«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УРТА БЫУАТТАРҘА БАШҠОРТТАР ҺАНЫ
+  - 

Урта быуаттарҙа башҡорттарҙың һаны күпме булған? Улар ниндәй ерҙәрҙә йәшәгән? Ҡайһы бер тикшеренеүселәрҙең, башҡорттар аҙ һанлы милләт булған, тигән ҡараштары, ә икенселәренең халыҡтың тарихын бер нисә быуат менән генә сикләргә тырышыуҙары дөрөҫлөккә тап киләме? Ҡыҙыҡ, шул уҡ ваҡытта тарих фәне өсөн ҡатмарлы һорауҙарға яуапты тарих фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты доценты Фуат СӨЛӘЙМӘНОВ менән бергәләп эҙләйбеҙ.

Тарихи сығанаҡтар ни һөйләй?

Урта быуаттарҙа йәшәгән халыҡтарҙың иҫәбен асыҡлау бөгөнгө көн фәне өсөн күп ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Был хәл башҡорттарҙың ғына түгел, башҡа халыҡтарҙың иҫәбен асыҡларға тырышҡанда ла күҙәтелә. Төп сәбәп, һис шикһеҙ, аныҡ факттар, дәлилдәр менән нығытылған сығанаҡтарҙың булмауы, йәки уларҙың әҙ булыуына ҡайтып ҡала. Әлбиттә, быға ғәжәпләнәһе түгел, ни тиһәң дә, беҙҙең дәүләт тарихында тәүге тапҡыр халыҡ иҫәбен алыу кампаниялары монголдар хакимлыҡ иткән осорҙа ойошторола. Ләкин ошо туралағы тарихи факт билдәле булһа ла, үкенескә күрә, ул кампанияларҙың һөҙөмтәләре бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланмаған. Шуға күрә башҡорттарҙың да үҙ ирке менән Рус дәүләтенә ҡушылған осорға тиклем күпме булыуы хаҡында бер ниндәй ҙә аныҡ, асыҡ, раҫланған мәғлүмәт юҡ тиерлек. Булғандары ла бер-береһенә ҡаршы килә. Шуға күрә, башҡорттарҙың һаны бер нисә меңдән алып бер нисә миллионға тиклемге сиктә тирбәлә.
1925 йылда "Башҡорт аймағы" журналында "Башҡорттарҙың һаны" исеме аҫтында сыҡҡан мәҡәләһендә С. Мирасов XIII-XIV быуаттарҙа, йәғни Алтын Урҙа осоро ваҡытында, башҡорттарҙың һаны ете миллионға тиң булған, ә Рус дәүләтенә ҡушылғанда 3 миллионға тиклем кәмегән, тигән фекерҙе әйтә. Үкенескә ҡаршы, был һандарҙың ниндәй сығанаҡтарҙан алыныуы билдәле түгел. С. Мирасов нигеҙләнгән ниндәйҙер хеҙмәт мотлаҡ булғандыр инде ул. Ләкин бындай факттар бөгөнгө тикшеренеүселәр тарафынан инҡар ителә, күп ғалимдар, Урта быуаттарҙа йәшәгән башҡорттар аҙ һанлы халыҡ булған, тигән ҡарашты яҡлай һәм тикшеренеүҙәрен ошо юҫыҡта алып бара. Эйе, революцияға тиклемге осорҙа һәм Советтар Союзы ваҡытында айырым авторҙар үҙҙәре юлыҡҡан ҡайһы бер сығанаҡтарҙы дөрөҫ тәржемә итмәйенсә, йәки уларҙың эстәлегенә төшөнмәйенсә, Урта быуат башҡорттарының һанын 2 мең кеше менән генә сикләне. Үкенескә күрә, был ҡарашты бөгөнгө көндәге ҡайһы бер авторҙар ҙа хуплай. Кемдәргәлер шулай ҡулайлы, күрәһең...
Урта быуат башҡорттары аҙ һанлы халыҡ булған тигән ҡараш күпмегә дөрөҫкә тап килә? Уның нигеҙендә ниндәй дәлилдәр ята? Әлбиттә, бөгөнгә һылтанған сығанағының исеме булмағас, Мирасовтың ҡарашын ҡабул итеүе еңел түгел. Әммә шул уҡ ваҡытта ҙур территорияларҙа йәшәгән башҡорттарҙың аҙ һанлы булыуы хаҡындағы ҡараш менән дә килешеп булмай һәм ошо тезис үҙе үк күп һорауҙар тыуҙыра. Етмәһә, башҡорттарҙың һаны аҙ булыуы тураһындағы сығанаҡтар ҙа билдәле түгел. Ашығыс һығымталар яһамайынса, ошо һорауға яуап биреп ҡараясаҡбыҙ.
Беренсенән, ғәрәп һәм фарсы авторҙары билдәләүенсә, Урта быуаттарҙа башҡорттар бик ҙур территорияларҙа йәшәгән. Уларҙың ерҙәре Көнсығыш Европанан Азия ҡитғаһына, Тоболдан Волгаға, бөгөнгө Пермь крайынан Каспий, Арал диңгеҙенә тиклемге дала-тауҙарға һуҙылған. Бынан тыш, башҡорттарҙың айырым бер төркөмө, бөрйәндәр, Ҡара диңгеҙҙең төньяҡ далаларында, бөгөнгө Украина ерҙәрендә лә йәшәгәне билдәле. Был турала мәғлүмәтте Иҙриси, Әл-Балхи яҙмаларында табырға була.
Икенсенән, Башҡорт иле һәм халҡы, уларҙың тораҡ пункттары, шулай уҡ ҡәлғәләре бик күп Урта быуат сығанаҡтарында, Көнсығыш, Үҙәк, хатта Көнбайыш Европа карталарында киң сағылыш тапҡан. Мәҫәлән, "Әл-Башҡорт иле" атамаһы Сәләм Тәржүмәндең (IX быуат), Ибн Хордадбәхтең (IX б.), Ибн Фаҙландың (IX б.); "башҡорттарҙың Маср һәм Каср ҡалалары" - Әл-Иҙрисиның (XII б.), "Башҡорт тауы" - Әл-Бируни менән Әл-Бәкүуиның карта-яҙмаларында осрай, сағылыш таба. XI быуат ғалимы Мәхмүт Ҡашғари "башҡорт теле бөгөнгө көндәге эре 20 төрки телдәре иҫәбендә..." тип яҙа.
Шулай уҡ Ипатьев йылъяҙмаһынан, 1151 йылда Башҡорт хандың, яуҙа үлгән Владимир Давыдович Черниговский исемле кенәздең тол ҡатынына өйләнеп, Рус кенәздәр тоҡомо менән туғанлашыуы, ә һуңынан 20 меңлек ғәскәре менән Чернигов кенәздәренә Киев тәхетен алыу өсөн ярҙамға килеүе хаҡында уҡырға була.
XIII быуатта Әл-Хәмәүи яҙмаларында "Венгрияның ҙур булмаған ҡалаһына бәрәбәр булған Әл-Башҡорт иленең 30 ҙур ауылы" хаҡында мәғлүмәттәргә юлығабыҙ.
Шулай уҡ ағалы-ҡустылы Пициганолар (1367 й.) - "Камалағы Башҡорт ҡалаһы" хаҡында, Казуини (XIII б.) "Башҡорт (Башгирд) - Константинополь менән Булғар араһында йәшәгән күп һанлы төрки ырыу, ҡәбилә", тигән мәғлүмәт бирә. Ә Морат Рәмзи билдәле милләттәше Санджар Әл-Башҡорт тураһында: "Санджар Әл-Башҡорт (Башгирд) - Мәмлүк дәүләте хакимдарының береһе, Мысырҙың шағиры һәм әмире", - тип яҙа.
Өсөнсөнән, күп һанлы булған һәм шулай уҡ ҙур ғына территорияларҙа йәшәгән ҡыпсаҡтар, болғарҙар, хазарҙар көслө ассимиляцияға бирелеп, ваҡыт үтеү менән бөтөнләй юҡҡа сыҡҡанда, башҡорттар үҙҙәренең ерҙәрен, мәҙәниәтен, телен, ниндәйҙер кимәлдә үҙаллылығын һаҡлап алып ҡала алған. Монгол-татарҙарға, башҡа баҫҡынсыларға ҡаршы оҙаҡ йылдарға һуҙылған көрәштән һуң да, ниндәйҙер кимәлдә этноцид, геноцид кеүек күренештәргә дусар ителеүҙәренә ҡарамаҫтан, барыбер юҡҡа сыҡмағандар. Был шулай уҡ, халыҡ аҙ һанлы булған, тигән тезисты инҡар итә.
Ошо урында академик Раил Кузеевтың XVI быуаттағы башҡорттарҙың иҫәбенә ҡарата әйтелгән һүҙҙәрен килтереп китергә кәрәктер: "Нуғайҙар, әлбиттә, башҡорттарға ҡарағанда һан яғынан күберәк була. Әммә XVI быуат уртаһындағы ҡаты бәрелештә башҡорттарҙың уларға ҡаршы тора алыуҙарын иҫәпкә алғанда, ә һуңыраҡ Рәсәйгә ҡушылғандан һуң, Башҡортостан ерендә ҡалған нуғайҙарҙың ҡәбилә-ырыу төркөмдәрен ассимиляциялаштырыуҙары буйынса фекер йөрөткәндә, башҡорттар Башҡортостан ерендә йәшәгән нуғайҙарға ҡарағанда күберәк була", - ти ул үҙенең хеҙмәтендә.
Дүртенсенән, боронғо башҡорт мифологияһы өлгөһө булған "Урал батыр", "Аҡбуҙат" эпостарында сағылдырылған ҡайһы бер мотивтар, сюжеттар һәм айырым исемдәр боронғо шумерҙарҙың эпик һәм дини әҫәрҙәре менән ауаздаш, улар араһында күп кенә уртаҡ һыҙаттарҙы төҫмөрләргә була. Был башҡорттарҙың башҡа халыҡтар менән киң аралашып йәшәүҙәре тураһында раҫлаусы кире ҡаҡҡыһыҙ дәлил.
Үрҙә һанап киткән факттарҙан сығып, Урта быуат башҡорттары аҙ һанлы булған тигән ҡараштың дөрөҫкә тап килмәүен әйтергә була. Әгәр ҙә улар аҙ һанлы булһа, нисек итеп шул тиклем киң территорияларҙа танылыу алыр ине? Ә ул замандарҙа мәғлүмәттең таралыу тиҙлеге бөгөнгө көндәгенә ҡарағанда бик күп тапҡырға кәмерәк булған бит. Тимәк, беҙ ҙур ышаныс менән башҡорттарҙың заманына күрә ҙур ғына һанлы милләт булыуы хаҡында раҫлай алабыҙ.

Азамат АБУТАЛИПОВ яҙып алды.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.08.14 | Ҡаралған: 2255

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru