«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, тормош дауам итә: игенсе икмәк үҫтерә, малсы мал аҫрай, юлдар һалына, балалар мәктәпкә йөрөй, хатта ки өлкән йәштәгеләрҙең ғүмер оҙайлығы арта бара. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә лә барлана бына ошондай темалар...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИЛЛИ РИЗЫҠТАРҺЫҘ, ҠУРАЙҺЫҘ, АТҺЫҘ ТАЯНЫР НИГЕҘЕБЕҘ БУШАҒЫРАҠ БУЛЫР ИНЕ
+  - 


Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа, Рәсәйҙә, шулай уҡ донъя кимәлендә башҡорт атына дөйөм иғтибар барлыҡҡа килде. Йыл һайын үткәрелә килгән "Башҡорт аты" фестивале лә шул иғтибарҙың бер иҫбатламаһы булып тора. Башҡорт аты, башҡорт ҡымыҙы, Ирәндек тауы, башҡорт аш-һыуҙары тигән төшөнсәләр телгә алынғанда башҡорт ҡымыҙы брендын барлыҡҡа килтереүсе, сығышы менән Баймаҡ районының Әхмәр ауылы уҙаманы Динис ӨМӨТБАЕВтың исеме лә бер ҡатар яңғырай. Ҡасандыр юҡҡа сыҡҡан Атанғол ауылында Динис үҙенең хужалығын барлыҡҡа килтереп, милли ризыҡтарыбыҙҙы тергеҙеү юлында фиҙаҡәрлек өлгөһө күрһәтә. Уның менән әңгәмәбеҙ башҡорт аты, милли ризыҡтарыбыҙ хаҡында, әммә улар хаҡында ғына ла түгел.

Башҡорт ҡымыҙын эсһә, ҡоротон, ҡаҙыһын, ҡартаһын ашаһа, ҡурайында, ҡумыҙында уйнаһа, ҡоролтайҙарын үткәрһә, йәшәйәсәк, тигән лаҡап та йөрөй. Нисек уйлайһың, Динис, беҙ милли ризыҡтарыбыҙҙы етештереп, уларҙы ҡулланып, баҙарҙа һатып, үҙ-үҙебеҙҙе тәьмин итеп йәшәй алабыҙмы?

- Көн итә алабыҙҙыр, әммә милләт булараҡ һаҡланып ҡалыр өсөн дәүләт яҡлауы кәрәк. Әлбиттә, милли ризыҡтарыбыҙҙы етештереп, музыка ҡоралдарыбыҙҙа уйнап, мәҙәниәт яғынан яҡлаулы була алабыҙ. Әммә юғары үҫеш өсөн иң беренсе нәүбәттә сәнәғәт үҫеше мөһим. Нимәлер етештереп, уны аҡсаға әйләндереп, үҙеңдең көндәлек ихтыяжыңды тәьмин итеп булалыр, әммә милләт үҫеше өсөн был ғына етмәй. Беҙҙе бөгөн, асылда, милли йолаларыбыҙ, традицияларыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ, сәнғәтебеҙ, әҙәбиәтебеҙ һаҡлап килә.
Әгәр ҙә беҙҙең милли ризыҡтарыбыҙ, ҡымыҙыбыҙ, ҡоротобоҙ, ҡаҙыбыҙ һ.б. булмаһа, таяныр нигеҙҙәребеҙ бушағыраҡ булыр ине. Әгәр ҙә бер милләт икенсе милләттәрҙең ҡиммәттәрен үҙләштереү юлына баҫһа, был хәл ул халыҡтың юҡҡа сыға барыуын аңлата торғандыр. Был йәһәттән беҙ, Аллаһҡа шөкөр, юҡҡа сыға барған халыҡ түгел.

Был инаныуыңды милли аш-һыуыбыҙға бәйләп нисек аңлата алаһың?

- Үҫешкән милләттәрҙең аш-һыуҙары ла үҫешә, уларҙың төрҙәре арта. Бәлки, боронғо халыҡтарҙың итенән, ҡамырынан, тоҙонан башҡа бер нәмәһе лә булмағандыр. Ундай халыҡ заманаға яраҡлашып, ни тиклем үҫешә, аң кимәле арта, йәшәү кимәле күтәрелә, ул халыҡтың мәҙәниәтендә лә, сәнғәтендә лә, әҙәбиәтендә лә, милли ризыҡтарында ла нимәлер өҫтәлә. Мәҫәлән, беҙ ит, ҡамыр, тоҙ ярҙамында бөгөнгә тиклем ниндәй генә ризыҡтар уйлап тапманыҡ. Йылдан-йыл башҡорт милли аш-һыуҙарында яңы төрҙәр сығып тора. Беҙ ҙә үҙебеҙҙең хужалыҡта яңы аш-һыу төрҙәре уйлап сығарып торабыҙ. Беҙ бала саҡтан шуны беләбеҙ: элек башҡорттар йәйгеһен итһеҙ ризыҡтарҙы күп етештергән. Мәҫәлән, ундай ризыҡтарға ҡыҫыр ашты, ыумасты, өйрәне, буҙаны, ҡымыҙҙы, тары бутҡаһын, талҡанды, һөт ризыҡтарын индерергә була.
Бына беҙҙең хужалыҡта ғына һуңғы йылдарҙа өс төрлө яңы аш-һыу барлыҡҡа килде. Мәҫәлән, ерек ағасы менән ыҫланып, утта бешерелгән итһеҙ бүрйәни былауы, тағы ла нут борсағы менән ҡорот ҡатыштырып эшләнгән сыр, өсөнсөнән, талҡан менән манный көрпәне ҡатыштырып бер десерт уйлап сығарҙыҡ. Был десерттың исеме - талҡаман. Тағы ла тик үҙебеҙсә генә бешерелгән бәлештәребеҙ бар. "Дөгөтирмә" тигән блюдобыҙ бар. Дөгөнө бешереп, бер һауытҡа һалып ауҙарһаҡ, тирмә формаһында килә лә сыға. Уға укропты ҡурай формаһында ҡаҙап ҡуйһаҡ, бик күркәм күренеш барлыҡҡа килә.

Беҙҙең милли ризыҡтарыбыҙ, атап әйткәндә, ҡымыҙ, ҡорот, ҡаҙы, ҡарта, бал, тултырма һ.б. башҡа халыҡтарҙа ла бар. Ә бына был ризыҡтарыбыҙҙың тик үҙебеҙгә генә хас үҙенсәлектәре нимәлә?

- Әгәр ҙә ҡаҙаҡтарҙың аттарын беҙҙең көтөүлектәрҙә йөрөтһәң, уларҙан беҙҙекенән бер яғы менән дә айырылмаған ҡымыҙ һәм башҡа ризыҡтар етештереп булыр ине. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең башҡорт тоҡомло аттарҙы уларҙың татырлы далаһында йөрөтөп, ҡымыҙ эшләһәң, беҙҙәге һымаҡ эсемлек килеп сыҡмаясаҡ. Сөнки ҡымыҙҙың сифаты бейәнең ниндәй үлән ашауына бәйле. Башҡорт балының да үҙенсәлеге Уралтауҙа үҫкән үләндәр, сәскәләр, йүкә ағастары үҙенсәлегенә туранан-тура бәйле.
Силәбе өлкәһе баҙарҙарында һатыуға ҡуйылған аҙыҡ-түлектең ярлығындағы "башкирское" тигән яҙыу һәр ваҡыт "сифатлы" тигән һүҙгә синоним булып тора. Беҙгә милли ризығыбыҙҙың ошо феноменын ҡулланырға, күберәк етештереп, күршеләребеҙгә сығарырға ғына кәрәк. Мәҫәлән, беҙ ҡоротто полиэтилен пакеттарға һалып, баҙарға сығарып һатмайынса, башҡасараҡ итеп сервислаһаҡ, бөтөнләй икенсерәк ҡабул ителер ине. Ә ҡоротттоң сифаты бындай сервислауға лайыҡлы. Бына Кавказда сыр етештереү мәҙәниәте бик юғары. Был йәһәттән беҙҙең дә потенциал бар, сөнки ҡорот етештереү технологияһы буйынса шул уҡ сырҙарға ҡарай. Беҙ әгәр ҙә ҡоротто "Башҡорт сыры" тип танытһаҡ, һатып алыусыға нимә ашағаны аңлайышлыраҡ булыр ине. Сырҙар ҙа төрлө була, ҡатыһы, йомшағы, ҡорот та сырҙарҙың бер төрө. Ҡоротто киптерһәң, ул киптерелгән ҡоро сыр тип аталыр ине. Беҙгә стандарттарҙы өйрәнеп, ҡоротто һатыуға дөрөҫ итеп тәҡдим итеү юлдарын табырға кәрәк.

Беҙ үҙебеҙҙе "эшләй беләбеҙ, эшләгәнде тәҡдим итә, һата белмәйбеҙ", тип әйтә алабыҙмы?

- Тап шулай. Ҡайһы бер халыҡтар юҡ ҡына әйберҙәрен, аш-һыуҙарын әллә ниндәй рәүешкә килтереп, әүеш-тәүеш итеп, донъя баҙарына сығаралар һәм аҡса эшләйҙәр. Был мәсьәләгә беҙҙең ҡараш башҡа, ул насар түгел, әммә матди яҡтан файҙа килтермәй торған ҡараш. Мәҫәлән, беҙ йылҡы малын күп итеп көтәбеҙ, әммә бөтә илгә билдәле булған продуктыбыҙ, тауарыбыҙ юҡ. Ә беҙҙең йылҡы малын Татарстанға, Сыуашстанға алып китеп, уны төрлөсә эшкәртеп, баҙарға сығаралар. Уларҙың йылҡы итенән эшләнгән ризыҡ тәҡдимдәре үҙебеҙҙекенә ҡарағанда күпкә күберәк. Был йәһәттән беҙҙең елкә бар ҙа ул, булдыҡлылыҡ етешмәй. Беҙгә тағы ла даимилыҡ кәрәк, быға ирекле булыуыбыҙ ҙа ҡамасаулай торғандыр.

Һин "Урал батыр" эпосын ныҡлап өйрәнгәндән һуң ит ризыҡтарын ашауҙан туҡтағанһың. Беҙҙең ата-олатайҙар элек-электән ит менән туҡланған, ул беҙҙең ҡанда. Ҡанда булғанды аң менән инҡар итеп буламы икән?

- Тәүҙә үҙемдең организмды өйрәнеү маҡсатында ҡыҫҡа ваҡыттарға ит ашауҙы туҡтатып торғайным. Һуңынан ашҡаҙанда проблемалар барлыҡҡа килгәс, уны таҙартыу зарурлығы хаҡында ишетеп ҡалдым. 2011 йылда яҙ көнөндә бер ай ит ашамағас, үҙемдә үҙгәрештәр һиҙҙем. Аҙаҡ ит ашамау ваҡытын оҙайта барҙым. Шунан 2014 йылда ярты йылға тиклем ит ашамай йөрөнөм.
2015 йылда инде "Урал батыр" эпосын уҡыным. Эпоста Урал батырҙың бер урында ла ит ашауы хаҡында мәғлүмәт тапманым. Эпостың 590-сы юлында Урал батыр бер ҡартты осрата. Ҡарт уға донъяла ике урындың барлығы хаҡында әйтә. Урал батыр тере заттарҙың йәнен ҡыйырға ярамай тигән фәлсәфә менән йәшәй башлай. Шуға күрә эпоста уның ит ейеүе хаҡында бер урында ла әйтелмәй. Ейеү тик иткә ҡарай ғына әйтелә, башҡа ризыҡтарҙы әҙәм ашай. Ейеү һүҙе беҙҙә һаҡланмаған, ә бына ҡаҙаҡтарҙа һаҡланған.
Шуға күрә ит ашамауҙың ыңғай яҡтары бар икәнлеген күреп, үҙемә ит еймәҫкә нигеҙ таптым. Миңә ит ашауҙан баш тартыу бик еңел булды. Мин ит ашаусылар былай, ит ашамаусылар тегеләй, тигән өгөт-нәсихәт алып бармайым, шулай ҙа ит ашамайынса мин үҙемде күпкә яҡшыраҡ хис итәм. Беҙҙең ата-бабалар борон-борондан ит ашаған, һин ниңә ашамайһың, тиеүселәргә лә әйтер һүҙем бар. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ был хаҡта белмәйбеҙ. Йөҙ, өс йөҙ йыл элек нимәләр булғанын, бәлки, әҙ-мәҙ генә әйтә алабыҙҙыр, әммә мең, биш мең йыл элек нисек булғанлығы хаҡында әйтә алмайбыҙ. Уларҙың нимә ашап, нимә эсеп йөрөгәнлеген бер нисек тә белә алмайбыҙ. Минең биш быуын элекке ҡартатайҙарым ит ашаған өсөн мин дә ит ашарға бурыслымы икән? Мәҫәлән, кемдеңдер атаһы араҡы эсеп, тәмәке тартып йәшәгән өсөн уның ейәндәре лә араҡы эсеп, тәмәке тартып йәшәргә бурыслымы? Ысынында, беҙҙең ата-бабалар араҡы эсмәгән, тәмәке тартмаған, ә беҙ ниңә шуны бөгөн йәшәү нормаһы тип әйтергә тейешбеҙ һуң? Шул уҡ ваҡытта беҙҙең ата-бабалар ит ашаған икән, нисек беҙ бөгөн ит ашамауҙы норма түгел тип әйтә алмайбыҙ?

Иттең составында булған организмға кәрәкле матдәләр ҙә бар. Уларҙы нимә менән алмаштыраһың?

- Иң беренсе нәүбәттә иттә организм өсөн кәрәкле булған аҡһым бар. Мәҫәлән, борсаҡтың 100 грамында 20 грамм аҡһым булһа, ә 100 грамм һарыҡ итендә 16 грамм ғына аҡһым. Мин ике йылға бер тапҡыр анализдар биреп, һаулығымды тикшертем торам. Әлбиттә, ит ашамауҙың быуындарға, елек майына ҡағылышлы йоғонтолары булыуы ихтимал, һәр хәлдә, был хаҡта ишеткәнем бар. Әммә ит ашауҙың кире йоғонтолары ла бар һәм ул турала берәү ҙә өндәшмәй. Был йәһәттән баланстар табырға кәрәк, минеңсә.

Һуңғы ваҡытта ҡайһы бер халыҡтар беҙҙең башҡорт атына, ҡурайыбыҙға "ҡул һона" башланы. Был әңгәмәлә беҙ ошо теманы бер нисек тә урап үтә алмайбыҙ. Шулай бит?

- Был мәсьәләгә бер яҡтан ғына ҡараһаң, нисектер, бер ҡатлыраҡ булаһың. Милләткә үҫешер өсөн төрлө өлкәләрҙә нимәлер булдырырға кәрәк. Мәҫәлән, борондан һаҡланып килгән башҡорт атын тоҡом итеп һаҡлар, үрсетер өсөн бигерәк тә совет осоронда тиҫтәләрсә йылдар буйы фәнни нигеҙҙә эш алып барылған беҙҙә. Беҙҙең күршеләр ошо башҡорт тоҡомло әҙер аттарҙы һатып алып үҙләштереү юлына баҫты. Әммә ул тоҡом аттары, асылда, башҡорт тоҡомло аттар һәм был хаҡта улар беҙгә ҡарағанда ла яҡшыраҡ белә. Улар башҡорттоң үҙен дә "Урал татары" тип һанағас, атын да үҙенең аты тип һанай. Беҙҙең "Аҡъял" тигән башҡорт тоҡомло айғырҙы улар йәһәт кенә "Аҡбарс"ҡа әйләндерҙе. Ҡурай менән дә шундай уҡ хәл. Иң тәүҙә алты уйымлы һыбыҙғыны ҡурай тип йөрөтә башланылар ҙа, аҙаҡ беҙҙең ҡурайҙы үҙҙәренеке тип атамаҡсылар. Бәлки ҡурайҙың даны тынғылыҡ бирмәйҙер уларға. Мин бындай күренештәргә ҡаршы көрәшеүҙең мәғәнәһен күрмәйем. Сөнки был күренеш бындай юлға барыусыларҙың дөйөм мәҙәни кимәле хаҡында һөйләй. Беҙ, мәҫәлән, гитарала, скрипкала уйнайбыҙ, әммә уларҙы башҡорттоҡо тип әйтмәйбеҙ бит.

Башҡорт атының ниндәй сифаттары һиңә оҡшай, нимәһе өсөн яратаһың? Миңә, мәҫәлән, уларҙың талымһыҙлығы оҡшай. Бер мәртәбә оҙон тороҡло башҡа тоҡомло аттар менән башҡорт аттарын сабыштырып ҡарағандар. Ҡыҫҡа араға сабышҡанда оҙон тороҡло сабыш аттары башҡорт атын күпкә артта ҡалдырған. Әммә оҙон дистанцияға сабышҡанда, тәүҙә башҡа аттар башҡорт атын күпкә артта ҡалдыра, аҙаҡ улар арыған ваҡытта саҡ ҡыҙып алған башҡорт аты уларҙы ҡыуып етә һәм финишҡа алдан килә.

- Беҙгә ат менән йылҡыны айырырға кәрәк. Сөнки беҙ ат итеп тәрбиәләгән мал тибендә йөрөмәй. Әгәр ҙә беҙ атты тибендә йөрөтһәк, ул йонсоясаҡ. Тибендә ҡыш сыҡҡансы, йылҡы үҙенең 30 процент массаһын юғалта. Ә ябыҡҡан малды бер нисек тә бәйгегә сығарып булмаясаҡ. Шул уҡ ваҡытта оҙон тороҡло башҡа тоҡом аттары тибендә ҡыш сыға алмаясаҡ. Уларҙың хатта йөнө лә ҡуйы булып үҫмәй, ә башҡорт атының йөнө 6-7 сантиметрға барып етә. Башҡорт атының һаулығы ла ныҡ була, сыҙамлылығы, ҡатмарлы шарттарға яраҡлашыуы ла тибендән килә.
Ә аттарға килгәндә, минең тәжрибәм етмәй. Сөнки мин үҙемдә тәрбиәләнгән аттарҙы башҡа тоҡомло аттар менән сабыштырып ҡарағаным юҡ. Әгәр ҙә үҙемдең менге атым 40 саҡрым араны йүгереп үтеп, эргәһендә килгән башҡа тоҡомло ат артта тороп ҡалһа, был осраҡта сағыштыра алыр инем. Ҡаҙаҡтар, мәҫәлән, 500 саҡрымлыҡ араны ат менән үтеп ярыш үткәрҙеләр. Унда ҡабарҙылар, ҡарасәйҙәр барҙы. Барыһының араһынан ҡабарҙылар финишҡа килеп еттеләр. Был ярышта башҡорт аты ҡатнашманы. Унда ҡатнашыр өсөн 500 саҡрым үтә алырлыҡ кәмендә ун ат тәрбиәләргә кәрәк беҙгә. Ярыштың шарттары буйынса аттар төнгөлөккә туҡтап, ял итергә, йоҡларға, ашарға тейештәр. Һыбайҙарҙы аттарға һоло, башҡа ризыҡ тейәлгән машиналар оҙата бара. Унда ултырып, ветеринарҙар ҙа аттарҙың һаулығын тикшерә-тикшерә барырға тейеш. Күп кенә аттар дистанциянан төшөп ҡала.
Башҡорт атының сифаттарына килгәндә, улар хәллерәк. Беҙҙә сит тоҡомдан бер юртаҡ ат булды. Әгәр ҙә ул бер көн йөрөһә, икенсе көн йөрөй алманы. Уның менән бер мәртәбә Ирәндеккә менеп төшкәндән һуң ике көн ял итергә кәрәк була. Ә беҙҙең башҡорт аты көн һайын Ирәндеккә менеп төшә ала. Шул уҡ ваҡытта 50 саҡрым араны беҙҙең аттар сәғәт ярымда еңел генә үтә. Туризм маршруты буйынса йөрөгөндә беҙҙең аттарҙы менеп йөрөүселәр иң тәүҙә уларҙың таһыллы булыуын билдәләй. Хужалығыбыҙ ныҡлап аяҡҡа баҫҡандан һуң башҡорт атын һаҡлау, үрсетеү, үҫтереү буйынса эҙләнеү эштәрен башларға ниәт итәбеҙ. Был йүнәлештә төрлө һынауҙар, саралар үткәреүҙе күҙ уңында тотабыҙ. Киләһе йылда, Аллаһ бойорһа, башҡорт аты тураһында тулы метрлы кино төшөрә башлаясаҡбыҙ. Темаһы - ир һәм ат, сценарий авторы Шәүрә Шәкүрова. Был киноны төшөрөү өсөн грант оттоҡ.

Мин "Турысай һабағы" тигән хикәйә яҙғайным. Унда башҡорт тоҡомло туры айғырҙың үҙ өйөрөнөң сафлығы өсөн көрәшеүен һүрәтләнем. Айғырҙың ул сифаттары билдәле: үҙ "ҡыҙының" айғырға ятыр мәле етһә, өйөрөнән ҡыуып сығарыуы, өйөрөндәге берәр бейә икенсе айғырға ятып, ҡолонлаһа, ҡолондо еҫкәп, үҙенеке түгеллеген танып, талауы, шулай уҡ өйөрҙән ҡыуыуы һ.б. Башҡорт атын өйрәнеүгә бар ғүмерен бағышлаған ғалимә Ираида Әхәтова фекеренсә, башҡорт тоҡомло айғырҙың был сифаты тибенлек шарттарында формалашҡан. Был йәһәттән һинең фекерҙәрең нисек?

- Минеңсә, башҡа тоҡомло айғырҙар ҙа тибен шарттарында йәшәһә, шундай уҡ сифаттарға эйә буласаҡ. Мәҫәлән, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ тоҡомло айғырҙар ҙа үҙенең "ҡыҙына" ынтылмай. Был шулай уҡ айғырҙың йүнле һәм йүнһеҙ булыуына ла бәйле. Йылҡысылыҡ заводтары аттарына килгәндә, ниндәй бейәне ниндәй айғырға ятҡырыуҙы ундағы хеҙмәткәрҙәр билдәләй. Тәбиғәттең иһә үҙ ҡанундары. Башҡорт тоҡомло айғыр үҙенең "ҡыҙҙарын" ғына түгел, "малайҙарын да" ҡыуып сығарасаҡ, малайҙары "әсәләренә", "апаларына" һәм "һеңлеләренә" ынтылмаһын өсөн. Шуға күрә элек тәбиғәттә берәҙәк айғырҙар күп булған. Улар башҡа өйөрҙәрҙән айғыр ҡыуып сығарған бейәләрҙе үҙенең янына туплап, өйөр барлыҡҡа килтергән. Йәғни тәбиғәттә барлыҡ процестар ҙа тәбиғи рәүештә барған.

Шулай ҙа йылҡы менән ат нимәһе менән айырыла?

- Йылҡы - ул мал, уны менмәйҙәр, екмәйҙәр, тибендә тик йөрөй. Мәле етһә, көрәйһә, уны һуйып ашайҙар. Ә ат булһын өсөн йылҡы араһынан үҙеңә оҡшағанын һайлап алаһың да, тәрбиәләй башлайһың. Эйәр һалаһың, менгегә, еккегә өйрәтәһең, уның менән мөнәсәбәт булдыраһың. Йылҡы һине танымай, яҡынлаһаң, ҡаса, ә ат таный, кешегә ышана, саҡырһаң, килә, ул кеше ҡулына өйрәнә. Кеше уны ҡулға өйрәтһә, был ат өсөн яуаплы була башлай.

Тайы ат булғансы, эйәһе эт булған, тигән мәҡәл бар. Ул нимәне аңлата тип уйлайһың?

- Ат шул тиклем аҡыллы хайуан, уны егергә, менергә өйрәтеү менән генә эш бөтмәй. Атты тауыш, күҙ ҡарашы менән аңларлыҡ итеп өйрәтеп була. Ат бер һыҙғырыуың булһын, эргәңә килеп торорға тейеш. Яу аттары беҙ көн дә менеп йә егеп йөрөгән аттар түгел. Улар күкрәге менән дошманды һуғырға, тояғы менән сапсырға, йырындарҙы, соҡорҙарҙы һикереп үтергә өйрәтелә. Бына шул ысын ат була, уны ошо хәлгә еткергәнсе эйәһе ҙур көс түгә, шуға ла "эт була" инде. Кисеүҙе лә сығырға ҡурҡып торған атты мин атҡа һанамайым, ул - өйрәтелеп бөтмәгән мал. Ысынлап та, йылҡы малын ат дәрәжәһенә еткергәнсе самаһыҙ күп ваҡыт һәм көс талап ителә.

Мин унынсыны тамамлағас, тыуған "Ленин" исемендәге колхозда чабан булып эшләнем. Бер ҡола атты Насибулла тигән ағай менән егергә өйрәтәбеҙ. Нисек кенә маташһаҡ та, тәртә араһына төшөрә алмайбыҙ. Ул санабыҙҙың баш ҡарамаһын емерә тибеп бөттө. Шул саҡ Ғәлиастан тигән олатай беҙҙең ыҙаланғанды ҡарап торҙо ла, килеп, атты теҙгененән тотоп, ҡолағына нимәлер тип өндәште. Атыбыҙ артҡа сигеп китеп, бейей-бейей үҙе тәртә араһына инеп баҫты. Аттың теле буламы икән, был хаҡта нимә әйтерһең?

- Ундай кешеләрҙе "атты арбай белгән кеше" тип атайҙар. Үҙем әлегә ат арбай белмәйем, сөнки ул серҙәргә төшөндөрөүсе юҡ. Ат кешенең ҡарашын таный. Мәҫәлән, аттарҙы уҡырға, һанарға өйрәтеүселәр бар. Һәр хәлдә, шундай кешеләр менән аралашҡаным булды. Ат, кешенән айырмалы рәүештә, бөтөнләй икенсе төрлө күрә. Ул үҙенең күҙҙәре алдындағы өсмөйөштө, ҡолағы артындағы өсмөйөштө күрмәй. Ул 320 градустағы арауыҡты күрергә һәләтле. Әйтәйек, һин аттың ҡаршыһына баҫып, уға ҡарайһың, ә ул ҡарашыңдың ҡайһы ергә төбәлгәнен күреп тора. Атты арбау уның ҡарашына бәйле, шуға был серҙәргә төшөнөп булалыр, быға өйрәнергә кәрәк. Ғәлиастан олатай һүҙҙәре менән генә түгел, ҡарашы, ымдары менән атты тәртә араһына төшөрә алғандыр, тием.

Яҙыусы, йыраусы Спартак ағай Ильясов менән дуҫ булдыҡ. Ул ат һайлауҙың боронғо бер ысулы хаҡында һөйләгәйне. Элек кеше һайлаған атының күҙҙәренә ҡараған һәм унда көҙгөләге кеүек үҙен күрә алһа, шул атҡа йүгән кейҙергән.

- Минең уйымса, һәр бер аттың күҙендә үҙеңде күреп булалыр ул. Башҡорт халыҡ әкиәттәрендә лә бар бит. Йүгәнеңде һелкеп сыңғырлатҡанда ҡайһы ат башын бороп ҡарай, шул ат һинеке, тип яҙылған уларҙа.
Әле өйөрөм араһында ун биш ҡолон бар. Шуларҙың араһынан дүртеһен үҙемә һайлап алып ҡалырға уйлайым. Ҡалғандарын һатам. Һайлап алынғандарҙы йәш ярымға еткәндә ат итеп өйрәтә башлайым. Маҡсатыма килгәндә, минең хужалыҡта 30-40 ат булырға тейеш. Әле улар ҡар ҡалынайғансы барыһы ла тибендә йөрөй. Йонсой башлағанда ғына уларға бесән ашата башлайбыҙ. Ҡар иреп, ҡара ер күренә башлауға тағы ла сығарып ебәрәбеҙ. Ғәҙәттә, улар ҡурала өс ай, ғинуар, февраль, март айҙарында тора.

Тағы ла бер мәҡәл бар: атыңа ла, ҡатыныңа ла ышанма, эр-гәңдә ятҡан этеңә ышан, тигән. Ниңә шулай әйткәндәрҙер инде? Ишеткәнең бармы?

- Ишеткәнем бар. Аттарҙың да төрлөһө була. Улар алып ҡасырға, һыбайлыны күтәреп һуғырға, үҙҙәре ҡасып китергә мөмкиндәр. Ҡыйтыҡ аттарҙың тибеп ебәреүе бар. Ҡартатайым ат көткән. Сибайҙа йәшәгән, аты менән Әхмәр ауылына ҡайтып йөрөгән. Бер мәл ауылға ҡайтып килһәләр, аттары нимәнәндер ҡурҡыпмы, өркөпмө, күгәүен тешләпме, алып ҡасҡан. Арбаларының тәгәрмәсе күсәренән ысҡынып, арбалары әйләнеп, Мәҙинә апай ат арбаһының аҫтында ятып ҡалған. Ҡартатай менән ҡартәсәй ҙә арбанан ҡолағандар. Бәлки, шундай осраҡтарҙан һуң ат тураһында шундай һүҙҙәрҙе әйткәндәрҙер. Ә эттәргә килгәндә, ошоғаса хужаһын тешләгән эт тураһында ишеткәнем юҡ.

Беҙҙең республика Рәсәйҙә йылҡы һаны буйынса тәүге урындарҙа. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ни өсөн беҙҙең Өфөлә, мәҫәлән, "Ҡымыҙ", "Ҡаҙы" тигән магазиндар юҡ? Ниңә "Ҡорот" тигән магазин юҡ? Ниңә беҙ үҙебеҙҙең ошондай ҡиммәттәребеҙҙе бренд кимәленә күтәрә алмайбыҙ?

- Был ризыҡтарыбыҙға беҙҙең күҙ өйрәнгән, беҙ уларҙы көндәлек ризыҡ тип ҡабул итәбеҙ, танһыҡ түгел. Уларҙан бренд яһар өсөн булдыҡлылыҡ һәм икенсе төрлө ҡараш кәрәк. Ризыҡтарыбыҙ башҡалар өсөн затлы булып күренергә тейеш. Һуғым һуйғанда беҙҙең халыҡ ҡаҙылығын да, тултырмаһын да әҙерләп һалып ҡуя ла, ҡыш буйы рәхәтләнеп ашай. Әммә баҙарға сығарыу тураһында уйлап еткермәйбеҙ. Икенсенән, бар кеше лә эшҡыуар була алмай. Ул йөҙҙән берәүгә, меңдән берәүгә хас булған һәләт. Кемгәлер ялланып эшләп, ҡалған ваҡытын үҙенә, ғаиләһенә бүлеү уңайлыраҡтыр. Ә эшҡыуар кеше көнө-төнө, тәүлегенә 24 сәғәт шул эше менән йәшәй. Бөгөн дәүләт эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәргә төрлө гранттар бүлә, мин дә алғаным булды. Кеше әгәр ҙә биш йыллыҡ эш планы төҙөп, үҙ эшен башлай икән, ниндәйҙер һөҙөмтәләргә өлгәшә ала. Әгәр ҙә мин үҙем ит ашаған кеше булһам, ошо көнгә ниндәйҙер иткә бәйле брендты булдырыр инем.

Бына һин ҡымыҙ етештереү буйынса байтаҡ ҡына уңыштарға өлгәшкәнһең. Һинең уңышыңдың серҙәре нимәлә, беҙгә лә аса алаһыңмы?

- Мин үҙемде ҡымыҙ етештереү мәҙәниәтенә ҙур үҙгәреш индерҙем тип әйтә алам. Уны бөтөнләй икенсе форматта баҙарға тәҡдим иттем. Элек натураль ҡымыҙ баҙарҙа, юлда литр ярымлыҡ ҡуптырлаҡтарҙа һатылған булһа, бындай алым бер нисек тә беҙҙең мәҙәниәтте үҫтермәй. Юлда һатылған ризыҡ юлда һатылған ризыҡ булып ҡала, мәҙәниәтте сағылдырмай, гастрономик мәҙәниәт элементы ла була алмай. Шуға күрәлерме, һикһәненсе-туҡһанынсы йылдарҙа ҡымыҙға ҡарата кире ҡараш та күҙәтелде. Ул саҡта ауыл кешеләренән ҡалала йәшәүселәр "колхозник", "кумысная морда" тип көлгәнен дә ишетә торғайныҡ. Ә бөгөн ҡымыҙ затлы эсемлеккә әйләнеп бара. Затлы эсемлек иһә бер нисек тә пластик һауытта була алмай. Мин француз үҙенең затлы шарабын пластик һауытта тәҡдим итеүен бер нисек тә күҙ алдына килтерә алмайым.
Ә беҙҙең милли эсемлегебеҙ - ҡымыҙ. Ҡымыҙ беҙҙең эсемлектәребеҙ араһынан иң юғары дәрәжәлә булырға тейеш. Сөнки беҙ донъяға яралғандан алып ат менән йәнәшә йәшәйбеҙ. Шул фәлсәфә аша ҡымыҙҙы бөтөнләй икенсе форматта тәҡдим итергә тейешлегебеҙҙе аңланым. Беренсенән, ул юғары сифатлы булырға тейеш һәм арзан булырға тейеш түгел. Ҡымыҙ иҫкермәй, боҙолмай торған шарттарҙа, стандартҡа тап килгән быяла һауытта һаҡланырға тейеш. Ошо шарттарҙы үтәгәндә беҙ ҡымыҙыбыҙҙы юғары дәрәжәгә күтәрә алабыҙ. Беҙ үҙебеҙҙең хужалыҡта миҙгелдә 12 тоннанан ашыу ҡымыҙ етештерәбеҙ. Өлгөртә алмайбыҙ, килеп алып китеп торалар. Ҡымыҙҙы өс төрлө итеп эшләйбеҙ. Тәүгеһе - классик, икенсеһе - ыҫланған, өсөнсөһөн ҡыр сейәһенең япрағын һалып эшләйбеҙ. Шешәләрҙең этикеткалары ла рәссамдар тарафынан төшөрөлгән. Ҡайҙа, ҡасан, кем етештереүе лә яҙылған. Һатып алыусы беҙҙең ҡымыҙ шешәһен ҡулына алыу менән мәҙәниәтебеҙ менән таныша башлай. Район, ауыл, ҡымыҙ оҫтаһының исемдәре, унда матур тәбиғәт күренеше, аттар төшөрөлгән. Пластик һауыттағы ҡымыҙҙа бер ниндәй ҙә мәҙәниәт юҡ. Уға һатып алыусы бер генә төрлө баһа бирә - тәмле булһа, еткән.

Һуңғы йылдарҙа колхоз-совхоздар бөтөү сәбәпле ерҙәр һөрөлмәй, сәселмәй һәм күп кенә ауылдарҙа сабынлыҡтарҙың йылҡы тарафынан тапалыуына зарланалар. Шул уҡ ваҡытта оло юлдарға аттарҙың сығып тапалыуы оло бәләгә әүерелде. Шул проблемалар тураһында нисек уйлайһың?

- Сабынлыҡтар тапалауы, юлдарға аттар сығып яһалған авариялар, кешеләр һәләк булыуы ҙур проблемаға әүерелде. Юлда йөрөүсе водителдәр күп йәһәттән алдан киҫәтелмәүҙән аттар менән бәрелешә. Әгәр ҙә киҫәтеүсе яҙыуҙар күберәк ҡуйылһа, водителдәр иғтибарлыраҡ булыр ине. Икенсенән, аттар, ғәҙәттә, оло юлдың бер урынында күберәк йөрөйҙәр. Шуға күрә шул ерҙәргә бағаналар ултыртып, ҡояш энергияһы ярҙамында панелдәр ҡуйып юлдарҙы яҡтыртҡанда, авариялар күпкә кәмер ине. Унда, бәлки, 100-200 метр арауыҡты яҡтыртырға кәрәк булыр.
Иң ҙур яуаплылыҡ, әлбиттә, йылҡы тотҡан кешеләрҙең үҙҙәрендә булырға тейеш. Өйөрҙөң көтөүсеһе булыуы мотлаҡ. Йылҡы малы юл ситенә тоҙ яларға сыға. Әгәр ҙә йылҡы хужалары малдарының тоҙ ялау ихтыяжын ҡәнәғәтләндерһә, йылҡы юлға ла сығып йөрөмәҫ ине. Тағы ла төндә машиналарҙың фар яҡтыһын ҡайтара торған таҫмалар була, шуларҙы аттарҙың муйынына тағырға була. Әгәр ҙә таҫмаларҙы һәр бейәгә тағып сығарһаң, әллә ҡайҙан күренеп торасаҡтар. Беҙҙең Ирәндек зонаһында юлдар булмағас, ул йәһәттән беҙҙә тыныс. Машина йөрөрлөк юлдар булмағас, ул проблема ла юҡ. Был мәсьәләлә яуаплылыҡ ике яҡлы булырға тейеш: дәүләт һәм хужалар яғынан.
Сабынлыҡты тапауға килгәндә, минең сабынлыҡты тапаһалар, мин дә көйөр инем. Был проблеманы хәл итеүҙең юлы сабынлыҡты кәртәләп алыуҙалыр. Әгәр ҙә сабынлыҡ кәртәләнһә, унда бесән дә яҡшыраҡ үҫәсәк, йыйып алынған бесән менән хаҡы ла сығасаҡ.

Сит өлкәләр менән сиктәш ауылдарҙа аттарҙың күпләп урланыуы бер кемгә лә сер түгел. Был проблема һеҙгә ҡағылғаны булдымы?

- Беҙҙең хужалыҡта бындай хәл осраманы, күрше-тирәлә булғаны бар. Малды еңел генә урлап булмай, шуға күрә ситтәр малды үҙҙәре генә урламай. Был яҡтан ярҙам итеүселәр күп. Йыш осраҡта ҡарауһыҙ малды алып китәләр. Ундай малды ҡыуып алып китһәләр, эҙләп ҡарамағас, аҙна-ун көн, ай үтмәйенсә, алып киткәндәрен дә белмәүҙәре бар. Ә малын көн һайын ҡараған кешенекен урлауы еңел түгел. Юҡҡа ғына "Иҫәпленең малы теүәл" тимәйҙәр. Ҡарауһыҙ йөрөгән мал тураһында, ғәҙәттә, шул яуапһыҙ хужаның ауылдаштары белә һәм ошо мәғлүмәтте бурҙарға еткерә. Мәҫәлән, ҡаҙаҡтарҙың беҙгә килеп, үҙҙәре урларлыҡ мал табып алып китеүҙәре тураһында ишеткәнем юҡ.

Һин ҡымыҙҙың брендын эшләгән һымаҡ, ҡаҙаҡтар ҡороттоҡон эшләгәндәр тиҙәр. Улар ниндәй ысул менән быға өлгәшкән икән?

- Эшләү ысулы беҙҙеке һымаҡ уҡ. Әммә үләндәре башҡаса булғас, тәмдәре айырыла инде. Бәлки, тоҙ һалаларҙыр, ҡороттары әсерәк килеп сыға. Монголдарҙың, ҡырғыҙҙарҙың, ҡаҙаҡтарҙың ҡоротон ашап ҡарағаным бар, уларҙыҡына нимәлер ҡушылған һымаҡ. Беҙҙең ҡорот кипһә, һарғая, уларҙыҡы ағара.

Бынан бер нисә йыл элек милли аш-һыуҙарыбыҙҙы етештереүселәр менән осрашып һөйләшкәйнем. Улар Мәскәү ресторандары беҙҙең милли аш-һыуҙан өс ризығыбыҙҙы һатып ала тигәйнеләр. Улар: ҡыҙыл эремсек, ғөбәҙиә һәм йылҡының ялы. Нисек уйлайһың, тағы ла ниндәй ризыҡтарыбыҙҙы Рәсәй һәм сит ил ҡулланыусыларына сығара алыр инек?

- Әгәр ҙә Мәскәү ҡыҙыл эремсегебеҙҙе ала икән, тимәк, күберәк ҡыҙыл эремсек эшләргә кәрәк. Әммә рус телле һатып алыусыға "ҡыҙыл эремсек" һүҙе аңлашылып бөтмәгән һымаҡ. Уны красный творог тип атарғамы? Әммә был һүҙ менән дә был ризыҡтың үҙенсәлеге аңдарына барып етмәй. Ҡыҙыл эремсек һөттө оҙаҡ итеп ҡайнатыуҙан хасил була. Әгәр ҙә уны "карамельный творог" тип атаһаң, ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа киләсәк. Сөнки күптәргә карамель һүҙе тәмле, шәрбәтле ризыҡ булып аңына һеңгән. Мәҫәлән, мин ҡыҙыл эремсекте ашағанда рецепторҙарым карамель итеп ҡабул итә. Сөнки ысынында шулай. Ҡыҙыл эремсекте карамельный творог тип баҙарға сығарһаҡ, ул еңелерәк ҡабул ителер ине. Ҡороттарға килгәндә, уларҙы муйыллы ҡорот, сейәле ҡорот тигән һымаҡ десерт итеп әҙерләргә кәрәктер. Сөнки беҙҙең ауылда йәшәүселәрҙең ҡорото ла, ҡыҙыл эремсеге лә бар һәм улар баҙарға барып, уларҙы һатып алып йөрөмәйәсәк. Мәҫәлән, минең ҡымыҙҙы күргән ауылдаштарым шулай тип әйтеүе бар: "Нишләп һинең 750 грамм ҡымыҙың 300 һум тора, ана, теге кешенеке литр ярымы 250 һум ғына..." - тип улар үҙҙәренең ризаһыҙлығын мотлаҡ белдерәсәк. Сөнки башҡортҡа был ризыҡтар өйрәнелгән, ҡәҙимге аҙыҡтар. Ҡоротто күп осраҡта күстәнәс тә итеп бирәләр һәм уның ауылда хаҡы бөтөнләй юҡ. Баҙарҙа ҡаймаҡ һатып алһаң, ҡоротто ҡушып бирәләр. Ә бит был затлы ризығыбыҙ улай осһоҙ йә бөтөнләй хаҡһыҙ булырға тейеш түгел. Беҙгә ҡоротҡа, эремсеккә баҙарҙа ихтыяж күтәрергә кәрәк.

Шундай затлы ризыҡтарыбыҙға еңелсә мөнәсәбәт ҡайҙан килә тип уйлайһың?

- Беҙҙең халыҡ өсөн аҡсаның еңел һәм тиҙ килеүе мөһим. Добротворскийҙың, Сабанеевтың, башҡа авторҙарҙың китаптарын уҡығаным бар. Ҡышҡыһын башҡорттарға килеп, арзан хаҡҡа бер йылға ерен ҡуртымға алып, аҡсаһын шундуҡ түләйҙәр. Ә йәйҙе көтөп, ҡыйбатыраҡ хаҡҡа бирер өсөн алыҫтағы перспектива уның өсөн ҡыҙыҡ түгел. Аҙаҡ йыл буйына ереңде башҡа кеше эшкәртеп, мул табыш алғанда тешеңде ҡыҫып түҙәһең инде. Тимәк, аҡсаны ошолай еңел һәм тиҙ генә эшләү алымы беҙҙең борондан килә. Бөгөн беҙгә, әйтәйек, ун баш малды һуйып йә тереләй һатыу мөһимерәк, иттән ниндәйҙер продукция эшләп һатыуға ҡарағанда. Әйтәйек, ҡаҙылыҡ, тултырма, фарш, билмән эшләүгә ҡарағанда.

Үкенескә күрә, илебеҙҙең күп кенә иҡтисад тармаҡтары сеймал һатыуға ҡоролған. Был хәл тик беҙҙең милли ризыҡтарыбыҙға ғына ҡағылмай. Беҙ ағасты ла төбө менән һатабыҙ, ер аҫтынан сыҡҡан ҡара алтынды йыуан торбалар менән туранан-тура сит илгә оҙатабыҙ.

- Дөрөҫ, мин шөғөлләнгән иҡтисад тармағы ул ҙур иҡтисадтың бәләкәй генә бер өлөшө. Иң тәүҙә ил кимәлендәге ҙур иҡтисад, шунан төбәк иҡтисады үҫешергә, шунан шәхси хужалыҡтар иҡтисады эҙмә-эҙлекле үҫешһә генә, дөйөм үҫеш күҙәтелер ине. Тауар етештереүсенең мәҙәниәте менән бер ҡатар һатып алыусының да мәҙәниәте юғары булыуы шарт. Беҙҙең төбәкте, илде килеп күрәм тигән кешеләрҙең дә мәҙәниәте юғары булырға тейеш. Рәсәй бөгөн бөтә донъя өсөн бикле һәм кемдеңдер мөмкинселеге, кемдеңдер теләге юҡ. Сит ил кешеләре өсөн иң ҡатмарлы виза - ул Рәсәй визаһы иҫәпләнә. Шундай шарттарҙа беҙ нисек итеп үҙебеҙгә ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра алабыҙ? Шул уҡ ваҡытта бөгөн Рәсәй сәйәхәт итер өсөн иң арзан илдәрҙең береһе.

Нисек уйлайһың, беҙ тәбиғәтебеҙ, сәнғәтебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, аш-һыуҙарыбыҙ менән экзотиканы ғына тәшкил итәбеҙме?

- Нисек кенә булмаһын, ошо ҡиммәттәребеҙ беҙҙе милләт итеп һаҡлай икән, үҙебеҙ ҙә уларҙы һаҡларға, үҫтерергә бурыслыбыҙ. Бындай ҡиммәттәре булмаған милләттәр күберәк сәйәсәт менән шөғөлләнеп, үҙҙәрен һаҡларға тырыша. Хоҙай беҙгә һаҡланыуҙың ошо юлын биргән. Башҡа халыҡтар менән буталып, болғанып бөтмәҫ өсөн ошо ҡиммәттәребеҙҙән дә яҡшыраҡ нигеҙҙәребеҙ юҡ. Телебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребебеҙҙе, аш-һыуҙарыбыҙҙы һаҡлау ҙа милләтебеҙҙе һаҡлау менән бәрәбәр. Беҙ хатта Мәскәүҙәр өсөн экзотика булып торабыҙ. Беҙгә илебеҙҙең баш ҡалаһынан килеүселәр ғүмерендә ошондай матурлыҡты күрмәүҙәре хаҡында белдерә. Беҙҙең тирмә эсендә һырлап биҙәлгән һандыҡ, ҡул менән һуғылған келәмдәр эленеп тора. Мин барлыҡ проводкаларҙы ер аҫтынан үткәрҙем, тирмә эргәһендә инфраструктура элементтары бөтөнләй юҡ. Беҙгә килеүселәр ошоға ныҡ аптырай, мәҫәлән, тирмә эсендә ут янып тора, проводка күренмәй, крандан һыу ағып тора, һуҙылған торба күренмәй. Беҙҙең Ирәндектең туризм өсөн мөмкинлектәре файҙаланып бөтмәгән, асылмаған. Бер яҡтан, асылмауы ла һәйбәт, сөнки тау һырты экологик яҡтан таҙа булып ҡаласаҡ.

Аш-һыуыбыҙ беҙгә көн һайын ҡабул иткән икмәк һымаҡ ҡына, шулаймы?

- Тап шулай. Беҙгә милли үҙенсәлекле аш-һыуыбыҙға ҡарашты әҙерәк таҙартып алырға кәрәк. Уларҙың татлы, файҙалы, ҡабатланмаҫ булыуын яңынан тойоп, һоҡланып ҡарарға бурыслыбыҙ. Әгәр ҙә ошо ҡиммәттәребеҙгә үҙебеҙҙең мөнәсәбәт үҙгәрһә, башҡа кешенең дә мөнәсәбәте үҙгәрәсәк.

Шулай итеп...
Әңгәмәбеҙ аҙағында Денис менән тәбиғәтебеҙгә мөнәсәбәт хаҡында ла һөйләшеп алдыҡ. Уның: "Беҙ тыуған төйәгебеҙҙе яратабыҙ тип һөйләйбеҙ, ә ауыл тирәләрендәге бысраҡлыҡ, сүп-сар, тиреҫ өйөмдәре бының киреһен һөйләй. Урманға барһаң, аҙым һайын пластик шешәләр, ҡағыҙ тулып ята. Ауыл кешеһенә ҡый ташлап китеү бер нәмә лә тормай. Улар уны, бәлки, ҡый тип уйламайҙыр, бәлки шуға ташлап китәләрҙер, әммә тәбиғәткә ундай мөнәсәбәт булырға тейеш түгел, нимә генә тимә, тәбиғәтебеҙ - беҙҙең йөҙөбөҙ, ә битебеҙҙе беҙ көн һайын иртәнсәк йыуабыҙ..."- тигән һүҙҙәре лә беҙҙе уйландырырға тейештер.

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ
әңгәмә ҡорҙо.

"Киске Өфө" гәзите, №50, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.12.24 | Ҡаралған: 42

Киске Өфө
 

Кешенең аҡыл туплауға өс юлы бар: уйланыуҙар юлы - быныһы иң изгеһе; башҡаларға оҡшарға тырышыу юлы - быныһы иң еңеле; үҙ тәжрибәң менән яуланған юл - быныһы иң ауыры.

(Конфуций).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru