«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
монолог
+  - 

БАШҠОРТОСТАНДЫҢ БЕР ҠАНАТЫ - АЗИЯЛА,
икенсе ҡанаты Европала ҡағына бит...

 Фәнил ФӘЙЗУЛЛИН Өйөңдәге хәлде күршеңдән һора, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнап ятып, камиллашыу, үҫеү, донъяға ҡарашыңды киңәйтеү хаҡында онотоп, барыһы ла яҡшы, барыһы ла шәп, тип, тыныс ҡына йәшәргә лә мөмкин. Ләкин тирә-яҡтағыларҙың һинең (илең, дәүләтең, милләтең) хаҡыңда нимә уйлауын, үҙҙәре нисек көн итеүен белеү өсөн бер аҙ ил гиҙеп, танышлыҡтар булдырып, кеше менән аралашып алыу ҙа ҡамасауламай. Ҡаҙағстандың Туран ҡаласығында уҙғарылған Бөтөн донъя төрки халыҡтары ассамблеяһының VI съезы эшендә Башҡортостан, башҡорт халҡы исеменән ҡатнашып ҡайтҡан милләттәшебеҙ, академик, философ Фәнил ФӘЙЗУЛЛИНдың тәьҫораттарын һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ.

"Нух кәмәһе" йыйҙы төркиҙәрҙе

Туран ҡаласығы Бөйөк Ебәк юлында, Ташкент ҡалаһынаса - 60, Шымкентҡа тиклем - 25, Ҡырғыҙстанғаса - 70, Тажикстанғаса - 260, Төркмәнстанғаса - 600, заманында гөрләп торған Төркөстандан 200 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Беҙ тауҙар араһында тирмәләрҙә йәшәнек. Ҡаршыла ғына матур тау тора. Ҡаҙаҡтар әйтеүенсә, йәнәһе, Нух бәйғәмбәрҙең кәмәһе шунда килеп туҡтаған. "Уны Арарат тауына килеп туҡтаған тип тә раҫларға тырышалар, һеҙ үҙегеҙгә алырға маташаһығыҙ", - тип көләм. "Ә беҙ бында ҡаҙыныу эштәре алып барып, иҫке, серегән кәмәләрҙе таптыҡ", - тип яуапланы ҡаҙаҡтар. Шул тауҙы беҙҙең Торатауҙай изге тау тип йөрөйҙәр. Башына хатта ҙур, матур итеп Нух кәмәһен эшләп ултыртҡандар. Ирекһеҙҙән, Өфөлә табылған "Башҡорт" ҡалаһы, йәғни "Өфө-II" ҡаласығы хәтергә килә. Уны ла бит шундай туристик комплекс итеп эшләргә мөмкин һәм был эш оҙаҡҡа һуҙылмаһын ине.
Сараға килгәндә, ул быға тиклем Мәскәүҙә, Төркиәлә, Татарстанда, Сыуашстанда, Ҡаҙағстанда үткәрелеп, проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшеү, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләү маҡсатында саҡырылған бер йыйын булды. Тәү сиратта төрки халыҡтарын, географик, территориаль сиктәргә ҡарамайынса, бер-береһенә яҡынлаштырыу, бер-береһе менән бәйләнештәрҙе нығытыу, донъя кимәлендә берләштереү, шул уҡ ваҡытта уларҙың киләсәге тураһындағы идеяларҙы туплап, бер концепцияға һалыу торҙо. Икенсе төп мәсьәлә: халыҡтарҙың өлгәшкән уңыштарын (телде үҫтереүҙә, мәҙәниәт проблемаларын хәл итеүҙә) башҡаларға таратыу, тәжрибә уртаҡлашыу, кәрәккәндә, ярҙам итеү. Өсөнсөһө - донъя кимәлендә төрки халыҡтарының үҫеш проблемалары, уларҙың тарихы, киләсәге тураһында тикшереүҙәр алып бара торған ижтимағи нигеҙҙә булһа ла академия булдырыу тураһында һүҙ күтәрелде һәм уның нигеҙ таштары ошо съезда һалынды. Дүртенсеһе - төрки халыҡтарының берләшеү йәһәтенән рухи байрамын үткәреү.
Йәшерен-батырыны юҡ, төрки халыҡтары саманан артыҡ баҫалҡы, шул арҡала үткәнебеҙ, бөгөнгөбөҙ, киләсәгебеҙ хаҡында бөтөн донъяға ҡысҡырып, оран һалып, үҙебеҙҙе күрһәтә белмәйбеҙ. Быуаттар буйына йәшәп килгән традицияларыбыҙҙы онотабыҙ. Мәҫәлән, Туран - иң оло цивилизацияларҙың береһе булып тора. Төркиҙәр Монголиянан башлап Молдоваға тиклем ҙур территорияға таралған халыҡ. Улар 2 мең йыл элек үк бергә, берҙәм йәшәгән. Әллә ҡайҙа алыҫ китмәй, эргәбеҙҙә ятҡан Арҡайымды ғына алып ҡарайыҡ. Тәгәрмәс уйлап табылған, металл эшкәртеү, ҡорал эшләү серҙәре асылған, оҫтаханалар төҙөлгән. Хәрби сәнғәт тә юғары кимәлдә торған. Ләкин икенсе халыҡтарҙың ерен баҫып алып, уларҙы яулар өсөн һинең хәрби сәнәғәтең, шул уҡ ваҡытта ҡоралың камилыраҡ булырға ғына түгел, интеллектуаль кимәлең дә юғарыраҡ булырға тейеш. Көнбайышта әле цивилизация бик түбән булған ваҡытта Көнсығышта цивилизация юғары булған, астрономия, математика, медицина, архитектура өлкәһендә шундай иҫ китмәле асыштар яһалған. Йәки Дағстандың Дербентын ғына алайыҡ. Уның 40 километрға һуҙылған стенаһы бынан ике мең йыл элек ҡоролған. Минеңсә, ошо ҡаҙаныштарыбыҙҙы, цивилизация кимәлебеҙҙе күрһәтә белеү етешмәй беҙгә.

Күңел яҡынлығына тел кәртә түгел

Бөтөн төрки халыҡтары өсөн Тәңре тигән төшөнсә бар. Ул Исламға тиклем үк күп халыҡтарға таралған һәм уларҙы берләштереп торған. Фольклор материалдарында ла Тәңре осрай. Әммә СССР тарҡалғандан һуң төрки халыҡтарының бәйләнештәре өҙөлөп ҡалды. Башҡортостанда, Татарстанда башҡорт һәм татар артистарының концерттарынан башҡа төрки вәкилдәренең сығыштарын күрмәйбеҙ тиерлек. Элек Үзбәкстан, Ҡаҙағстан һ.б. менән мәҙәни бәйләнештәребеҙ була торғайны. Минеңсә, бөгөн ошо халыҡтар араһында мәҙәни генә түгел, иҡтисади, сәйәси бәйләнештәр булдырырға кәрәк. Әлбиттә, сәйәсәткә тығылырға тейеш түгелбеҙ, тибеҙ. Минеңсә, был яңылыш фекер. Беҙ, тәү сиратта, бер-беребеҙҙе һаҡлау юлында торорға тейешбеҙ. Мәҫәлән, бер нисә йыл элек Ҡытайҙа меңләп уйғыр студентын атып үлтерҙеләр. Шул ваҡытта бер генә ил дә шуны БМО алдында күтәреп сыҡманы, Ҡытайға һәм башҡа илдәргә мөрәжәғәт ебәрмәне, беҙ ҙә үҙебеҙҙең мөнәсәбәтебеҙҙе белдермәнек, ситтән күҙәтеүсе ролен генә үтәнек. Ә бит быға оҡшаш хәлдәр, мәҫәлән, Балҡан илдәрендә, бөгөн дә булып тора. Был бигерәк тә һан буйынса күп булмаған халыҡтарға ҡағыла һәм резолюцияның бер пункты итеп индерелде. Үҙем өсөн был сәфәрҙә асыш яһаным: сараға әллә ҡасан үлеп бөткән тип иҫәпләнгән ҡарнундарҙан 4 кеше килгән. Ошо халыҡтың яртыһы - Тажикстанда, яртыһы Үзбәкстанда йәшәй. Әлбиттә, был илдәрҙең үҙ дәүләт телдәре бар, әммә ҡарнундар, телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу өсөн үҙ-ара аралашабыҙ, тиҙәр. Элек күрмәгән, танышмаған төрлө милләттәрҙең вәкилдәре - Молдова ғағауыздары, Төньяҡ Кавказдан ҡараимдар, нуғайҙар, балҡарҙар менән осрашырға тура килде. Башҡа республикаларҙан, башҡа халыҡтарҙан делегациялар дүрттән дә кәм түгел, яҡуттар 13 кеше, хатта Канаданан вәкилдәре килгәйне. Әзербайжандан һәр береһе 12-шәр кешенән торған ике делегация булды. Делегациялар составында яҙыусылар, шағирҙар, билдәле журналистар бар ине. Татарстандан китаптар тейәп килгәндәр. Молдова ғағауыздарының етәксеһе - Молдова парламентының депутаты. Башҡортостандан был йыйында бер үҙем ҡатнаштым. Сара барышында һәр делегация үҙ халҡының мәҙәниәтен күрһәтергә тейеш ине. Ике көн буйы концерт ойошторҙолар. Республиканан яңғыҙым булғас, Мостай Кәримдең бер шиғырын һәм Рәми Ғариповтың "Туған тел" шиғырын уҡып ишеттерҙем. Иң мөһиме - аралашыу үҙ телебеҙҙә алып барылды һәм бер-беребеҙҙе бик яҡшы аңланыҡ. Нуғайҙар, балҡарҙар, ҡараимдар башҡорт халҡы менән шул тиклем ҡыҙыҡһына, беҙҙең тапшырыуҙарҙы ҡарап баралар, ҡулдарына килеп эләккән журналдарҙы уҡыйҙар, Интернет селтәре аша матбуғат баҫмалары менән танышалар икән. Салауат Хәмиҙуллиндың "Тарихи мөхит" тапшырыуы тураһында иҫтәре китеп һөйләйҙәр. Тапшырыуҙарҙы яҙҙырып алып, бигерәк тә үҙебеҙгә ҡағылышлы ерҙәрен мәктәптәргә таратып бирәбеҙ, тиҙәр.
Үҙ сығышымда дөйөм төрки донъяһына күрһәтерлек телевидение булдырыу тураһында сығыш яһаным һәм ул резолюцияға ла инде. Төрки халыҡтарының яҙмышын, тарихын, бөгөнгөһөн сағылдырған журнал, гәзит нәшер итеүҙе ойоштороу тураһындағы икенсе тәҡдимем дә хуплау тапты.
Нуғайҙар депортацияланған халыҡтарҙы аҡлау тураһындағы мәсьәләне күтәреп сыҡты. Был категория һаман тулыһынса аҡланмаған, документтар еренә еткереп эшләнмәгән һәм ҡабул ителгән закондар ҙа тейешле кимәлдә үтәлмәй. Дөйөм кәңәш ҡорғандан һуң ҡасандыр депортацияға эләккән халыҡтар Рәсәй Президенты В.В. Путинға, Федерация Советы Рәйесе В. И. Матвиенкоға, РФ Дәүләт Думаһы Рәйесе С. Е. Нарышкинға хат яҙып, Бөтөн донъя төрки халыҡтары ассамблеяһы уларҙы хуплауын белдерергә тейеш, тигән ҡарар сығарҙыҡ.
Был съезда тағы бер принцип иғтибарҙы йәлеп итте: ниндәй милләттән булыуыңа ҡарамаҫтан, һин тиң хоҡуҡлы һәм башҡалар менән тиң. Сөнки халыҡтың бөйөклөгө уның һаны менән билдәләнмәй, эшләгән эштәре менән баһалана. Хатта был ҡаласыҡта һәр бер төрки халҡына урын бүлделәр һәм улар шунда үҙҙәренең йортон һалырға, йәғни бында һәр милләттең үҙенең резиденцияһы булырға тейеш, тинеләр. Башҡорттарға резиденция өсөн ҡаласыҡҡа инә торған ерҙәге иң матур урындарҙың береһен бирҙеләр, ә бинаны республика үҙ иҫәбенә төҙөргә бурыслы. Әлбиттә, минең бер ниндәй ҙә вәкәләтем юҡ, шулай ҙа ошо хаҡтағы документҡа ҡул ҡуйып ҡайттым.

Хыялдарға кәртә юҡ...

Тағы бер мәсьәлә - Туранда йәки Төркөстанда төрки халыҡтарының ҙур музейын, конгресс-зал булдырыу. Шунда киләсәктә осрашыуҙар үткәреү мәсьәләһе күтәрелде. Әлбиттә, уларҙы хәл итеү өсөн ниндәйҙер иҡтисади нигеҙ булырға, был мәсьәләләр буйынса төрлө төрки дәүләттәре етәкселәре лә йыйылып һөйләшергә, үҙҙәренең өлөшөн индерергә тейеш, тип уйлайым. Әлбиттә, мин үҙебеҙҙең Арҡайым нигеҙендә музей, конгресс-зал эшләү бигерәк һәйбәт булыр ине, тип хыялланып ултырҙым инде. Сөнки тикшеренеүсе С. П. Толстов тарафынан Арҡайымдың (Боронғо Туран) төрки халыҡтарының йәшәү үҙәге булыуы фәнни раҫланған. Арҡайым атамаһы - ул шартлы рәүештә генә бирелгән. Шул уҡ ваҡытта беҙгә Арҡайым тип атап йөрөгән ҡаласыҡтың исемен табырға кәрәк. Юҡһа, асыш яһағандан һуң уны арийҙарҙың төйәге булған, тип раҫланылар һәм шул юҫыҡта раҫлауҙарҙы дауам итәләр, фекер тараталар. Минеңсә, бында бер ниндәй арийҙар ҙа булмаған. Был - ата-бабаларыбыҙҙың, ҡанбабаларыбыҙҙың тыуған ере. Унан баш тартырға тейеш түгелбеҙ. Киреһенсә, тарихсыларыбыҙ, археологтарыбыҙ шул тамырҙарҙы эҙләп табып, бөгөнгө башҡорттарҙың заманында шунда йәшәгән халыҡтан сыҡҡанын раҫларға тейеш, тип уйлайым. Әммә шул фекергә беҙ нисектер битарафбыҙ. Күп халыҡтар башҡортҡа ҡарағанда һуңыраҡ формалашҡан. Тарихсылар башҡорттарҙы был ерҙәргә Алтайҙан килгән, тип раҫлай. Заманында хатта ошо фекерҙе яҡлаусы Кузеев менән дә бәхәскә ингәйнем. "Беҙ бит Алтайҙа үҙебеҙҙең күҙаллауҙарыбыҙҙы раҫлаусы төрлө ат кәрәк-яраҡтары, башҡа матди дәлилдәр табып алып ҡайттыҡ", - тигәйне ул миңә. "Һеҙ ҡалмыҡ, Әстерхан яҡтарына сығып, ҡаҙыныу эштәре алып барһағыҙ, дәлилдәрҙе унан да табып алып ҡайтырһығыҙ", - тинем. Сөнки башҡорт халҡының бер өлөшө күсмә тормошта йәшәгән. Бигерәк тә Көньяҡ Уралда йәшәүселәр малдарын ҡайҙа үлән мул, шунда йөрөткән, ә инде һалҡындар төшә башлағас, әйләнеп ҡайтыр булған. Сөнки ышыҡланыр урын, урман-тауҙар бар. Шул уҡ ваҡытта уның икенсе өлөшө ултыраҡ тормош алып барған. Ултыраҡ тормош алып бармаған бер генә дәүләт тә икенсе дәүләт менән бәйләнешкә кермәй. Ә башҡорт халҡы рустар менән бер рәттән Рәсәй федерацияһына нигеҙ һалыусы булып тора.
Рәсәй составына үҙ ирке менән ингәндән һуң башҡорт елкәһенә Рәсәй сиктәрен һаҡлау кеүек ҙур бурыс йөкмәтелгән. Беренсе Бөйөк Ватан һуғышында 29 башҡорт атлы полкының Парижға инеүе үҙе генә ни тора! Был бит халҡыбыҙҙың хәрби ҡеүәте хаҡында ла һөйләй. Француз, немец рассамдарының шул ваҡытта төшөргән картиналарында башҡорт яугирының һынландырылыуы ла юҡҡа түгел. Беҙгә, башҡорттарға, ошоларҙы күрһәтә белергә, ошолар нигеҙендә донъя кимәленә сығырға кәрәк. Съезд ултырышы барған мәлдә лә өҫтәлдә Ҡаҙағстандың, Төркиәнең, Башҡортостандың флагтары тора ине, мин Башҡортостандыҡын ике флаг араһына уртаға күсереп ҡуйҙым. Һуңынан егеттәр: "Фәнил Сәйетович, флагығыҙҙы шундай итеп ҡуйҙығыҙ, әйтерһең дә Башҡортостан - Ер кендеге", - тиҙәр. "Эйе, Арҡайым бит беҙҙеке, тимәк, Башҡортостан - Ер кендеге, беҙ Троянан да олораҡбыҙ", - тинем. Аллаһы Тәғәлә үҙе шулай ҡушҡан икән, беҙ форвард булырға, алда барырға тейешбеҙ.

Беҙ үгәй бала түгел!

Ни өсөндөр "төрки донъя" тигән һүҙбәйләнеш Рәсәйҙә хәүеф тыуҙыра. Ә бит шул уҡ ваҡытта славян донъяһы, рус маршы кеүек саралар үтеп тора. Беҙҙә милли проблемаларҙан ниндәйҙер ҡурҡыу бар һәм был "Ислам экстремизмы", "төрки халыҡтарының экстремизмы" тигән һүҙбәйләнештәрҙе таратыуға этәргес булды. Шул уҡ ваҡытта рус шовинизмы, рус фашизмы һүҙбәйләнештә генә түгел, тормошта аныҡ рәүештә осрап тора. Милли проблемаларҙы законлы рәүештә хәл итә белмәүҙән килеп тыуалыр бындай мөнәсәбәт. Мәҫәлән, төрлө ҡалаларҙың етәкселәре рус маршын үткәрергә рөхсәт итә, ә мосолмандар нимәлер үткәрергә планлаштырһа - төрлө сәбәп табыла. "Башҡорт маршы" тип сығайыҡ, бер квартал да үтеп өлгөрмәйәсәкбеҙ, алып барып ябасаҡтар. Минеңсә, халыҡтарға бер төрлө ҡараш булырға тейеш. Уларҙы ҡанына, принциптарына, диненә ҡарап бүлергә түгел, ә мәнфәғәттәрен, телен, динен һаҡларға кәрәк. Шуға күрә мин бөгөн Украинала күҙәтелгән күренештәр Рәсәй өсөн хәүефле сигнал, тип уйлайым. Әгәр ҙә беҙ федератив принциптарҙы, телдәрҙең, мәҙәниәттәрҙең тигеҙлеген танымайбыҙ, уларҙың мәнфәғәтен бер тигеҙ тормошҡа ашырмайбыҙ икән, тимәк, шундай уҡ ҡаршылыҡтарҙы тыуҙырабыҙ. Шеш бит бер көндә генә барлыҡҡа килмәй, ул йыйылып-йыйылып, тулышҡас ҡына һытыла. Бөгөн Рәсәйҙә Милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләүсе министрлыҡ юҡ, Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙа милли сығыш иҫәпкә алынмай, башҡорт халҡының статусы бөгөн үҙенең тыуған республикаһында рус һәм татар статустарынан түбәнерәк, тейешенсә кадрҙар сәйәсәте юҡ икән, ошо етешһеҙлектәр бергә йыйылып, ҙур проблемалар тыуҙырыуы, ауыр эҙемтәләргә килтереүе мөмкин. Шуға күрә уларҙы ваҡытында күреп, ваҡытында хәл итергә өйрәнергә ваҡыт. Бөгөн милли мәсьәләләргә ҡағылышлы закондарҙың етешһеҙлектәре бик күп. Уларҙы тикшереп, камиллаштырырға, төҙәтеүҙәр индереүҙе тәҡдим итергә тейешбеҙ. Рәсәйҙә милли республикаларҙың тормошон, уның мәҙәниәтен, тарихын, яҙмышын күрһәтә торған канал да, баҫма матбуғат та юҡ. Федераль каналдарҙы йәки матбуғатты алып ҡараһаҡ, уларҙа тик кире яҡтар ғына күрһәтелә. Шул уҡ ваҡытта беҙ беренсе ун иң алдынғы, дотацияһыҙ төбәктәр иҫәбендәбеҙ. Шуға күрә, киреһенсә, беҙҙең уңыштарҙы башҡаларға күрһәтеү, таратыу яғын хәстәрләргә кәрәк. Беҙ бер ваҡытта ла дотацион республика булғаныбыҙ юҡ. Тимәк, әгәр беҙҙең иҡтисад шундай кимәлдә икән, халыҡтың тормош кимәле лә шул кимәлдә булырға тейеш. Ә беҙҙә киреһенсә килеп сыға. Ирекһеҙҙән, ҡайһы бер төбәктәрҙе күреп, беҙҙә халыҡ эшләй, уларҙа беҙҙә эшләгән халыҡ иҫәбенә йәшәйҙәр, тип уйлап ҡуяһың.
Милләт-ара мөнәсәбәттәрҙә социаль тигеҙлек программаһын булдырыу кәрәк. Мин съезда ла был хаҡта әйтеп киттем. Тигеҙһеҙлек - күп етешһеҙлектәрҙең сәбәбе булып тора. Шулай уҡ интернационализмды үҫтерергә, барлыҡ проблемаларҙы ошо принциптан сығып хәл итергә кәрәк. Ә интернационализм - ул дәүләттең эшенә тығылыу, нисек йәшәргә, нисек эшләргә, нисек уйларға тип өйрәтеү түгел, ә ошо халыҡтарға ярҙам итеү, уларҙың проблемаларын хәл итеү юлдарын эҙләү, уларҙы ҡыҫырыҡламау. Коммунизм һымаҡ инде. Дөрөҫөн әйткәндә, коммунизмдың төп принциптары, әгәр төрлөсә боҙолмаған булһа, улар Ҡөрьәндә һәм Тәүратта һалынған шул уҡ принциптар: азатлыҡ, тиңлек. Юҡҡа ғына, бөтөн яҡшы нәмә - ул онотолған иҫке нәмә, тимәйҙәр. Онотоп, ер менән тигеҙләргә тырышһыҡ та, хәҙер шул принциптарҙы ҡабаттан тергеҙергә кәрәк.

Ватансылыҡ тәрбиәләйек!

Һуңғы ваҡытта Рәсәй тарихы православие тарихына әйләнеп бара. Ә бит илдә йәшәүсе халыҡтарҙың һәм милләттәрҙең һәр ҡайһыһының Рәсәй тарихына индергән өлөшө бик ҙур, әһәмиәтле, улар һәр ҡайһыһы шанлы, ҡанлы, данлы тарихҡа эйә. Бөгөнгөләре лә тарих биттәренә инмәҫлек түгел. Рәсәй милләттәре тураһында һүҙ араһында ғына бер-ике һөйләм менән телгә алып китеү - ул тарихты дөрөҫ күрһәтмәү, тигән һүҙ. Шуға күрә, бәләкәй сағынан уҡ балаларыбыҙҙа милли аң тәрбиәләргә тейешбеҙ. Улар үҙҙәренең телен, тарихын, йолаларын, аралашыу мөмкинлектәрен белергә, уларҙан оялмаҫҡа тейеш. Юҡһа, бына сыуаштар, яҡуттар Иван да Никита тип йөрөтә үҙҙәрен. Был йәһәттән, Аллаға шөкөр, беҙ үҙебеҙҙең исемдәрҙе һаҡлап киләбеҙ әле. Икенсе яҡтан ҡарағанда, 10 мең халыҡҡа нисә юғары белемле кеше тура килеүенән сығып, халыҡтың интеллектуаль кимәле билдәләнә. Был йәһәттән һуңғы ваҡытта яҡуттар бик ҙур аҙым яһаны, уларҙа ошо күрһәткес башҡорттарға һәм татарҙарға ҡарағанда ике тапҡырға юғарыраҡ. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда бөгөн нефть, авиация университеттарында, хатта БДУ-ла ла башҡорт факультетынан башҡа башҡорт төркөмдәре булдыра алмайбыҙ. Бер ваҡыт юристарҙа башланып тора ине ул, бөгөн ул да юҡ. Ошо йүнәлештә яҡуттар бик әүҙем эшләй. Санкт-Петербургтың уҡыу йорттарында үҙҙәренең төркөмдәрен булдыралар. Уларға маҡсатлы йүнәлтмә буйынса ебәрәләр. Һәм иң мөһиме - уҡып сыҡҡан балалар кире Сахаға ҡайта. Был бик дөрөҫ аҙым. Беҙҙең балалар ҙа һуңғы йылдарҙа Мәскәү, Санкт-Петербург уҡыу йорттарына күпләп уҡырға инә, тик күптәре республикаға кире ҡайтмай. Ҡайтҡандары ла бик аҙ. Тимәк, был йүнәлештә эшләп еткермәйбеҙ, балаларҙа ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләмәйбеҙ. Бөгөн хатта юғары уҡыу йорттарынан сит илдәргә стажировкаға ебәрелеүселәрҙең дә бик аҙҙары ғына әйләнеп ҡайта. Икенсенән, дәүләт үҙенең киләсәге хаҡында уйлай икән, уның интеллектуаль кимәлен үҫтереү һәм һаҡлау өҫтөндә лә эшләргә тейеш. Интеллектуаль кимәлде үҫтереү өсөн зыялыларҙың матди хәлен яҡшыртырға кәрәк. Съезда ла интеллигенцияның үҫеше тураһында һүҙ күп булды. Сөнки интеллигенцияның үҫеше, уның кимәле - ул беҙҙең цивилизацияның кимәлен билдәләй торған күрһәткестәрҙең береһе.
Шулай итеп...
Азия менән Европаны бүлеп ятҡан Башҡортостан - бөтөн донъяла ике цивилизация уртаһында булған берҙән-бер дәүләт (Төркиәнең ниндәйҙер өлөшө генә Европаға сығыуҙы иҫәпкә алмағанда) тиергә мөмкин. Уның бер ҡанаты Европа яғында ҡағынһа, икенсеһе тарихи төрки донъяһында елпенә. Ә ҡошҡа юғары осош өсөн ике ҡанатыңдың да тигеҙ ҡағыуы кәрәк. Шуның өсөн дә Башҡортостанға Азия менән Европаның, йәғни Көнсығыш менән Көнбайыштың барлыҡ ыңғай үҫешен алып, ҡулланып, иң алдынғы цивилизациялар рәтенә сығырға Аллаһы Тәғәлә үҙе бойорған.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.07.14 | Ҡаралған: 2021

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru