«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
уҡытыусы һүҙе
+  - 

БАШҠОРТ ТЕЛЕБЕҘ ҮЛМӘҪ…
башҡорт үҙе телен күммәһә

Әлеге көндә донъялағы 6 мең телдең яртыһы юғалыу хәлендә. Ә башҡорт теленә бындай ҡурҡыныс янаймы?

Һуңғы йылдарҙа йәмғиәттә башҡорт телен дәүләт теле һәм туған тел булараҡ уҡытыу тураһында төрлө ҡараштар һәм фекерҙәр яңғырай. Бигерәк тә Федераль дәүләт белем биреү стандарттары инеү һәм мәктәптәрҙе оптималләштереү процесы башланыу менән башҡорт теле дәрестәре күпкә ҡыҫҡарҙы. Рус мәктәптәрендә белем алған күп кенә башҡорт балалары туған телен өйрәнеүҙән мәхрүм ителде. Алдағы йылдарҙа милли мәктәптәрҙә 11-се класс уҡыусылары башҡорт әҙәбиәтенән мотлаҡ имтихан тапшырһа, Берҙәм дәүләт имтиханы индерелеү менән был имтихан да юҡҡа сыҡты. Быйылғы йылға тиклем 9-сы класс уҡыусылары башҡорт теленән сығарылыш имтиханы (диктант) яҙһа, хәҙер инде был имтиханды уҡыусылар теләк буйынса ғына тапшырасаҡ. 9-сы класты тамамлап, техникумдарға, колледждарға уҡырға киткән уҡыусылар башҡорт теленән имтихан тапшырыуҙан бөтөнләй баш тартырға мөмкиндәр, сөнки ул уҡыу йорттары өсөн башҡорт теле кәрәкле имтихан һаналмай. Үкенескә ҡаршы, был осраҡ буйынса Мәғариф министрлығы тарафынан да бер ниндәй ҙә аңлатма ебәрелмәне.
Тимәк, башҡорт теле предметының бәҫе түбән төшәсәк, тигән һүҙ, һәм бында башҡорт теле уҡытыусыларын ғына ғәйепләргә ярамай. Ә ундайҙар табыласаҡ, йәнәһе, ниңә уҡыусыларығыҙ һеҙҙең предметығыҙ буйынса имтиханды һайламай, насар эшләйһегеҙ, телгә һөйөү тәрбиәләмәйһегеҙ һәм башҡалар. Өҫтән тороп ҡысҡырыусылар күп, ә ярҙам ҡулы һуҙыусылар юҡ. Күп тапҡырҙар түңәрәк өҫтәлдәрҙә, конференцияларҙа ҡатнашырға тура килә. Шунда трибуна артына тороп, уҡытыусыларҙы ғәйепләүселәрҙе лә тыңларға тура килә. "Мәғариф тураһында"ғы законды уҡығыҙ, директорҙарығыҙҙан башҡорт теле дәрестәрен кәметмәүҙе талап итегеҙ. Һеҙ үҙ мәктәбегеҙҙә үҙегеҙ эшләргә тейеш, эшләмәгәс, башҡорт теле дәрестәре кәмей", - ти улар. Уҡытыусы талап итеп йөрөһә, юғарылағы етәкселәр үҙҙәре нимә эшләй һуң? Тел менән бөтәһе лә һөйләй белә, ә аныҡ эш эшләргә кәрәк булһа, юҡҡа сығалар. Ысынлап та, барлыҡ уҡытыусылар ҙа законды белеп бөтмәйҙер, ә бит улар директорҙары алдында талаптар ҡуя башлаһа, йә йөрәк ауырыуы менән сирләйәсәк, йә эштән китергә мәжбүр буласаҡ.
Рәсәй Федерацияһының "Мәғариф тураһында"ғы законының 14-се статьяһында билдәләнеүенсә, Рәсәй Федерацияһы территорияһында урынлашҡан республикалар мәғариф учреждениеларында үҙҙәренең дәүләт телдәрен уҡыта алалар. Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы, Рәсәй Федерацияһы граждандарының мәктәпкәсә белем биреү, башланғыс белем биреү, дөйөм урта белем биреү учреждениеларында туған телдәрен өйрәнеү хоҡуҡтары бар. Был хоҡуҡ Башҡортостан Республикаһының "Мәғариф тураһында"ғы законының 6-сы статьяһы менән дә нығытылып ҡуйылған.
Федераль дәүләт белем биреү стандартының 6-сы пункты ла туған телде уҡытыу һәм өйрәнеүҙе һыҙыҡ өҫтөнә ала: "Стандарт Рәсәй Федерацияһының күп милләтле халҡының мәҙәниәтен, телен һаҡлауға, үҫтереүгә, туған телде өйрәнеү, башланғыс белемде туған телдә алыу хоҡуғына йүнәлтелгән…" Ошо уҡ Стандарттың 19.3 пунктында яҙылыуынса, уҡыу пландары Рәсәй Федерацияһының мәғариф өлкәһендәге законына ярашлы туған (рус булмаған) телде һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт телен уҡытырға, туған телде өйрәнергә мөмкинлек тыуҙыра һәм кластар (йыл) буйынса телде өйрәнеүгә йүнәлтелгән сәғәттәр һаны бүленешен тәьмин итә.
Шулай уҡ Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль Ассамблеяһы 1989 йылдың 20 ноябрендә ҡабул иткән Балалар хоҡуғы тураһындағы Конвенция ла һәр баланың үҙ туған теленә, мәҙәниәтенә, диненә хоҡуғы барлығын билдәләй. Тимәк, беҙ, башҡорттар, телебеҙҙең ҡәҙерен дә, шулай уҡ ошо атап үтелгән документтарҙы, уларға ярашлы хоҡуҡтарыбыҙҙы ла белеп бөтөрмәйбеҙ. Эш үткәс кенә ҡыбырҙай башлайбыҙ. Рәми Ғариповтың шундай бер шиғыры бар:
Беҙ, башҡорттар,
аттарыбыҙ һымаҡ,
Үтә сабыр, үтә түҙемле.
Әммә, бер ярһыһаҡ,
тотоп тыйып булмай,
Тартһаң да ныҡ теҙгенде...
Шулай, аттарыбыҙ һымаҡ, ярһып сабабыҙ ҙа, үкенескә күрә, тағы тынысланабыҙ. 90-сы йылдарҙан һуң телебеҙҙең ҡулланыу даирәһе ныҡ ҡына киңәйгәйне. Хәҙер позициябыҙҙы артҡа ҡалдыра башланыҡ. Берәүҙәр тел һағына баҫҡанда, икенселәр, телде былай ҙа беләбеҙ, уны мәктәптә өйрәнеп, ваҡыт үткәргәнсе, икенсе кәрәкле предметтарҙы уҡырға кәрәк, тигән фекерҙә. Күп башҡорт директорҙары мәктәптә телде һаҡлауға иғтибар итмәй: тимәк, маңҡорттар. Мәҫәлән, Ишембай ҡалаһы һәм районы мәктәптәрендә белем алған 9 меңдән ашыу уҡыусының 4 меңгә яҡыны башҡорт милләтенән. Шуларҙың 55 проценты башҡорт мәктәптәрендә, ә 45 проценты рус мәктәптәрендә уҡый. Рус мәктәбендә уҡыған 500-ләп башҡорт балаһы башҡорт теле урынына туған тел булараҡ рус телен уҡый. Рус мәктәптәрендә барлығы туғыҙ ғына башҡорт класы бар: 14-се мәктәптә - 2, Башҡорт кадет мәктәбендә - 2, Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбендә 5 башҡорт класы. Бындай күренештәр башҡа ҡала һәм райондарҙа ла бихисап. Ошонан һуң телгә, илгә һөйөү, рух тәрбиәләү тураһында ниндәй һүҙ алып барырға мөмкин?
Ишембай ҡалаһында милли мөхиттә тәрбиә алып барған бер генә мәктәп - Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Башҡорт гимназия-интернаты ғына бар. Гимназияла 772 уҡыусы белем ала, шуларҙың 478-е - ҡала балалары. Әммә Ишембайҙағы 2 меңгә яҡын башҡорт милләтенән булған уҡыусыны милли рухта тәрбиәләй алыусы тағы бер башҡорт мәктәбе кәрәклеге күптәрҙең телендә һәм күңелендә. Әммә ошо сетерекле мәсьәләнән сығыу юлында ата-әсәләрҙең дә, ҡала етәкселәренең дә ныҡышмаллығы етешмәй әлегә. Һүҙемде Р. Ғариповтың шиғыр юлынан бер өҙөк менән тамамлағым килә:
Халҡым тел тыуҙырған.
Бөйөк бер тел!
Теле үлмәҫ, үҙе үлмәһә…
Үҙе үлмәҫ, күрер киләсәкте,
Үҙен-үҙе әгәр күммәһә…

Рифат ӘЙҮПОВ,
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле уҡытыусыһы.
Ишембай ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.04.14 | Ҡаралған: 2392

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru