«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
тарихи хәҡиҡәт
+  - 

ҠОШ СӨЙӨП ҺУНАР ИТЕҮ

Халҡыбыҙҙың боронғо һунар төрө менән тарих фәндәре кандидаты Мирза Ғизетдин улы МУЛЛАҒОЛОВ таныштыра.

Һунарҙа бер юлы төрлө төрҙәргә ҡараған ҡоштар ҡатнашыуын да билдәләп үтергә кәрәк. Ҡоштар хаҡында белеме булған кешеләр белә, ыласындар менән бөркөттәр ирекле тормошта дошманлашып йәшәйҙәр. Ләкин башҡорттар уларҙы шул тиклем өйрәтә, ҡанатлы йыртҡыстар төрлө төргә ҡарауҙарына ҡарамаҫтан, бергәләп, комплекслы һунар итә. Ике тәбиғи конкурентты бер маҡсатҡа йүнәлтеү һәм бер йүнәлештә тәрбиәләү йәнә бер тапҡыр башҡорттарҙың яҡшы ҡош өйрәтеүсе булыуын дәлилләй.
Күп ғалимдар башҡорттарҙың ҡош сөйөүҙә оҫталығы менән һоҡланһа ла, был күренешкә кире ҡараш тыуҙырырға тырышыусылар ҙа бар. С.Т. Аксаков, мәҫәлән, башҡорттарҙың был оҫталығына шик белдерә. Шулай уҡ ул, башҡорттар ыласындарҙы дөрөҫ өйрәтмәй, тип тә раҫлап маташа. Әлбиттә, уның был фекере башҡа бик күп Рәсәй һәм сит ил ғалимдары фекерҙәренә ҡаршы килә. Башҡорттар ҡоштарҙы насар эйәләштереүсе һәм өйрәтеүсе булһа, улар Александр II коронацияһы ваҡытында батша һунарына саҡырылмаҫтар ине. Әлеге сарала башҡорт ҡош сөйөү һунары яҡшы баһа ала. Өйрәтелгән бөркөт, ыласындарҙың сифатын уларҙың йәрминкәләрҙә юғары хаҡҡа һатылыуы һәм төрлө төбәк һунарсылары араһында ҙур һорау менән файҙаланылыуы тураһында һөйләй. Ҡоштарҙың тәбиғәтен боҙоп, уларҙы үҙҙәренә хас булмаған алымдар буйынса өйрәтеү буйынса тәнҡитен Аксаковтың ҡайһы бер деталдәрҙе белмәүенә йәки танырға теләмәүенә ҡайтарып ҡалдырырға була. Билдәле булыуынса, ыласындар бейеккә менеп, ҡорбанын күреп ҡалғас та уға уҡтай сөйөлә. Әммә башҡорт һунарсылары ыласындың тыумыштан килгән һәләтен үҫтереүгә өлгәшә: уларҙың ыласындары үрҙә әйтелгән кеүек кенә түгел, ҡарсыға шикелле, ҡорбаны артынан баҫтырып та һунар итә.
Башҡорттар шулай уҡ һунарҙа ҡарсығаны ла күп файҙаланған. Был ҙур булмаған ҡош башҡа ҡанатлы йыртҡыстарға ҡарағанда тиҙерәк өйрәтелә, хужаһына тиҙ эйәләшә. Ҡарсыға үҙенән ҙурыраҡ булған йәнлектәргә, ҡоштарға ҡурҡмайынса йәбешә. Кешенән дә ҡурмай. Ҡорбанын ҡыуып та, ыласындар кеүек бейеккә күтәрелеп тә тота. Шулай уҡ түҙемле ҡош: махсус урынға йәшенеп, ҡорбанын сәғәттәр буйы көтә ала.
Ҙурыраҡ йәштә ҡулға эйәләштерелгән йыртҡыс ҡоштар яҡшыраҡ һунарсылар, тип һаналған. Шуға күрә лә уларҙы бер аҙ үҫкәс, иркенлектә йәшәп, яҡшы һунар ҡошона әйләнгәс кенә тотоп, йорт һунарсыһы эшләгәндәр. Бында ла төрлө алымдар ҡулланылған.
Бөркөттө ҡырағай йыртҡыстан һунар ҡоралына әйләндереү күп тәжрибә, уны эйәләштереү ысулдарын, ҡош биологияһын белеүҙе талап иткән оҙайлы һәм ҡыйын процесс. Иң башта һунарсы ҡош балалары булған ояны эҙләп таба. Бөркөттәр һәр саҡ бер урында, башлыса урман ситендә, бейек ҡаяларҙа оялай. Оя ағас башына кейҙерелгән ҡалпаҡты хәтерләтә. Ҡошто аулағанда башҡорттар ҡоштоң ошо үҙенсәлеген файҙаланғандар ҙа инде. Етмәһә, ҡанатлы йыртҡыстар оялары тирәләй осоп йөрөүсән. Ҡош аулаусылар бөркөттәр күп осҡан урынды алдан уҡ билдәләп ҡуйып, уларҙың оя ҡороп, йомортҡа һалыуын көткән.
Ҡош балаларын ояларынан төндә алғандар. Әгәр ҙә оялар ҡаяларҙа урынлашҡан булһа, кеше уларға бер-береһенә ныҡ итеп бәйләнгән арҡандар ярҙамында төшкән. Бының менән тауға үрләүселәр (скалолаздар) шөғөлләнгән. Бөркөттәрҙе, шулай уҡ ыласындарҙы ояларынан алыу айырым оҫталыҡ талап иткән һөнәр булған. Баймаҡ районында экспедицияла булғанда шундай тарихҡа осраныҡ. "Бөркөттәрҙе ҡаяларҙағы ояларынан, ыласындарҙы алған кеүек үк, арҡандар ярҙамында алғандар. Был ҡурҡыныс һәм ҡатмарлы ғына эш булған. Бөркөттәр ояһын башлыса бейек ҡаяларҙың текә битләүҙәрендә, йылға үҙәндәрендә, кеше лә, йыртҡыстар ҙа бара алмаған урында ҡора. Өс-дүрт кеше тау башында оя тәңгәлләп ике йыуан, ҙур булмаған ҡаҙыҡ ҡаға. Уларҙың береһенә тәүге бауҙы бәйләйҙәр, икенсеһенә осона ултырғыс эшләп ҡалдырылған икенсе бауҙы урайҙар. Ҡош аласаҡ кеше битен һәм яурындарын ҡалын үгеҙ тиреһе менән ҡаплап, кәрзин алып, ошо бауҙағы ултырғысҡа ултыра. Башҡалар бауҙы яйлап төшөрә. Оя янына еткәс, теге кеше өҫтәге юлдаштарына тауыш бирә һәм ипләп кенә ҡош балаларын ала. Ғәҙәттә, ошо ваҡытта уға ыласындар йә бөркөттәр һөжүм итә башлай. Уларҙың тырнаҡтары шул тиклем осло, көслө була, хатта кеше өҫтөндәге үгеҙ тиреһен дә йырта, ҡош алыусыны яралай". Лепехин үҙ яҙмаларында был процесс хаҡында: "Ҡыйыу башҡорттар ... үҙҙәренең ҡулдарын, аяҡтарын һындыра, бәғзе берәүҙәре үлә", - тип яҙа. Ҡоштарҙы алыуҙың ошо алымы башҡорт риүәйәттәрендә лә бәйән ителә.
Оло ҡоштарҙы ла, уларҙың йәштәрен дә башҡорттар яҙын тоталар. Ауланған бөркөттөң сирағына бер аршын оҙонлоғонда ҡайыш бәйләйҙәр. Ҡайыштың икенсе осо элмәк менән бөтә. Элмәккә ҡошто тотор өсөн оҙон нәҙек, әммә ныҡ ҡыл бау кейҙерелә. Һунарсы оянан алынған себештәрҙе, бер нәмә лә ашатмайынса, күпмелер ваҡыт ситлектә тота. Ҡырағай ҡоштарға бер нисә көндән һуң ғына ҡош ите ашата башлайҙар.
Йәш бөркөттө ҡулға өйрәтер өсөн һунарсы уны көнө буйы башынан, муйынынан һыйпап, үҙе менән йөрөтә. Бөркөт балаһы ике килограмдан кәм тармай, тимәк, уны көнө буйы ҡулда йөрөтөү еңел булмай. Шуға күрә һунарсы, арығас та, ҡошто бәүелсәккә ултырта. Бәүелсәк сәңгелдәп, ҡошҡа йоҡларға ирек бирмәй. Йоҡоһо туймаған һәм ас ҡош хужаһын яҡшыраҡ тыңлай.

Азамат ӘБҮТАЛИПОВ әҙерләне.
(Дауамы. Башы 26-сы һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.07.14 | Ҡаралған: 1641

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru