«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
тарихи хәҡиҡәт
+  - 

ХАЛЫҠТЫҢ ҮҘАҢЫ КҮТӘРЕЛЕҮГӘ...
революция осоро ла сәбәпсе

Революцияның Башҡортостанға, башҡорт халҡына йоғонтоһо, милли хәрәкәттең барлыҡҡа килеүе һәм халыҡтың үҙаңы күтәрелеүгә сәбәп булған тарихи осор менән тарих фәндәре кандидаты Нурислам Мирхәйҙәр улы ҠАЛМАНТАЕВ таныштыра.

Башҡорт милли хәрәкәтенең үҙенсәлеге

Шаһайҙар Сыртланов: "Башҡорттар Рәсәй подданствоһын ала, был яулап алынған халыҡ түгел. Подданство ҡабул иткәндә уларҙың ерҙәренә, мөлкәттәренә, диндәренә, йолаларына, көнкүрешенә ҡул һуҙылмаясағы вәғәҙә ителә. Ваҡыт үткәс, башҡорттар казактар сословиеһына индерелә. Ватан өсөн күп һуғыштарҙа ҡатнашалар... Уларҙың хеҙмәте менән Ырымбур ҡәлғәһе төҙөлә... Уларҙы үҙ ағастарын Һаҡмар менән Урал йылғалары буйлап ағыҙырға һәм меңәр саҡрымдар аттарҙа йә дөйәләрҙә ҡаҙнаға ташырға мәжбүр итәләр... Әммә быларҙың барыһына ла, башҡорт ерҙәрен көсләп талау башланғанға ҡәҙәр түҙергә була ине... Ыҙанлау башҡорттарҙың ихтыярынан тыш, дәүләт органдарының шәхси мәнфәғәттәрендә атҡарылды... Һуңында башҡорттарҙың үтенесен еткермәксе инем. Дәүләт думаһы ойошторолғас, улар үҙҙәренең ерҙәренең ҡайтарыласағына өмөт итәләр. Әммә өсөнсө, дүртенсе ҡулдарға күскән ерҙәрҙе ҡайтарып булмай. Улар өсөн ҡаҙнаға киткән аҡса булһа ла ҡайтарылырға тейеш, тиҙәр", - тип сығыш яһай. Сыртланов шул тиклем ныҡышмалы рәүештә башҡорттарҙың ергә хоҡуҡ мәсьәләһен яҡлай, хатта үҙенең коллега-депутаттарҙан "башҡорт ерҙәре" тигән ҡушамат та ала.
Шулай уҡ башҡорттарҙың ер мәсьәләһендә башҡорт һәм татар эшселәре төркөмө етәксеһе Кәлимулла Хәсәновтың да ныҡлы үҙ позицияһы була. Ул да үҙенең сығыштарында башҡорттарҙың аҙ ерле һәм ярлы булыуҙарына баҫым яһай. Ә бындай мөшкөл хәлгә төшөүҙөң сәбәбен һуңғы 10 йыл эсендә уларҙан 2 миллион дисәтинә ер талап алыныуында күрә. Ул да был ерҙәрҙе башҡорттарға ҡайтарыу яҡлы була. "Хөкүмәт тартып алған ерҙәр кире ҡайтарылмаһа, беҙ уларҙы ҡайтарыу өсөн бар сараларҙы күрәсәкбеҙ", ти ул.
Ырымбур губернаһы депутаты Шаһбал Сәйфитдинов 2-се Думаның аграр комиссияһына башҡорттар исеменән ғариза индерә. Унда ул башҡорт халҡының аҫабалыҡ тарихына һәм ул замандағы ер мәсьәләһенә туҡталып китә. Башҡорт ерҙәрен асыҡтан-асыҡ талауға килтергән XIX быуат аҙағындағы ыҙанлау тураһындағы законды ғәмәлдән сығарырға кәрәк, тип сығыш яһай. Ул ошо турала 7 пунктан торған ғаризанамә яҙа. Ғаризала башҡорт халҡының мәнфәғәттәренә ҡаршы килгән йәки уларҙы иҫәпкә алмаған законды ғәмәлдән сығарырға кәрәк, тип әйтеүе менән бергә, "урындағы власть ҡыҫымы менән оҙайлы ваҡытҡа осһоҙ хаҡҡа, башҡорттарҙың мәнфәғәттәрен иҫәпкә алмайынса ҡуртымға бирелгән ерҙәрҙе аҫаба халыҡҡа ҡайтарырға" саҡыра.
1905 йылда Плансон исемле статский советник Өфө губернаторына: "Если теперь разгорится пожар восстания, то причиною его будет не только специально аграрный вопрос, но, с точки зрения башкир, это будет справедливый "суд Линча" над правительственными агентами и их пособниками, поселившимися на чужих землях. А потому, если здесь поднимается народ, то, кроме малоземелия, он будет иметь к этому и другие причины, нежели в остальной России, где правительство не отнимало земли... а потому и сила восстания будет другая", - тип яҙа.
Башҡорт аграр хәрәкәте "тартып алынған ерҙәрҙе ҡайтарырға" тигән лозунг аҫтында бара. Мәҫәлән, Бөрө өйәҙе башҡорттары ҡаҙна һәм шәхси ер-урмандарҙы башҡорттарға биреүҙе талап итә. 1905 йылда ер менән бәйле тәртипһеҙлектәр өйәҙҙең башҡа улыстарында ла бара. Стәрлетамаҡ өйәҙендә башҡорттар тартып алынған ерҙәрен үҙ ҡулдары менән ҡайтарырға тырышҡанда алпауыт һаҡсылары менән бәрелешкә инәләр. Бындай осраҡтар Өфө һәм Ырымбур губерналарында күп күҙәтелә. Мәсьәлә дәүләт ярҙамы менән хәл ителмәйәсәгенә өмөтөн юғалтҡан халыҡ үҙ белдеге менән урмандарҙы ҡырҡа башлай.
Беренсе революция еңелеүгә осрағандан һуң, батша хөкүмәтенең бар ҡаршылыҡтарҙы аяуһыҙ баҫтырыуына ҡарамаҫтан, башҡорттар үҙҙәренең урман өсөн көрәшен дауам итә. Халыҡ йорттары янындағы урмандарҙы ҡуллана алмауы менән килешергә теләмәй.

Башҡорт зыялылары

Был осорҙа башҡорт зыялылары әүҙемләшә. Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың тарихи очерктарында, Сафуан Яҡшығоловтың шиғырҙарында, Ғәбдрәшит Ғүмәри, Һаҙый Мөнир, Мөхәмәтша Буранғоловтың тарихи-публицистик әҫәрҙәрендә халыҡты уятыуға йүнәлтелгән саҡырыуҙар яңғырай. Һаҙый Мөнир "Башҡорт тарихы" әҫәрендә башҡорт тарихын, батшалыҡтың милләтте иҙеүенә ҡаршы туҡтауһыҙ ихтилалдар тарихы, тип аса һәм халыҡтың милли территория өсөн хоҡуғы бар, тип билдәләй. Ғәбдрәшит Ғүмәри үҙенең "Башҡорттар бөтәме?" әҫәрендә ошо һорауға яуап эҙләй. Ул, башҡорттар бөтмәй, киреһенсә, арта, үҙҙәренең киләсәге хаҡында уйлана, үҙ аҡсаларына мәктәптәр аса, тип яҙа. Ул халыҡты милли мәҙәниәтте күтәреү өсөн көрәшкә, ерҙәрҙе тегеләй-былай таратып бөтөүҙе туҡтатыуға саҡыра.
Дауыт Юлтый менән Шәйехзада Бабичты халыҡтың ҡот осҡос хәле шулай уҡ ныҡ борсой. Үҙҙәренең шиғырҙарында улар башҡорттарҙың милли ғорурлығын күтәрергә, яҡты киләсәк өсөн көрәшергә саҡыралар. Быуат башында башҡорт зыялылары эпосҡа, тарихи йырҙарға, рухи ҡомартҡыларға ныҡлы иғтибар итә, уларҙы өйрәнә башлай. Мөхәмәтша Буранғолов, Фазыл Туйкиндар милли йырҙар йыйынтыҡтарын әҙерләп сығара. Өфөлә һәм башҡа ҡалаларҙа әҙәбиәт кисәләре үткәрелә башлай.

Революция биргән һабаҡтар

Революцияның башында күҙәтелгән демократлаштырыу бик аҙға ғына етә. Тап ошо ваҡытта күпләп гәзит-журналдар сыға башлай, сәйәси фирҡәләр барлыҡҡа килә. "Мосолман иттифағы" - шуларҙың береһе. Уның төҙөлөүендә башҡорттарҙың да өлөшө тос була. Революция тамамланғас, батшалыҡ режимы күп хоҡуҡтарҙы киренән тартып ала. Реакция осоро башлана. Депуттарҙың һаны кәмей. Ҡаҙағстандан, Үзбәкстандан улар бөтөнләй һайланмай (был халыҡтарҙың уяныуына властың яуабы шул була). Мосолмандарға килгәндә, батшалыҡ уларға ул тиклем үк насар мөнәсәбәттә булмай. Власть ислам дине вәкилдәренең режимға лояль ҡалыуын билдәләй. Ысынлап та, Рәсәй мосолмандары, беҙ Рәсәйҙә йәшәйбеҙ, Рәсәйгә ҡаршы баш күтәрмәйбеҙ, әммә дәүләт мосолмандарға һәм православие динлеләргә тиң ҡарашта булырға тейеш, тип бара. Мосолмандар менән хөкүмәт яҡшы килешеүҙәр генә лә төҙөй ала ине, быны эшләй алырҙай кешеләр ҙә була. Әммә дәүләт улар менән диалогҡа инергә ашығып бармай. Килешергә кәрәк урында үҙенә кәрәкле юлдарҙы эҙләй. Халыҡ мәнфәғәтен яҡлауға йүнәлтелгән "Мосолман иттифағы"ның уставын раҫламайынса, мосолмандар араһында бөтөнләй абруйы булмаған Баязитов тигән кеше аша фирҡә төҙөй. Ул фирҡә халыҡ мәнфәғәтен яҡлауға түгел, киреһенсә, батшалыҡтың хаталарын аҡлауға йүнәлтелә.
Был осорҙа дин әһелдәренең абруйҙары көслө була. Зәйнулла Рәсүлев меңдәрсә кешене үҙ янында туплай, ябай дин әһелдәре лә халыҡ мәнфәғәтен яҡлап сығыш яһай (мөфтиәттең үҙендә ундайҙар әҙ була). Ә мулла Сәғит Мерәсов 1917 йылда Аллабирҙе Ғафаров менән бергә ҡоролтай йыйып, милли хәрәкәтте башлап ебәрә. Вәлиди һуңынан ошо хәрәкәткә килеп ҡушыла һәм уны етәкләй. Тимәк, милли хәрәкәтте булдырыуҙа дини кешеләрҙең өлөшө ҙур була. Башҡорттар ерҙәрен күпләп һатҡан. Ни өсөн тигәндә, капитализм осорона инеү улар өсөн бик ауырға тура килә. Бөгөнгө көндә лә хәлдәр шулайыраҡ тора. Беҙҙең байҙарыбыҙ күп түгел, үҙ эштәрен асыусылар ҙа һирәк. Ләкин ошо йүнәлештә әүҙемерәк булырға ине. Сөнки бер быуат элек булған тарихи ваҡиғалар беҙгә һабаҡ булырға тейеш, беҙгә аҡыллыраҡ уйлап эш итергә кәрәк. Республикабыҙ бар, ерҙәребеҙ, урмандарыбыҙ әле лә күп. Башҡа мөмкинлектәр ҙә юҡ түгел. Баҙар иҡтисадына инеп китергә, замандың да һулышын тойоп, бар яҡлап үҫешергә кәрәк, уға яраҡлашырға һуң түгел.
Дөйөм алғанда, XX быуат башы мосолман халыҡтарының, башҡорттарҙың уяныуы, уларҙың сәйәси әүҙемлеге артыуы менән билдәләнә. 1905 йылға тиклем уның милли үҙаңы төшөнкө хәлдә ҡала. Буржуаз-демократик революция барышы халыҡтың милли-азатлыҡ хәрәкәте өсөн һынылыш осоро була. Революция башҡорттарҙы ғына түгел, башҡа халыҡтарҙы ла уята. Яңыса уҡытыу мәҙрәсәләре һәм мәктәптәре танылыу ала. Думалағы депутаттарҙың эшмәкәрлеге, уларҙың халыҡ менән осрашып тороуы күп йәштәргә ыңғай тәьҫир итә. 1917 йылдағы милли хәрәкәттең лидерҙары формалашыуына улар шулай уҡ ҙур йоғонто яһай. 1917 йылда башҡорттарҙың үҙбилдәләнеш өсөн башҡа халыҡтарға ҡарағанда иртәрәк көрәш башлауы нигеҙендә ошо уяныу ята ла инде.

Азамат ӘБҮТАЛИПОВ әҙерләне.
(Аҙағы. Башы 22-24-се һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.06.14 | Ҡаралған: 1766

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru