«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
йән әрнеүе
+  - 

БАШҠОРТТО КЕМ БӨТӨРӘ? ҮҘЕБЕҘ!

...Урыҫтарҙың сабый балалары ла
Русса белә, русса һөйләшә, -
Тиеп аптыраған беҙҙә берәү...
(Рәйес Түләк. "Яныу" поэмаһынан).

"Киске Өфө" гәзитендә лә, башҡа башҡорт баҫмаларында ла туған тел хаҡында әсенеп яҙылған мәҡәләләр бихисап. Үҙ теленә битараф булмаған авторҙар - минең фекерҙәштәрем. Бигерәк тә "Киске Өфө" һәр һаны һайын тиерлек ошо ғәйәт ҙур проблеманы әүҙем яҡтырта. "Ғәйәт ҙур проблема" тип атауым тиккә түгел, сөнки был - милләтебеҙҙең киләсәген хәл итер мәсьәлә. Бәғзеләр өсөн был, бәлки, үтә мөһим дә түгелдер... Эйе, эйе! Ҡайһы берәүҙәр уны хатта бөтөнләй кәрәкмәгән тема тип иҫәпләй.
Күптән түгел, яҡын танышымдың ҡыҙын осраттым. Бынамын тигән ике бала үҫтерәләр. Өлкән ҡыҙҙары Рәмилә быйыл уҡырға барырға тейеш.
- Башҡорт мәктәбенә баралыр ул? - тип һорап ҡуйҙым.
Унан: "Әлбиттә!"- тигән яуап ишетеремә шикләнмәгәйнем дә. Сөнки Рәмиләнең саф башҡортса һөйләшеп йөрөгәнен беләм бит инде...
- Юҡ, - тип аптыратты Гөлдәр, - урыҫ синыфына бирергә булдыҡ...
- Яҡындағы мәктәптә башҡорт синыфы юҡмы әллә?
- Бар.
- Һуң?
-Башҡорт синыфы уҡытыусыһын "слабыйыраҡ", тип әйтәләр. Өҫтәүенә, балабыҙ урыҫ телендә беҙҙән матурыраҡ итеп һөйләшһен, тип тә уйланыҡ...
-Бына һин үҙең дә, хәләл ефетең дә башҡорт мәктәбен тамамлағанһығыҙ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, икегеҙ ҙә юғары белемле, яҡшы эштә эшләйһегеҙ...
- Урыҫса һөйләшкәндә беҙҙең акцент беленә бит барыбер... Етмәһә, оҙаҡламай Өфөгә лә күсеп китергә ниәт бар.
- Күсһәгеҙ ни, Өфөлә башҡорт мәктәбе бөткәнме ни?
Яҡынымды үҙемдең фекеремә күндерә алманым барыбер. Ахырҙа уға бына ошо һүҙҙәремде генә еткерә алдым:
- "Киләсәк быуынымда үҙ телендә һөйләшкән бер кеше лә булмаһын!" тигән берҙән-бер ниәт менән генә башҡорт балаһын урыҫ мәктәбенә уҡырға бирергә була…
- Рәмилә башҡортса яҡшы һөйләшә лә баһа... - бирешергә теләмәне Гөлдәр, - етмәһә, урыҫ синыфында ла башҡорт теленән дәрестәр индерелә.
- Бөгөн ул башҡортса һөйләшә, сөнки ул башҡортса уйлай, фекер итә, - тип үҙ һүҙемдән сигенмәй дауам итәм. - Ә иртәгә ул башҡа телдә уйлай башлаясаҡ. Башҡортса уҡыу һәм яҙыу уның өсөн ҡасандыр беҙ аҙнаға бер-ике тапҡыр уҡып, хәҙер бөтөнләйгә онотҡан нимес, йәиһә инглиз теле һымаҡ ҡына булып ҡаласаҡ. Ә инде уларҙың буласаҡ балалары, йәғни һеҙҙең тыуасаҡ ейәндәрегеҙҙең "папа, мама" тип теле асыласағына һәм артабан башҡортса бер һүҙ ҙә белмәйәсәгенә иманым камил. Һуңғы быуындарығыҙ хаҡында әйтеп тә тораһы түгел!..
Ҡәҙерле милләттәштәр, тирә-йүнегеҙҙе яҡшылап байҡағыҙ. Мин килтергән ошо миҫал һәр бер өйҙә, һәр бер ғаиләлә тиерлек! Барлыҡ туғандарығыҙға бағығыҙ. Айырыуса ҡала ерендә йәшәгәндәренә... Быуаттар буйы башҡорттарҙы һәр ихтилалдарҙан һуң меңәрләп ҡырғандар, ҡыуып алып киткәндәр, граждандар һуғышы осоронда халҡыбыҙҙың яртыһы тигәндәй һуғыштан, аслыҡтан ҡырылып бөткән, тип тарихсылар яр һала. Тарихсылар, әлбиттә, халҡыбыҙҙың аяныслы хәле тураһында һөйләп, башҡаса быға юл ҡуймаҫҡа, тигәнде иҫкәртергә теләй.
Ә хәҙер беҙҙе кем "ҡыра"? Кем беҙгә үҙ телебеҙҙә һөйләшергә, үҙ илебеҙҙә башҡорт булып үрсергә юл ҡуймай? Ҡайһы ҡалала башҡорт мәктәбе юҡ? Башҡорт булыуыбыҙ өсөн кем беҙҙе кәмһетә? Ҡәҙерле милләттәштәр, объектив күҙлектән сығып, ысынбарлыҡҡа тура бағып, бөгөн һүҙҙе үҙебеҙҙе үҙебеҙ юҡ итеүгә йөҙ бороуыбыҙ хаҡында ғына алып барырға мөмкин. Эйе, эйе, үҙ иркебеҙ менән үҙебеҙҙе үҙебеҙ юҡ итеүгә йөҙ борғанбыҙ! Хатта ололар әйткәненә ҡолаҡ та һалмай, бәхәсләшә-бәхәсләшә, киләсәк быуындарыбыҙҙы үҙ теленән, башҡортлоҡтан мәхрүм итергә тырышыусыларҙың ифрат та күплеге хаҡында борсолоуым.
Гөлдәр һылыуға һәм шундай йөҙәрләгән (ә, бәлки, меңәрләгән!) яҡташтарыбыҙға мәрхүм шағир Рәйес Түләктең һүҙҙәре менән яуап бирге килә:
...Бер һин генә булһаң икән дә бит,
Урыҫ һүҙҙәренә табынған.
Тик һинеңсә фекер йөрөтөүсе
Йөҙәр меңләп башҡорт табылған.
Әгәр ҙә һин тик утыҙ йыл әүәл
Урыҫ һөйләшенән көнләшһәң,
Башҡорттоң бит хәҙер ҡап яртыһы
Тик урыҫса ғына һөйләшә...
Ҡәҙерле милләттәшем! Үҙ телен белмәгән башҡорттоң күбәйә барыуына ғәйеплене ситтән эҙләмә. Улар - һинең яҡын туғандарың, дуҫтарың, үҙең... Уйланайыҡ!

Зәбих ҠЫУАНДЫҠОВ.
Сибай ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.06.14 | Ҡаралған: 1669

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru