Силәбе ҡалаһында йәшәүсе ижадсы Михаил Воронов-Кушаковский башҡорт мәҙәниәте йырсыһы булараҡ билдәле. Ул рәссам, йырсы, кескәйҙәр һәм ололар өсөн әкиәт, эпик хикәйәләр яҙыусы, киң билдәле ижади коллектив етәксеһе булыуы менән сәнғәт донъяһында үҙенсәлекле күренеш булып тора. Уның халыҡсан картиналары араһында башҡорттарға арналған эштәре айырым урын биләй. "Кирха башняһындағы уҡ", "Ғосман Ғүмәров Гётеға уҡ-һаҙаҡ бүләк итә", "Казактар һәм Башҡорт яугирҙары Голландияла", "Лейпциг янындағы алыш", "Уҡсы Харис" һәм башҡорт яугирҙарының Наполеонға ҡаршы һуғышта һәм уларҙың 1812-1814 йылдарҙа сит ил походтарында ҡатнашыуға арнап яҙылған "Юҡҡа ғына хәтерләмәй бөтә Рәсәй" серияһына ингән башҡа картиналары һәр кемде һоҡландыра. "Тәрән тарихи тикшеренеүҙәр аша килдем был картиналарҙы яҙыуға. Өйрәнгән һайын башҡорт халыҡ ижады күңелемә нығыраҡ үтеп инде, матур, бай тарихы һоҡландырҙы", - ти ижадсы. Гәзит уҡыусыларыбыҙға Михаил ВОРОНОВ-КУШАКОВСКИЙ менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
Башҡорттар тураһында эштәр серияһын ижад итеүгә һеҙҙе нимә илһамландырҙы?
- Өс йыл ярым элек Көньяҡ Уралда йәшәүсе халыҡтарҙың Наполеонға ҡаршы һуғышта ҡатнашыуы менән бәйле тарихи эштәр серияһын башларға ҡарар иттем. Билдәле булыуынса, был яуҙа башҡорттар әүҙем ҡатнаша, был ҡыйыу яугирҙар еңеүгә ҙур өлөш индерә, Парижға тиклем барып етә һәм унан оло триумф менән ҡайта. Уларҙың яуҙа күрһәткән батырлыҡтары, уҡ-һаҙаҡ менән оҫта эш итеүҙәре, рухи көстәре, ҡаһарманлыҡтары тарихҡа уйып яҙылып мәңге халыҡ хәтерендә йәшәйәсәк. Шуға күрә "Юҡҡа ғына хәтерләмәй бөтә Рәсәй" исемле картиналар серияһын башлау тураһында уйлағанда уҡ унда башҡорттарға ҙур урын бүләсәгем тураһында белә инем.
Һәр бер картинаны яҙыр алдынан мин тарихты ныҡлап өйрәндем, башҡорттарға арналған материалдарҙы һәм тарихи китаптарҙы ентекләп уҡыным. Был тема мине шул тиклем ҡыҙыҡһындырҙы, мин башҡорт халҡының ҡыйыулығы, батырлығы, уның бай мәҙәниәте менән һуғарылдым. Бөтә яҡлап та тулыраҡ мәғлүмәт туплау өсөн башҡорт-татар китапханаһына яҙылдым, башҡорттоң үлемһеҙ эпосы "Урал батыр"ҙы оло ҡыҙыҡһыныу менән уҡып сыҡтым, шулай уҡ башҡа эпос һәм риүәйәттәрҙе лә үҙләштерҙем. Әле лә был ҡыҙыҡлы теманы өйрәнеүҙе дауам итәм.
Мин күптән ижад менән шөғөлләнәм, балалар һәм өлкәндәр өсөн хикәйәләр һәм әкиәттәр яҙам. Әкиәткә яҡыныраҡ булған героик эпостар минең күңелемә яҡын, уларҙы мин һөйләү өсөн ҡулайлы тип табам. Әҙәби-художестволы әкиәттәге һәр геройҙы яҙыр алдынан уның хаҡындағы тарихи мәғлүмәтте бөртөкләп йыям, ижад итеү процесын үҙем аша үткәрәм.
Башҡорттарҙың мәҙәниәтен, ижадын, тарихын өйрәнеүем тик Наполеонға ҡаршы һуғыш осоро менән генә сикләнмәй. Башҡорттар тормошоноң боронғо осорҙары, уларҙың йола, риүәйәт һәм легендалары ҡыҙыҡһындыра, уларҙы өйрәнеү барышында бай ижади мираҫ менән һуғарылып, улар менән бәйле эпик әкиәттәр яҙа башланым. Унда һынландырылған геройҙар башҡорт халҡының билдәле эпостары, ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыларында һынландырылған образдарына - Урал батыр, Аҡбуҙат һәм башҡа герой-персонаждарға таянып, уларҙы нигеҙ итеп алып яҙыла.
Әлбиттә, мин бары тик хәрби темаларға ғына бағышланған эпик әкиәттәр ижад итмәйем. Минең ижади багажымда, мәҫәлән, мажаралар эҙләп йөрөгән малайҙың Шүрәле менән осрашыуы һәм башҡа төрлө темаларға әкиәттәрем бар.
Һеҙҙең башҡорттарға арналған һәм, ғөмүмән, һәр бер картинағыҙ тиерлек авторлыҡ хикәйәте менән тулыландырылған булыуы ла үҙенсәлекле булып тора.
- Картиналарымдың ошондай авторлыҡ әкиәттәре менән "оҙатыла" барыуы башҡорттарҙың Рәсәй тарихында уйнаған ҙур ролен асығыраҡ аңларға, башҡорт яугирҙарының ҡаһарманлығын төптәнерәк күрһәтергә ярҙам итә, тип ышанам. Шулай уҡ картиналарҙа һүрәтләнгән төп геройҙар тураһында ла киңерәк мәғлүмәт алырға булышлыҡ итеүен билдәләр инем. Мәҫәлән, "Ғосман Ғүмәров Гётеға уҡ-һаҙаҡ бүлә итә" тигән картина ысын булған тарихҡа таянып яҙылған. Наполеон ғәскәрҙәрен тар-мар итеп ҡайтырға юлланған "Төньяҡ амурҙары"ның юлы немец ерҙәре аша үткән. Шулай ҙур булмаған Веймар ҡалаһында ялға туҡтағанда улар бөтә донъяға билдәле яҙыусы, шағир һәм ғалим Иоган Гёте менән осрашалар. Ул башҡорт яугирҙарын өйөнә саҡыра, ҙур кинәнес менән уларҙың ҡурай моңон тыңлай. Хушлашҡанда командир Ғосман Ғүмәров шағирға уҡ-һаҙаҡ бүләк итә. Ниндәй тарихи ваҡиға бит был!
"Уҡсы Харис" картинаһы ла һәм уны тулыландырып килгән әҙәби-художестволы әкиәт тә ысынбарлыҡта булған кеше тураһында ижад ителгән. Башҡорт амурҙарының Германияның Шварц ҡалаһы кирхаһы башняһына атҡан уғы әле булһа шул осор ваҡиғаларының тере шаһиты булып тора. Һоҡландырғыс!
Башҡорт әҙәби сығанаҡтары мине үҙенең донъяға ҡарашы һәм тәбиғәткә мөнәсәбәте менән йәлеп итә. Ошо уҡ характер башҡорттар менән аралашҡанда ла күҙгә бәрелеп тора. Башҡорттарҙың үҙенсәлеге - уларҙың тыуған ерҙәрен, тәбиғәтте ныҡ яратыуҙары, тау, йылға һәм башҡа тәбиғәт объектарын изге итеп ҡабул итеүҙәре. Уларҙың тормошҡа, ата-бабаларына, тәбиғәткә, йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә булған ихтирамлы ҡарашы оҡшай, күңелемдә урын таба.
Әлеге ваҡытта ниндәй картиналар өҫтөндә эшләйһегеҙ һәм киләсәктә башҡорттар темаһына арналған тағы ла ниндәйҙер эштәрегеҙҙе күрергә өмөт итә алабыҙмы?
- Бөгөнгө көндә бөтә көсөм "Юҡҡа ғына хәтерләмәй бөтә Рәсәй" серияһын әҙерләүгә йүнәлтелгән. Башҡорттарҙың данлы геройҙарына арналған эштәр һаны тураһында һүҙ йөрөткәндә ете композицияны айырып күрһәтергә мөмкин. Улар өҫтөндә эш әле лә дауам итә, һәм оҙаҡламай Өфө һәм республика халҡы иғтибарына ун ике, шул иҫәптән башҡорт яугирҙарына арналған, картиналарымды тәҡдим итәсәкмен. Уларҙың барыһы ла 1812-1814 йылғы сит ил походы осорондағы башҡорт яугирҙарына арнала.
Минең шулай уҡ башҡорт ырыуҙары тураһында яҙылған әҙәби-художестволы әкиәттәрем дә бар һәм ошо темаға картиналар яҙырға ла иҫәп тотам. Шулай уҡ киләсәктә мин Көньяҡ Уралдың күсмә халыҡтарының, атап әйткәндә, башҡорттарҙың боронғораҡ осорҙарына һәм сюжеттарына мөрәжәғәт итергә ниәтләйем. Башҡорт эпостарында асыҡ күрһәтелгән, Ислам диненә тиклемге осор, Тәңреселек тә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.
Тағы ла мине "Һабантуй", "Алтын ҡурай", Башҡортостандың тәбиғи объекттарына арналған авторлыҡ әкиәттәрем бар. Уларҙы ла картиналар менән тулыландырасаҡмын.
Һеҙ картиналар, әҙәби әҫәрҙәр, йырҙар яҙыу менән бер рәттән, ижади коллективты ла етәкләйһегеҙ...
- "Урал эпосының Художестволы оҫтаханаһы" исемле ижади төркөмдө 3 йыл элек ойошторҙом, репертуарыбыҙҙа урыҫ, башҡорт, нуғайбәк, татар телдәрендәге йырҙар бар. Йырҙарҙың боронғолары ла, замансалары ла бар, ләкин уларҙың барыһы ла йырҙа ниндәй осор тураһында һүҙ бара, шул стилистикала, халыҡ интонацияһы менән башҡарыла.
Төркөмөбөҙ төрлө милләт, һөнәр кешеләренән тора бар. Мәҫәлән, беҙ иҫ киткес шәп музыкант, ҡурайсы, йырсы, яҡшы кеше Айнур Әхмәҙиев менән эшләйбеҙ. Уның беҙҙең менән булыуына, үҙенең таланты менән коллективыбыҙға оло мәртәбә өҫтәүенә шатмын.
Артабан программаны киңәйтергә һәм йырҙар һанын арттырырға ниәтләйбеҙ. Төрлө сәнғәт өлгөләрен берләштереп ижад итеүебеҙ беҙҙе Силәбелә, өлкәлә үҙенсәлекле коллектив итә. Төрлө сараларҙа беҙ мотлаҡ реконструкцияланған тарихи кейемдәрҙә сығыш яһайбыҙ. Костюмдарға бик етди ҡарайбыҙ, уларҙы нисек етте, шулай текмәйбеҙ, ә башта реконструкторҙар менән аралашабыҙ, музейҙарҙа һаҡланған боронғо кейем өлгөләрен өйрәнәбеҙ, гравюраларҙы ҡарайбыҙ, йәғни тарихи ысынбарлыҡтан ситләшмәйбеҙ. Беҙҙең Башҡортостанда дуҫтарыбыҙ күп, улар араһында кейем реконструкторҙары, тарихсылар, милли кейем өлкәһендәге белгестәр бар. Ниндәйҙер кейем тегер алдынан оҙайлы әҙерләнеү эше алып барыла.
Хәҙер боронғо кейем, милли кейем популярлашты, ләкин уларҙың күптәре боронғолоҡтан алыҫ, күберәген сәхнә костюмдары. Мәҫәлән, хәҙер ҡойроҡло бүректәрҙе, уларҙы "Салаватка" тип йөрөтәләр, әүҙем тегәләр. Ләкин башҡорттарҙа ундай бүрек булмаған, ул совет заманы осоронда барлыҡҡа килгән. Беҙ бындай яңылышлыҡтарға юл ҡуймаҫҡа тырышабыҙ.
Әйткәндәй, коллективыбыҙ коммерция булмаған ойошма (АНО) булараҡ теркәлгән һәм беҙҙең музыкаль яҡтан биҙәлгән театрлаштырылған тамашалар аша тарихты популярлаштырыу хоҡуғыбыҙ юридик яҡтан нығытылған.
Һеҙҙең "Любизар" йырына музыкаль ролик илһамландырғыс һәм ҡыҙыҡлы килеп сыҡҡан. Бындай тәжрибәне артабан да дауам итергә ниәтләйһегеҙме?
- Был беҙҙең үҙебеҙҙе һынар өсөн эшләгән аҙым ине. Ҙур булмаған видеоны социаль селтәрҙәрҙә күп ҡарауҙары, "лайктар" һәм комментарийҙар йыйыуы беҙҙе шатландырмай ҡалманы, әлбиттә. Бындай тәжрибәне, идеяны артабан да үҫтереү, күберәк йырҙарға ошондай видеолар, тулы клиптар төшөрөү хаҡындағы уйҙарыбыҙ, әлбиттә, бар. Әлегә барыһы ла финанс мәсьәләләргә барып тоташа, ләкин ваҡыты еткәс, был һорауҙарҙы йырып сығырыбыҙға ышанам.
Әйткәндәй, 2024 йылдың 14 декабренән Башҡортостан Республикаһының Милли музейында Михаил Воронов-Ҡоншаҡскийҙың "Бөтә Рәсәй юҡҡа ғына хәтерләмәй" шәхси күргәҙмәһе эшләй башлаясаҡ. Башҡорт тарихы картиналарҙа йәнләндерелеп, мәҙәни мираҫ донъяһына сумдыра. Үҙегеҙ килеп ҡарағыҙ.
Гөлназ МАНАПОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №48, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА