«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАЛАРЫБЫҘ БЕҘҘЕ ҠАБАТЛАЙ
+  - 

Атаһынан күреп...

Ата-әсәһенә ике тамсы һыу һымаҡ оҡшаш балалар була. Ҡайһы саҡта теге йәки был баланы күрәһең дә, был - Фәләновтар яғына тартҡан, моғайын, шуның малайылыр (ҡыҙылыр), тип уйлап ҡуяһың. Киреһенсә, балаларына оҡшатып, атаһын йәки әсәһен таныған осраҡтар ҙа булғылай.
Яңыраҡ бер спорт сараһында волейбол уйнайбыҙ. Командабыҙға һуңлап ҡына килеп ҡушылған таныш түгел бер ағайҙың йөҙө Урал исемле минең күптәнге таныш егеттең йөҙөн хәтерләтеүенә иғтибар иттем. Ағайҙың үҙенән: "Һеҙ Уралдың атаһы түгелме?" - тип һорарға уңайһыҙланып, уға һиҙҙермәй генә командалаш егеттәрҙең береһенән һорай ҡуйҙым. Ысынлап та, фаразым дөрөҫ булып сыҡты. Шулай итеп, ғүмерҙә лә күрмәгән, белмәгән ағайҙы, улына оҡшатып, таныным да ҡуйҙым. Быныһы - тышҡы оҡшашлыҡ тураһында. Әммә иң ныҡ аптыратҡаны шул: ҡайһы саҡта тышҡы оҡшашлыҡ ул тиклем айырым-асыҡ күренмәһә лә, эске оҡшашлыҡ - характер, ҡылыҡтар берлеге үҙен тағы ла нығыраҡ һиҙҙерә һәм һине хайран итә. Ә инде бер ғаиләгә генә хас үҙенсәлекле һәләт айырыуса һоҡландыра...
Яңыраҡ ауылда үткән бер концертта үҙешмәкәр йырсылар, бейеүселәр сығыш яһағанда, 4-5 йәштәрҙәге Байрас исемле бер малайҙың өҙҙөрөп, көйгә тап килтерә баҫып, өлкәндәр һымаҡ бейеп китеүен күреп, хайран ҡалынғайны. Янымдағы бер инәй: "Ай-һай, "Байыҡ"та бейерлек егет бит был! Нурмөхәмәтовтар тоҡомо булырға тейеш, Әсҡәт һымаҡ, оҫта бейей", - тип, маҡтап ултырғайны. Концерт бөткәс асыҡланыуынса, ысынлап та, малайҙы олатаһы - оҫта бейеүсе Әсҡәт ағай Нурмөхәмәтов өйрәткән икән. Шулай итеп, "Харисов" тип таныштырһалар ҙа, егет Нурмөхәмәтовтарҙың ҡыҙының улы булып сыҡты...

Әсәһенән күреп...

"Байыҡ" бейеү конкурсында тәүге урындар яулаусы Әбйәлил районы Салауат ауылы ҡыҙы Руфина Хафизова ла "әсәһенән күреп тун бескән" ҡыҙыҡай булып сыҡты. Әйткәндәй, ҡыҙыҡай 9 айлыҡ ҡына сағынан бәүелсәгендә бейеп торған икән. Был хаҡта уның әсәһе Рәйлә Сөләймән ҡыҙы һөйләне. Матур милли кейем кейгән һөйкөмлө ҡыҙыҡайҙың әсәһе көйләгән көйгә тыпырҙатып йөрөүен күргәндән һуң, Руфинаға өндәшмәй ҡала алманым:
- Руфина, әле һин ниндәй бейеү бейейһең ул?
- Әле мин "Урманда" бейеүен башҡарҙым. Уның эстәлеге буйынса, мин еләк йыйыр өсөн урманға барам да, ҡоштар тауышын тыңлайым, ағастарға, хуш еҫле үләндәргә һоҡланып, аҡлан ҡыҙырам, түмәр өҫтөнә баҫып, тыпырҙатып бейеп төшәм, унан бер бөртөк кенә еләк табып, ашап ҡуям. Еләкһеҙ ҡайтһам да, бер ҙә аптырамайым - йылмайып, көлөп, ҡыуанып ҡайтып инәм өйгә...
- Бейергә кем өйрәтте? Тағы ниндәй бейеүҙәр беләһең?
- Әсәйем инде. Ул миңә тағы "Ҡыңғырау сәскә" бейеүен, бынан тыш, иптәш ҡыҙҙарым менән бергә бейей торған "Гөлнәзирә", "Кейеҙ" бейеүҙәрен дә өйрәтте. Әсәйем мәктәптә географиянан уҡыта, "Салауат" бейеү ансамблендә бейеүгә өйрәтә. - Һай, афарин! Киләсәктә кем булырға теләйһең?
- Президент...
Артабан бейеүсе ҡыҙҙың әсәһе Рәйлә Сөләймән ҡыҙы менән әңгәмәне дауам иттек. Уның һөйләгәндәренән ғаиләлә тәрбиә мәсьәләһе нисек ҡуйылыуы тураһында белдек.
-Балаларыбыҙҙы үҙ өлгөбөҙҙә тәрбиәләйбеҙ: һин тегеләй ит, былай ит, тип әйтмәйбеҙ, ә барыһын да үҙебеҙ эшләп күрһәтәбеҙ, йәғни ата-әсәнең һәр аҙымы, һәр хәрәкәте, һәр һүҙе бала күңелендә көҙгө кеүек сағыла икәнен аңлап, үҙ-үҙебеҙҙе һәр ваҡыт бер самала тоторға тырышабыҙ,- тип һөйләп китте Рәйлә апай. - Улдарыбыҙ Азамат, Салауат юғары уҡыу йортон тамамланы. Ҡыҙыбыҙ бәләкәй әле, ләкин уны ла эшкә күнектерәбеҙ - хеҙмәт менән тәрбиәләй-беҙ. Тағы, балаларыбыҙ туған телдәрендә матур итеп һөйләшһендәр, башҡорт рухлы булып үҫһендәр, тип тырышабыҙ. Башҡорт бейеүҙәре лә ошо маҡсатҡа хеҙмәт итә, тип уйлап, бәләкәсемде үҙем һымаҡ бейеүсе итергә булдым. Бәлки, киләсәктә бейеүсе лә булмаҫ, әммә был һәләтте үҫтермәй ҡалдырыу гонаһ булыр ине...
Рәйлә Сөләймән ҡыҙының һүҙен ғаилә башлығы Рәүеф Ғәбдрәшит улы: "Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ, яңы бейергә төшкән!" - тип йөпләп ҡуйҙы.

Шулай итеп...
Мәшәҡәтле, сыр-сыулы, шау-шыулы донъяла ошондай матур ғаиләләр бар икән, тимәк, тормош дауам итә! Киләсәктә лә тыуып торһон ата-әсәнең йөҙөн, күңелен, холҡон, талантын ҡабатлаған балалар. Тик был өлгө, был оҡшашлыҡ күркәм, матур булһын!

Илгиз ИШБУЛАТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.08.14 | Ҡаралған: 1424

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru