Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
Ноябрь
|
|
МИҘАЛ ТАҠҠАН МИҪАЛМЫ?
|
- Шағир данына һәр кем дә риза,
Тик шағир булмайҙар, яҙып ғариза.
- Шағирлыҡты ла, иллә лә мәгәр,
Ғариза яҙып ташлап китмәйҙәр.
Әсхәл Әхмәт-Хужа.
Бер аҡһаҡал баҡсала шәкерттәренә һабаҡ биреп йөрөй икән. Был урында данлыҡлы шәхестәргә һәйкәлдәр ҙә ҡуйылған булған. Бер уҡыусыһы аҡһаҡалға: "Нишләп бында һеҙгә һәйкәл юҡ?" - тигән һорау биргән. Аҡһаҡал: "Нишләп был кешегә һәйкәл ҡуйылған?" тигән һорауға ҡарағанда, "Нишләп уға һәйкәл юҡ?" тигәндәре яҡшыраҡ түгелме ни?" - тип яуаплаған.
Был хикмәтнамә билдәле музыкант Андрей Макаревич менән бәйле ваҡиғалар арҡаһында иҫкә килеп төштө. Хәтерегеҙҙәлер, 2 августа А. Макаревич Украинаның Святогорск ҡалаһында Донецк менән Луганск ҡасаҡтары лагерында ойошторолған концертта ҡатнашҡайны. Быны күптәр Рәсәйгә ҡаршы йүнәлтелгән сара, тип ҡабул итте. Бынан алда А. Макаревич Владимир Путинға яҙған асыҡ хатында Рәсәйҙең Ҡырымды үҙ составына кире ҡайтарыуына ла ҡаршы сығыш яһағайны. Артистың был ҡылыҡтары Рәсәй патриоттарында кире реакция тыуҙырҙы. Дәүләт Думаһы депутаты Евгений Федоров артистың дәүләт наградаларын тартып алырға ла тәҡдим итте.
Уны Рәсәй гражданлығынан мәхрүм итергә, концерттарын тыйырға, тигән тәҡдимдәр ҙә яңғыраны. Тәүҙә Макаревич бындай янауҙарға ҡаршы үҙе лә суд менән янап маташты, шунан һуң Рунетта уға ҡаршы петицияла 20 меңдән артыҡ ҡултамға йыйылғас, Рәсәй Президенты Владимир Путин исеменә асыҡ хат яҙырға мәжбүр булды. Унда ул дәүләт етәксеһенә үҙен эҙәрлекләүҙәре тураһында белдерҙе һәм был кампанияны туҡтатыуҙы талап итте. Президенттың матбуғат секретаре Дмитрий Песков, быны эҙәрлекләү тип ҡабул итеү дөрөҫ түгел, тип белдерҙе. Ысынлап та, Рәсәй халҡының уртаҡ фекерен тап ошолай итеп ҡабул итергә тырышыуҙы Макаревичтың үҙ рейтингын күтәреү сараһы, тип уйларға ла була.
Мине артистың һуғыш хәлендә булған дәүләттә концерт менән сығыш яһай аламы, юҡмы икәнлегенән бигерәк, дәүләт наградаһының кеше өсөн әһәмиәте нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра. Почетлы легион орденын булдырғас, Наполеон: "Ошо меҫкен шаҡы-шоҡо ярҙамында кеше менән үҙең теләгәнсә файҙаланып була", - тип әйтә. Уйлап ҡараһаң, дәүләт тарафынан булдырылған төрлө наградалар ошо манипуляция өсөн хеҙмәт итә түгелме? Теге йәки был награданы алыу өсөн ниндәй генә "мутлыҡтарға" бармай бәғзе берәүҙәр. Яңыраҡ билдәле бер композиторҙың интервьюһында ошо турала уҡырға насип булды. Ул үҙенә республиканың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре тигән исемде һәм Ғәлимов Сәләм исемендәге премияны ике уҡытыусыһына бер вуздың профессоры дәрәжәләрен алыу өсөн генә бирелгәнлеген әйтеп үтә. Әлбиттә, был профессорҙарһыҙ ҙа ижадсыбыҙ был наградаларға лайыҡ ине. Әммә уның был фактты ғаләм алдында таныуы күпте һөйләй.
Уҡыусыһының уҡытыусыһы өсөн ошолай "терәк" булыуы кешелә әллә ни ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙырмайҙыр ҙа. Әммә йыш ҡына беҙгә теге йәки был наградаға лайыҡ булмаған замандаштарыбыҙ менән аралашырға тура килә. Уларҙың ниндәйҙер ҡаҙаныштары булмаһа ла, күкрәгенән был награда билдәһен төшөрмәй, йәки үҙенең бөтә регалияларын тулыһынса күрһәтергә тырышып, ҡупырайып йөрөгәндәр аҙмы ни? Фән докторымын, тип, был фәндең төп ҡанундарын да белмәгән "ғалим", тауышы ла булмаған "атҡаҙанған артистарыбыҙ" юҡмы? Ошо наградалар, премиялар, гранттар системаһы арҡаһында ябыҡ авторҙар кастаһы барлыҡҡа килде. Үҙҙәренең бәхәсле, түбән сифатлы әҫәрҙәрен пропагандалау өсөн улар бер нәмәнән дә тартынмай. Телевидение, радио, гәзит-журналдарҙа бер-береһен маҡтауҙың ялған икәне хатта ябай кешенең күҙлегенән ситтә ҡалмағанын һиҙмәйҙәр ҙә һымаҡ ҡайһы саҡта. Ошо ябыҡ "түңәрәк" ағзалары бер исемлектән икенсеһенә алмаш-тилмәш күсеп йөрөй. Бының өсөн республика иҫәбенә сит илдәргә даими сығып йөрөгән, китаптарын баҫтырған "таланттарҙы" байҡау ҙа етә. Әгәр ҙә уларҙан һәләтлерәктәр ярҙамдан ситтә ҡалмаһа, был хәлгә көлөп кенә ҡарар ҙа ҡуйыр инек...
Макаревичты дәүләт наградаларынан мәхрүм итергә маташыу тағы бер мәсьәләне алға ҡуя. Тарихта бындай осраҡтар булғылаған, хатта Советтар Союзы Геройҙары ла үҙ дәрәжәһенән ҡолаҡ ҡаҡҡан. Наградаларҙы алыуҙан баш тартҡандары ла булғылаған. Тимәк, был награда уға "лайыҡлы түгел"дәр ҙә булғандыр. Андрей Макаревичтың наградаларын тартып алып та булмайҙыр, алып булғанда ла, әхлаҡи яҡтан башҡа һыймаған эштер. Был осраҡта уның үҙенә был наградаларҙан баш тартырға ғына ҡалалыр, моғайын.
Ә шулай ҙа ниндәйҙер исемдәр кешене биҙәмәй, киреһенсә, кеше награданың дәрәжәһен билдәләй. Шунлыҡтан, бындай бүләктәр менән һаҡ булырға кәрәк. Уларҙы тик лайыҡлыларға ғына биреү лазым. Шулай иткәндә генә һуңынан был награданы кире тартып алыу мәсьәләһе килеп тыумаҫ. Награда көҫәп йөрөгән ижадсыларға ла быны онотмаҫҡа ине.
Һинән һуң ҡалһын матур иҫтәлек:
Халҡыңа бөрсөк бер нур өҫтәрлек,
Йөрөгән ереңде һағынып иҫләрлек,
Еләҫ елдәр ҙә һығылып иҫерлек!
Бәхтийәр ӘХӘТОВ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|
Яҙылған: 08.09.14 | Ҡаралған: 1457
|
|
Киске Өфө
|
|
Бер үк ваҡытта әфәнде лә, ҡол да булып булмай. Ҡол булғың килһә, кешеләрҙең һәр береһенә ялағайлан һәм ярарға тырыш, әфәнде булғың килһә инде үҙеңде ошо ҡылыҡтарҙан азат ит.
(Эпиктет).
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|