«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
диалог
+  - 

ВЕТЕРАНДАР ХӘҠИҠӘТЕ...
йәш быуынға ла һабаҡ бирһен

Алтмыш туғыҙынсы тапҡыр Еңеү көнөн байрам итәбеҙ. Йылдар менән бергә ошо еңеүҙе яулаған ветерандар һаны ла кәмей бара. Улар менән бергә хәтер ҙә китә. Еңеүселәр, улар хаҡында иҫтәлектәр китаптарҙа, фильмдарҙа йәшәй йәшәүен. Ләкин XX быуаттың иң оло афәтенең ғибрәте онотола. Еңгәндәр ҙә, еңелгәндәр ҙә онота уны. Әле бер ерҙә, әле икенсе урында дәүләттәр ҡоралға тотона. Нисек тоя үҙен был мәлдә һуғыш афәтен үҙ иңендә күтәргән ветерандар? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, өлкән журналист-яҙыусы Рамаҙан Нурғәли улы ҠОТОШОВ менән Башҡортостан Республикаһының Ветерандар советы рәйесе Марат Сабит улы МУЛЛАҒӘЛЛӘМОВҡа мөрәжәғәт иттек.

Бөйөк Ватан һуғышы ауырлыҡтарын кисергән оло быуын кешеләре әле донъяла барған низағтарҙы, фетнәләрҙе, ғөмүмән, төрлө заман һынауҙарын нисек ҡабул итә, нисек кисерә икән?
Рамаҙан ҠОТОШОВ Рамаҙан Ҡотошов: Һуғыш ваҡытында окопта ятҡан мәлдәребеҙҙә "Бына ошо ҡәһәрле һуғыш бөтөр ҙә, әҙәм балаһы башҡа бер тапҡыр ҙа һуғыш ҡоралына тотонмаҫ", тип уйлай торғайныҡ. Ул һуғыш тамамланғандан һуң етмеш йылға яҡын ваҡыт үтте, әммә ошо ваҡыт эсендә донъяла бер генә тыныс көн булды микән? Йә бер урында, йә икенсе урында үлтереш уты ҡабынып ҡына торҙо. Киләһе һуғыштың Бөйөк Ватан һуғышынан да ҡурҡынысыраҡ булыуы ихтимал бит, тигән шом бер ваҡытта ла күңелгә тынғы бирмәне. Бөгөн был ҡурҡыныс йәнә илебеҙ сиктәренә үк килеп етте. Күрше Украинала болғаныш бара. Әгәр ҙә унда граждандар һуғышы башланып китһә, туғандар бер-береһен үлтергән ошо һуғыштан да яманы булырмы икән? Аллаһ һаҡлаһын!
Нимә уйлай әҙәм балаһы, ниңә һуғышһыҙ йәшәй алмай? Ниңә сиге булмаған, ғәҙеллек менән бүлгәндә барыһына ла еткән байлыҡтарҙы бүлешә алмайбыҙ? Ниңә ил башлыҡтары быға юл ҡуя, ниңә көсөргәнешле мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеп хәл итмәй? Ошо һорауҙар тынғы бирмәй. Һуғыш тоҡанып китһә, кешелек бик ҡыйын хәлдә тороп ҡаласаҡ бит. Әлеге һуғышты теге һуғыш менән сағыштырыу мөмкин түгел. Теге һуғышта беҙ окоптарға йәшенһәк, иҫән ҡаласағыбыҙға шикләнмәй инек. Исмаһам, тере ҡалыу мөмкинлеге ҙур ине. Ә хәҙерге ҡоралдар, атом бомбалары - улар кешеләрҙе генә түгел, бар тереклекте юҡ итеү көсөнә эйә. Башҡортостан кеүек территориялағы бар халыҡты ҡырып бөтөү өсөн бер бомба етәсәк. Был ҡурҡыныс беҙгә генә түгел, бөтә илдәргә, халыҡтарға ла янай. Һуғыш ҡурҡынысын бөтөрөп, ҡоралланыуҙағы уҙышыуҙы туҡтатып, килешеү өҫтәленә ултырмаһаҡ, кешелек юҡҡа сығыуы мөмкин.
Бар ошо низағтарҙың нигеҙендә ҡомһоҙлоҡ, нәфсе ята икәне ап-асыҡ. Һуғыштар ошо сәбәптәрҙән башлана. Уны нәфсеһенә баш булмаған берәү башлай, ә ябай халыҡ ҡырыла. Кешенең яман яғы был.
Әлеге көндә беҙҙең илдә идеология, уртаҡ маҡсат, ҡиммәттәр юҡ. Совет осоронда ундай идеология бар ине. Халыҡ, коммунизм төҙөйбөҙ, тип тырышты. Коммунизм идеяһы - ул яҡшы тормош, һәр кем өсөн яратҡан хеҙмәт, балалар үҫтереү, уларға лайыҡлы белем биреү һәм башҡа изге маҡсаттарға ынтылыш идеяһы ине. Ә хәҙер нимә төҙөйбөҙ беҙ? Коммунизм идеяһын кәрәкмәгән нәмә тип юҡҡа сығарғас-сығарғас, уның урынына тормошто алға алып барырҙай башҡа идеялар уйлап сығарырға кәрәк ине бит. Хәҙер тормошобоҙҙа оло бушлыҡ барлыҡҡа килде. Уны кем тултырыр? Дингә ҡайтабыҙ, дингә ылығабыҙ, тибеҙ, әммә дин ошо бушлыҡты тулыһынса тултыра микән? Эйе, һәр ерҙә мәсеттәр ҡалҡа, әммә уларға халыҡ йөрөмәй. Дин әһелдәренең һүҙе, тауышы халыҡҡа барып етмәй әле һаман. Халыҡҡа еткерерлек итеп вәғәз тотор абруйлы дин әһелдәре лә бармаҡ менән һанарлыҡ. Ә шулай ҙа дөйөм дәүләт идеологиялары күтәрелмәгән бөгөнгө мәлдә барыбер ҙә өмөт динебеҙгә барып терәлә...
Марат МУЛЛАҒӘЛЛӘМОВ Марат Муллағәлләмов: Халҡыбыҙҙың ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ өлгөһөн һынландырған Еңеү көнө беҙҙең республика халҡы өсөн дә ҙур байрам ул. Һандар теле менән һөйләгәндә, Башҡортостандан ғына 600 меңдән ашыу кеше фронтҡа алына. Уларҙың яртыһынан күберәге, 322 меңе, яу яландарында ятып ҡала. Беҙҙең республиканан һуғышҡа алынған яугирҙарҙың 278-е Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Улар араһында тиңһеҙ батырлыҡ өлгөһө күрһәткән - күкрәктәре менән амбразура утын ҡаплаған Матросов-Мөхәмәтйәнов, Ғөбәйҙуллин да бар. Көйөргәҙе районында Кинйә Абыҙ тип аталған ҙур булмаған башҡорт ауылы бар. Ошо ауылдан ғына ла 3 Советтар Союзы Геройы сыҡҡан. Һуғыш йылдарында беҙҙең республика фронтҡа 160 миллион бот иген, 980 мең центнер ит ебәргән. Республикала 5 миллион тонна нефть сығарылған, һәр өсөнсө танк, һәр бишенсе самолет беҙҙең яғыулыҡ менән алға ынтылған. Тимәк, республика халҡы фронтта ла, тылда ла ошо еңеүҙе яҡынайтыуға, яулауға үҙ өлөшөн индергән. Әммә был ҙур Советтар иле халыҡтарының уртаҡ еңеүе. Шуға күрә лә ошо һуғыш ыҙаларын бергә-бергә күтәрешкән кешеләрҙең балалары, ейәндәренең дөйөм тарихыбыҙға төкөрөп тигәндәй ҡарауына йән әрней. Украинаны әйтәм... Әлбиттә, мин бар украиндар ҙа беҙгә, Рәсәй халҡына нәфрәт менән ҡарай, тип әйтмәҫ инем. Быға ышанырлыҡ түгел. Совет осоронда Украинала булырға тура килде, ул ваҡытта әле ул союздаш республика ине. Рәсәйгә ҡарата мөнәсәбәттәре яҡшы ине ундағы халыҡтың. Башҡортостан менән дә дуҫлыҡ ептәре бәйләй украиндарҙы. Һуғыш йылдарында күп предприятиелар, дәүләт ойошмалары, зыялылар Украинанан Өфөгә эвакуацияланған. Был хаҡта беҙҙә лә, уларҙа ла яҡшы хәтирәләр һаҡлана. Шуға ла украин халҡының күпселегенең әле барған авантюраға ҡыҫылышы юҡтыр, тип ышанам.
Эйе, Украина тирәләй ҡуйырған хәлдәр ябай түгел. АҠШ, НАТО-ға көслө Рәсәй кәрәкмәй, шуға ла улар төрлө юлдар менән - иҡтисади яҡтан да, сәйәси яҡтан да илебеҙҙе ҡыҫырға теләй. Тарихтан белеүебеҙсә, был беренсе тапҡыр ғына түгел. Әммә был юлы ла беҙҙе ҡурҡытырға тырышыу килеп сыҡмаҫ, тип ышанам. Рәсәй күп милләтле дәүләт. Илһөйәрлек тә әле ҡоро һүҙ генә булып ҡалмағандыр. Шулай ҙа шомландыра. Хәлдәрҙең киҫкенләшеп китеүе бер кемгә лә файҙа килтермәйәсәге көн кеүек асыҡ. Араларҙы боҙмаҫҡа, аралашыу ишектәрен япмаҫҡа ине. Ошондай хәлдә Ҡырым, Севастополь үҙенең киләсәге өсөн дөрөҫ юл һайланы, тип уйлайым. Әлеге ваҡытта Украинаның көнсығыш төбәктәренең федерализм яҡлы булыуын да дөрөҫ тип табам. Ни өсөн тигәндә, бер нисә милләтле дәүләт өсөн был иң уңайлы юл. Тик идеаль федераль ҡоролошо булған Американың ғына ошо талаптарға ҡаршы булыуын аңлай алмайым. Был бары Рәсәйгә баҫым яһарға тырышыу ғыналыр инде. Эйе, беҙҙе, өлкән быуынды, илебеҙҙәге хәл ителмәгән башҡа мәсьәләләр ҙә борсой. Мин социаль пландағыларын ғына күҙ уңында тотам әле. Халыҡтың социаль хәле, социаль именлеге нимә икәнен бер ҡасан да оноторға ярамай. Ошо именлек, уңайлыҡтар өсөн халыҡ быуаттар буйы һуғышҡан, һуғышырға мәжбүр булған. Айырым кешеләр, чиновниктар, етәкселеккә яҡын булған олигархтар дөйөм байлыҡты үҙләштереүҙе туҡтатһын, халыҡҡа тәғәйен "ризыҡты" ҡомһоҙ эт кеүек ашамаһын ине, тип әйтке килә. Был бик етди мәсьәлә.
Хәл ителергә тейешле мәсьәләләрҙе һанай китһәң, осона сығып булмаҫ. Берҙән, эш хаҡтарын, пенсияларҙы тейешле кимәлгә күтәрмәйенсә тороп, тормошобоҙҙоң алға китеше хаҡында һүҙ йөрөтөү мөмкин түгел. Икенсенән, ауылдарҙың бөтөүе менән дә бер нисек тә килешеп булмай. Өсөнсөнән, балалар юҡ, тип мәктәптәрҙе ябыу башҡа һыймаған хәл. Ата-әсәләр ауыр тойғо, борсолоу менән беренсе синыфта уҡыған балаһын тиҫтәләрсә саҡрым арала ятҡан ауылға уҡырға йөрөтөргә мәжбүр. Юрамал эшләнәме был, әллә заманы шулаймы, һис аңлашылмай. Ауылдарҙы йәшәтеү өсөн эш урындары кәрәк икәне бәхәсһеҙ, ә бының өсөн коллектив хужалыҡтарҙы тергеҙеү кәрәк. Шунһыҙ, ауыл хужалығын нисек күтәрмәк кәрәк? Ауыл хужалығын бөлдөрҙөк тә, сит ил аҙыҡ-түлегенә көнөбөҙ ҡалды. Хәҙер магазиндарҙағы тауарҙың 80 проценты ситтән килтерелгән. Ҡара тупрағы булмаған Мысыр, Израилдең картуфын ашайбыҙ.
Ҡалаларҙа ла сәнәғәт предприятиелары эшләүҙән туҡтаны. Оффшор фирмалар барлыҡҡа килде. Был бит илде асыҡтан-асыҡ талау, үҙ халҡыңды хөрмәт итмәүҙең асыҡ миҫалы. Ошо хәлдәргә юл ҡуйыусылар илһөйәрлек хаҡында һөйләй аламы? Украиналағы ғына түгел, Ҡырғыҙстанда, элекке башҡа союздаш республикаларҙа булған низағтар нигеҙендә лә социаль мәсьәләләр һуңғы роль уйнаманы. Беҙ хәлдәрҙең киҫкенләшеп китеүен теләмәҫ инек. Ләкин иң киҫкене - милли мәсьәлә. Жириновский кеүек дыуамал баштарҙың Рәсәйҙең урыҫ булмаған милләттәре адресына ҡарата әйтелгән мыҫҡыллы һүҙҙәре, милли республикаларҙы бөтөрөргә тәҡдим итеүе дәүләт сәйәсәтендә яҡлау табып, тормошҡа ашырылып ҡуймағайы, тип тә уйлана бөгөн өлкән быуын...

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын төрлө льготалар, пенсия менән булһа ла ҡыуандырыу - дәүләт бурысы. Ул нисек тормошҡа ашырыла? Оло быуынға тейешле иғтибар, хөрмәт күрһәтелә, тип иҫәпләйһегеҙме?
Рамаҙан Ҡотошов: Беҙҙең ил - еңеүсе ил. Еңеүсе ил булғас, ана шул еңеүҙе яулаған, тәьмин иткән кешеләрҙе ҡәҙерләп, ҙурлап, бар яҡлап хөрмәт күрһәтергә тейешбеҙ. Әлбиттә, ул хөрмәт етерлек түгел, тип уйлайым. Нимәлә сағыла һуң был? Һуңғы ваҡытта, һуғыш ветерандарына фатир бирергә кәрәк, тип күп һөйләнделәр. Ҡайһы бер ветерандарға был бәхет тәтене, әммә бәғзе берәүҙәргә ул тәтемәне. Урындағы власть әһелдәре ул ветерандарҙың фатир буйынса һорауын кисектереү өсөн төрлө һылтау эҙләүҙе дауам итә. Йәнәһе, уларҙың йәшәгән йорто бынамын тигән, йәнәһе, улар мохтажлыҡ кисермәгән балалары ҡарамағында ла йәшәй ала, һәм башҡа һылтауҙар уйлап сығарыла. Законды урап үтеүселәре лә осрап тора. Мин һуғыштан һуң Германияла ике йыл йәшәнем. Ошо еңелгән, бөлгән илдә ул ваҡытта йәшәү кимәле бик шәптән түгел ине, әлбиттә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, һуғышта ҡатнашыусы ветерандары ул ваҡытта уҡ юғары пенсия ала ине. Америка, Европа илдәрендә лә шулай булды. Ә беҙҙәге бик күп һуғыш ветерандары бәләкәй генә пенсияға, мохтажлыҡта йәшәп, бер еңеллек күрмәйенсә үлеп киттеләр.
Көндәлек тормошта ла борсоған мәсьәләләр етерлек бөгөн. Дарыу мәсьәләһен генә алайыҡ. Элек беҙ дарыуҙы бушлай ала инек. Хәҙер ай һайын күпмелер аҡса биргән булалар. Әммә дарыуҙар хаҡы менән сағыштырһаң, был аҡса мыҫҡыл кеүек тойола. Хәҙер дарыуҙар шул тиклем ҡиммәт, меңдәрсә һум тора. Пенсионер бәләкәй генә пенсияһына уны һатып ала алмай. Шифаханаларға юлламалар буйынса ла аңлайышһыҙ, алдан уҡ ветеранға юллама бирмәүгә ҡоролған схемалар менән осрашырға тура килә. Бөтәһен дә ҡатмарлаштырҙылар.
Эйе, ябай халыҡ ветерандарҙы хөрмәт итә. Мәктәптәргә, вуздарға саҡыралар. Ләкин үҙҙәрен халыҡтан өҫтөн ҡуйыусылар ҙа етерлек. Чиновниктарҙы әйтәм. Улар беҙҙе байрамда ғына хәтергә ала, ә башҡа ваҡыттарҙа бәғзеләренең янына барып етеп тә, уларҙың ҡабул итеүенә өлгәшеп тә булмай.
Марат Муллағәлләмов: Айырым етешһеҙлектәр менән осрашырға тура килһә лә, Бөйөк Ватан һуғышы ветрандарын дәүләт барыбер ҙә хәстәрләргә тырыша тырышыуға. Әммә ошо һуғышҡа туранан-тура бәйләнеше булған икенсе ҙур төркөм ололарыбыҙ ҙа бар бит әле. Ул да булһа, һуғыш осоро балалары. Бала саҡтары, үҫмерлек осоро ошо дәһшәтле һуғышҡа тап килгән быуын. Улар ярҙамы менән тыл фронтты тәьмин итте. Улар балалыҡтарын ошо ауыр хеҙмәткә бирҙе. Ошо быуын ярҙамы менән һуғыш арҡаһында емерелгән дәүләт ҡабаттан тергеҙелде, сиҙәмдәр күтәрелде, космос үҙләштерелде, дәүләттең именлек ҡалҡаны эшләнде. Был быуын вәкилдәре лә бөгөн арыу ғына йәшкә етте. Уларҙы ла оноторға ярамай. Әммә уларға мөнәсәбәт икенсе. Улар бик бәләкәй генә пенсия ала. Ҡалала йәшәгәндәре совет заманында алған фатирҙары өсөн ҙур коммуналь сығымдар түләй. Уҡытыусы, табип булғандарының ғына түгел, хатта заводта эшләгәндәрҙең дә бәләкәй генә пенсиялары ул сығымдарҙы ҡаплай алмай. Ауылдарҙа ла хәлдәр яҡшы, тип әйтмәҫ инем. Ә бит оло кешегә дарыуы, медицина хәстәре лә кәрәк. Бер нисә йыл элек 122-се закон донъя күргәйне. Бөтөнләй уйланылмаған аҙым булды был. Льготаларҙы тиндәргә әйләндереп, кемгә яҡшы эшләне икән дәүләт? Сөнки ул тиндәр дарыуға ла, юлға ла, башҡа нәмәгә лә етмәҫе көн кеүек асыҡ ине. Һис шикһеҙ, үҙгәртергә кәрәк был законды.

Йәштәргә, киләсәк быуынға әйтер һүҙҙәрегеҙ барҙыр?
Рамаҙан Ҡотошов: Беҙҙең быуын коллективлаштырыуҙы ла, индустриялаштырыуҙы ла, репрессияларҙы ла күрҙе. Бик ауыр замандар ине. Ашау наҡыҫ, кейем юҡ. Әҙерәк аҡса эшләһәң дә, ул икмәк алырға ла етмәй. Хәҙер, Аллаға шөкөр, бөтә нәмә лә бар, бик һәйбәт йәшәйбеҙ. Әммә алға барыуҙы әҙәм балаһының үҙ яманлығы тотҡарлай бит. Әҙәм үҙ башына үҙе бәләләр эҙләй. Эскелек, наркотик тигәндәре шул бәләләрҙең иң яуызы инде. Әҙәмдәр үҙ-үҙенә яманлыҡ ҡылыуҙың хәтәрен аңлаһын ине. Кешелек килешеү һәм теләктәшлек юлы тапһын ине. Булып үткән һуғыштарҙың һабаҡтарын онотмаһындар, яңы һуғыштың шаһиттары булырға яҙмаһын ине.
Марат Муллағәлләмов: Бер мәл еңеүҙе американдар менән инглиздәр килтергән, тип ауыҙ тултырып һөйләй башлағайнылар. Әле булһа ла ҡайһы берәүҙәр, һуғышты Гитлер түгел, Сталин башлаған, тигән ялған таратып маташа. Бар ошо бысраҡлыҡ йәштәрҙең аңдарын бутап, уларҙы кирегә, яңылыш юлдан алып китмәһә ине. Эйе, илһөйәрлек бөгөн һүҙҙә генә тороп ҡалып бара. Телевидение аша ла, интернет, төрлө баҫмалар аша ла халыҡтың башын кәрәкмәгән сүп-сар менән тултыралар. "Йондоҙҙарҙың" шәхси тормошо, кемгә кейәүгә сығып, кемдән айырылғанынан башҡа бер мәғлүмәт алырмын тимә уларҙан. Ундай мәғлүмәт ярҙамында ниндәй әхлаҡ, илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләнһен, ти? Үткәндәрҙе күп сәйнәргә була, ләкин хаталары булыуына ҡарамаҫтан, ҙур Еңеүгә өлгәшкән, СССР кеүек ҙур дәүләт төҙөгән, фәндә ҡаҙаныштар яулаған, беренсе булып Йыһанды байҡаған быуынды онотмаһын, баһалаһын ине йәш быуын, улар иҫән саҡта тейешле хөрмәт күрһәтһендәр ине. Көнбайыш идеологтарының аҡсаһына нәшер ителгән китаптарҙы уҡып, ата-олаталары хаҡында насар уйҙа булмаһындар ине...

Шулай итеп...
Оло быуындың борсолоуҙары урынлы. Улар телгә алған һабаҡтар ҙа һәр кемдең күңеленә инеп, һиҫкәндерерлек. Өлкән быуын, айырым кешеләрҙең амбициялары бөгөн дә донъяны 73 йыл элек башланып киткән һуғыш хәленә килтермәһә ине, ти икән, был беҙҙе, йәш быуынды ла, һиҙгер булырға мәжбүр итергә тейеш.

Азамат САЛАУАТОВ яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.05.14 | Ҡаралған: 1800

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru