«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
монолог
+  - 

АУЫЛДАР ЙӘНӘ ҺЫНАУ АЛДЫНДА:
нигеҙҙе дауам итергәме, әллә күсеп китергәме?

Мин ауылда тыуып үҫтем. Шуға ла ауыл тормошона ҡағылған, ауыл кешеһен борсоған һәр мәсьәлә менән ҡыҙыҡһынам, бигерәк тә халыҡтың ауылдарҙан күпләп күсеп китеүе, уның юҡҡа сыға барыуы йөрәкте һыҙлата. Әлбиттә, халыҡтың ауылдарҙан китеүе бөтә донъяла күҙәтелә, әммә Рәсәйҙә ул айырыуса ҙур тиҙлек менән атҡарыла шикелле. Ошоноң һөҙөмтәһендә илдә көн һайын тиерлек бер ауыл юҡҡа сыға. Башҡортостанда ла ошо уҡ хәл күҙәтелә.

"Перспективаһыҙ" мөһөрлөләр
Ни өсөн ауылдарыбыҙға "перспективаһыҙ" тигән мөһөр һуғыу йышая? Был хәл нисек, ҡасан башланды? Уны туҡтатып буламы? Ошо һорауҙар тынғы бирмәй миңә. Хәл бигерәк тә мәғариф өлкәһендә оптималләштереүҙәр һөҙөмтәһендә мәктәптәр ябыла башлағас киҫкенләште. Халыҡ һаны кәмеүе, белгестәр етешмәүе, бюджет аҡсаһын һаҡсыл тотоноу кеүек сәбәптәргә бәйле ауылда шулай уҡ фельдшер-акушер пункттары ла ябыла. Йәғни, ауылдарҙа эреләтеү, үҙәкләштереү процесы бара: урта мәктәп, дауахана бер ҙур ауылда ғына ҡалдырыла ла, тирә-яҡтағы ауыл халҡы унда уҡырға йәки дауаланырға йөрөй.
Ауыл ерендә үҙәкләштереү, эреләтеү процесы бөгөн йәки кисә генә башланманы: Рәсәйҙә ул ХХ быуаттың 30-сы йылдарында уҡ күҙәтелә ине. Әммә тарих төпкөлөнә үк төшмәй, күптән түгелге дәүергә генә күҙ һалайыҡ. Үткән быуаттың 70-се, 80-се йылдары. Тап ошо йылдарҙа миңә "Ленинец", "Советская Башкирия" гәзиттәрендә ауыл тормошо бүлеге хәбәрсеһе булып эшләргә тура килде. Мин ул саҡта ауыл ваҡиғалары уртаһында ҡайнап йәшәнем, ниндәйҙер кимәлдә перспективаһыҙ ауылдар темаһын тикшереп, бер нисә тиҫтә мәҡәлә яҙҙым. Шуның өсөн ауыл темаһын яҡтыртҡан коллегаларым А. Козлов, В. Шмаков менән бер рәттән, республиканың һөнәри премияһына лайыҡ булдым.
Хәтеремдә, ул йылдарҙа ауылдар айырыуса күпләп юҡҡа сыҡты. Был осорҙа колхоздарҙы эреләтеү, колхоз урынына совхоздар ойоштороу процесы тормошҡа ашырылды; ҙур һыуһаҡлағыстар төҙөү сәбәпле, тиҙҙән һыу баҫасаҡ күп ауылдарҙан халыҡ икенсе ауыл-ҡалаларға күсте. Тап ошо ваҡытта "перспективаһыҙ ауылдар" теорияһы тормошҡа аша башланы ла инде. "Алдынғы" тип иҫәпләнгән башланғыс кире һөҙөмтәләргә килтерҙе, йәғни бәләкәй ауылда йәшәүселәр мәктәбе, медпункты, клубы булған ҙурыраҡ ауылдарға күсте. Ҙур ауылдар үҙ сиратында шулай уҡ халыҡ һанын юғалтып, "перспективаһыҙға" әйләнде. 2013 йылдың октябрь айында "Россия 1" телеканалында Никита Михалковтың ташландыҡ ауылдар тураһында төшөрөлгән "Чужая земля" тип аталған фильмы күрһәтелгәйне. Был фильм мине шул тиклем һиҫкәндерҙе, уны ҡарағандан һуң мин бөтә тыныслығымды юғалттым. Ташландыҡ хәлендә ҡалған, бөтөнләй юғалыу сигендә торған ауылдар барлығын белә йөрөһәм дә, мәсьәлә мин уйлағандан да киҫкенерәк булып сыҡты. Ошо ваҡыттан алып ваҡытлы матбуғат биттәрендә был проблема буйынса баҫылған мәҡәләләрҙе күҙәтеп бара башланым. Баҡтиһәң, "перспективаһыҙ" мөһөрө тағылған ауылдар Рәсәй буйынса хисапһыҙ һәм был мәсьәлә бер мине генә борсомай икән.
Аналитик, демография үҫеше һәм уның бөгөнгө тенденциялары буйынса монографиялар һәм мәҡәләләр авторы, Рус доктринаһы эксперты Вениамин Башлачев бына нимәләр яҙа: "Перспективаһыҙ ауылдар" концепцияһы беҙҙе нимәгә килтерҙе? Төпкөл ауыл - ул өлөшләтә хужалыҡ итеү зонаһы. Хатта "мозаикалы ландшафт" тигән төшөнсә лә бар. Бына, мәҫәлән, ауыл икән, ти, уның тирәләй баҫыу урынлашҡан, бер яҡта - сиҙәм, икенсе яҡта - һаҙ йә урман. Тимәк, ауыл кешеләре ерҙең айырым өлөштәрендә генә хужалыҡ эштәре менән шөғөлләнә ала. Ҡара тупраҡлы булмаған ерҙәрҙә 10 өйҙән, уртасаһы - 20-30 өйҙән торған ауылдар күпселекте тәшкил иткән, иң ҙур ауылдарҙа өйҙәр һаны 50-нән дә артыҡ булмаған. Шуға күрә, ошондай бәләкәй ауылдарҙы перспективаһыҙ тип иҫәпләп, халыҡты үҙәккә күсерә башлайҙар. Был нимәгә килтерә? Илебеҙҙең ҡара тупраҡлы булмаған өлөшөндә 235 мең ауыл юҡҡа сыға. Ауыл хужалығы әйләнешенең 35 процентын тәшкил итеүсе миллионлаған гектар ер эштән сығарыла. Шуға күрә, сит илдән тәүге тапҡыр 1963 йылда икмәк индерергә тура килә, ә бойҙайҙы йыл һайын ситтән һатып алыу процесы 1972 йылдан бойомға ашырыла. Ситтән индерелгән бойҙай күләме 1970-1980 йылдар дауамында 14 тапҡырға артып та өлгөрә. Нәҡ шул осорҙа Америка беҙҙе бойҙай менән тәьмин итеүгә әүҙем тотона. Ситтән индерелгән иттең күләме 5 тапҡырға, аҡ май 184 тапҡырға арта. Ауыл хужалығы өлкәһендә юғалтыуҙар нимәгә килтереүенә беҙ ошо саҡта тулыһынса төшөндөк, буғай. Әйҙәгеҙ, перспективаһыҙ ауылдар концепцияһы тыуҙырған юғалтыуҙарҙы барлайыҡ. 235 ауыл тулыһынса юҡҡа сыҡты, халыҡтың 40 проценты ғына ауылда тормош көтөүҙе хуп күрә. Тыуым буйынса ауылдар индергән өлөш өс тапҡырға тиерлек ҡыҫҡарҙы. Минең иҫәпләүем буйынса, перспективаһыҙ ауылдарҙы юҡҡа сығарыу һөҙөмтәһендә 2 миллион бала тыумай ҡалған..."
Әгәр ҙә Вениамин Башлачевтың тыуымға ҡарата булған был фекерен беҙҙең Башҡортостан миҫалында ҡараһаҡ, ауылдар бөтөүе республикабыҙҙың иҡтисадына хәүеф менән янай. Сөнки Башҡортостанда тыуым күрһәткесенең юғары булыуы ауыл ерендә йәшәүсе халыҡ һаны менән туранан-тура бәйле. Быйыл 13 мартта үткәрелгән республика Хөкүмәте ултырышында килтерелгән һандар менән танышып китәйек: алдан билдәләнгән йомғаҡтарға ярашлы, республикала 2013 йылда 59 меңдән ашыу бала донъяға килә, был һан 2012 йылдағыға ҡарағанда күберәк. Рәсәйҙә тыуымдың абсолют күрһәткесе буйынса республика Мәскәү ҡалаһы, Мәскәү өлкәһе, Краснодар крайы һәм Свердловск өлкәһенән ҡалышып, бишенсе урында килә. Тыуым күрһәткесенең артыуы 19 муниципаль район һәм 4 ҡала округында күҙәтелә. Иң ҙур күрһәткес Бөрйән (22,4), Баймаҡ (18,7), Әбйәлил (18,4), Хәйбулла (17,7) һәм Учалы (16,8) райондарында. Хәҙер ошо райондарҙа төрлө сәбәптәр менән ауылдар юҡҡа сыға башлауын күҙ алдына килтерәйек. Был ауыл халҡы кинәт әҙәйеүен, тыуым һаны кәмеүен, республикала кеше ресурсы түбәнәйеүен күҙаллай. Әйтәйек, Әбйәлил, Учалы, Баймаҡ райондарындағы ауыл халҡы Силәбе, Свердловск өлкәләренә, ә Хәйбулла, Ейәнсура райондарынан Ырымбур өлкәһенә күсеп китәсәк. Берҙән, саф башҡорт райондарында башҡорт милләтле халыҡтың һаны кәмеүгә, икенсенән, перспективаһыҙ ауылдар исемлегенә яңынан-яңы атамалар өҫтәлеүгә килтерәсәк был процесс.

Беҙҙә генә түгел...
Перспективаһыҙ ауылдарҙы юҡҡа сығарыу процесы әле лә дауам итә. Бер Башҡортостанда ғына түгел, күрше региондарҙа ла ауылдар һаны кәмей бара. Мәҫәлән, Татарстандағы коллегам Э. Ғиззәтуллин ундағы ауылдар тураһында tatarika.ru сайтында бына нимәләр яҙа: "...Татарстанда һуңғы 13 йыл эсендә генә ауылдар һаны 89 берәмеккә кәмене. Ҡасандыр ҙур һаналған ауылдарҙың тулы булмаған урта һәм урта белем биреүсе мәктәптәренә бөгөн беренсе синыфҡа 2-3 уҡыусы ҡабул ителә. Элегерәк ошо уҡ мәктәп биналары бер синыфта 25-40 бала уҡытылған саҡтарҙы ла күргән. Республикала уҡыусылар һаны 40-тан артмаған бындай аҙ комплектлы мәктәптәр 90-дан ашыу. Ул мәктәптәрҙә бер үк уҡытыусы бер нисә предмет буйынса белем бирә. Хатта математика, әҙәбиәт, сит тел, физик культура кеүек төрлө дәрестәрҙе бер кеше уҡытыуына шаһит булған бар. Был осраҡта белем биреүҙең сифаты тураһында әйтеп тороуы артыҡтыр. Шуға ла киләһе өс йыл эсендә аҙ комплектлы урта һәм тулы булмаған урта мәктәптәрҙе башланғысҡа әйләндереү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Юғары синыф уҡыусыларын күрше ауылдарға йөрөтәсәктәр..."

Ҡужанағым...
Күрше Татарстан республикаһында урта белем биреү мәктәптәре һанын яңы ҡыҫҡарта башлаһалар, беҙҙә инде был күренеш күптән бара. Миҫалға Ейәнсура районындағы тыуып үҫкән ауылым - Ҡужанаҡты килтергем килә. Ҡужанаҡ тирәләй биш ауыл урынлашҡан. Георгиевский һәм Калининскийға - 5-7 км, Ҡыҙыл яр менән Таулыҡайға - 3-4 км, Башҡорт бармағы ауылына тиклем 15 км самаһы ара бар. Был ауылдарҙа мин уҡыған саҡта уҡ башланғыс мәктәп кенә бар ине. Башланғыс белем алғас, күрше ауыл балалары Ҡужанаҡ урта мәктәбенә йәйәү йөрөп уҡыны. Йәйен велосипедта, ҡышын саңғыларҙа ла йөрөнөләр. 90-сы йылдарҙағы үҙгәртеп ҡороуҙарҙан һуң ғына мәктәпкә балаларҙы ташыу өсөн автобус бирелде. Ҡужанаҡ мәктәбенең интернаты ла була торғайны. Әсәйем тәрбиәсе булып эшләгәс, унда 50-60 ҡына бала йәшәгәне иҫтә ҡалған. Хәҙер инде Георгиевский, Калининский ауылдары юҡҡа сығып, төрлө карталарҙа, белешмәләрҙа, "Википедия" сайтында ғына тороп ҡалды. Хатта башланғыс мәктәбе лә ҡалмаған Ҡыҙыл яр менән Таулыҡай ауылдары әлегә йәшәп килә, әммә уларҙың да киләсәге билдәһеҙ. Тыуған ауылым Ҡужанаҡта ла хәлдәр шәптән түгел. Элекке колхоз бөтөрөлдө, кешегә эш юҡ, ауыл халҡы мал аҫырап донъя көтә. Һөтөн, майын, итен, ҡаймағын 16-19 км алыҫлыҡта ятҡан Ҡыуандыҡ станцияһына алып барып һаталар. Әгәр ҙә шул станция булмаһа, транспорт йөрөмәһә, халыҡ нимә менән көн күрер ине икән?..

"Рәсәй ауылдарының хәтер китабы"
Күрше Силәбелә йәшәүсе этнограф, крайҙы өйрәнеүсе ғалим В. Теплов донъяла аналогы булмаған "Рәсәй ауылдарының хәтер китабы" проектын уйлап тапҡан. Ул юҡҡа сыҡҡан ауылдар реестрын төҙөргә иҫәп тота. "Минеңсә, был китапҡа Рәсәйҙең юҡҡа сыҡҡан бөтә ауылдары ла инергә тейеш. Әлеге көндә Силәбе, Свердловск, Ҡурған, Пермь, Тюмень өлкәләренең ауылдарын барлап бөттөм. Хәҙер Башҡортостан, Себер тарафтарына тотонорға торам, планда икенсе өлкәләр ҙә бар", - ти ғалим. В. Теплов фекеренсә, "перспективаһыҙ ауыл" теорияһынан иң ныҡ зыян күргән регион - Киров өлкәһе. Бында 17 меңдән барлығы 5 мең генә ауыл ҡалған. Сыуашстан республикаһы ғына һөйөндөрә: бындағы тарихи яҡтан тамыры ныҡ булған ауылдар заман елдәренә аҙ бирешкән. Теплов өлкәнең крайҙы өйрәнеү музейында эшләгән дәүерендә йыш ҡына экспедицияларға сыға. Ул таулы завод төбәге ауылдарының хәлен бигерәк тә аяныслы, тип иҫәпләй. Мәҫәлән, Әшә районы Илек ауылынан һуңғы ике йылда ике йөҙ кешенең етмеше күсеп киткән, буш өйҙәр һаны артҡандан-арта бара...

Нисек ярҙам итергә?
Ауылға нисек ярҙам итергә һуң? Мәҫәлән, шул уҡ Теплов, Рәсәй ауылын тергеҙеү, уға ярҙам итеү буйынса яңы милли проект кәрәк, тип иҫәпләй. Иң мөһиме - яңы милли проект РСФСР-ҙың Ҡара тупраҡлы булмаған зонаһын үҫтереү программаһы яҙмышын ҡабатламаҫҡа тейеш. Ғалим фекеренсә, проект ауылға күсеп килергә теләгән кешеләргә кредит биреүҙе күҙҙә тотоу менән генә сикләнмәҫкә тейеш. Хөкүмәт иң элек ауылды тергеҙеү мәсьәләләренең, тәбиғәткә яҡын булыуҙың өҫтөнлөгөн аңлатыуға иғтибар йүнәлтергә бурыслы. Ҡала халҡы ла ергә тартыла икәнен беләбеҙ, шуға ла улар ҙур мегаполистар ситендәге бәләкәй генә баҡсаларҙа ал-ял белмәй эшләй, баҡсала ял итеүҙе бар нәмәнән өҫтөн күрә бит. Шулай уҡ ауыл тормошон тергеҙеү мәсьәләһен хәл иткәндә БДБ илдәренән Рәсәйгә күсенергә мәжбүр булған кешеләрҙе лә күҙҙә тоторға кәрәктер.
Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда "Тере ауыл" проекты киң танылыу алды. Шулай ҙа уны тағы ла киңерәк, ҙурыраҡ территорияға таратыу өсөн хөкүмәт ярҙамы кәрәк. Был хаҡта "Электрогазета" яҙып сыҡҡайны инде. Әммә ниндәй генә проекттар, конкурстар үткәрелмәһен, ауылдарҙы бөтөрмәүҙең төп шарты - унда кешегә йәшәү шарттары булдырылырға тейеш. Яҡшы юлдар һалырға, яңы етештереү предприятиелары, эш урындары булдырырға, урта белем биреү мәктәптәре булған ауылдарға балаларҙы автобус менән йөрөтөп уҡытыуҙы тейешенсә хәл итергә кәрәк. Әгәр ҙә уҡыусыларҙы мәктәпкә алып барыу график буйынса, тейешле кимәлдә ойошторолһа, аҙ комплектлы мәктәптәрҙе ябыу ата-әсәләр тарафынан ул тиклем оло көсөргәнеш менән ҡабул ителмәҫ ине.

Ҙурҙан ҡубыу үҙен аҡламаяасҡ
Күптән түгел Башҡортостан фермерҙары берлеге рәйесе Зифҡәт Ислам улы Сәйетғәлиев менән әңгәмәләшкәйнек. Перспективаһыҙ ауылдар проблемаһына ҡарата уның үҙ фекере бар. Зифҡәт Ислам улы ауыл ерендә производствоның бер ғаилә эшмәкәрлегенә ҡайтып ҡалған төрөн - ҙур булмаған фермаларҙы үҫтерергә кәрәк, тип һанай. Эйе, бөгөн бөтә өлкәләрҙә лә глобалләшеү процесы бара, эре хужалыҡ комплекстары төҙөлә. Мәҫәлән, "Таврос" компанияһының инвестициялау проекты республиканың бер нисә районында, шул иҫәптән Благоварҙа ла йылына 70 мең сусҡа ите етештереүсе эре комплекстар төҙөүҙе күҙаллай. Бүздәк районында 12 мең баш һыйыр аҫрарлыҡ комплекстың төҙөлөш эштәре тамамланырға тора, бында көнөнә 400 тонна һөт алыу планлаштырыла. Әммә был эре хужалыҡтар ауыл халҡын эш менән тәьмин итеүҙе күҙалламай. Сөнки, билдәле булыуынса, ундай ҙур комплекстарҙа бөтөн нәмә автоматлаштырылған була, махсус ҡоролмалар артынан күҙәтеп тороу өсөн күп кеше кәрәк булмаясаҡ. Ә бит халыҡ ауыл ерендә йәшәргә ҡалһын өсөн эш урындары менән тәьмин итеү иң мөһиме һанала. Тағы ла шуны әйтергә кәрәк: бындай глобаль проекттар малдың инфекция, төрлө ауырыуҙарға бирешеп, күпләп үлеүе менән дә хәүефле.
-Совет заманында Әлшәй районында Яңы Раевка, Өфө районында Яңы Николаевка кеүек эре комплекстар төҙөлдө. Бөгөнгө көндә ҡайҙа һуң улар? - тигән һорау ҡуя Сәйетғәлиев. Ул комплекстар бөтәһе лә тарҡалды, юҡҡа сыҡты. Ә бына ҙур булмаған фермаларҙа мал ауырыуҙары, продукцияны һатыу буйынса проблемалар киҫкен тормай, кешегә лә эш була, тигән ҡарашта белгес. Әлбиттә етештерелгән продукцияны һатып ебәреү тейешенсә ойошторолған булырға тейеш. Был өлкәлә З. Сәйетғәлиев сит илдәрҙән өлгө алырға кәңәш итә. Ул үҙе яңыраҡ ҡына Мәскәүҙә үткәрелгән фермерҙар съезында булып, Америка, Финляндия илдәренән килеүсе фермерҙарҙы тыңлап ҡайтҡан. - Был алдынғы илдәрҙә ауыл хужалығын, ҙур булмаған фермаларҙы күтәреү өсөн ни тиклем оло эш башҡарылыуын ишетеп, аптыраным, - ти Зифҡәт Ислам улы. - Унда хөкүмәт тарафынан бүленгән субсидиялар күләме ҙур икән. Мәҫәлән, Германияла бер гектарға 25 мең, Финляндияла 28 мең аҡса бүленә. Беҙҙә иһә, бер гектарға 250-300 һум ғына аҡса бирелә. Сағыштырғыһыҙ күрһәткестәр был. Американың Айова штатында ғына ла бөтөн Рәсәй етештергәндәй продукция етештерелә. Ә Финляндияла ваҡ хужалыҡтар әҙер продукция етештерә...
Рәсәйҙә иһә, бәләкәй фермер хужалыҡтарына хөкүмәт тарафынан ярҙам аҙ күрһәтелә икәне йәшерен-батырын түгел. Улар үҙ продукцияһын юғары хаҡҡа сығарып һата алмай, килем сығым күләменә ҡарағанда түбәнерәк. Шуға күрә, Сәйетғәлиевтың, ауыл ерендә халыҡҡа лайыҡлы эш хаҡы алырлыҡ эш урындары, хужалығын ойоштороп, аҡса табыу өсөн тейешле шарттар тыуҙырылған осраҡта ғына кешеләр унда йәшәргә ҡаласаҡ, тигән фекере менән мин дә килешәм. Сөнки, хатта ауылда газ, асфальт, яҡшы мәҙәниәт йорто, мәктәп булып та, үҙеңде ашатырлыҡ, балаларыңды етеш тормош менән тәьмин итерлек шарттар булмаған осраҡта, кем ауылда ҡалырға теләк белдерһен!

Башҡортоң бишеге ауыл бит
Ә бит ауыл - ул башҡорттоң бишеге, таланттар сығанағы. Башҡорт мәҙәниәтен әҙәбиәт, шиғриәт, музыка, бейеү сәнғәте, һынлы сәнғәт өлкәләрендәге таланттар менән әле һаман ауыл тәьмин итә. Ауылдар башҡорт халҡының милли үҙаңын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, туған телен һаҡлап ҡалыр төп йәшәү урыны. Киң билдәле башҡорт халыҡ яҙыусылары, шағирҙары, эстрада йырсылары, рәссамдарын алып ҡарағанда ла, Мостай Кәрим, Рәми Ғариповтарҙан башлап бөгөнгө көндә ижад итеүселәргә тиклем - бөтәһе лә сығыштары буйынса ауыл еренән. Бөйөк йырсы Рамаҙан Йәнбәков бына нимә ти: "Башҡорт йырҙарын башҡарыу өсөн ауыл ерендә тыуып үҫергә кәрәк. Был оҫталыҡҡа оло быуын кешеләренән өйрәнеү мотлаҡ. Йыр һәр ваҡыт крәҫтиәнгә ауыр хужалыҡ эштәрен башҡарыуҙа изге ярҙамсы, байрамдарҙа күңел күтәреүсе, көс биреүсе булған. Бынан тыш, хозур тәбиғәт - бейек тауҙар, саф һыулы йылғалар, үтеп сыҡмаҫлыҡ ҡалын урмандар булыуы шарт... Ел иҫкән, шишмә сылтыраған, һандуғас һайраған, ҡурай уйнаған тауыштар ишетелһен. Ошо тауыштарҙы тыңлап, күңелеңә һеңдереп, иҫеңдә ҡалдырып барырға кәрәк, шул саҡ улар һин башҡарған йырҙарҙа сағылыш табасаҡ..." Ошо уҡ һүҙҙәр рәссамдар, шағирҙар, яҙыусылар ижады тураһында һөйләгәндә лә мөһим. Шуға күрә, республика халҡының 40 процентын тәшкил итеүсе ауыл халҡы, асылда, иң ҡиммәтле байлығыбыҙ. Был байлыҡты ҡәҙерләргә, уны һаҡларға кәрәк. "Перспективаһыҙ ауыл" мөһөрө тағылған бәләкәй ауылдарыбыҙға йәштәрҙе йәлеп итеү, был ауылдарға яңынан йән өрөп ебәреү өсөн төрлө конкурстар үткәреү, китаптар яҙыу ғына етмәй шул. Ауылдарҙы тергеҙеү буйынса бөтә яҡлап уйланылған, хөкүмәт кимәлендә эшләнгән бер стратегик проект кәрәк.

Тәбиғи хәл түгелме?
Бәлки, ауылдар юҡҡа сыға, халыҡ ҡалаларға күсеп бөтөп бара, тип борсолоу урынһыҙҙыр? Йәмғиәт үҙгәреү, йәшәү шарттары яҡшырыу менән бер рәттә барырға тейешле процесс түгелме икән был? Мәҫәлән, донъя буйынса төрлө өлкәләрҙә алдынғы позиция яулаған Америка Ҡушма Штаттарында ауылдар бөтөнләй юҡ, тик шәхси фермалар һәм бәләкәй ҡалалар ғына бар. Хатта ундағы ҡайһы бер ҡала беҙҙең ауылдан күпкә ҙур ҙа түгел, ни бары 800-1000 кеше йәшәй. Халыҡ һаны аҙ булыуға ҡарамаҫтан, ул тулы хоҡуҡлы ҡала: бында муниципалитет, ғибәҙәтхана, мәктәп, судья, нотариус һ.б. ҡала ойошмалары бар. Беҙҙә ауыл хужалығы тармағында 20 процент кеше эшләгәндә, АҠШ-та ни бары 4 процент кеше мәшғүл. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, АҠШ фермерҙары үҙ илен генә түгел, ярты донъяны аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә тиерлек. Ауыл хужалығы өсөн ҡулайлы ерҙәре сикһеҙ булған Рәсәй АҠШ-тан бойҙай, тауыҡ боттары һ.б. аҙыҡ-түлек тауарҙары һатып ала. Татар коллегам Э. Ғиззәтуллин әйтмешләй, хатта бәләкәй генә Израиль дәүләтендә лә 5 процент кеше ауыл хужалығы тармағында хеҙмәт итеп, бөтөн донъя кимәлендә продукция етештереүсе ил булараҡ билдәле. Шулай ҙа мин уның менән килешеп етмәйем. Рәсәй - Америка түгел, йәһүд халҡы менән дә беҙ ярыша алмайбыҙ. Һәр халыҡтың үҙ менталитеты, үҫеш юлы бар. Унда ауылдарҙы бөтөрәләр, тип, беҙҙә лә шул эшкә тотонһаҡ, Башҡортостаныбыҙ миҫалында ғына ла әллә күпме милләттәр мәҙәниәте юҡҡа сығыуын күҙәтергә тура киләсәк. Башҡорт, татар, мари, сыуаш, мордва, удмурт һ.б. милләт халыҡтарының мәҙәниәте генә лә түгел, теле, рухи байлығы, милли үҙенсәлеге юғаласаҡ. Шуға күрә лә ауылдар йәшәргә тейеш.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Силәбе ғалимы Теплов "Рәсәй ауылдарының хәтер китабы" тигән хеҙмәтенең дәүләт эшмәкәрҙәренә ауылдағы хәлдәрҙе өйрәнеүгә, ауылды тергеҙеүгә ярҙам итеренә ышана. Әгәр ҙә был перспективаһыҙ ауылдар процесын кирегә әйләндереп булһа, китаптағы мәғлүмәт яңы ауылдарҙы буш урында түгел, ә тарихи ерҙә, кешеләр быуаттар буйы йәшәгән урынында тергеҙергә ярҙам итәсәк. Ғалимдың Башҡортостан буйынса ла тикшереүҙәр үткәреүе ҡыуандыра. Төҙөлгәнде емереүе анһат ул, тергеҙеүе еңелдән түгел. Шулай ҙа киләсәктә сәйәсәт арҡаһында нигеҙ таштары һерәйеп ҡалған беҙҙең ауылдар кире терелер, аяҡҡа баҫыр, тип ышанғы килә. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ был турала, хөрмәтле гәзит уҡыусылар? Фекерләшәйек әле.

Алик ШАКИРОВ,
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррир урынбаҫары.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.04.14 | Ҡаралған: 1786

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru