«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
милләт балҡышы
+  - 

БАШҠОРТ МОҢО...
йәнә һоҡландырҙы

Күптән түгел Ишембай ҡала һәм районында киң билдәле "Моңдаръя" башҡорт вокаль ансамбле Санкт-Петербург ҡалаһында үткән "Тылсымлы феерия" халыҡ - ара ижад фестивалендә ҡатнашты. 3 меңдән ашыу ҡатнашыусы, 320 - ләп коллектив араһында ишембайҙар "Һылыу ҡыҙҙар" (М.Фоменков эшкәртеүендә) һәм "Әйҙә, еңгә, бейеп ҡал" (А. Аҡсурин эшкәртеүендә) башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарып, 1-се дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Бынан тыш, улар киләсәктә Европа илдәренең береһендә үтәсәк фестивалдә ҡатнашыу хоҡуғы биргән беренсе ярҙам сертификаты менән бүләкләнде.

Бынан ике йыл элек кенә ойошоп, талантлы ҡатнашыусылар туплаған, этник һәм академик йүнәлештәрҙә ижад итеп, тамашасыларҙы һөйөндөргән "Моңдаръя" ансамбленең етәксеһе - Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһының хор факультетын тамамлаған Лиана Ринат ҡыҙы Бикбаева. Ә ансамбль таланттарының кемеһен генә алма - Рәмилә Әсәҙуллинамы, Гөлниса Хисмәтуллина, Роза Байымова, Тамара Татлыбаева, Зилә Минһажова, Гәүһәр Шәнгәрәева, Гүзәл Вәлиева, Гөлшат Ғәниева, Нәсимә Баймырҙинамы - уларҙың һәр береһе йырһыҙ йәшәй алмаусы, сәнғәткә мөкиббән ғашиҡ, тормошто яратыусы ҡатын-ҡыҙҙар. Араларында хаҡлы ялға сыҡҡандары ла, эшләп йөрөгәндәре лә бар. Улар татыу бер ғаиләне хәтерләтә, йырға һөйөү һәммәһен яҡынайтҡан, берләштергән.
- Башҡа төбәктәрҙән килгән ҡатнашыусыларҙың башҡорт милли кейемдәребеҙҙе ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тотоп-тотоп ҡарауы беҙгә ғорурлыҡ, сәхнәлә сығыш яһағанда ҡыйыулыҡ өҫтәне, - тип, Санкт-Петербургта булып үткән фестиваль тураһындағы тәьҫораттары менән уртаҡлашты Гөлниса Хисмәтуллина. - Концертмейстерыбыҙ, ҡурайсы егет Кинйә Әхмәҙиевтың янынан, ғөмүмән, кеше өҙөлмәне. Тамашасылар ғына түгел, хатта жюри ағзалары ла килеп, башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы ҡурайҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тотоп ҡараны, "Нисек был көпшә үләндән шул тиклем сихри моң сыға ул?" тип аптыраны. Фестивалдә ҡатнашыусылар өсөн Санкт-Петербург ҡалаһы буйлап экскурсия, донъяға киң билдәле Петропавловск ҡәлғәһе, Батша ауылы, Монетный двор, Нева йылғаһы буйлап урынлашҡан ғәжәйеп матур урындарға экскурсия ойошторолдо...
Моңонда башҡорттоң рухы, йөрәк тибеше, күңел сафлығы, хыялдары , мөхәббәте һәм йәшәү көсө сағылған "Моңдаръя" башҡорт вокаль ансамбленә "Афарин!" тип әйтергә генә ҡала.

Ләйсән ҺӨЙӨНДӨКОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.05.14 | Ҡаралған: 1599

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru