«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
мосолман донъяһы
+  - 

СИТТӘН КИЛГӘН МУЛЛАЛАР...
йолаларыбыҙға яҫҡына

Ситтән килгән, үҙҙәрен уҡымышлы дин әһеле тип танытҡандар күп йөрөй хәҙер республика ауылдарында. Милләтте юҡ итеүгә ҡоролған һүҙҙәрен бик оҫта итеп Ҡөрьән һүҙҙәренә төрөп һөйләй белә улар. Тик, ниңәлер, урындарҙағы имамдар быға юл ҡуя, хатта ҡайһы берҙәре ситтәрҙең арбаһына ултырып, ситтәр һүҙен һөйләй башлай.

"Ауылға бер тажик муллаһы килгәйне, өйҙәр буйлап йөрөп, стеналарҙағы атай-әсәйҙәребеҙҙең фотоларына тиклем алырға ҡушты. Иман, дин буйынса ярамай, имеш..." Бер танышым һөйләгәйне был хәбәрҙе. "Шунан, уның ҡушҡандарын үтәп, ата-әсәйҙәрегеҙҙең фотоларын алып ҡуйҙығыҙмы инде?" - тип һораным унан. "Алдыҡ инде..." - тип уфтанды әңгәмәсем.
Икенсе ауылда бер дин әһеле: "Ҡурайҙа уйнау динебеҙҙә тыйыла", - тип өркөткәс, мәктәптә ҡурай түңәрәге ябылған, тигән хәбәрҙе ишетеп тә аптырағайныҡ. Бер уйлаһаң, күптән инде таш быуатында йәшәмәйбеҙ, төрлө һындарға ла табынмайбыҙ, Аллаһтың берҙән-бер һәм мәңгелек икәнен беләбеҙ, инанабыҙ. Фанатик, наҙан муллаларҙың һүҙҙәрен ысынға алып, фотоларҙан, китаптарҙан (унда ла фотолар туп-тулы), компьютерҙан (унда фотоларҙың ниндәйе генә юҡ) баш тартып, киренән мәмерйәләргә инеп йәшәйекме инде былай булғас? Ахмаҡлыҡтың, наҙанлыҡтың юҡтыр сиктәре, тип йәнә бер ҡабатларға тура килә. Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған фотоларға имандың ни ҡыҫылышы бар? Әхмәтзәки Вәлиди фотоларын, Салауат һындарын да, һәйкәлдәрен дә алып ташлайыҡмы? Ҡурайһыҙ башҡорт буламы? Элек дошмандар йорттарыбыҙҙы ғына түгел, халҡыбыҙҙы тереләй яндырып, бөтөн ҡәҙерле ҡомартҡыларыбыҙҙың көлөн күккә осороп, милли хәтеребеҙҙе юҡ иткән. Хәҙер ситтән килгән наҙан муллалар үҙебеҙҙең ҡулыбыҙ менән тарихыбыҙҙы, йолаларыбыҙҙы, үҙаңыбыҙҙы емергәнен хуплап ултырайыҡмы? Бер саҡ Өфө мәсеттәренең береһендә Урта Азия тарафтарынан килгән бер мулла: "Башҡорттар, ниңә һеҙ илегеҙҙе башҡа милләттәрҙән йәлләйһегеҙ, йәлләмәгеҙ, Аллаһ ерҙе тотош кешелеккә биргән", - тип вәғәз уҡығында, "Үҙ илеңә ҡайтып, үҙ халҡыңа һөйлә был вәғәзеңде", - тип, уның был сығышына ҡаршы сығыусылар булды, тип тә һөйләгәйнеләр.
Иман, дин - яуызлыҡтан баш тартыу, яуызлыҡҡа ҡаршы көрәш, шул көрәштә Аллаһҡа таяныу, ярҙам өмөт итеү. Ата-әсәңдең, туғандарыңдың, балаларыңдың стеналағы фотолары яуызлыҡмы? Һин ул фотоларға табынаһыңмы, әллә фотолағы ҡәҙерле һындарҙы, шулай уҡ зыяраттарҙағы зат-әҡрәбәләреңдең, әүлиәләребеҙҙең рухына һәр саҡ изге теләктә булып, Аллаһ ризалығы хаҡына доғалар менән иҫләйһеңме? Эскелек, наркоманлыҡ, наҙанлыҡ, ялҡаулыҡ, тәкәбберлек, көнсөллөк, телеңә, илеңә, милли йолаларыбыҙға тоғро булмау кеүек яуызлыҡтар - бына нимәләрҙе өйҙәрҙән генә түгел, йәндәребеҙҙән алып ташларға кәрәк. Күпме кеше эскелектән үлә, күпме ир-ат өйләнмәй, донъя көтмәй, балалар үҫтермәй, йәиһә сит дин, сит тел менән никахлашып, халҡыбыҙҙың һанын кәметә - бына былар иманға ла, дингә лә һыймай. Бер ваҡыт туған тейешле кешемдең ҡыҙы менән һөйләшкәндә үҙ халҡыңдың егете менән никахлашыу тураһында аңлаттым. "Һин башҡа милләтәрҙе яратмайһыңмы ни?" тине миңә был балаҡай. Һәм, әйтергә кәрәк, беҙҙең күпселек йәштәребеҙ шулай уйлап хаталана. Былай фекерләү иҫ киткес оло хата, яңылышыу. Был осраҡта эш яратыу йәки яратмауҙа түгел. Башҡа милләтте ихтирам итеүҙе тик уртаҡ мендәр, уртаҡ юрған, икенсе төрлө әйткәндә, енси мөнәсәбәттәр менән генә раҫларға ярамай. Башҡа милләткә кешеләрсә мөнәсәбәт енси бәйләнеште һис күҙ уңында тотмай. Әллә ундай ахмаҡтар дуҫлыҡтың нигеҙе тик енси мөнәсәбәттәр, тип аңлатырға маташамы? Улай булһа - был аҙғынлыҡ. Үҙ милли йолаларыбыҙҙы, динебеҙҙе ныҡ тотоп, башҡа милләттәргә ҡәҙимгесә күрше була белеү - беҙҙең милли йолаларыбыҙҙың нигеҙе булырға тейеш. Ә яҡшы күрше булғың килһә, бөтөн яҡтан алдынғы булырға тейешһең - был закон. Милли йолаларыбыҙҙы емереүгә юл ҡуйыу - иң ҙур иманһыҙлыҡ.
Һәр халыҡты үҙ милли йолалары халыҡ итеп йәшәтә. Үзбәктәр, мәҫәлән, кеше үлгәс, сәстәрен, кейемдәрен йолҡҡолап ҡысҡырып илай, мәйетте зыяратҡа йүгертеп алып бара. Ҡаҙаҡтар үҙҙәре землянкала йәшәһә лә, яҡындарының ҡәбере өҫтөнә мөһабәт ҡоролмалар төҙөй... Төркмәндәрҙең йоҡо бүлмәһендә борондан тәҙрәләр булмаҫҡа тейеш... Ғәрәп илдәрендә ҡатын-ҡыҙҙар кейемгә төрөнөп, тик күҙҙәре генә күренеп торорға тейеш... Ә башҡорттоң йолалары икенсе. Беҙҙең башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары, мәҫәлән, ире менән бер рәттән яуға сапҡан. Был да беҙҙең борондан килгән йәшәү рәүешебеҙ. Ғәрәп ҡатындары кеүек, тотош бөркәнеп йөрөһә, атҡа атланып, дошманға ташланыу түгел, кәзә көтөргә лә эшкинмәҫ ине.
Башҡорттар сит илгә барып, берәүгә лә үҙ йолаларын көсләп индермәй. Шуның кеүек, башҡа милләттәрҙең беҙгә көсләп үҙ йолаларын тағыуға юл ҡуйырға ярамай. Бер милләт тә үҙ ғәҙәттәренән баш тартырға йыйынмай, үҙ теле, үҙ йолалары менән йәшәй, сөнки йолалар - милләттең тамыры. Халҡыбыҙҙың милли йолаларын, үҙаңын юҡҡа сығарырға тырышыусыларға ҡаршы тороу - иманыбыҙҙың нигеҙе икәнен онотмайыҡ.

Айһылыу ХАСБУЛАТОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.04.14 | Ҡаралған: 2353

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru