«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ПАРАЛЛЕЛЬ ДОНЪЯ УЙҘЫРМА ТҮГЕЛ"
+  - 

Яҡташым һәм рухи остазым Марат ағай Ишмөхәмәтовтың "Киске Өфө" гәзитендә (№ 27, 28) баҫылып сыҡҡан "Параллель донъя уйҙырма түгел" тигән мәҡәләһен уҡып сыҡҡас, үҙемдең дә баштан үткәндәрҙе яҙырға булдым, сөнки күптәр беҙҙең донъя менән бергә тағы ла әллә күпме башҡа донъяларҙың да булыуын инҡар итә, уға ышанып етмәй.

Мин үҙем бала саҡтан беҙҙең йәнәшәләге донъяның, унда беҙҙең кеүек үк йәшәп ятҡан йән эйәләренең барлығына ышана инем. Күргәндәремде ата-әсәйемдәргә һөйләп, уларҙы ышандыра алмау ғына түгел, был турала башҡа бер кемгә лә һөйләргә ярамағанлығын киҫәтеп, мине әрләүҙәре ауыҙымды йоморға мәжбүр итте. Әммә был киҫәтеүҙәр минең параллель донъяны күреү һәләтемде бер нисек тә юя алманы, тик мин, әсәйем әйтмешләй, "кеше ышанмаҫлыҡты" һөйләп йөрөмәҫ, шулай ҙа күргән-ишеткәндәремде хәтер йомғағына төйнәп барыр булып киттем. Параллель донъя хаҡында ҡасандыр бер килеп берәү һүҙ башлар, шул ваҡытта мин дә уның һөйләгәндәрен йөпләп, һүҙ әйтермен, тип өмөт итә инем. Кешеләр ышанмаһа ла, минең менән булған хәлдәр минең фантазиям емеше түгел, ә ысынбарлыҡ булыуына иманым камил ине. Бөгөн һеҙгә бәйән итер ваҡиғаларға бер-нисә йыл ваҡыт үтһә лә, хәтеремдә улар әле генә булған кеүек.
Холҡом шулай: еләк, бәшмәк мәле еттеме, урман, тип "ауырый" башлайым. Ял көндәре, кис эштән һуң көн дә тиерлек урманға йүгерәм. Эргә-тирәләге урмандарҙың мин белмәгән ере юҡтыр. Бала сағымда "Урал" матасына ултыртып та, йәйәүләп тә атайым ҡасабабыҙҙың тирә-яғын бер итеп йөрөп күрһәтер, шишмә, тау-яландарҙың исемдәрен әйтеп, тарихын һөйләр, урманда йөрөгәндә нисек аҙашмай юл табырға өйрәтер ине. Атайымдың әсәһе Хәбирә өләсәйем дә урман ҡыҙырырға әүәҫ булды, мине эйәртеп, әллә ҡайһы урман-тауҙар аша йөрөтөп алып ҡайтыр ине. Урманда яңғыҙ ҡурҡмай-аҙашмай йөрөй белеүем һуңынан Башҡорт дәүләт университетында белем алғанда бик тә ярҙам итте. "Иңкештәрҙең физиологик үҙенсәлектәре" исемле диплом эшенә материалдар йыйыр өсөн иңкештәрҙең төрҙәрен, уларҙың тормошон өйрәнеп, яңғыҙыма бик күп урман-тауҙар гиҙергә тура килде. Тора-бара төрлө китаптарҙан тәбиғәттең, кешелек донъяһының нескәлектәрен, шулай уҡ ата-бабаларыбыҙҙың тәбиғәткә бәйле йолалары аша урман-ҡырҙарҙа үҙ-үҙеңде нисек итеп дөрөҫ тоторға кәрәклеге хаҡында өйрәнә башланым. Шуға ла яңғыҙ йөрөгәндә бер-бер нәмәгә осраһам, ҡурҡмаҫмын, тип уйлай торғайным. Ысынбарлыҡта улай булмай сыҡты.
Биш-алты йылдар элек булды был хәл. Әхирәтем менән бәшмәк йыйырға барырға булдыҡ. Шуныһы яҡшы, ул үҙе машина йөрөтә. Әйт кенә, теләгән ереңә ултыртып алып та китә. Был юлы әхирәтемдең тыуған ауылы Берлек яғына барырға булдыҡ. Автодромдан алыҫ түгел юлдың уң яғында элекке картуф баҡсаһы бар. Хәҙер унда берәү ҙә картуф сәсмәгәнлектән, кәртәһе туҙып, емерелеп бөткән. Шунда туҡтап, машинаны ҡалдырҙыҡ та, тауға артылдыҡ. Ул йылды йәй ҡоро булыуға ҡарамаҫтан, бәшмәк бигерәк уңғайны. Барып төшһәк, гөрөздә тулып ята, йый ғына. Кеше лә күп. Йә уң яҡлап, йә һул яҡлап ололар ҙа, бала-саға ла үтеп кенә тора. Әхирәтем ҡолаҡҡа ҡатыраҡ, шуға ла мин уға алдан әйтеп ҡуям: "Ҡурҡмай ғына йөрө, һине күҙ яҙлыҡтырмай, ҡарап ҡына йөрөйөм", - тим. Әленән-әле баш ҡалҡытып, ҡайҙалығын ҡарап-ҡарап алам. Шуға ла минең менән йөрөргә ярата ул, сөнки аҙашып китеүенән ҡурҡмай, бер уйһыҙ йөрөй ала.
Бер ваҡыт эргәмдә генә берәү һыҙғыра башланы. Ҡалҡып тороп, тыңлап-тыңлап ҡарайым, бер кем дә күренмәй, ә тауыш эргәмдә генә, әйтерһең, әкиәттәгеләй, кешегә күрендертмәй торған эшләпә кейеп, берәү эргәмдә баҫып тора. Тауышы ҡоштоҡона ла, кешенекенә лә оҡшамаған һымаҡ. Кемдер алҡынып-алҡынып минең менән һыҙғырып һөйләшкән кеүек, интонация менән һүҙҙәр һөйләгән һымаҡ, өҙөп-өҙөп һыҙғыра. "Тауҙың эйәһелер ул, хилаф эш ҡылмаһындар, урманға зыян килтермәһендәр, тип ҡарап йөрөйҙөр",- тип үҙемде тынысландырам. Бигерәк ҡоро бит быйыл. Күпме урман яныу осраҡтары булды. Шулай, тауыш һаман да эргәмдә һыҙғыра, мин дә уйым менән генә уның менән һөйләшәм, урманының байлығына һоҡланыуымды белдерәм, уға рәхмәттәремде әйтәм. Һәр ҡырҡып алынған бәшмәктең тамырын тупраҡ менән матурлап күмеп ҡуям. Яйлап, кинәнеп йөрөйөм. Шундай рәхәт!
Бына пакеттарыбыҙ ҙа тулды! Көн дә кисләтеп бара. Ҡояш ҡаршы тау башына менеп, иртәгәгә тиклем, тип, хушлашырға әҙерләнгән. Әхирәтемдең дә пакеттары бәшмәк менән тулған.
- Ҡайттыҡмы?- ти.
- Юҡ! - мин әйтәм. - Анауында матур ғына ҡайынлыҡ күргәйнем, әйҙә, шунда барып, ҡояшты оҙатайыҡ!
- Әйҙә!
Ап-аҡ ҡына йәш ҡайындар, әйтерһең дә, йәш ҡыҙҙар! Ҡыҙғылт шәфәҡ нурында улар тағы ла матурыраҡ күренә. Шундай матур урын!
- Минең ҡайындар яратҡанды ҡайҙан белдең? - тип һорай әхирәтем.
- Белмәнем, - тим. - Мин үҙем ҡайындар яратам!
Ҡояш күренеп торған ерҙә бер йығылған ағасҡа ултырып алдыҡ. Бергә-бергә ошондай хозурлыҡ, был ерҙәрҙең муллығы өсөн Аллаһы Тәғәләгә рәхмәттәр әйтеп, бар тәбиғәткә, йәнтөйәгебеҙгә именлек, бәрәкәт теләп, доғалар уҡынып, байып барған ҡояштың матурлығына иҫебеҙ китеп һоҡланып ултырабыҙ. Теге урман эйәһе лә беҙгә ҡушылып, һыҙғырып-һыҙғыра, үҙенсә алҡышланып нимәлер һөйләй. Әхирәтемә әйтәм: "Ишетәһеңме, урман эйәһе һыҙғырып һөйләшә", - тим. "Юҡ",- тип башын һелкә. Ярар, тип уйлап ҡуям үҙем дә, ишетмәгәнең, бәлки, яҡшыраҡтыр ҙа, ишетһәң, ҡурҡыр инең...
Урманда эңер тиҙ төшә. Ҡояштың тау артына тәгәрәп төшөүе булды, ағастар араһы ҡараңғыланды ла ҡуйҙы. Йоҡонан уянып киткәндәй, йәһәт кенә тороп, ҡайтыр юлға ыңғайланыҡ. Юлға сығып, машинаға ултырҙыҡ та, ҡайтып киттек...
...Икенсе көн тағы ла күңелем шул урманға тартыла. Әхирәтемә шылтыратҡайным, ваҡыты юҡ. Ҡустыма шылтыратам:
- Кисә Берлек юлында бер тауға бәшмәккә барғайныҡ. Бәшмәк күп.
Әйҙә, ваҡытың булһа, шунда барып киләйек әле.
- Ике сәғәт кенә ваҡытым бар. Алыҫ түгел бит, барырмын. Әҙер тор, хәҙер барып алам.
Кисәге урынға барып туҡтаныҡ. Емерек кәртә буйында солоҡло бер ҙур ҡарағай тора. Ҡорт көткән ҡустым шуға әүрәп тороп ҡалды, мин урманға инеп киттем. Ике сәғәттән машина эргәһендә осрашырға һөйләштек. Урманға барып ингәйнем, әкиәт донъяһына барып эләккәндәй булдым: шундай матур! Бәләкәй генә ҡарағайҙар ергә яңы ғына тыуған кеүек: шундай һылыуҙар, ҡупшылар, энәләре һутлы-йәшел, ялтырап тора. Араларындағы ер тоташ бәләкәй генә дүңгәләктәр менән тулған. Бәшмәкселәр белә, гөрөздә бәшмәге кипкән япраҡ-үләндәр дүңгәләге аҫтында йәшеренеп үҫә. Мин бындай хозурлыҡты күреп, хисләнеп киттем һәм:
- Һаумы, урман! - тип ҡысҡырып ебәрҙем.
Ҡысҡырыуым булды, урман эйәһе һыҙғырып та ебәрҙе. Тирә-яғымды ҡарайым, үҙе күренмәй. Тауышы эргәмдә генә. Мин йәш ҡарағайҙар араһындағы теге бәшмәктәрҙе йыям. Бер урында ултырып тигәндәй, пакеттарымды тултырып та алдым. Сәғәткә лә ҡарамай йөрөгәнмен, эргәмдән ҡустым үтеп китте.
- Әйҙә, апай, оҙаҡлама. Мин машина эргәһенә киттем, - тине ул.
- Хәҙер, - тинем дә, үҙем һаман бәшмәк йыйып йөрөйөм. Бәшмәк шул тиклем күп. Күпме кеше йөрөй, ә бында, яҡында ғына, бер кеше лә йөрөмәгән, аптырайым.
Ҡайтырға ла ваҡыт. Урман хужаһына рәхмәт әйтеп, уйым менән уның менән хушлашып, ҡайтыр юлға боролған ғына инем, ҡапыл артымда "гөрһ" итеп ағас ауған тауыш ишетелде. Мин тауыш сыҡҡан яҡҡа әйләнеп ҡараным. Минән ун биш - егерме метр аралыҡта ҡарағай ботаҡтары араһынан бер аҡ кеше шәүләһе ҡарап тора. Оҙонлоғо 2,5-3 метр булыр. Алыҫтан үҙенең дә, күҙенең дә ниндәй булғанын аңғармайым, әммә унан күҙемде ала алмай, текләп тик торам. Ул-был нәмә күрһәм, ҡурҡмаҫмын, тип уйлай торған инем. Улай булмай сыҡты. Күңелемде шул саҡ аңлатып булмаҫлыҡ ҡурҡыу тойғоһо биләп алды. Аңым менән миңә бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамағанлығын аңлайым, әммә ҡурҡыуымды бер нисек тә еңеп булмай, әйтерһең дә, кемдер минең тойғолар менән ситтән идара итә. Ҡысҡыра ла алмай ҡатып тик торам. Бер ваҡыт аңыма килгәндәй булдым да, үҙем дә һиҙмәҫтән, Наил! Наил! тип ҡысҡырырға тотондом. Үҙем ҡысҡырам, үҙем кеҫә телефонынан ҡустыма шылтыратам. Ул ерҙә бәйләнеш юҡ икәнен онотҡанмын. Ҡысҡырып тора инем, теге аҡ шәүлә йәшен тиҙлеге менән һул яҡҡа табан йүгерҙе. Йүгерҙе, тип әйтеп тә булмай. Бер ағас ботағы ла ҡыбырламаны, йәшен һымаҡ үтеп китте. Ул һулға китте, мин артыма ҡарай саптым. Ҡулда бәшмәк тулы ике пакет. Бер-ике баҫыуым булды, машина эргәһенә килеп тә сыҡтым. Ҡустым руль артында мине көтөп ултыра. Тиҙ генә машинаға инеп ултырҙым да: "Киттек, тиҙерәк!" - тим. Ҡустым аптырап китте: "Нимә булды?" - ти. Мин әйтәм: "Әйҙә, тиҙерәк китә һалайыҡ, юлда һөйләрмен..." Әҙерәк тыныслана төшкәс, күргәнемде һөйләп бирҙем. Аптыраманы. "Һин булһаң, шул теләһә нимә күрерһең дә йөрөрһөң инде", - тине. Ышанманы.

Фәриҙә АЙЫТБАЕВА.
Бөрйән районы.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.09.14 | Ҡаралған: 1612

Киске Өфө
 

Һәр көнөң - бәләкәй генә ғүмер: һәр иртән йоҡонан уяныуың - бәләкәй тыуыуың, һәр иртәң - бәләкәй йәшлегең, һәр кисең һәм йоҡларға ятыуың - бәләкәй генә үлемең.

(А. Шопенгауэр).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru