«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, тормош дауам итә: игенсе икмәк үҫтерә, малсы мал аҫрай, юлдар һалына, балалар мәктәпкә йөрөй, хатта ки өлкән йәштәгеләрҙең ғүмер оҙайлығы арта бара. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә лә барлана бына ошондай темалар...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫРЫМБУР ГУБЕРНАТОРҘАРЫ ҺӘМ БАШҠОРТТАР
+  - 

(Генерал-майор И.В. Чернов яҙмаларынан)

Граф В.А. Перовский
(1833-1842 йылдарҙа Ырымбур губернаторы булған).

Был көндә бер ҙур ҡыйынлыҡ та була: мосолмандарҙа ураҙа айы бара, ҡояш байығас ҡына ашарға рөхсәт ителә, ә байрам эффектлыраҡ булһын өсөн мәжлесте алдараҡ, яҡты саҡта башларға кәрәк бит инде. Ҡунаҡтарҙы бер нисә рәткә ултырталар, һыйыр, ҡуй һәм ат итенән әҙерләнгән аштар ҡуйыла, әммә мәжлесте башлау хаҡында ым-ишара булмайынса, ризыҡҡа ҡағылыу ҡәтғи тыйыла.
Мәжлесте алып барыу татар телендә яҡшы һөйләшкән есаул Иван Иванович Филатовҡа тапшырыла. Нығыраҡ тәьҫирле булһын өсөн ул, һыбай көйөнсә, нагайкаһын әҙер тотоп, аҙыҡ ҡуйылған рәттәр араһынан йөрөй, бында башҡорт чиновниктары ултырыуына ҡарамайынса, әгәр кемдер аҙыҡҡа үрелә ҡалһа, ҡамсыһын эшкә егергә әҙер икәнен күрһәтә. Кантон начальниктары ашарға ултырмай.
Барыһы ла имен-аман тамамлана һәм ҡунаҡтар өйҙәренә таралыша, әммә барыбер ҙур булмаған скандал килеп сыға: Имәнғол ауылында аттарҙы еккән саҡта Өфө ҡазыйҙары арбанан төшмәй ултыра, ни сәбәптәндер, аттар ныҡ сабып сығып китә, нимәгәлер барып эләгеп, арба ауҙарыла; ҡазыйҙар арбанан ергә ҡолағанда уларҙың тубыҡтарындағы Ырымбурҙа алынған араҡылы штоф ватыла; йығылған кешеләрҙе торғоҙалар, быяла һауыт ватыҡтарын ошо ауыл башҡорттарының күҙ алдында йыйып алалар, улары төкөрөнә һәм үҙҙәренең остаздары итеп һаналған ҡазыйҙарҙы һүгә, ярай әле улар башҡорттарҙан түгел, татарҙар, тип үҙ-үҙҙәрен йыуаталар.
Ырымбурҙан 65 саҡрым ерҙә, Урал йылғаһы аръяғында, ҡырғыҙ далаһында киң билдәле тоҙ байлыҡтары - Илек тоҙ ятҡылыҡтары урынлашҡан, улар ҡаҙна милеген тәшкил итә. Тарихи өлөшөнә ҡағылып тормайынса, промысланың үҙе хаҡында күп һөйләргә була.
Ҡаҙна милеге булараҡ, Илек тоҙо кеше хеҙмәте менән соҡоп сығарыла; бының өсөн судтар тарафынан ошондай ҡаты язаға тарттырылған каторжандар һәм һөргөнгә ебәрелгәндәр файҙаланыла. Үҙенсәлектәре буйынса тау эштәренә тиңләнгәс, промысла финанс министрлығының тау һәм тоҙ эштәре департаменты ҡарамағында булһа ла, уның менән эш итеү урындағы граждандар чиновниктары ҡулында була, улар Илек Тоҙ Идаралығы тип аталған айырым учреждениела хеҙмәт итә, уныһы идарасынан, 2 кәңәшсенән һәм бер нисә канцелярия чиновниктарынан тора.
Ике мең саҡрымдағы Петербургтан бойороҡтар ебәреп торған етәкселегенән бик алыҫта булып, бөтөнләйе менән ниндәй ҙә булһа бойондороҡлолоҡтан сыҡҡан һәм хатта урындағы губернаторҙарҙың көсһөҙ, өҫтән-мөҫтән генә күҙәтеүенән ситтә ҡалған ошо идаралыҡ үҙен эре ҡаҙна талаусы итеп таныта. Тоҙ йөҙәрләгән мең ботлап сығарыла һәм унан йөҙәрләгән мең һум килем алына; 40-сы йылдарҙың урталарына тиклем ҡаҙнаға 180 - 200 мең һумдан да артыҡ аҡса килмәй, ҡалған сумма чиновниктарҙың кеҫәләрендә ҡала, улар ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында үҙҙәренә бик ҙур капиталдар туплай.
Бындай мөмкинлектәр менән бөтөнөһө лә, идарасынан башлап тоҙ соҡорондағы күҙәтеүселәргә тиклем файҙалана. Шунда уҡ Ырымбур казначействоһына аҡсаларҙы теүәл ебәреп тороуҙы күҙәтеүсе ҡаҙна палатаһы чиновнигы ла була. Барыһы ла урлаша, быны бөтәһе лә белә, әммә бер кем дә ошо законһыҙ ғәмәлдәр тураһында яҙмай, сөнки быны эшләү бушҡа ғына һәм файҙаһыҙ тип һанайҙар.
1839 йылда урлашыу шундай кимәлгә барып етә, хатта чиновниктар үҙҙәре лә бының насар тамамланыуы мөмкин икәнен күрә. Әйтергә кәрәк, чиновниктар, йәй айҙарында тоҙ ташыу ҡиммәт булыуы арҡаһында ситкә тоҙ аҙ ебәрелеү сәбәпле, үҙҙәренең өлөшөн күбеһенсә кешеләрҙе һәм йөк ташыусы аттарҙы иркен файҙаланып булған ҡыш айҙарында ала. 1839 йыл йот килә: бесән һәм ашлыҡ ныҡ ҡиммәтләнә, йөк ташыусылар тоҙҙо түбән хаҡҡа ташыуҙан бер ниндәй ҙә фәтүә күрмәй, сауҙәгәрҙәр ҙә тоҙ ташыу хаҡын күтәреүҙе өнәмәй; күп итеп әҙерләнгән тоҙ запасҡа ҡалыр ине, ә яңы уңыш ҙурыраҡ булған хәлдә, барса нәмәгә лә хаҡтар төшкәнлектән, тоҙ һатыу ташыу хаҡы түбән булғанда ла килемһеҙ ҡаласаҡ.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы бар).

"Киске Өфө" гәзите, №1, 9 – 16 ғинуар 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.01.25 | Ҡаралған: 48

Киске Өфө
 
Уйлап та тормайынса миңә яуызлыҡ күрһәткән кешегә мин баш эйәм һәм уны иң йомарт һөйөү менән бүләкләйем; ул ни тиклем күберәк яуызлыҡ ҡылһа, мин шул тиклем күберәк изгелек ҡыласаҡмын.

(Будда).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru