Ғаиләм - ҡәлғәм, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Уңыштарҙың нигеҙе ғаилә менән бәйле. Беҙҙең Башҡортостанда үҙ эшен бына тигән итеп алып барған ир-егеттәребеҙ күп. Улар йәмәғәтселек эштәрендә әүҙем ҡатнашыу ғына түгел, бик күп идеяларҙың башында ла тора. Шуларҙың береһе - эшҡыуар, йәмәғәт эшмәкәре, республика Мәғариф министрлығы эргәһендәге ата-әсәләр комиссияһы рәйесе урынбаҫары, Өфөнөң Киров районы ҡоролтайы рәйесе Рәмил ҠОЛТАЕВ. Бөгөн беҙ Рәмил Наил улы һәм уның хәләл ефете, һөнәре буйынса бухгалтер Гөлдәр Мирхәт ҡыҙы менән уларҙың ғаиләлә һалынған матур традициялары, бала тәрбиәләүгә бәйле мәсьәләләр тураһында һөйләшәбеҙ.
Бөгөнгө көнөбөҙ, заманыбыҙ тураһында фекер алышыр алдынан һеҙҙең инеш башына күҙ һалырға ине, тием. Һеҙҙе сыныҡтырған, оло юлға сығарған атай-әсәйегеҙ тураһында ла белге килә.
Рәмил: Әсәйем Наилә Ғиниәт ҡыҙы - башҡорт теле уҡытыусыһы. Әсәйемдең атаһы һуғыш ветераны ине, "Ҡыҙыл йондоҙ" ордены кавалеры, шулай уҡ ғүмер буйы уҡытҡан, мәктәп директоры ла булып эшләгән. Атайым - һөнәре буйынса инженер. Үҙе сәнғәткә ғашиҡ кеше булды, гармунда ла, ҡурайҙа ла уйнаны. Совет заманында Ауыл хужалығы институтында төрлө профессиональ ҡурайсылар килеп, дәрес үткәргәндәр икән - ҡурайға атайым шул студент йылдарында өйрәнгән. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигәндәй, ул мине күп нәмәгә өйрәтте. Спортҡа һөйөү тәрбиәләне. Мәктәп, район ярыштарында футбол, волейбол буйынса беҙҙең команда гел беренсе урындарҙы яулай торғайны. Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡығанда ла волейбол уйнау менән шөғөлләндем.
Гөлдәр: Мин күп балалы ғаиләлә тыуып үҫтем. Әсәйем - Мөслимә Исмәғил ҡыҙы, беҙҙең ғаиләнең йылы усағын һаҡлаусы ла, беҙҙе, балаларҙы тәрбиәләп, аяҡҡа баҫтырыусы ла. Атайым Мирхәт Зиннәт улы Рәжәпов - Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе. Өфө авиация институтын тамамлай. Уны баш ҡалала эшкә ҡалырға өгөтләйҙәр, ләкин ул өләсәйемде уйлап, район үҙәгенә ҡайта. Олатайым һуғыштан ҡайтҡас, оҙаҡ йәшәмәй, үлеп ҡала, дүрт баланы өләсәйем яңғыҙы тәрбиәләп, аяҡҡа баҫтыра. Уға терәк булырға тигән ниәттән ҡайтып эш башлай ҙа инде атайым тыуған яғында. Үҙен талантлы, яҡшы белгес итеп таныта. Шунан ул йәш кенә көйө юл-ремонт-төҙөлөш идалағы начальнигы булып китә. Уның етәкселек осоронда Өфө менән Әбйәлилде тоташтырған юлды төҙөнөләр.
Ғаиләләге тәрбиәгә килгәндә, атайҙың һүҙе һәр саҡ мөһим, өҫтөн булды һәм әле лә шулай. Атай абруйы ҙур беҙҙең ғаиләлә. Олатай-өләсәй тәрбиәһе лә көслө булды. Эш рәтенә уларҙан өйрәндек. "Халыҡ педагогикаһы" тиҙәр бит, беҙҙең ғаиләлә тап шундай тәрбиә өҫтөнлөк итте һәм итә.
Берегеҙ Күгәрсен, икенсегеҙ Әбйәлил районынан. Шулай булғас, был ике йәш йөрәк нисек танышты икән, тигән һорау тыуыуы тәбиғи...
Гөлдәр: Рәмилдең һылыуы Лилиә менән беҙ БДУ-ның иҡтисад факультетында бер курста уҡыныҡ. Рәмил менән өсөнсө курстарҙа таныштыҡ, бишенсе курста инде дуҫ булараҡ аралаша башланыҡ. Бер йылдан өйләнештек. "Йәншишмә"лә мөхәббәт тураһында ҡасандыр бер мәҡәлә баҫылғайны. Йәш саҡта, ғәҙәттә, ундай яҙмаларҙы уҡырға яратаһың бит инде. Унда: "Егет менән ҡыҙ бер-береһен туғыҙ ай белергә тейеш. Бына шул туғыҙ айҙан һуң да хистәр һүрелмәһә, кейәүгә сығырға, кәләш алырға була", - тип яҙылғайны. Бына шул да минең башҡа һеңеп ҡалды. Беҙҙең аралашыуға байтаҡ булып киткәйне. Рәмил мине үҙенә ҡыйыу һәм тәүәккәл, сая булыуы менән йәлеп итте.
Ғаилә ҡороу шулай уҡ яуаплылыҡ бит инде, ике мөхиттә, ике ғаиләлә тәрбиә алып үҫкән йәштәр үҙҙәре оя ҡора, үҙҙәренең йәшәйеш ҡанундарын булдыра...
Рәмил: Эйе, ғаилә ҡороу - ул оло яуаплылыҡ. Ошо яуаплылыҡты иңеңә алаһың да инде был аҙымды яһағанда. Ғаилә ҡорорға хәл иткәндә мин институтта уҡыуҙы тамамлап, эшләп йөрөй инем инде. Гөлдәр менән танышып, бер-беребеҙҙе, яратып, аралашып йөрөнөк. Мин тәҡдим яһағас, ул ҡабул итте. Шуны ла әйтергә кәрәк, мин буласаҡ ҡайныма үҙем шылтыратып, беҙҙең өйләнешеүгә фатиха биреүҙәрен һораным. Ҡайным тәфсирләп, бөтәһе тураһында ла һорашты, ныҡлап таныштыҡ. Беҙҙең арала ысын ирҙәрсә һөйләшеү булды, тип әйтәйем.
Гөлдәр: Эйе, өйләнешеү тураһында Рәмил менән беҙ икәү генә һөйләшеп хәл иттек түгел. Рәмил менән ошо ҡарарға килеп, ул атайым менән һөйләшкәндән һуң да әле, атай-әсәйем алдында һынау тоторға, уларҙың күп һорауҙарына яуап бирергә тура килде. Кейәүем итеп Рәмилде һайлауымды, был ҡарарым ныҡлы икәнде белгәс, оҙаҡ ҡына уйланылар әле. Нисек кенә булмаһын, беҙгә атай-әсәйҙең фатихаһын алыу мөһим ине.
Балалар тыуғас, уларға ҡарата ла үҙегеҙ үҫкән ғаиләләге тәрбиә алымдарын ҡулландығыҙмы?
Рәмил: Беҙ эшләп үҫкән балалар бит инде. Ауыл хужалығы эше менән яҡшы танышмын. Һигеҙенсе класты тамамлаған йәйҙә комбайнда эшләй инем инде. Бәләкәй саҡта беҙ йорттағы хужалыҡта ҡуян тота торғайныҡ. Ундай тәжрибәм булғас, бер саҡ балаларҙың һорауын тыңлап, ситлектәр яһап, кроликтар үрсетергә булдыҡ. Балалар бик шатланды. Улар бәләкәй ҡуяндар менән уйнарға бик яратты. Шул уҡ ваҡытта уларҙы ҡарарға, көн һайын ашатырға, ситлектәрҙе таҙа тоторға кәрәк икәнен дә белделәр. Эшкә өйрәнделәр шулай.
Беҙҙең олатай-өләсәйҙәр ғүмер буйы умарта тотҡандар. Һуңғараҡ мин дә, ҡайнымдан өлгө алып, ошо шөғөлгә тотоноп ҡарарға уйланым. Тәүҙә бер генә умарта алдым, был эшкә лә балалар ихласлап ярҙам итә башланы. Уларҙың да был шөғөлгә ынтылғанын аңлағас, умарталарҙы ишәйттек, уларҙы урманға, ҡырға бергәләп алып сығабыҙ хәҙер. Ғөмүмән, балаларҙың буш ваҡыты булырға тейеш түгел, тип иҫәпләйбеҙ, шуға ла йорт тирәһендәге эш йәки мәктәптәге бер түңәрәк менән генә сикләнмәй, төрлөһөнә ылыҡтырабыҙ. Балалар йөҙөүгә, футболға, баскетболға йөрөйҙәр, шахматта ла уйнайҙар, хатта ярыштарҙа ҡатнашалар.
Гөлдәр: Заман тәрбиәһе икенсе хәҙер. Тәрбиә буйынса китаптар ҙа күп. Әммә ситтән килгән тәрбиә китаптары беҙҙең тәрбиә алымдарына тура килмәй. Мин барыбер беҙҙең атай-әсәйҙәрҙең, олатай-өләсәйҙәрҙең тәрбиәһе дөрөҫ булған, тип уйлайым. Беҙ шул үҙебеҙҙең халыҡ тәрбиәһенә таянырға тырышабыҙ. Олатай-өләсәйҙәр ҙә, шулай эшләргә, былай эшләргә кәрәк, тип, ейән-ейәнсәрҙәренә өйрәтеп, әйтеп кенә торалар. Шөкөр, балалар беҙ әйткәнде лә, уҡытыусылары әйткәнде лә ҡолаҡтарына элеүсәндәр. Үҫтеләр ҙә инде: Наҙгөлгә - ун алты, Батыршаға - ун бер, Тамъянға - һигеҙ, Зарифаға өс йәш.
Балаларға матур башҡорт исемдәре ҡушҡанһығыҙ. Исем ҡушыу, исем һайлау нисегерәк булды?
Гөлдәр: Наҙгөл тигән исемде тәү тапҡыр ишеткәс тә оҡшатҡайным. Уның таралған исем икәнен дә белмәй инем әле. Ҡыҙым тыуһа, ошо исемде ҡушам тигәйнем, шулай атаныҡ та. "Зарифа" тигән башҡорт халыҡ бейеүе бар, үҙем дә бейегәс, был исем миңә бик оҡшай ине. Икенсе ҡыҙыбыҙға шул исемде һайланыҡ. Улдарыбыҙға исем эҙләп, ысынлап та, китаптарҙы күп аҡтарҙыҡ.
Рәмил: Батырша исеме беҙ ҡушҡанда күптәр өсөн ят һымаҡ ине. Ҡәйнәм дә, әсәй ҙә аптыраны башта. "Баһадир шаһ" тигәнде аңлата Батырша. Һуңынан өйрәнеп киттеләр. Бик матур исем, тиҙәр бөтәһе лә. Икенсе улыбыҙға исем ҡушыу тарихы шулай: ҡайным Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылынан. Ул тамъян ырыуы вәкиле, Шәғәли Шаҡман тоҡомо. Улар хөрмәтенә ҡушылды Тамъян исеме.
Заман икенсе, балалар тәрбиәһе икенсе. Ә һеҙгә был заман шауҡымы ҡамасауламаймы?
Гөлдәр: Тфү-тфү, күҙ теймәһен, насар шауҡым юҡ, беҙҙең өйҙә мөхәббәт, шатлыҡ, Аллаға шөкөр. "Мин һеҙҙе яратам", тип ҡосаҡлап алырға оялмайым. Бер-беребеҙҙең хәлдәрен белешәбеҙ. Мәктәптән ҡайтҡас, аш табыны артында мәктәптә нимәләр булғанын һөйләшәбеҙ. Йәшерен-батырын түгел, башҡорт ғаиләләре йылы һүҙгә һараныраҡ бит. Ҡырыҫыраҡбыҙмы инде... Беҙҙе лә бәләкәй саҡта күберәк атай-әсәй түгел, өләсәйҙәр генә ҡосаҡлап һөйә торғайны. Бәләкәй ҡыҙыбыҙ тыуғас, донъябыҙ тағы ла бөтәйҙе. Зарифаны "Беҙҙең өйө йәме", тибеҙ. Бәләкәй баланы ҡарап, яратып, балалар ҙа ниндәйҙер тәжрибә ала. Һағынып ҡайтып инәләр. Гел генә бәпләп ултырып та булмай, кәрәк булғанда, балаларҙы әрләп тә алам, әлбиттә. Ҡушылған эште теүәл үтәүҙәрен талап итәм.
Рәмил: Һәр баланың үҙ холҡо. Береһе математикаға шәп, икенсеһе ижади фекерле... Бына шул һәләтлектәренә ҡарап, уларға шөғөл һайларға тырышабыҙ. Батыршаның хәтере һәйбәт, математиканы яҡшы белә, шахмат буйынса өсөнсө разрядҡа эйә. Биш йәшендә үк разряд алды. Йөҙөү буйынса ла уның разряды бар. Тамъян ҡурайҙа уйнай. Йөҙөү буйынса ла шәп.
Рәмил, һеҙ М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында Ата-әсәләр комиссияһы рәйесе булып тораһығыҙ. Уның эше нимәнән ғибарәт?
Рәмил: Өс балабыҙ ҙа шул гимназияла уҡый бит, уларҙың уҡыуына ла, тәртибенә лә, тәрбиәһенә лә битараф түгелмен. Әүҙем атай булыуымды күреп, Ата-әсәләр комиссияһы рәйесе итеп һайлап ҡуйҙылар. Был комиссия, әлбиттә, бар мәсьәләләр буйынса ла гимназия администрацияһына, уҡытыусылар коллективына ярҙам итергә тырыша.
Ә ни өсөн балаларығыҙ өсөн тап ошо белем усағын һайланығыҙ?
Рәмил: Беренсенән, башҡорт мөхитле гимназия булғаны өсөн бында килтерҙек балаларҙы. Икенсенән, баш ҡаланың иң яҡшы уҡытыусылар уҡытҡан өлгөлө гимназияһы, тигән даны бар уның. Эргәһендә генә башҡорт балалар баҡсаһы бар, беҙҙең балалар ҙа башта шунда тәрбиәләнде. Унда йөрөгәндә лә балалар бөтә конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай торғайны. Ваҡытында "Тамыр"ға ла, Фәйзи Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбле эргәһендәге балалар студияһына ла йөрөп алдылар. Наҙгөл әле "Гүзәл-данс" ансамблендә бейей.
Гөлдәр: Ата-бабалар рухында тәрбиәләргә тырышабыҙ балаларыбыҙҙы. Шәжәрәләрен беләләр. Шәжәрәбеҙҙә милләт, Башҡортостан өсөн күп эштәр атҡарған шәхестәр байтаҡ. "Һеҙ шуларҙың тоҡомо, һеҙ яҡшы уҡырға тейешһегеҙ. Был олатайың унда булған, ә был олатайың шундай эш атҡарған, улар шундай уңышҡа өлгәшкәндәр. Һеҙ тағы ла ҙурыраҡ эштәр атҡарырға тейешһегеҙ, был һеҙгә ҡандан бирелгән", - тип әйтәбеҙ.
Ғаиләлә туған телгә мөнәсәбәтте белге килә...
Гөлдәр: Беҙ балалар менән өйҙә тик башҡортса ғына һөйләшәбеҙ. Балалар баҡсаһына барғанда рус телен бөтөнләй белмәйҙәр ҙә ине. Тик рус теле тиҙ генә "йоға" һала шул балалар теленә. Башҡорт гимназияһы булһа ла, унда ла русса аралашырға әҙер генә торалар.
Рәмил: Тел мәсьәләһе бөгөн еңел генә тип әйтеп тә булмай. Сөнки бөтөн мәғлүмәт рус теле аша инә бит. Әммә атай-әсәйҙәргә был йәһәттән дә иғтибарлы ла, талапсан да булыу кәрәк. Туған телде мотлаҡ үҙ-ара аралашыу теле итеп нығытыу кәрәк. Олатай-өләсәйҙәр ҙә был мәсьәләлә ныҡ торорға тейеш. Беҙҙекеләр шулай итә.
Һеҙ Өфө янындағы ауылда үҙ йортоғоҙ менән йәшәйһегеҙ. Шәхси йорт, шәхси хужалыҡтың әһәмиәтен нимәлә күрәһегеҙ?
Рәмил: Гөлдәр менән өйләнешкәс, беҙ иң тәүҙә участка һатып алып, унда мунса, өй төҙөй башланыҡ. Көн һайын эштән һуң шул учасаткала эш менән булышабыҙ. Наҙгөл ҡыҙыбыҙ бәләкәй ине әле. Батыршабыҙ тыуғас, төҙөп бөтөр-бөтмәҫтән өйөбөҙгә күсеп сыҡтыҡ.
Донъя көткәндә атай-әсәйҙәрҙең ярҙамы күп тейә бит инде ул. Һәр хәлдә, беҙҙең башҡорт ғаиләләрендә шундай тәртип - бер-береңә ярҙам итеү элек-электән килә, ул ғәҙәт әле лә йәшәй. Шул йоланы тотоп, беҙ ҙә, ҡайтып, картуф ултыртыумы, йорт мәшәҡәттәрен еңеләйтеүме, бар эште башҡарышырға тырышабыҙ. Атай-әсәйҙәр үҙҙәренсә ярҙамлашһа, беҙ ҙә үҙебеҙҙең ҡулдан килгәнде эшләйбеҙ. Бер тапҡыр минекеләргә ҡайтып ярҙам итәбеҙ, икенсе юлы Гөлдәрҙәрҙең яғына барырға тырышабыҙ. Ғәҙел мөнәсәбәт урынлаштырғанбыҙ шулай.
Гөлдәр: Беҙҙең үҙебеҙҙең участкала ла хәҙер емеш ағастары күп. Балалар еләк-емештең бешкәнен көтөп кенә тора, йәй-көҙ буйы рәхәтләнеп ашайҙар. Уларҙан ҡалғаны ғына, шулай уҡ урман-ҡырҙан йыйылғаны, туңдырғысҡа тултырыла.
Һеҙ йәнә лә умарталар тотаһығыҙ. Ләкин ҡортсолоҡ бит еңел эш түгел. Һуңғы ваҡыт "бал ҡорто ҡырылды" тигәнде лә ишетергә тура килә...
Рәмил: Бал ҡорто тота башлаған сағымдан алып ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгән Дәүләт тигән ағай ныҡ ярҙам итә. Ололарса, олатайҙарса контролгә алып, шылтыратып та: "Хәҙер быны, хәҙер тегене эшләргә кәрәк", - тип өйрәтеп кенә тора. Уға бик рәхмәтлемен. Бал ҡорто тотоу ауырлыҡ түгел, файҙалы ла шөғөл ул. Ял итәһең, мәшәҡәттәрҙән арынаһың. Ҡыҙыҡ ваҡыттары ла күп булды. Умарталарҙы Аҡбирҙе ауылы янындағы урманға ҡуйғас, айыу килеп, дүртәүһен емереп китте. Өфөнөң эргәһендә айыу йөрөй тип кем уйлаһын? Быйыл да килеп китте ул. Айыу эҙҙәрен күргәс, Дәүләт ағай менән йәһәтләп умарталарҙы тейәнек тә, икенсе урынға күсерҙек. Ошондай һаҡланыу сараларын күрһәң, ҡараһаң, бал ҡорто үлмәй, үрсей. Тик былтыр ҙа, быйыл да йәй насар килде, бал әҙ булды.
Рәмил Наил улы, һеҙ эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнәһегеҙ. Ә беҙҙең күп егеттәр ситкә китеп, күберәк Себерҙә эшләй. Улар бында ҡалып, үҙҙәренең эшен аса алыр инеме? Нимә ҡамасаулай икән быны эшләргә?
Рәмил: Бында мәсьәлә үҙ эшен асыуҙа ғына тормай, мәсьәләгә тәрәнерәк ҡарарға кәрәктер. Мин газ, төҙөлөш буйынса шөғөлләнгәс, шуны әйтәм: эшсе ҡулдары етешмәй. Ысынында эш хаҡы насар түгел. Себергә йөрөгәндәр күберәк аламы? Улар бер ай эшләй ҙә, бер ай ял итә. Тимәк, бер айҙа эшләгәнен ике айҙа тотоноп бөтә, тимәк, бында эшләгәндәрҙән күберәкте алмайҙыр ҙа әле. Башҡорт ирҙәренең ғаиләләрен ҡалдырып, Себергә китеүе ҡыйын хәл инде. Балалар ата тәрбиәһенә, ата иғтибарына мохтаж булып үҫә. Нисек кенә булмаһын, был хәл былай дауам итергә тейеш түгел, тигән фекерҙәмен мин. Егеттәребеҙ үҙе йәшәгән ерҙә үҙ эшен табырға өйрәнергә тейеш. Үҙ эше, тигәндән, беҙҙең башҡорт алыпһатарлыҡ менән шөғөлләнә белмәй. Был эш уға ауыр бирелә. Ә шулай ҙа өйрәнергә тура килә инде. Ҡағыҙ-мағыҙ эштәрен, закондарҙы белһә, ҡалғаны ауырлыҡ тыуҙырмай. Хөкүмәт тә субсидиялар менән ярҙам итә бит хәҙер.
Рәмил, һеҙ йәмәғәтселек эшен әүҙем башҡарған ир-егеттәребеҙҙең береһе. Төрлө комиссияларҙа эшләйһегеҙ, был көс тә, ваҡыт та талап итә. Милләттең киләсәге өсөн һәр кем ҡулынан килгәнде атҡарырға тейеш, тиһегеҙҙер. Рухты һаҡлау өсөн нимәләргә иғтибар итергә кәрәк?
Рәмил: Башҡорттар элек-электән күп бала тәрбиәләгән. Хәҙер ҙә күп балалы ғаиләләр ишәйһен ине, тием. Ҡала эргәһендәге ауылдарҙа йәшәһәләр, үҙҙәренең ерҙәре булһын, йорттар һалһындар. Үҙ йортоңдо һалыу, улдарыңа ла йорт төҙөп инселәү - ул да ата-бабалар йолаһы. Тыуған ергә, телгә һөйөү тәрбиәләү, тарихи тамырҙарыбыҙҙы, шәжәрәбеҙҙе өйрәнеү, уларҙы киләһе быуындарға тапшырыу буйынса ла матур традицияларыбыҙ йәшәргә тейеш. Әйткәндәй, балалар менән бергә сәйәхәт итеү ҙә уларҙа илһөйәрлек тәрбиәләүсе бер алым ул. Ғаиләбеҙ менән беҙ Башҡортостанды тотошлайы менән тиерлек йөрөп сыҡтыҡ. Күп тапҡыр Ирәмәлгә артылдыҡ. Торатауҙа, Нарыҫтауҙа даими булабыҙ, ҡышҡыһын Ҡуштауҙа саңғы шыуырға яратабыҙ. Яңыраҡ Салауат мәмерйәһенә барҙыҡ. Ҡурҡыныс та, ҡыҙыҡ та унда. Урыны матур, бейеклектән бөтөн донъя күренеп тора. Ҡорғаҙаҡта һыу индек.
Гөлдәр: Әбйәлилгә ҡайтып, тауҙарҙа йөрөп әйләнәбеҙ, Күгәрсенгә ҡайтып, яланда, урманда үлән йыябыҙ, һыу инәбеҙ, балыҡ тотабыҙ - былар балаларҙа аҙаҡ оҙаҡ итеп һөйләп йөрөй торған матур хәтирәгә әйләнә.
Рәмил: Беҙ сит илгә лә сығырға яратабыҙ. Быйыл машинабыҙға тейәлешеп, Грузияға сығып киттек. Юл ыңғайы һәр ҡалаға һуғылырға тырыштыҡ. Грузияға барып етеп, ун көн диңгеҙҙә булдыҡ. Шуға иғтибар иттем, берәй ҡайҙа сәйәхәткә барып ҡайтһаҡ, балаларҙың фекерләүе шундуҡ үҙгәрә. Етдиерәк тә, тәрәнерәк тә була бара донъяға ҡараштары...
Шулай итеп...
Бына шундай ул беҙҙең башҡорт ғаиләләре! Үҙ асылынан айырылмай, ата-бабаларҙан килгән йола-традицияларға тоғро булып, ергә яҡынлап, ололарҙы ололап, кеселәрҙе кеселәп, үҙебеҙсә, тап башҡортса донъя көтә, эшләй, йүнләй, мал таба, шул уҡ ваҡытта үҙ быуынын дауам итеүҙе, милләт киләсәген ҡайғыртыуҙы төп бурысы итеп хәстәрләй. Бөгөнгө хәлдәр, бөгөнгө заман шауҡымы юҫығында бындай ғаиләләрҙең өлгөһө - фиҙаҡәрлек, батырлыҡ тип баһалана. Башҡорт донъяһын ошондай ғаиләләр ҡотҡарасаҡ та инде. Афарин, афарин, Ҡолтаевтар!
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №49, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА