«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, тормош дауам итә: игенсе икмәк үҫтерә, малсы мал аҫрай, юлдар һалына, балалар мәктәпкә йөрөй, хатта ки өлкән йәштәгеләрҙең ғүмер оҙайлығы арта бара. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә лә барлана бына ошондай темалар...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЗАМАН ШАУҠЫМЫНА ЭЙӘРМӘЙБЕҘ ҮҘЕБЕҘ БУЛЫП ҠАЛАСАҠБЫҘ
+  - 


2016 йылда ике алдынғы белем усағын - Республика башҡорт лицей-интернатын һәм Республика иҡтисад лицей-интернатын берләштереп, Республика инженер лицей-интернаты барлыҡҡа килтерелгәйне. Ошо йылдар эсендә яңы белем усағының да даны алыҫтарға таралып өлгөрҙө: Республика инженер лицей-интернаты педагогик кадрҙары менән дә, уҡыусылары менән дә хаҡлы ғорурлана. Нәҡ бында Бөтә донъя кимәлендә химия буйынса олимпиадаларҙа беренселекте бирмәгән уҡыусылар уҡый, нәҡ бында Рәсәй халыҡ уҡытыусыһы Лиза Ҡыям ҡыҙы Әһәҙуллинаның остазлыҡ мәктәбе дауам итә. Бына шундай шәп лицей-интернаттың быйылғы сығарылыш уҡыусылары Илһам ИЛТЕНБАЕВ, Фаил МӘҠСҮТОВ, Рәмил ДАУЫТОВ һәм Лиана КОЗАДАЕВА менән әңгәмәләшеү форсаты тейҙе. Йәштәр менән бик күп төрлө темаларға фекер алыштыҡ, ҡайһы берҙәрен һеҙҙең дә иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.

Тәү сиратта үҙегеҙ менән таныштырып, Республика инженер лицей-интернатында белем алыуы оҡшаймы-юҡмы - шулар тураһында һөйләп китегеҙ әле...

Илһам:
Мин был лицей-интернатҡа 10-сы класҡа ғына уҡырға килдем, әммә тиҙ генә өйрәнеп киттем. Бында бик оҡшай, сөнки уҡытыу йүнәлештәре мин яратҡан предметтарға нигеҙләнгән. Математика, информатика, физика предметтарынан, шулай уҡ башҡорт теленән олимпиадаларҙы ҡалдырғаным юҡ. Беҙҙең лицейҙа нәҡ олимпиада хәрәкәтендә ҡатнашыуға ҙур иғтибар бирелә, сөнки был беҙгә бик кәрәк: исемлеккә ингән предметтар буйынса олипиадалар еңеүселәре юғары уҡыу йорттарына ингәндә өҫтәмә балл ала, хатта бөтөнләй имтихан тапшырмай уҡырға алыныу мөмкинлеге бар. Мәҫәлән, Өфө нефть техник университетының предуниверсарийы - университет алды белем биреү проекты эшләп килә, беҙ 10-сы кластан шунда шөғөлләнә башлайбыҙ һәм БДИ һөҙөмтәһе ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, вуздың үҙ имтиханын тотоп уҡырға инеп китергә була. Ә инде һәм олимпиада еңеүсеһе булып торһағыҙ, иң кәмендә 80 мең һум стипендия тәғәйенләүҙәре бар беренсе курста. Бының өсөн тырышырға була һәм беҙ мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа ынтылабыҙ.
Уҡыуҙан бушыраҡ ваҡыттарҙа волейбол һәм баскетбол түңәрәктәренә йөрөйөм, беҙҙең команда ла, ҡыҙҙарҙыҡы ла төрлө мәктәп-ара ярыштарҙа һынатмай. Шулай уҡ мин вокаль-инструменталь ансамбленең өлкәндәр төркөмөндә гитарасы һәм йырсы. Был ансамблдә 3 төркөм шөғөлләнә: бәләкәйҙәр - 5-6 кластар, уртансылар - 7-8 кластар һәм өлкәндәр. Был күсәгилешлек өҙөлмәһен өсөн шулай эшләнгән һәм беҙ һәр байрам сараһына ныҡлы әҙерләнеп, ихлас ҡатнашабыҙ. Тағы ла быйыл пилотһыҙ осоу аппараттары буйынса өҫтәмә белем бирә башланылар, әммә беҙҙе алда БДИ һынауҙары көткәнгә күрә, унда алмауҙары ҡыҙғаныс. Был түңәрәктә 5-8 класс уҡыусылары шөғөлләнә, улар унда дрондарҙың 3D конструкцияһын төҙөй, төрлө деталдәрен принтерҙа баҫып сығара, шуларҙы йыя һәм аҙаҡ идара итергә өйрәнәләр, һынауҙар үткәрәләр. Бына шундай иң ҡыҙыҡтан мәхрүм ҡалдыҡ. Уның ҡарауы, өлкән класта булғас, спорт залының асҡысын ышанып тапшырҙылар һәм форсаты тейгән һайын шунда төрлө күнекмәләр яһарға, дуҫтар менән аралашырға, башты ял иттереп алырға йүгерәбеҙ.
Рәмил: Лицейҙа тормош гөрләй. Мин Мәләүез ҡалаһынан һәм бында 7-се кластан алып белем алам, үткән уҡыу йылынан Лицей йәштәре берлеге президенты булдым, әммә хәҙер 11 класҡа еткәс, вазифамды йәштәргә тапшырҙым. Был ойошмалағы иптәштәрем менән бик күп төрлө саралар ойошторҙоҡ, ирекмәнлек менән дә шөғөлләнәбеҙ. Күптән түгел Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға гуманитар ылауҙы тейәшергә лә ярҙам иткәйнек. Лицейҙа үткәрелгән олимпиадаларҙа куратор булараҡ ҡатнашабыҙ, байрам сараларын үҙебеҙ ойошторабыҙ. Белем усағыбыҙҙың етәкселегенә төрлө яҡлап ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышабыҙ шулай. Беҙҙә ҡыҙҙар һәм егеттәр айырым корпустарҙа уҡытылғас, Лицей йәштәре берлегенең дә ике президенты йыл һайын яңынан һайлана.
Мин был егет-ҡыҙҙарҙан айырмалы рәүештә, олимпиадасы түгел, шуға быға тиклем буш ваҡытым күберәк булды һәм мин уны файҙаһыҙға үткәрмәҫ өсөн йәштәр ойошмаһының президенты булырға ҡарар иткәйнем. Былтырғы уҡыу йылында ҡыҙҙар корпусынан коллегам менән лицей уҡыусыларына ял итеү һәм индивидуаль шөғөлләнеү бүлмәләрен йыһазландырыу проектын бойомға ашыра алдыҡ. Уны эшләргә лицейҙың 30 йыллыҡ юбилейына йыйылған сығарылыш уҡыусыларыбыҙ, ата-әсәләр бик ныҡ ярҙам итте, куар-код буйынса сығымдарҙы ҡапларлыҡ аҡса күсерҙеләр. Йәмәғәт эштәренән тыш, мин лицейҙан ситтә бокс менән профессиональ кимәлдә шөғөлләндем, заманса бейеүҙәргә өйрәндем. Уҡытыусыбыҙ Вадим Ринат улы Ниғмәтуллин менән 3D-моделләү нескәлектәренә төшөндөм, был миңә киләсәктә ӨДНТУ-ның архитектура-төҙөлөш факультетына уҡырға ингәндә бик кәрәк буласаҡ.
Фаил: Был белем усағы тураһында атай-әсәйемдең таныштары һөйләгәйне башта. Яҡшы уҡыталар, ысынлап та белем алып сығырға була, тинеләр. Шуға 7-се кластан алып ошонда уҡырға индем һәм был ҡарарыма һис тә үкенмәйем. Айырыуса физика һәм химия дәрестәрен яратам, химия буйынса Бөтә Рәсәй кимәлендәге олимпиадала призер ҙа булдым. Бында Лиза Ҡыям ҡыҙы Әһәҙуллинаның уҡыусыһы, беҙҙең уҡытыусыбыҙ Айнур Ғүмәров менән Тимур Манаев башланғысында Олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһы (АНОД) тигән ойошма булдырылған һәм химия буйынса олимпиада хәрәкәтен бик әүҙем популярлаштыралар. Олипиадала ҡатнашып, еңеү яулаған өсөн юғары уҡыу йорттарына инеүе еңелләшеүе, унда юғары күләмдә стипендия түләнәсәген аңлау беҙҙе лә дәртләндерә.
Ә уҡыуҙан тыш ваҡыт уҙғарыуға килгәндә, элек тхэквондо менән шөғөлләнгәйнем, әммә тора-бара ҡыҙыҡһыныуым һүрелде һәм урта кластарҙа үҙемде табырға тырышып, төрлө предметтар буйынса ойошторолған олимпиада түңәрәктәренә йөрөй башланым. Математика, информатика буйынса ла шөғөлләнгәйнем, әммә иң нығы химия оҡшаны. Әле бик яҡшы ғына һөҙөмтәләр күрһәтеп, ошо фән менән тәрәндән шөғөлләнеүемде дауам итәм.
Лиана: Мин үҙем Белорет районының Асы ауылынан булам, шулай уҡ бында 7-се класҡа уҡырға килгәйнем. Хәҙер химия буйынса олимпиада хәрәкәтендә ҡатнашам, АНОД тәрбиәләнеүсеһемен. Химия буйынса үткәрелгән "Изотоп", "Кристалл" һәм башҡа төрлө мәктәптәрҙә булғаным бар. Бөтә Рәсәй кимәлендәге олимпиадаларға сығам. Ә бына уҡыуҙан тыш артыҡ бер нәмә менән дә шөғөлләнмәйем, сөнки олимпиадаларға әҙерлек бик күп ваҡытты ала. Дәрестәрҙән һуң ятаҡҡа ҡайтаһың да, өҫтәмә китаптар уҡырға, төрлө мәсьәләләр сисергә ултыраһың, өйгә эштәрҙе атҡарып сыҡҡансы артыҡ ваҡыт та ҡалмай. Әлбиттә, бындай тығыҙ көн тәртибе арытыңҡырай, әммә үкенерлек түгел. Сөнки киләсәгебеҙ өсөн бының ни тиклем файҙалы булыуын яҡшы аңлайбыҙ: күңелең теләгән йүнәлеш буйынса юғары уҡыу йортона инергә, юғары стипендия алып уҡырға, олимпиадаларҙа еңгән өсөн премиялар алырға һәм аҙаҡ уңышлы кеше булырға теләһәң, тырышаһың.

Сығарылыш класында уҡыйһығыҙ барығыҙ ҙа, киләсәктә кем булырға хыялланаһығыҙ, ниндәй һөнәр алырға ниәтләйһегеҙ? Ғөмүмән, бөгөн ниндәй һөнәрҙәр актуаль?

Лиана:
Мин химия фәнен ныҡ яратып өйрәнһәм дә, буласаҡ һөнәрем тураһында аныҡ ҡына яуап ҡайтара алмайым. Был турала уйларға, ҡайҙа барғым, ниндәй һөнәрҙе үҙләштергем килеүен аңлар өсөн тағы кәмендә ярты йыл бар әле. Ә былай алғанда, илгә һәр ваҡыт та табиптар кәрәктер, яҡын киләсәктә шулай уҡ программистар талап ителер, тип уйлайым.
Рәмил: Минең атайым хәрби кеше булғас, тәүҙә мин дә уның юлын ҡыуырға теләй инем. Әммә уҡыуымдың һуңғы йылдарында архитектура факультетының уникаль төҙөлөш йүнәлеше буйынса артабан белем алырға, тигән ниәт тыуҙы. Сөнки вуз - ул минең өсөн күберәген уҡыу тураһында түгел, ә танышлыҡтар һәм бәйләнештәр булдырыу, яңы мөмкинлектәр икәнен төшөндөм. Ҡайһы беребеҙ әле һаман аныҡ ҡына үҙенең киләсәген күҙ алдына килтерә алмаһа ла, беҙҙең лицейҙа профориентация буйынса бик күп эштәр атҡарыла һәм төрлө производство үҙәктәренә экскурсияларға барып, һәр һөнәр тураһында фекер туплап ҡайтып торабыҙ. Өфө моторҙар төҙөү производство берекмәһенең самолеттарҙың двигателдәрен ҡорған процесын ҡарарға барғайныҡ, "Башнефть" эшен дә күреп беләбеҙ. Шулай ҙа хәҙерге заманда ялланып эшләү абруйлы түгел кеүек күренә. Әммә мин төҙөүсе булыу һәр ваҡыт актуаль, тип иҫәпләйем. Айырыуса киләһе бер нисә йыллыҡта был һөнәр кешеләренә һорау юғары буласаҡ. Сөнки Президентыбыҙ Владимир Владимирович боронғо рус ерҙәрен кире ҡайтара, һәм илебеҙҙең яңы төбәктәрен тергеҙергә, матур биналар төҙөргә архитекторҙар, төҙөүсе эшсе ҡулдар мотлаҡ кәрәк буласаҡ. Бынан тыш, ҡулы эш белгән кеше һис тә юғалып ҡалмаясаҡ, тип уйлайым. Йорт һала белһәң, исмаһам, үҙеңә йәшәр урын хәстәрләй алаһың бит.
Фаил: Профориентация буйынса дәрестәр һәр аҙна һайын үткәрелә һәм беҙгә унда төрлө һөнәрҙәр тураһында һөйләйҙәр, экскурсияларға ла барып ҡайтабыҙ. Уныһы шулай, әммә мин үҙем һаман да ниндәйҙер бер һөнәрҙе үҙләштерәм, тигән аныҡ ҡына фекергә килмәгәнмен әле. Химияға бәйле булырын ғына беләм, ләкин табипмы, нефть химияһы өлкәһенә китергәме, йәки тағы берәй һөнәрҙе ҡарарғамы... Шулай әле уйларға ваҡыт булғанда, ашыҡмай йөрөп ятам.
Илһам: Артабан ҡайҙа уҡырға барыу темаһы беҙҙең өсөн иң ауыры ул, сөнки беҙгә һайларға ирек бирелһә лә, был һөнәрҙәрҙең, хеҙмәт тармаҡтарының киләсәктә үҫеш юлы ниндәй булыры асыҡ түгел. Мин әлеге ваҡытта ӨДНТУ-ның үткәргес торба транспорты факультетында уҡыуымды дауам итергә күҙаллап торам, шулай ҙа Мәскәү йәки Санкт-Петербург вуздарын да күҙ уңынан ысҡындырмайым. Шуныһы теүәл билдәле - буласаҡ һөнәрем информатикаға бәйле буласаҡ, компьютер артында ултырып эшләргә бәләкәйҙән яратам һәм был өлкә мине ныҡ ҡыҙыҡһындыра. Лицей-интернатҡа уҡырға ингәс, был программалаштырыу өлкәһенең үҫешен, яңы мөмкинлектәрен күреп, йөрәгемдә бала саҡтағы хыялым уянды. Дөйөм алғанда, киләсәктә программалай белеүселәргә һорау бермә-бер артасаҡ, сөнки хәҙер бөтә нәмә информатиканы белеү нигеҙҙәренә ҡоролған. Машиналарҙы өйрәтәләр, нейроселтәр ҡулланалармы унда. Бына мин, БДИ-ға әҙерләнеп, ваҡытым бик тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, маркшейдер-геодезист булып эшләйем һәм был һөнәр кешеләре лә хәҙер заманса техниканы ҡуллана: ерҙе спутник ярҙамында үлсәйҙәр, компьютерҙа берәй тауҙың теүәл күсермәһен эшләп ҡуялар, шул уҡ квадрокоптерҙарҙы ҡулланып та тикшеренеү үткәрәләр, 3D-модель яһайҙар һ.б. Геодезия белгесенә лә информатика өлкәһендә белемле булыу талап ителә, тип әйтмәксемен. Башҡа һөнәрҙәрҙә лә шулай инде хәҙер, техник үҫеш менән бергә атларға кәрәк.

Бер аҙ шундай фәлсәфәүи һорауға яуап эҙләп ҡарайыҡ әле: кешенең эше тәү сиратта үҙенә файҙа килтерергә тейешме, әллә башҡаларғаламы?

Рәмил:
Минеңсә, тәүҙә үҙеңде тәьмин итергә кәрәк, аҙаҡ башҡаларға ла ярҙам ҡулы һуҙырға була. Ә дөйөм алғанда, тик үҙе аяҡҡа баҫҡан кеше генә йәмғиәткә етди ярҙам күрһәтә алыу кимәленә етә ала.
Фаил: Йәмғиәткә ярҙам итеү-итмәү, моғайын, һәр кемдең үҙ ихтыярындалыр ул. Теләге булған, шундай идея менән янған кеше файҙа килтерә, йәмғиәткә ярҙам итәсәк һәм уға бер нәмә лә ҡамасау була алмай. Ә теләге булмағанды ирекһеҙләп торорға ла кәрәкмәй.
Илһам: Йәмғиәткә лә, үҙеңә лә файҙа килтерергә, был ике өлкәлә алтын урталыҡ һаҡларға тырышырға кәрәк. Шунһыҙ йәшәүҙең мәғәнәһе лә булмайҙыр.
Лиана: Мин был осраҡта Илһам менән килешәм һәм тәү сиратта һөнәрем үҙемә оҡшаһа, икенсе яҡтан, ул мине йәмғиәт өсөн кәрәкле белгес итергә тейеш. Мәҫәлән, табиптар, ҡотҡарыусылар кешеләрҙең ғүмерҙәрен ҡотҡара бит. Хатта һөнәрең шундай туранан-тура кешегә ярҙам итеүҙе күҙалламаһа ла, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашырға була.

Бөгөн Башҡортостан йәштәре ниндәй булырға тейеш?

Илһам:
Мин улар ниндәй булмаҫҡа тейеш, тигән өс билдәне әйтә алам: "квадробер", "пикми" ("мине һайла"), "лапкер" булмаҫҡа. Квадроберҙар тураһында күберәк ишетеп беләһегеҙҙер, ә бына "лапкер" тигәне 2022-2023 йылдарҙа бик популяр булған слайм уйынсыҡтарының бесәй тәпәйе формаһындағын уйнатыусылар. Шуны уйнатып, айырым бер субкультураға әйләнеп баралар. Беҙгә халҡыбыҙҙың тарихына күберәк күҙ һалырға, арҙаҡлы шәхестәребеҙҙән үрнәк алырға кәрәк. Теләһә ниндәй заман шауҡымына эйәреп, үҙебеҙҙең индивидуаллекте юғалтмаҫҡа, был йәһәттән кеше фекеренә артыҡ иғтибар итмәҫкә һәм үҙең булып ҡалырға тырышыу мөһим. Ҡыҙҙарға ла эске һәм тышҡы матурлыҡтарын, тәбиғилектәрен һаҡларға кәрәк. Хәҙерге йәш быуынға үҙенең фекерен асыҡ әйтеүе ауыр, был әллә телефондарға йомолоп ултырыуҙан, әллә тәрбиәнән килә ул, белмәйем.
Рәмил: Беҙ быуындар киҫелешендә тыуған балалар булғанғамы, кемебеҙҙер яңы трендтарҙы үҙ итә, кемебеҙҙер өлкәнерәк быуындың әйткәненә ҡолаҡ һала. Мин заман башҡорттары Георгий Жуков һымаҡ стратегик аҡылға эйә булырға һәм аҙымдарын алдан күҙаллай белергә тейеш, тип иҫәпләйем. Ә бөгөнгө йәмғиәтебеҙгә килгәндә, ул артыҡ ныҡ ҡурсалай, тип әйтер инем. Егет кеше сәсен ҡыҙылға буяп, йәки ҡолағына һырға тағып йөрөргә тейеш түгел. Лиана: Башҡортостан йәштәре үҙ иленең патриоттары булырға тейеш, ҡайҙа ғына йөрөһәләр ҙә Кесе Ватаныбыҙ тураһында һәр ваҡыт иҫтә тоторға һәм уны хәстәрләргә тейешбеҙ. Ҡыҙҙарға тәбиғи матурлыҡтарын һаҡларға, төрлө операциялар менән артыҡ мауыҡмау яҡшы булыр. Ә егеттәрҙең мин батыр, ғәҙел, выжданлы, асыҡ күңелле булыуын оҡшатам.
Фаил: Йәштәр үҙенең генә түгел, республикаһының да киләсәген хәстәрләргә тейеш. Төбәгебеҙҙе алға ебәреү тураһында уйларға һәм эшләргә кәрәк. Юғарыға үрләһәң дә, Баймаҡтың бер төпкөл ауылынан булыуыңды онотмаҫҡа кәрәк. Ә дөйөм алғанда, егет-ҡыҙҙарҙа миңә изгелек һәм асыҡ күңеллелек кеүек сифаттар яҡын. Заман ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, үҙебеҙҙең башҡорт һәм Рәсәй традицияларын тоторға, артығын ҡыланмаҫҡа кәрәк.

Башҡорт инженер лицей-интернатында белем алыуҙың өҫтөнлөктәрен атай алаһығыҙмы?

Рәмил:
Беҙҙең лицей - ул шәп кешеләр менән танышыу өсөн яҡшы мөмкинлектәр. Бында уҡырға килгәс, мин буласаҡ нефтсе, программалаусы, табип, прокурор, төҙөүсе һ.б. менән таныштым, тип әйтә алам. Шулай бәйләнештәр барлыҡҡа килә һәм беҙ дуҫлашабыҙ, ойошҡаныраҡ була барабыҙ. Бынан тыш, өлгө күрһәтер элекке сығарылыш уҡыусылары - уңыш ҡаҙанған кешеләр бар.
Республика инженер лицей-интернатында дуҫлыҡ мөхите хөкөм һөрә, бер ғаилә кеүек йәшәйбеҙ, һәр ҡайһыбыҙ менән һөйләшергә, кәңәш һорарға мөмкин. Әлбиттә, был оҙаҡ йылдар дауамында белем усағы етәкселегенең, педагогтарҙың һәм балаларҙың хеҙмәтенә бәйле. Элек бигерәк тә күңелле була торғайны: 11 класс уҡыусылары гел костюм-салбарҙа йөрөнө, беҙҙең кеүек бәләкәйерәк кластарҙа уҡығандарҙың хәл-әхүәлдәрен һораша торғайнылар, берәй һорау килеп тыуһа, улар аша хәл итергә була ине. Лицей йәштәре берлегендә торған ағайҙар ял көндәребеҙҙе файҙалы итеп үткәреү тураһында хәстәрлек күрә, хатта ҡайҙандыр төҫлө принтер алып, беҙгә төрлө йәбештергестәр сығарып бирәләр ине, буш бүлмәлә йыйылып, документаль һәм инглиз телендә кинолар ҡарай торғайныҡ. Бәләкәй класс уҡыусылары өлкәндәргә шундай ихтирам менән ҡараныҡ, уларҙы тыңлап ҡына йөрөй торғайныҡ. Бына шундай йылы хәтирәләр менән һаҡланып ҡаласаҡ беҙгә был белем усағы.
Фаил: Ғәҙәттә, мәктәпте тамамлағандан һуң кешеләр араһында бәйләнештәр өҙөлә. Ә беҙ бында атай-әсәйҙәребеҙгә ҡарағанда бергә уҡыған иптәштәребеҙҙе йышыраҡ күргәнгәме, бер-беребеҙҙе бик яҡындан беләбеҙ, бер ғаилә кеүек йәшәйбеҙ һәм дуҫлығыбыҙҙы ла һаҡлап ҡалабыҙ.

Һеҙҙә ҡыҙҙар һәм егеттәр айырым уҡытыла бит инде. Ысын ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егет тәрбиәһе етәме?

Рәмил:
Минең атайым ил ҡушыуы буйынса йыш ҡына ситтә хеҙмәттә йөрөгәс, бала саҡтан әсәйем һәм ике туған ағайымдан тәрбиә алып үҫтем. Миңә нимә яҡшы, нимә насар тигәнде бәләкәйҙән аңлатып үҫтерҙеләр, атайым да был йәһәттән ҡаты тотто. Әммә ысын ир-егет ниндәй булырға тейеш, тигәндә аныҡ ҡына бер үрнәк булырҙай кешене атап әйтә алмайым. Лицей-интернатта ла уҡытыусылар араһында ҡатын-ҡыҙҙар күберәк, тәрбиәселәребеҙ барыһы ла ҡатын-ҡыҙҙар. Йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре һәм физик культура буйынса уҡытыусыларҙың ғына беҙҙә ир-егеттәргә хас ихтыяр көсөн тәрбиәләргә тырышыуын айырып әйтә алам.
Илһам: Мин был турала уйланғаным юҡ, сөнки атай тәрбиәһе күреп үҫтем. Атайым мине бөтә эшкә: утын ярырға, мунса яғырға, өй төҙөргә лә өйрәтте, ғаилә ҡороу буйынса ла кәңәштәрен әйтеп тора. Ә бында, лицейҙа, беҙ бәләкәйерәк кластарҙа уҡыған малайҙарға үҙебеҙҙең ошо тәрбиәне бирергә тырышырға тейешбеҙ һымаҡ тоям. Әммә тик һүҙ менән генә күп нәмәне аңлатып бөтөп булмай.
Рәмил: Бәләкәй класс уҡыусылары тураһында әйткәндә, уларға төрлө тормош хәлдәре тураһында һөйләшеп ултырыуға ҡарағанда, телефонда уйын уйнау ҡыҙыҡлыраҡ тойола. Үҙ-ара аралашыуҙары ла шунан ары китмәйҙер кеүек. Илһам: Эйе, хәҙерге йәш быуын технологияларҙы дөрөҫ ҡуллана белмәй был йәһәттән. Әлбиттә, уйынға ла ваҡыт бүлергә кәрәктер, "Тик-ток"та ла видео ҡарап, аралашып алырға мөмкиндәр. Әммә көн һайын түгел. Бындай ҡыҙыҡтырғыс нәмәләрҙе көндәлек мәшәҡәттәрҙән бер аҙ арынып, ял итеп алыу өсөн уйлап тапҡандар. Ә шул көндәлек мәшәҡәттәрһеҙ тормош - тормош булмай.
Лиана: Беҙ бәләкәй саҡта ауылда ла урамға сығып, күмәк уйындар уйнай торғайныҡ, ә хәҙер урамға сығып ҡараһаң, бөтәһе лә эскәмйәләрҙә телефон тотоп ултыра. Ҡайсаҡ хатта йорт алды ихатаһы ла буш була. Беҙҙең ҡыҙҙар корпусында ошолар тураһында йыш ҡына һөйләшеп ултырабыҙ былай. Педагогтар һәм тәрбиәселәр араһында ҡатын-ҡыҙҙар күберәк булыуы был йәһәттән беҙгә яҡшыраҡ та хатта.

Йәштәргә нимә тураһында әйтһәң дә, бер белгән һүҙҙәре "круто", йәғни "текә". Һеҙҙеңсә нимәләр текә?

Рәмил:
Дисциплиналы булыу һәм өлкәндәргә ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәт күрһәтеү - текә. Шулай уҡ сәләмәт тормош алып барыу, спорт менән шөғөлләнеү һәм аҡыллы булыуҙы ла ошо һүҙ менән баһаларға була.
Фаил: Алдына ниндәйҙер маҡсат ҡуйып, шуға ынтылған һәм бер нәмәгә ҡарамаҫтан алға аҙымдар яһаған, ситкә тайпылмаған кеше тураһында "текә" тип әйтергә мөмкиндер. Өлгәшелгәне менән һәр ваҡыт ҡәнәғәт булмай, гел тағы ла юғарыраҡ үрҙәргә ынтылған кеше булыу яҡшы. Бында аҡса тураһында ғына һүҙ алып бармайбыҙ, ә, мәҫәлән, берәй йәмғиәткә мөһим проектты, йәки яңы идеяны бойомға ашырыуҙа тынғыһыҙлыҡ күрһәтеү хаҡында әйтергә теләйем.
Илһам: Минең өсөн Республика инженер лицей-интернаты уҡыусыһы булыу - текә. Бер урында тапанып тормаған кеше булыу ҙа текә. Һәр даим үҙ-үҙең өҫтөндә эшләү һәм үҫешеү - тормошта уңышҡа алып килеүсе юл. Бушты бушҡа уҙғарып йөрөү минең өсөн ситен, 1-2 көн ял итеп алһам да етә.
Лиана: Минең өсөн текә кеше - ул тормоштан нимә теләгәнен аңлаған һәм үҙенә оҡшаған эш менән шөғөлләнгән кеше. Шулай уҡ мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙған кеше лә текә.
Рәмил: Бына беҙ үҙебеҙҙең күҙаллауҙар менән бүлештек, ә ҡайһы берәүҙәр "текә кеше" образын бөтөнләй башҡа төрлө тасуирлаясаҡ. Улар араһында ҡырынмаған, үҙенең тышҡы ҡиәфәте тураһында борсолмаған, ҡулында тәмәке тотҡан, иҫке генә машинала тирә-яҡтағыларға ҡамасаулап, музыка аҡыртып йөрөгән кеше лә популяр булыуы ихтимал. Быны аңлау өсөн урамға күҙ һалыу ҙа етә.

Тиҫтерҙәрегеҙгә әйтергә теләгән һүҙҙәрегеҙ ниндәй булыр?

Лиана:
Ялҡауланмағыҙ, йөрәгегеҙҙе тыңлағыҙ. Ҡайһы саҡта атай-әсәйҙәр балаларынан үҙҙәре өлгәшә алмағанды талап итә бит. Бына шундай саҡта кеше фекеренә лә ҡолаҡ һалып, әммә үҙеңде лә тыңлап, ҡарар ҡабул итегеҙ һәм үҙ юлығыҙҙы һайлауҙан, үҙегеҙҙең ҡарарҙар өсөн яуап биреүҙән ҡурҡмағыҙ.
Фаил: Тормошта үҙеңә оҡшаған бер шөғөл, эште эҙләп табығыҙ. Бер урында тапанып тормағыҙ, һәр саҡ ниндәйҙер яңылыҡҡа асыҡ булығыҙ: яңы танышлыҡтарға, эштәргә, үрҙәргә.
Илһам: Мин тәү сиратта дисциплина булдырырға кәңәш итәм. Был бик ныҡ ярҙам итәсәк. Шунан тағы нимәлер эшләргә теләгең бар икән, тот та эшлә. Башҡалар нимә уйлар, тип ҡурҡып торма. Бына шул һүҙҙәрҙе миңә 12-13 йәштәр булған саҡта әйтеүсе табылмаған, мин ул саҡта ғәләмәт күп төрлө идеялар менән янып йөрөнөм, әммә башҡаларҙан ояла торғайным.
Рәмил: "Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!" Минең кумирым әйтмешләй: "Үҙ-үҙеңде тарҡатыу - ул үҙеңде танып белеү", тәү сиратта үҙеңде, теләктәреңде аңларға кәрәк. Һәм нисек кенә ауыр булмаһын, үҫешергә!

ШУЛАЙ ИТЕП...
Тиҙҙән 11 йыллыҡ ғүмер биттәрен ябып, яңы тормошҡа аяҡ баҫырға торған йәштәр менән бик күп нәмәләр тураһында фекер алыштыҡ. Улар туған телде белеүҙең мөһимлеге тураһында ла, тәрбиә-тәртип хаҡында ла, үҙҙәре кеүек үк үҫешкә һәм яҡты киләсәккә ынтылмаған тиҫтерҙәренең асылы тураһында ла асыҡтан-асыҡ һөйләнеләр. Был әңгәмәне уҡып та аңлағанһығыҙҙыр, Республика инженер лицей-интернатында ниндәй маҡсатлы һәм фекерле, уңған балалар тәрбиәләнә. Әйткәндәй, быйылғы уҡыу йылында бында барлығы 530 уҡыусы белем ала һәм һәр береһенең тиҫтерҙәренә үрнәк күрһәтерлек уңыштары бар. Ә инде был һөйләшеүҙе ослап, әңгәмәселәремдең шундай һүҙҙәрен килтерәм: "Барыбыҙ ҙа яҡшы өлгәшәбеҙ, киләсәктә барыбыҙ ҙа яҡшы белем алып сығасаҡ һәм төшөп ҡалған кешеләрҙән булмаясаҡбыҙ. Һәм шундай кешеләрҙе лицей осоронан дуҫлыҡ берләштерәсәк", - тине улар. Бына шундай юғарыға ҡарап маҡсаттар ҡуйған һәм бер-береһенә терәк булып үҫешкән йәш быуынға ҡанаттар ҡуя Республика инженер лицей-интернаты.

Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №51, 27 декабрь 2024 йыл - 2 Fинуар 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.12.24 | Ҡаралған: 34

Киске Өфө
 

Ҡото менән килһен Яңы йыл! Бәхет ҡошо ла, Сәләмәтлек тигән ҡорос арғымаҡ та, Мөхәббәт тигән серле хис-тойғо ла, Уңыш ғали йәнәптәре лә, "Донъябыҙ тыныс" тигән күңел һиллеге лә, "Минең балаларым" тигән кинәнес тә, асмандарға аштырыр Хыял-ҡанат та - барыһы ла мөғжизәләй көтөп торһон һеҙҙе яңы 2025 йыл тупһаһында, мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ!

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru