«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
эшлеклеләр ҡоро
+  - 

ЭШҠЫУАРЛЫҠТЫ АУЫҘЛЫҠЛАУ ҺӘЛӘТЕМ...
аҫау айғырҙы меңгегә өйрәтеүҙән башланды

Әхмәт АҪЫЛБӘКОВ Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы: уңышлы эшҡыуар булғың киләме? Улайһа, ҡулыңа ҡәләм ал да, бөгөнгө әңгәмәсебеҙ - "УрманСтрой" компанияһы директоры Әхмәт АҪЫЛБӘКОВ кәңәштәрен ҡуйын дәфтәреңә теркәп ҡуй. Әхмәт Мәүлембирҙе улы әйтеүенсә, ул бала саҡтан уҡ аҡсаны нисек эшләргә кәрәклеген яҡшы белгән. Әле ул тотош районды бөлгөнлөктән сығарыу механизмын беләм, ти. Һүҙ - ҡунағыбыҙға.

Аҡса эшләү серен белеүем...

Ун балалы ишле ғаиләлә туғыҙынсы бала булып үҫтем. Тыуған ауылыбыҙ Ҡаранйылғала (Ғафури районы) урта белем алдым. Рәсем дәрестәрен үҙ иттем, һүрәттәр төшөрөргә яраттым. Алғараҡ китеп булһа ла әйтәйем - бала саҡтан ылыҡтырған ошо һөнәремдең оло тормошҡа аяҡ баҫҡас та кәрәге тейҙе. Был хаҡта аҙағыраҡ ентекләберәк һөйләп үтермен. Ә әлегә минең мәктәп йылдарына әйләнеп ҡайтайыҡ.
Урта синыфтарҙа уҡығанымда булһа кәрәк, йәйге каникулда Ырымбур өлкәһендә йәшәүсе ағайыма ҡунаҡҡа барғайным. Көндәрҙән бер көндө колхоздың йылҡы көтөүенә көтөүсе эҙләүҙәрен ишетеп ҡалдым. Күп тә үтмәй, бейә өҫтөндә йылҡы көтөп йөрөй инем инде. Ул йәйҙе шулай көтөүсе ролендә үткәрҙем. Уның ҡарауы, яңы уҡыу йылына кейем һатып алырлыҡ аҡса туплап алдым. Ҡыш үтеп, йәйге каникулдарым башланғас, элекке атай-олатайҙар еренә тағы йылҡы көтөргә юлландым. Был юлы бер аҫау айғырҙы менгегә өйрәтһәң, 250 һум (ул мәл өсөн арыу ғына аҡса) биреүҙәре тураһында ишетеп, йәй эсендә, башҡа йылдарҙа ла, бер-нисә аҫау айғырҙы, бер тапҡыр ҙа муйынына ҡороҡ һалынмаған бейәләрҙе өйрәтеп, тәжрибә тупланым. Аҡсаһына ҡыҙығып башлаған был шөғөл, йәғни йылҡы көтөү, ат өйрәтеү булмышымды ялманы ла ҡуйҙы. Малҡайҙарҙы ҡулға эйәләштерә-эйәләштерә, сабыр булһаң, кәрәк саҡта ҡатылығыңды ла күрһәтһәң, тормош юлында осраған теләһә-ҡайһы "аҫау" холоҡло ағай-ҡустылар менән дә уртаҡ тел табырға була икән, тигән һабаҡты ла үҙләштерҙем. Ошо урында әрмелә үҙемдең хеҙмәттәштәрҙең сәсен алып, килем алыуым тураһында ла әйтеп үтке килә. Ҡыҫҡаһы, аҡса эшләү серен бала саҡтан уҡ белдем.

Ҡалымда... балта оҫталығына өйрәндем

Мәктәпте, унан һуң Стәрлетамаҡ һөнәрселек училищеһын (электрик һөнәре буйынса), һынлы сәнғәт мәктәбен тамамлағас, ошо ҡаланың бер заводында электрик булып эш башланым. Ун һигеҙ йәшем тулғас, әрмегә алдылар. "Һалдат һурпаһы"н татып ҡайтҡас, ошо уҡ заводта эшләүемде дауам иттем. Дөрөҫөн әйткәндә, завод эше әллә ни күңелгә ятманы: әлеге лә баяғы, аҡса наҡыҫлығы. Шуға, буш ваҡытта ағайымдар менән төрлө ҡалымға - түшәм ябыу, диуарҙар эшләү, хатта бура бурау кеүек эштәргә даими йөрөй башланым. Бармаҡтар эскә кәкерәйеп ҡатҡансы бура бурай торғайныҡ. Үҫмер саҡтан уҡ балта тотоп, икмәк табырға була икәнлеген төшөнгәс, ниндәй эш килеп сыға, барыһына ла "йомола" инек шулай. Ҡалымда, йәғни, шул эштә йөрөүселәр теле менән әйткәндә, "шабашка"ларҙа йөрөп, 200 мең самаһы башланғыс капитал туплағас, заводтағы эшемдән китеп, дүрт егет менән бригада төҙөп, дәүләт теркәлеүе үтеп, заказдар буйынса төрлө төҙөлөш эштәре атҡара башланыҡ. Ауырлыҡтар ҙа булды, ләкин беҙ уларҙы йырып сыға алдыҡ. Бер кешенең йортон төҙөп бөтөүгә, "йәүкә телефон" аша беҙҙе бүтәндәр ҙә эшкә саҡыра башланы. Төҙөлөш, ремонт эштәрен юғары сифатта башҡаралар, тигән даныбыҙ тиҙ арала алыҫтарға таралып та өлгөрҙө.
Күп тә үтмәй, 2008 йылғы иҡтисади көрсөк башланды һәм эшһеҙ ҡалған күп ауылдаштар минең бригадаға килеп ҡушылды. Баштан уҡ аҡыллы, сәләмәт тормош алып барған егеттәр менән эш башлағас, уңышҡа өлгәштек. Мин, ғөмүмән, эскелек менән дуҫ кешеләрҙе эшкә алмайым. Эсә икән - китә, эсмәһә - эшләй. Коллективым ауылдаштарымдан һәм күрше ауыл кешеләренән тора. Ҡала егеттәре килеп, беҙҙең менән бергә эшләп ҡарағаны булды, тик эшләй алманылар. Беҙҙең эштә "елкә" кәрәк шул. Ул яҡтан ауыл егеттәренә еткәндәр юҡ инде барыбер.
Ә шулай ҙа бер йоҙроҡҡа тупланып, бер төптән эшләһәң генә уңышҡа өлгәшеп була икәнен дә беләм. Минең менән тәүге көндән эшләгән егеттәр әле минең янда, улар мине ташлап, икенсе эшкә күсмәнеләр. Тимәк, эш хаҡының муллығы (40-70 мең), айыҡ коллектив менән эшләү ылыҡтыра уларҙы ла. Ҡайһы бер объекттарҙан үҙемә килем сыҡмаһа сыҡмай, әммә егеттәремә һәр саҡ тейешле кимәлдә эш хаҡы бирәм. Етәксе кеше үҙенең хеҙмәткәрҙәрен иң тәү сиратта ҡайғыртырға тейеш, тигән ҡараштамын. Эшсеңде бер ваҡытта ла хәстәреңдән мәхрүм итергә ярамай. Киреһенсә, үҙ эшенә яуаплы ҡараған эшселәргә эш хаҡын арттырыбыраҡ түләргә кәрәк. Мин шулай итәм дә. Оҫталарҙың 70-әр мең һум эш хаҡы алған айҙары була. Уларға шундай мөнәсәбәт булғас, барыһы ла эшен 100 процент сифат менән башҡарырға тырыша.

Һалған йорттарыбыҙҙан һәр кем ҡәнәғәт

Клиенттар ниндәй йортҡа заказ бирә, үҙебеҙ уның планын төҙөп, бер, ике ҡатлы, мансардалы йорттарҙы төҙөп бирәбеҙ. Рәссам һөнәренә уҡыуым ошо эштә бик ярап ҡалды, сөнки бөтөн эскиздарҙы ла үҙем эшләйем. Өйҙәребеҙ уңайлылыҡ, зауыҡ йәһәтенән бик матур килеп сыға. Ағасты Бөрйән районынан, ә төҙөлөш өсөн башҡа материалдарҙы сит өлкәләрҙән күмәртәләп һатып алабыҙ. Төҙөлөш материалдарын күмәртәләп һатыусы ойошмаларҙан алғанға күрә, йорттар төҙөүгә сығымдар аҙыраҡ китә. Был, үҙ сиратында, беҙҙең хаҡтарҙы ла осһоҙораҡ итеүгә булышлыҡ итә. Стәрлетамаҡта үҙебеҙҙең пилорамабыҙ бар, шунда бүрәнәләрҙе кәрәкле формаға килтерәбеҙ ҙә, төҙөлөшкә ебәрәбеҙ. Хәҙер күптәр брус өйҙәргә өҫтөнлөк бирә, шуға беҙ ҙә күпселек осраҡта ошо материал менән эш итәбеҙ.
Әлеге көндә ун бригадабыҙ бар, улар ете обьектта эшләй. Ҡыш көнө күп кенә төҙөүселәр эшһеҙ ултырған саҡта, беҙҙең ҡулдан балта төшкәне, эш туҡталып ҡалғаны юҡ. Эшемде ойоштороу өсөн урынбаҫарҙар, бухгалтерҙар тотмайым - офис-менеджерҙы иҫәпкә алмағанда, барлыҡ мәшәҡәттәрҙе лә үҙем атҡарам.

Ауылым, ауылдаштарым...

Былтыр күрше Сәйетбаба ауылы аҡһаҡалы Ғиндулла Шәйәхмәтов ағай миңә шылтыратып: "Ҡустым, һеҙҙең ауылда "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамы үткәрергә ине, уны үткәреүгә финанс ярҙамы күрһәтә алмаҫһыңмы?" - тине. Мин: "Күпме кәрәк?" - тип һорағас, "Ватмандар алырлыҡ ҡына", - тигән яуап ишеттем. Шунан был байрамды үткәреү инициативаһын үҙ ҡулыма алдым. Ауылда йәшәгән бер туған апайым байрамды ойошторорға ярҙам итте. Ишле ғаиләлә үҫкәнгә, күп балалы ғаиләләрҙең ҙур ауырлыҡтар кисереп йәшәүен белгәнгә күрә, байрамда ошондай ғаиләләргә матди ярҙам да күрһәтергә булдым. Байрам уңайынан һәр ғаиләгә берәр тоҡ он һәм берәр тоҡ шәкәр тараттым. Бынан тыш, Стәрленән ашнаҡсылар килтереп, ике ҙур ҡаҙанда былау бешереп, барыһын да тәмле аш, сәй менән һыйланым, балаларға уҡыу кәрәк-яраҡтары өләштем. Халыҡ бик ҡәнәғәт ҡалды. Байрамға килгән ауыл етәкселеге минең пландарым менән ҡыҙыҡһынды. Мин: "Ер бирһәгеҙ, ауылда туризм үҙәге асыр инем", - тип күптәнге хыялымды һөйләп бирҙем. Ауылды туризм үҙәге итер сәбәбе лә бар бит: беҙҙә бөйөк ғалим Жәлил Кейекбаев тыуған, уның йорт-музейына кеше былай ҙа күп килә. Унан һуң, ауылыбыҙ шундай матур урында урынлашҡан. Ошо матурлыҡты "Һаҡлаулы зона" тип иғлан итеп һаҡлауҙары ла тәбиғи. Әлбиттә, район етәкселәре минең тәҡдимде хуплаған һымаҡ булһа ла, ер мәсьәләһе хәл ителмәгән әле. Ә шулай ҙа был хыялымды ла тормошҡа ашырырмын тип ышанып йөрөлә.
Әйткәндәй, "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамынан һуң ауылым, ауылдаштарым тураһындағы хәстәрҙе үҙ иңемә ныҡлап йөкмәнем дә ҡуйҙым. Байрамда, ауыл зыяраты кәртәһен яңыртайыҡ, тигән идеяны яңғыратҡайным, ауылдаштар уны күтәреп алды. Кем күпме бирә ала, аҡсаһын да йыйҙылар. Үҙемдән дә аҡса өҫтәп, егеттәр менән материал алып ҡайтып, был эште атҡарып та ҡуйҙыҡ. Мәктәп ихатаһы буялмай тора ине, уны буяттыҡ. Оло йәштәгеләр көнөн, Яңы йыл байрамын күңелле итеп ойошторҙоҡ, иҫтәлекле бүләктәр, балаларға Ҡыш бабай күстәнәстәре өләштек. 23 февраль, 8 март байрамдарына "Йәгеҙ, әле, егеттәр!", "Йәгеҙ, әле, ҡыҙҙар!" конкурс-ярыштары үткәрҙек, йәй баштарында һабантуй байрамы үткәрергә планлаштырабыҙ. Был байрамда матур итеп көрәш майҙаны ла ойошторасаҡбыҙ, сәхнәнән республикабыҙҙа киң билдәлелек яулаған артистар сығыштары ла көтөлә.
Төҙөлөш менән бәйле пландарға килгәндә, минең менән бергә эшләгән егеттәргә лә, үҙемә лә ауылыбыҙҙа йорт төҙөргә тип хәл иткәнбеҙ.
Ауылымды яратыуым, уны хәстәрләүем юҡҡа түгел: мин унан көс-ҡеүәт, дәрт-дарман алам. Эшкә бары ауылдаштарҙы һәм күрше сәйетбабаларҙы ғына алғанға күрә, минең бизнестан килгән аҡса ла беҙҙең төбәкте күтәреүгә китә бит. Миндә эшләгән егеттәр ауылда йорттар төҙөй, ата-әсәһенең йорт-ҡураһын бөтәйтә, тимәк, ауылға йән инә. Киләсәктә ауылға "зәңгәр яғыулыҡ" та индерергә уй бар. Әлегә утын яғып этләнәләр. Газ үткәртеү мәсьәләһе менән район хакимиәте юлын йыш тапарға тура килә. "Ярҙам итербеҙ" тиҙәр ҙә ул, әлегә алға китеш һиҙелмәй. Әйткәндәй, ауылға күп иғтибар бүлеүем үҙҙәренең вазифаһы, креслоһы өсөн бошонған кемдәргәлер оҡшап та етмәйҙер. Эшкә аяҡ салыуҙарына ҡарағанда, шулай тойола. Әммә мин ниндәйҙер вазифаға ынтылмайым, ынтылмаясаҡмын да. Минең үҙ вазифам бар һәм ул мине тулыһынса ҡәнәғәтләндерә.
Мин ауылды ғына түгел, ә тотош районды күтәреү механизмын беләм. Әммә әлегә был серҙе аса алмайым, сөнки эштең бәрәкәте китә. Беҙҙең районды ғына алайыҡ: әллә күпме баҫыуҙар эшкәртелмәй ята бит! Ғөмүмән, Башҡортостаныбыҙҙы күтәреү өсөн дә мөмкинлектәр туп-тулы, уларҙы файҙалана белергә генә кәрәк.

Уңышлы эшҡыуар булыр өсөн...

Хәҙерге мәлдә күптәр бары тик маҡталыр өсөн генә эшләгән һымаҡ тойола. Мин халҡымдың сауабы өсөн эшләйем. Ысын эштәр эшләмәһәң, халыҡтың ризалығын алып булмай ул. Алдаҡты, ике йөҙлөлөктө халыҡ тиҙ рисуай итә. Ғөмүмән, алдашырға ярамай. Уңышлы эшҡыуарҙар бер ҡасан да алдашмай. Биргән кешенең ҡулы ҡоромай, тиҙәр бит, халыҡтан бер нәмәңде лә йәлләргә ярамай. Шунһыҙ, артабан үҫешә алмаясаҡһың. Тағы шундай кәңәш: эшеңде асыр алдынан ошо өлкәлә үҙең эшләп, тәжрибә, оҫталыҡ туплау кәрәк. Бына мин, мәҫәлән, үҙебеҙ төҙөгән берәй өйҙөң түбәһе насар ябылыуын алыҫтан уҡ күреп, һүттереп, ҡабаттан ябырға ҡуша алам. Бизнеста иң мөһиме - һиңә тоғро кешеләрҙе йәлеп итеү һәм үҙеңдең был эшкә теләгең булыу. "Тиҙәктән дә аҡса эшләргә була", тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Мәҫәлән, минең юлдан китергә уйлаһаң, 4-5 оҫта тап та, 40 меңгә эш ҡоралдары һатып алып, түшәмдәр ябырға тотон! Әлбиттә, үҙең дә ситтән ҡарап торма - ҡушылып эшлә, өйрән.
Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйтке килә: тиҙҙән бөтөн кешеләр ҙә ауылға күсеп бөтәсәк. Барыһының да таҙа һауала йәшәгеһе килә. Шулай булғас, ауылдарыбыҙға үҙебеҙҙең йәштәребеҙҙе ҡайтарыу сараһын күрәйек!

Шулай итеп...
Әхмәт Аҫылбәков менән һөйләшеү һығымтаһы шул: беҙ барыбыҙ ҙа нимәне булһа ла яҡшы итеп эшләй беләбеҙ. Кемдер тәмле итеп сәй яһай, кемдер оҫта итеп ошо сәйҙе эсә белә... Тәүгеһе сәйхана асһа, клиенттары өҙөлмәҫ, ә икенсеһе, мәҫәлән, сәйҙәрҙе маҡтаған рекламала төшөп, аҡса эшләүе мөмкин. Ә һинең, уҡыусы, нимә эшләһәң, күңелең елкенеп, дәртең ташып китә? Ана шундай эште тап та, кешеләргә хеҙмәт ит һәм файҙаһын күр! Тағы, туған-тыумасаңды, ил-йортоңдо, бәләкәй Ватаныңды онотма!


Илгиз ИШБУЛАТОВ яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.04.14 | Ҡаралған: 1915

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru