Өфөбөҙҙөң 450 йыллыҡ юбилейы айҡанлы бик күп билдәле шәхестәр матур мәҙәни саралар бүләк итте. Шулар араһында Башҡортостандың Милли музейында үткән ташҡа контррельефлы гравюраның һирәк техникаһында эшләнгән һәм артабан металға ҡойолған эштәрҙән торған күргәҙмә үҙе ҙур ваҡиға булды. Күргәҙмәнең авторы - был технология буйынса эшләүсе Рәсәйҙәге берҙән-бер рәссам-гравер Владимир Нуждин.
Рәссам Башҡортостан өсөн Шайморатов генерал миҙалы һәм ордены, Григорий Аксаков ордены, "Хеҙмәт батырлығы өсөн" миҙалы билдәләренә заказдар үтәгән. Күргәҙмәне асыу хөрмәтенә Владимир Нуждин музейға уларҙың эскиздарын, таш формаларын һәм республика өсөн яһаған иҫтәлекле билдәләрҙе эшләү технологияһын бүләк итте. Мөмкинлектән файҙаланып, Владимир Нуждиндан Өфөгә ҡағылышлы фекерҙәре менән бүлешеүен һораныҡ.
- Өфөнө үҙ итеп, яратып өлгөрҙөм. Ҡаланың киң, таҙа, төҙөк урамдары буйлап йөрөүе үҙе бер кинәнес. Ғәҙәттә, ҙур ҡалаларҙың төп, үҙәк урамдарында таҙа була ла, төпкәрәк инһәң, юлдар йә ямалған, йә бөтөнләй тишек-тошоҡтан тора. Ә Өфөлә бөтә ерҙә лә таҙа һәм төҙөк. Был һүҙҙәрҙе һауанан алып әйтмәйем, үҙем махсус рәүештә йөрөп ҡарап сыҡтым.
Күҙемә ташланған икенсе күренеште лә әйтеп үткем килә. Өфө буйлап йөрөгәндә урамда хаҡлы ялда булған оло йәштәгеләр һәм кескәй балалары менән әсәйҙәрҙе күберәк осраттым. Был нимә хаҡында һөйләй? Тимәк, барлыҡ халыҡ йә уҡыуҙа, йә эштә, йәғни был Өфө халҡының егәрле, эшсән булыуын күрһәтә. Был айырма мин йәшәгән ҡала менән Өфө араһында иҫ киткес ҙур. Әлбиттә, минең тыуған ҡаламда туристар күп, тип әйтергә мөмкин, ләкин барыбер айырма күҙгә ташлана.
Өфө - ыҡсым ҡала, күңелгә ятышлы ҡала. Беләһегеҙме, миңә Рәсәйҙең күп ҡалаларында булыу бәхете тейҙе, шулай уҡ сит илдәрҙә лә йыш булдым. Ҡайһы бер ҡалаға, күпме килһәң дә, өйрәнеп булмай, ул ниндәйҙер сит, ят, һалҡын. Ә икенсе бер ҡала тәү күреүҙән үк үҙенә ылыҡтыра, һин үҙеңде бында өйҙә кеүек тояһың. Өфө - минең өсөн нәҡ ошондай яҡын ҡала. Беренсе тапҡыр килгәндә үк әле үҙенең әйтеп аңлата алмаҫлыҡ йылылығы менән күңелемде арбаны ул. Шуға күрә, Өфөгә юлым төшһә, һәр саҡ шатланып-ҡыуанып йыйынам. Көс биргән, ыңғай тәьҫораттар булдырған ҡалалар менән бер рәттән, хәлде алған, кире тойғоларға сорнаған урындар була. Тәү ҡарашҡа, шул уҡ йорттар, урамдар, йөҙәрләгән кешеләр тегеләй-былай үтә, ә "күңеле" юҡ был урындың. Өфөлә, ғөмүмән, Башҡортостанда улай түгел - бында, нисектер, күңелгә яҡты.
Урындағы халыҡ асыҡ сырайлы һәм ихлас. Аралашырға тура килгән һәр бер кеше тураһында бары тик яҡшы хәтирәләр генә һаҡланасаҡ йөрәгемдә. Яуаплылыҡ көслө. Үҙ эштәренә ҡул һелтәп ҡараусылар һирәк. Урам һепереүселәрҙе генә алып ҡарағанда ла, иртә таңдан ҡара кискә тиклем үҙ биләмәләрен таҙараталар...
Өфө менән танышыуыма, уның тарихында бәләкәй генә булһа ла үҙ эҙемде ҡалдыра алыуыма, исемем Башҡортостан менән бәйле булыуына шатмын һәм бәхетлемен.
Гөлназ МАНАПОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №45, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА