсөн Сиверс тәбиғи байлыҡтарҙы аяуһыҙ үҙләштерә, теркәлгән крәҫтиәндәрҙе рәхимһеҙ файҙалана башлай. Баҡыр иретеү арта. 1758 йылда заводта - 3113, 1759 йылда 2236 бот баҡыр иретелһә, 1760 йылда инде - 5091, 1761 йылда 5803 бот баҡыр иретелә. Теркәлгән крәҫтиәндәрҙең эштән баш тартыуы, завод етәкселегенә буйһонмауы 1762 йылда баҡыр иретеүҙең ике тапҡырға тиерлек кәмеүенә килтерә.
Крәҫтиәндәрҙең ризаһыҙлығы, сыуалышы Сиверсты хафаға һала һәм ул заводты һатырға ҡарар итә. Уны алырға һөйләшеүҙәр алып барған сауҙагәрҙәр Яков Петров менән Матвей Мясников һуңғы сиктә баш тарта. Шунан һуң Сиверс үҙенең ҡаҙна бурыстарын ҡаплау өсөн ҡаҙна идаралығына Вознесенск заводын тәҡдим итеп, Берг-коллегияға үтенес ҡағыҙы яҙа. Сенаттың докладына Екатерина II ыңғай резолюция һала һәм завод ҡаҙнаға 63129 һумға һатып алына.
Сиверс Берг-коллегияға үтенесендә завод ерҙәренең һәм урмандарының тирә-яҡҡа 30 саҡрымға һуҙылыуы, урмандарҙың 100 йылға етәсәге, завод эргәһендә яҡшы мәғдән менән 450-нән ашыу рудник булыуы, йылына 5000 бот һәм унан да күберәк баҡыр иретелеүе тураһында яҙһа ла, завод ҡаҙнаға көтөлгән табышты бирмәй, рудниктар мәғдәнгә наҡыҫланған була.
1770 йылда Ырғыҙлыға академик Иван Лепехин килеп китә. Көндәлегендә яҙыуынса, хосуси тотҡанда заводта йылына мең ботҡа саҡлы саф баҡыр иретелһә, хәҙер рудниктарҙың бөтөүе сәбәпле байтаҡҡа кәм иретелә. 1770-1772 йылдарҙа етештерелгән баҡыр йылына 1500-2000 боттан артмай. 1773-1775 йылдарҙағы Емельян Пугачев етәкселегендәге азатлыҡ хәрәкәте Вознесенск заводына ла ҡағылмай ҡалмай. Пугачевтың указына буйһоноп, эшселәр завод эшен ташлай, азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушыла. Пугачев Вознесенк заводында 1774 йылдың 4-6 апрелендә була һәм етмешкә яҡын завод крәҫтиәнен үҙ отрядына ала. Әүжән заводында туптар ҡойола, Ырғыҙлыла дары яһала, Һаҡмар ҡаласығы янында еңелгәс, Пугачев Ыҡ йылғаһына, Ташлы ауылына сигенә, унан Вознесенск заводына йүнәлә. 1774 йылдың май аҙағында завод яндырыла.
Азатлыҡ хәрәкәте баҫтырылғас, Вознесенск заводы ҡайтанан тергеҙелә. 1777 йылда юлбаҫарҙар килеп баҫа һәм завод милкен талай. Бынан һуң тимерлек, күректәр, балта оҫталығы оҫтаханаһы яңынан ҡорола. Ләкин төрлө ҡыйынлыҡтар арҡаһында төҙөлөш туҡтап ҡала. Ун ете йыл эшләү осоронда заводта 47145 бот саф баҡыр иретелә.
Сиверстың Берг-коллегияға яҙған хатында сағылыуынса, завод янында байтаҡ ҡына яҡшы тимер мәғдәне бар, был урында һәйбәт кенә завод булыуы ихтимал. Сиверстың һүҙҙәрен раҫлағандай, Ырғыҙлы урта мәктәбе янында бик ҙур тимер мәғдәне киҫәге ята торғайны. Күрәһең, ул ошо тирәлә табылғандыр, бәлки, завод идараһы йорто ла ошо урында булғандыр, Бөрйәндә тимер мәғдәне лә барлығын иҫбатлар өсөн мәғдән киҫәген ошонда килтергәндәрҙер... Вознесенск заводы эшләүҙән туҡтағандан һуң тирә-яғындағы урмандар ҡаҙна урман ҡараусылары тарафынан һаҡлана. Лесничийҙың йорто элекке завод биҫтәһе урынында төҙөлә, урман ҡараусыларҙың алты өйө була. Урман ҡарауылы урынлашҡан был урынды Ырғыҙлы кордоны тип йөрөтә башлайҙар, һуңыраҡ унда йәшәргә урыҫ ғаиләләре күсеп килә, ауыл барлыҡҡа килә. Завод ҡоролмаларының төҙөлөшкә яраҡлы материалдарын, кирбесен ташып бөтөрәләр. Ырғыҙлы, Алтынбей йылғаларында быуылған быуаларҙа балыҡ тоталар. Ваҡыт үтеү менән күмер әҙерләү өсөн ҡырҡылған диләнкәләрҙә йәш ҡарағайҙар үҫеп сыға.
Быуаттар үтһә лә завод ҡоролмаларының нигеҙ соҡорҙары, быуанан алынған һыу эҙҙәре, Ырғыҙлынан көньяҡҡа ҡарай һалынған егерме биш саҡрым самаһындағы юл әле лә беленә. Көньяҡ Уралдың Бөрйән төйәгенең ер өҫтө лә, ер аҫты ла ҡотло, ырыҫлы. Унда барит, доломит, магнезит, мергель, һәүерташ, төҙөлөш ташы һәм башҡа мәғдән, аҫыл таштар барлығы билдәле. Хазина - йәнәштә, аяҡ аҫтында!

Туризм - табыш сығанағы

Алтмышынсы йылдарҙа яҙыусы Конторович Владимир Яковлевич икенсе тапҡыр Бөрйәнгә килә. 1967 йылда баҫылған "Бөрйән хикәйәләре" исемле китабында ул райондың социаль-иҡтисади үҫешен яҡшыртыу мәсьәләләрен яҡтыртып, Бөрйәндә туризмды ойоштороуға һәм үҫтереүгә бәйле фекерҙәре менән дә уртаҡлаша: "Иҫке Собханғол ауылының йәнә бер табыш сығанағы - туризм. Был шат күңелле кешеләрҙе ашханала ла, Ағиҙел буйында һыу инә торған урында ла осратаһың. Туристар йә өс бүлмәле ҡунаҡханала, йә мәктәп интернаты ятағында, йә ауыл өйҙәрендә урынлаша. Уларға күнеккәндәр. Килгән ҡыҙҙар йылға буйынан һыу инеү кейемендә генә ҡайта, ауылда уларға бер кем дә иғтибар итмәй... Шулай ҙа туризм ойошторолмаған, бында бер нисек тә туҡтатып булмаҫлыҡ тәбиғәт һөйөүселәр йөрөй. Туристарҙы бер кем дә хеҙмәтләндермәй, гидтар юҡ, бер ҡайҙа ла сувенирҙар һатылмай. Шүлгәнташ мәмерйәһен 1965 йылдан йыһазландыра башланылар, әммә ул туристарҙың ҙур ағымын ҡабул итерлек түгел. Ә бит стеналағы һүрәттәр хатта сит ил туристарының иғтибарын йәлеп итә алыр ине. Таулы Бөрйән буйынса дөрөҫ ойошторолған туризм шулай уҡ илебеҙҙең бөтә райондарынан туристарҙы үҙенә тартыр, бер ыңғайҙа райондағы буш эшсе ҡулдарҙы берләштерер һәм төҙөлөшкә этәргес бирер, урындағы ауыл хужалығы аҙыҡ-түлеген һатыуҙы тәьмин итер ине. Әммә бөтәһенән элек яҡшы юлдар һалырға һәм уларҙы ҡәнәғәтләндерерлек хәлдә тоторға кәрәк".
Эйе, был ерҙе Хоҙай һоҡланһындар, хайран ҡалһындар, ләззәт кисерһендәр, илһамланһындар, йәшәүгә ҡөҙрәт алһындар өсөн яралтҡан һымаҡ. Әкиәт иле, йәм иле! Шундай тынлыҡ, шундай хозурлыҡ! Ожмах ер, йәндәр йәнләнер ер... Шуға ла "изге урын"ға, хажға барған һымаҡ баралар. Бында - боронғо эпик ҡомартҡылар "Урал батыр"ҙа, "Аҡбуҙат"та тәбиғәттең һәм кешелектең үлемһеҙлеге һүрәтләнгән урындар, бында - тәүге кешеләр, ҡанбабалар йәшәгән Шүлгәнташ мәмерйәһе. Бында уларҙың мәңгелек ауазын, моңон ишеткәндәйһең, үлмәҫ рухын тойғандайһың. Был изге урын үҙенә тартып, саҡырып тора, торасаҡ.
2022 йылдың 9 июлендә бында туристарҙы йәлеп итерҙәй "Шүлгәнташ" тарихи-мәҙәни музей комплексы асылыуы оло ваҡиға булды. Был ғилми-тикшеренеү һәм бер үк ваҡытта ағартыу музейы ла булған бинала мәмерйә территорияһынан археологик артефакттар һаҡлағысы, лаборатория, архив һәм китапхана урынлашҡан. Музейҙың төп экспонаты - мәмерйә диуарына төшөрөлгән боронғо һүрәттәрҙең репродукциялар йыйынтығы. Уны махсус заказ буйынса француз ғалимдары әҙерләгән. Һәм тағы. Бөрйәндә күптән көткән ваҡиға - Аҡбуҙат һәйкәле асылды. Һәйкәлдең Йылҡысыҡҡан күле янында ҡуйылыуы юҡҡа түгел - "Аҡбуҙат" башҡорт халыҡ эпосында Аҡбуҙат тап ошо күл төбөнән артынан бер өйөр йылҡы эйәртеп, зил-зибәр ҡуптарып сыға...
Шулай итеп, Бөрйәнде ысын мәғәнәһендә туристик үҙәккә әйләндерергә тигән ниәт бар икән, бындай мәҙәни объекттарҙы, тарихи ҡомартҡыларҙы тергеҙеүҙе дауам итергә, бындағы эштәрҙе дәүләт кимәлендә яйға һалырға кәрәк буласаҡ. "Кәрәк буласаҡ" тип ябай ғына әйтелһә лә, был бик ҡәтғи талап, көнүҙәк мәсьәлә. Талап үтәлһә, Бөрйән тәбиғәтен һаҡлауға мөнәсәбәт тә үҙгәрәсәк, туризм буйынса Башҡортостаныбыҙҙың мәртәбәһе лә артасаҡ. Иң мөһиме, күптәрҙе борсоған бер хәлгә кәртә ҡуйыласаҡ: туристарҙың ялы рәсми нигеҙҙә ойошторолмағас, илгиҙәрҙәр күп йөрөгән осорҙа тәбиғәткә ҙур зыян килтерелә. Айырыуса Ағиҙел буйы тәләфләнә. Яр буйҙарындағы ағастар ҡырҡыла, туғайҙарҙа үлән тапала, консерва банкалары, араҡы шешәләре һәм башҡа ҡалдыҡ-боҫтоҡ ташлана. Әҙәп, намыҫ тигәнде онотҡан туристар ҡайҙа теләһәләр - шунда туҡтай, нимә теләһәләр - шуны эшләй, һирәк осрай торған үләндәрҙе, емеш-еләкте юҡ итәләр, ау менән балыҡ аулайҙар, ҡаяларҙа төрлө яҙыуҙар һәм һүрәттәр ҡалдыралар... Уларға контроль юҡ. Ә бит йәмле тәбиғәт кешеләрҙе аламалыҡтан арындырырға, сафландырырға, йәндәрен илаһи ыңғай ҡөҙрәт менән һуғарырға тейеш.

Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №43, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.10.24 | Ҡаралған: 64

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru